«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРБАҢДЫ ҠЫШ ӘҘЕРЛӘ...
+  - 

Ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәне бер һөйләм менән әйтеп аңлатырға ҡушһалар, күптәр, моғайын, ошо мәҡәлде иҫенә төшөрөр ине. Ул, ысынлап та, ысын хужа хәстәрен асыҡ күрһәтә. Республика Башлығы оператив кәңәшмәлә тап ошо мәҡәлдән сығып эш иткәндер, моғайын. Ә инде ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин уны тейешле хеҙмәттәргә күрһәтмә биреүе менән нығытып ҡуйҙы. "Коммуналь хеҙмәттәргә бөгөндән үк ҡалалағы туҙан мәсьәләһен хәл итеү механизмын уйларға кәрәк. Радий Хәбиров көҙгөһөн ҡаланың бысраҡлығы тураһында бер нисә тапҡыр белдерҙе, ул ваҡытта ямғырҙар яуа ине. Ә ҡоро көндә беҙҙә туҙан күтәрелә. Шуға бөгөн үк был хаҡта уйларға һәм әҙерлек эштәре алып барырға кәрәк. Моғайын, ҡаланы йәшелләндереү ойошмаһына айырым бригада төҙөргә лә тура килер", - тине Өлфәт Мансур улы.

Артабан сығыш яһаусылар: Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге директоры урынбаҫары Андрей Шитов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының полиция начальнигы - начальник урынбаҫары Илгиз Байсурин Яңы йыл, Раштыуа байрамдары ваҡытында йәмәғәт һәм граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Тап ошо һәм башҡа ҡыҙыҡһыныусы ведомстволар инде йылдар дауамында баш ҡалала байрамдар, төрлө күләмле саралар ваҡытында ғына түгел, көндәлек тормошта ла ҡулға-ҡул тотоноп хәүефһеҙлек һағында тора. 2019 йылда, Өлфәт Мостафин белдереүенсә, баш ҡалала ике ҙур сара үтәсәк - Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы һәм Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары. Уларҙа ла хәүефһеҙлек тәьмин итеү бурысы тәүге урында тора.
2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы булды. Илдә был хәрәкәт барлығы 14 миллион кешене берләштерә. Баш ҡала хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ҡарамағында ла ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең инициативаларына ярҙам итеү бүлеге эшләй. Ул "Йәштәрҙе ирекмәнлек эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу" йүнәлешен үҫтерә. Был хаҡта хакимиәттең Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Роман Янгуров бәйән итте.
Йыл һайын Өфөлә меңдәрсә ирекмән ҡаланы төҙөкләндереүҙә, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша, экология мәсьәләләре менән шөғөлләнә, юғалған кешеләрҙе эҙләй, ололарға ярҙам итә, мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтә һәм ошо эшмәкәрлеге менән граждандар йәмғиәтен үҫтерергә ярҙам итә. Уларҙың эшмәкәрлеген координациялау маҡсатынан "Башҡортостан Республикаһының Өфө ирекмәндәре ассоциацияһы" ойошторолған. Уның составына балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының ирекмәндәр үҙәктәре, ижтимағи йәштәр ойошмалары ирекмәндәре, ҡаланың әүҙем граждандары - дөйөм алғанда 7 мең тирәһе кеше инә. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге йәштәр араһында ғына түгел, 45 йәштән өлкәндәр араһында ла киң популярлыҡ яулай бара. Улар республика конкурстарында еңеү яулай, проекттары РФ Президенты грантына лайыҡ була.
Ирекмәндәргә социаль дәртләндереү саралары изгелек эшләү өсөн этәргес булып тормай, күптәр изгелекте хаҡ һорамай ғына ҡыла. Ләкин 2/3 өлөшө өҫтәмә дәртләндереү булыуы ла насар түгел тип иҫәпләй, сөнки бындай саралар - ул ирекмәндәрҙе тағы ла нығыраҡ эшләргә дәртләндереүсе стимул булып тора. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеү маҡсатынан былтыр "Өфө волонтерына рәхмәт" хештегы менән акция ойошторола.
Дөйөмләштереп әйткәндә, йәмғиәтте үҫтереүҙә волонтерлыҡ эшмәкәрлеге өлөшөн баһаламау мөмкин түгел. Шуға ла былтыр 2025 йылға тиклем Ирекмәнлекте үҫтереү концепцияһы раҫланды. Уға ярашлы, төбәк һәм урындағы шарттарҙы иҫәпкә алып, ирекмәнлекте төрлө һөнәри һәм социаль төркөмдәрҙә, йәш категорияларында, ғаилә формаларында үҫтереү планлаштырыла. Әлбиттә, ирекмәнлек - күңел талабы буйынса башҡарылған эшмәкәрлек. Һәр хәлдә ирекмәндәр шулай уйлай. Әммә бөгөн ниндәй генә йүнәлештәге ирекмәнлекте алып ҡарама, ул ниндәй ҙә булһа власть структураһы тарафынан ҡурсалана, үҫтерелә, уҡыу йорттарының, башҡа учреждениеларҙың эшмәкәрлеген баһалағанда ла был пункт иҫәпкә алына. Ләкин, нисәмә йыл белем һәм мәғрифәтселек өлкәһендә волонтер булараҡ, ни өсөндөр мәғрифәтселек буйынса волонтерҙарҙың эшмәкәрлеге иғтибарҙан ситтә ҡала. Ә бөгөн был йәһәттән иң алдынғылар булып википедистар тора. Улар баш ҡалала ғына түгел, республиканың төрлө райондарында йәшәй, әммә уртаҡ дөйөм мөһим эш башҡара - ер йөҙөндә булған барлыҡ белемде ирекле ҡулланыуға сығарыу буйынса ҙур эш алып бара. Шулай уҡ ауылдарҙа бер кемдең бойороғо буйынса түгел, ә үҙаллы тупланып, заман афәте булған эскелеккә ҡаршы яу асҡан егеттәр ирекмән түгелме ни? Ә ағинәйҙәр? Эйе, ике төрлө стандарттар менән йәшәгән йәмғиәттә ирекмәндәргә лә ҡараш ике төрлө: власть структураларына уңайлы булған эштәрҙе башҡарыусылар - ирекмән, ә үҙаллы изге эштәрҙе атҡарыусыларға төрлө ярлыҡ тағырға мөмкин, фантазияғыҙ ғына етһен: алйоттар, милләтселәр, экстремистар һ.б. Ғәмәлдә милләте, уның киләсәге, теле, иле, дине өсөн ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләүселәр, ауыр ваҡытта бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыусылар - улар ысын ирекмән. Артығын яҙып тороу ҙа кәрәкмәй.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.19 | Ҡаралған: 598

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru