«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАР ӨҪТӨНДӘ УСАҠ ҠАБЫҘЫР АҒИНӘЙ УЛ
+  - 



Бөгөнгө әңгәмәбеҙ геройы, үҙе әйтмешләй, "ябай ауыл ҡатыны". Ләкин ул баҫалҡылығына барып, шундай мөһөр һуға үҙенә. Бөгөн, белгегеҙ килһә, ябай ауыл ҡатындары үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙә тотош түңкәрелеш яһар ҡеүәткә эйә. Ағинәйҙәр хәрәкәте республикабыҙҙың рухи тормошона яңы һулыш өҫтәп, иман нуры, ижад ҡомары, матурлыҡ, миллилек өлгөһө булып килеп инде. Хатта ки ҡара урман төпкөлөндә, тауҙар араһында шым ғына көн күреп ятҡан Ишбирҙе ауылын да уятып ебәрҙе уның тулҡыны. Ләкин уяныу - бер эш, ә бына ауылдаштарҙы барлап, туплап, ойоштороп, йырлатып-бейетеүсе генә түгел, әүҙем сәләмәт тормошҡа әйҙәп, рухтарын күтәреп, күңелдәренә уй осҡоно һалып тороусы ла булыр беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы, ауылдың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Наилә ЮНЫСОВА-ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Уҡытыусы Зөбәржәт Абрар ҡыҙы менән рәссам Наил Лоҡман улы Юнысовтар ғаиләһендә ҡалала үҫкән наҙлы, иркә генә бала булһаң да, урман араһында ултырған төпкөл ауылға уҡытырға килеп, аҙаҡ ошонда уҡ тороп ҡалырға нимә мәжбүр итте икән һине, Наилә һылыу?

- Ишбирҙе атайымдың тыуған ауылы. Әсәйемде, Салауат районы ҡыҙын, педучилище бөтөргәс, ошо ауылға уҡытырға ебәрәләр. Бында улар танышып, яратышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Мин донъяға килгәнмен. Унан атайым дүрт йыл буйы Өфөлә сәнғәт училищеһында уҡый, әсәйем ауылда эшләй. Рәссам дипломы алғас, атайым Баймаҡҡа эшкә ҡайта һәм беҙҙе район үҙәгенә күсереп алып китә. Миңә, башҡортса ғына һөйләшеп йөрөгән балаға, шулай итеп, Баймаҡта урыҫ мәктәбендә уҡып алып китергә тура килде. Етмәһә, бында мине ауылда 1-се класты тамамлап килеүемә ҡарамаҫтан, ҡайтанан 1-се класҡа ултырттылар, сөнки урыҫса бер һүҙ ҙә белмәй инем. Һөҙөмтәлә, мәктәптә әсәм, өләсәм теленән алыҫлаша бащлауымды тойҙом, ләкин был мине туған милли мөхит рухынан, мәҙәниәтемдән айыра алманы, сөнки беҙҙең өйҙә һәр саҡ милли тәрбиә культы һаҡланып ҡалды. Шулай ҙа ул саҡ мин бер ҙә кәмһенеп, баҫылып ҡалманым, киреһенсә, урыҫсаны ла һыу кеүек үҙләштерҙем, мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнаным: комсомол секретары булдым, спорт менән шөғөлләндем - өйгә ҡайтып инмәй инем. Күрәһең, лидерлыҡ сифаттары шул саҡта уҡ үҙен һиҙҙергәндер инде.
Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юлландым: был саҡ мин үҙемде Өфө сәнғәт институты студенты итеп күрә инем инде. Атайымдың бер туған һеңлеһе Римма апайым Йәрмөхәмәтова тап ошо институттың актерҙар факультетын тамамлап, театрҙа эшләп йөрөгән сағында мине "Нәркәс" спектакленә алып барғайны. Шунан һуң апайым минең кумирыма әйләнде һәм мин ғүмерлеккә театрға ғашиҡ булдым. Тик хыялым селперәмә килде: сәнғәт институтында, быйылға актер факультетына набор юҡ, тип әйтеүҙәренән доньям түңкәрелгәндәй булды. Ни эшләргә? Өйгә шылтыратһам, ҡайҙа булһа ла белемеңде һынап ҡара, тинеләр. Шулай итеп, мин Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инеп киттем. Уҡып бөткәс, тыуған яғыма, Баймаҡҡа ҡайттым. Бында инде үҙеңде һынау мөмкинлеге ҙур ине: райондың 12 мәктәбендә сит телдәр уҡытылмай булып сыҡты. Һәр ваҡыттағыса, атайым ҡарар ҡылды. Ул, киттек Ишбирҙегә, тигәс, тыңланым. Ләкин ғүмерлеккә шунда ҡалырмын тип башыма ла килтермәнем. Тыуған ауылымда мине ғүмерлек һөнәр юлы ғына түгел, тормош юлдашым да көтөп торған: ошо ауыл егете Сәлим Иҫәндәүләтов менән өс ай ғына дуҫлашып йөрөп өйләнештек.

Шуға инанғанмын һәм гел ҡабатлайым: ауылда йәшәү өсөн "елкә" кәрәк. Бигерәк тә Ишбирҙе кеүек юл да, газ да, башҡа социаль инфраструктура тармаҡтары ла үтеп инмәгән төпкөл төбәктә йәшәүҙәре, ай-һай! Бигерәк тә уҡытыусы кеше - ҡатын-ҡыҙға... Хәҙер күп ерҙәрҙә ауылды ташлап китергә мәжбүрҙәр, сөнки эш юҡ, мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей.

- Ауырлыҡтар күп булды. Бигерәк тә ауылға килгән тәүге осорҙарҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, улар һаман да кәмемәй шикелле, ә шулай ҙа, шөкөр, бирешкән юҡ. Күрәһең, миндә үҙенә күрә "иммунитет" барлыҡҡа килгәндер хәҙер. Ҡыйын саҡта миңә гел әсәйемдең һүҙҙәре таяныс булды. "Хәл ителмәҫ хәлдәр булмай ул!" тип ҡабатларға яратты гел. Мал-тыуарын да аҫрайбыҙ, баҡсасылыҡ менән "ауырыу" ҙа икебеҙҙә лә бар. Яңыраҡ ауыл өйөбөҙҙә ҡала фатирындағы кеүек бөтөн уңайлыҡтар булдырҙыҡ. Керҙе автомат йыуа - ожмах! Әйткәндәй, ауылда хәҙер күптәр ана шундай "ожмах"ты булдырып алды. Ауылыбыҙ бөтмәй, шөкөр, йәштәребеҙ атай төйәгендә төпләнә: матур итеп йорттар һалып инә. Буш торғандары ла байтаҡ өйҙәрҙең - ни хәл итәһең: быуындар алышыныуы шунан да күренә. Эшләйем тигән, һеҙ әйтмешләй, "елкәһе" бар кеше эшһеҙ ятмай ул. Урмансылыҡ, ағас эше менән шөғөлләнә күптәр. Урман участкаларын арендаға алған эшҡыуарҙар, пилорамалар ир-егеттәрҙе эш урындары менән тәьмин итә. Күпләп мал аҫраусы ауылдаштар ҙа, ни ашайым, ни кейәйем, тип баш ватмай.

Наилә һылыу, һинең ғаиләң, туғандарың өсөн өҙөлөп торған киң күңелле ҡатын, әсәй һәм апай икәнлегеңде беләм. Балаларығыҙҙы үҫтереп, ейән-ейәнсәрегеҙҙе ҡарап тороу өҫтөнә ҡустыларыңды ла ҡанат аҫтына алғанһығыҙ. Тимәк, иптәшең Сәлим Мөхтәр улы ла тарһынмай, күңеле киң. Ошо ҙур ғаиләнең башлығы булып, уның өсөн уңайлы һәм имен йәшәү шарттары булдырып, тырышып тора икән, был уның да кешелек сифаттары хаҡында һөйләй, минеңсә.

- Эйе, бер-береһенең туғандарына ҡарата мөнәсәбәте ир менән ҡатындың кем икәнлектәрен асыҡ күрһәтеп тора, тигәндәрен ишеткәнем булһа ла, ваҡытында был аҡылға иғтибар ителмәгән, ә бына тормош хәлдәре үҙ башыма төшкәс, аңланым ул хәҡиҡәтте. Шөкөр, янымда Сәлимдең иңдәрен тоймаһам, бөгөнгө көнөбөҙҙөң ниндәй булырын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Әсәйем тыумыштан зәғиф Насир ҡустымды ғүмер буйы ҡараны, хатта үҙенең вафаты йылды ла уны шифаханаға алып барҙы. Нисек алып йөрөгәндер атлай алмаған 45 йәшлек ирҙе, үҙе лә сирләп саҡ йөрөнө бит. Әсәйем мәңгелеккә китеп барыр, ҡустым минең ҡулға тороп ҡалыр тип тә уйламағанмын. Ул ғына ла түгел, ҡатыны менән айырылышып, бер ҡайҙа ла эшләмәгән, сиргә дусар булған Ғаяз ҡустымды ла яныбыҙға алырға мәжбүр булдыҡ. Туғандың аҙыры булһа ла биҙере юҡ, тиҙәр бит.
Улыбыҙ Заһир әле өйләнмәгән, яныбыҙҙа, урмансылыҡта эшләп йөрөй. Ҡыҙыбыҙ ситтә, Сургутта эшләй, ике балаһын әлегә тиклем үҙебеҙ ҡарап торҙоҡ. Бына шулай итеп, өй тулы ир-егет, ейән-ейәнсәр менән мәж килеп йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Сәлим хәҙер ауылда ҡоролтай рәйесе, киленебеҙҙең (ул ауыл хакимиәте башлығы) уң ҡулы, ныҡ ярҙам итә уға, үҙенең етәкселек эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ғөмүмән, беҙ икебеҙ ҙә ғүмер буйы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаныҡ. Сәлим комсомол секретары булған йылдарҙан алып. Ул саҡ беҙҙең гөрләп торған йәштәр үҙәге эшмәкәрлеге хаҡында Мәскәүҙән килеп тә гәзиткә яҙғайнылар хатта. Йәштәр үҙәген мәктәп подвалында асып ебәргәйнек: тир, бильярд бүлмәләре, видеозал, хатта буфет эшләне. Үкенескә, хәҙер йәштәр тормош-көнкүреш мәшәҡәттәренә батты, ойоштороу һәм йәмәғәт эштәре онотолдо. Дөрөҫ, был хәлде уларҙың ғына ғәйебе тип тә әйтеп булмай. Заманы шулай, тиергә тура килә.

Заманы шулай, тип ятмайһығыҙ бит әле үҙегеҙ бер ҙә, афарин. Мин бөгөнгө көндә Наилә Наил ҡыҙы етәкләгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған "Фатиха" вокаль төркөм ижадын күҙҙә тотам. Үҙегеҙ һөйләп киткән йәшлек йылдарығыҙ ялҡыны һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә, тимәк?

- Әйтеүемсә, мәктәп йылдарынан йәмәғәт эштәрендә ҡайнап өйрәнгәс, бындай тормоштан айырылып булмай икән ул, сөнки үҙеңде кешеләр араһында тойоу, даими аралашыу донъяңды байыта, ыңғайға көйләй. Бына хәҙер "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген ышанып тапшырҙылар. Эште ауылда самогон һәм араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәштән башланыҡ, сөнки бөтөн афәт, сир, енәйәттең башы - эскелек. Эсә барып, өйөндә үлеп ятыусылар ҙа булғылап тора, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа бар. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошондай сиргә һабышыуы әрнетә. Улар менән эшләргә лә эшләргә кәрәк әле. Ә инде самогон һатыусыларға исемләп иҫкәртеү хаттары ебәрҙек. Артабан да тыйылмаһалар, махсус органдарға мөрәжәғәт итеп, ҡатыраҡ саралар күрергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Шундай матур ауылда йәшәп тә, ни йөрәктәре етеп кеше ағыулаусы, ғүмерҙәрҙе киҫеүсе хәрәм эштәр менән шөғөлләнергә, кәсеп итергә мөмкин икән ул! Исмаһам, алама ҡылыҡтарының гонаһынан тартынһындар ине - юҡ, бындай аллаһыҙҙарҙан тәүбә көтөргә түгел. Күпме фажиғә сәбәбе булып, күҙ йәштәре, кеше ҡарғышына дусар булып йәшәйҙәр. Әлегә беҙгә ауыл тормошон эскелектән араларға, иманһыҙ кәсепселәргә ҡаршы көрәште дауам итергә тура килә.
Яҡты күңелле, уңған, изгелекле апайҙар, һеңлекәштәр, килен-еңгәләр ҙә күп ауылда. Шундай йондоҙҙарҙан "Фатиха" вокаль төркөмө төҙөп, йырлап йәшәйбеҙ. Матур итеп, эскеһеҙ байрам - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" көнөн үткәреп ебәрҙек. Элек бындай әүҙем тормошто Ишбирҙенең күргәне лә булманы, тип рәхмәт әйтеп китәләр. Әйткәндәй, үткән ҡыш буйы Сәлим менән Морат ойоштороп ебәргән спартакиадала ауыл округтары араһында спорт ярыштары барҙы. Үҙем дә спорттан ситтә ҡалышмаҫҡа тырышам: һаулыҡты нығытыу маҡсатында "скандинавса" йәйәү йөрөүҙе ғәҙәткә индерҙем. Миңә эйәреп, башҡа ағинәйҙәр ҙә сыҡты.

Әүҙем йәмәғәтсе, уңған хужабикә булыуҙан тыш, уҡытыусы икәнлегеңде лә онотмайыҡ әле, Наилә һылыу. Мәктәптә эштәр нисек? Ишбирҙе мәктәбе тарихында иң тәүге сит тел уҡытыусыһы ла бит әле һин. Ауылдаштарҙан ишетеп белеүемсә, төпкөл мәктәп һинән бик тә уңған...

- Әллә инде, мәктәп уңдымы, мин уңдыммы, тигәндәй... 32 йыл да булып китте бында эшләүемә. Ауыл балалары өсөн шатланам: мәктәпте өс тел белеп тамамлап сығалар. Иң тәүҙә шулай ҙа мин туған телебеҙҙе - башҡортсаны яҡшы белеүҙәрен талап итәм, сөнки оло тормошҡа юл, ҙур донъя әсә теле аша асыла. Үҙем дә башҡорт телен ҡайтанан камил үҙләштереүгә көстө күп һалдым, сөнки тел белгесе иң тәүҙә туған телен белергә бурыслы. Унан һуң, башҡорт һәм инглиз телмәрендә булған өноҡшаш уртаҡлыҡтар, мәҫәлән, ҙ, ҫ, ү, ә өндәре сит телдә дөрөҫ, таҙа һөйләшкә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ябай ғына бер миҫал: урыҫ кешеһенең: "Сэнк ю" тигәненә ҡарағанда, башҡорттоң көс һалмайынса ғына туған өнө ярҙамында: "Ҫэнк ю" тигәне бер ниндәй акцентһыҙлығы менән отошлораҡ бит барыбер. Әңгәмәсенең быны ҡабул итеү эмоцияһы ла мөһим, тип уйлайым. Шөкөр, 20 уҡыусым минең юлдан китте: сит тел буйынса махсуслаштылар. Өсәүһе АҠШ-ҡа барып ҡайтты, икәүһе әлеге ваҡытта Нью-Йоркта йәшәй. Мәктәп уҡыусылары даими рәүештә район олимпиадалары призерҙары булып тора, имтихандарҙы ла уңышлы тапшыралар. Үҙ эшеңә баһа биреүе ҡыйыныраҡ булһа ла билдәле факттарҙы ситләтеп үтә алманым инде. Әйткәндәй, ситтән бер абруйлы фекер ҙә күңелемде йылытып тора гел. Билдәле ғалим, профессор, илһөйәр һәм телһөйәр ил ағаларының береһе Сәфәрғәле ағай Йәнтүриндың бер осрашыуҙа әйткәне булыр: "Беҙҙең Сибай институтында студенттар инглиз теленән яҡшы өлгәшһә, унан "Һин Ишбирҙенәнме әллә?" тип һорай һалалар, сөнки ишбирҙеләр фәҡәт телде яҡшы белеүҙәре менән айырыла". Был һүҙҙәрҙе мин эшемә ҡарата ҙур баһа тип ҡабул итәм.

Шулай итеп...
Баһа, тигәндән, Наилә Наил ҡыҙынан был хаҡта ҡыҙыҡһына ҡалғас, ул:"Юғары категориянан башҡа бер ниндәй ҙә регалияларым юҡ",- тине уңайһыҙлана биреп. Награда өсөн эшләмәйбеҙ - уныһы дөрөҫ, ләкин эшеңде күрә белеүҙәре, дарманыңды күтәреп, артабанғы уңыштарға дәртләндереп ебәрә алыуҙары ла бик мөһим был донъялыҡта хеҙмәт кешеһе өсөн. Етмәһә, быйыл Наилә Наил ҡыҙының күркәм генә юбилейы ла етеп килә икән. Хәйер, ауыл ағинәйҙәре күптән үҙ баһаһын биргән инде уға: Наиләбеҙ йөрәгендә ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙыр ялҡын бар, ти улар. Эйе,Наилә һылыу үҙе әйтмешләй, донъябыҙҙа - именлек, ғаиләбеҙҙә - татыулыҡ, эштәребеҙҙә арҡаҙаштар булғанда, быны яҙмышыңдың оло бүләге, тип ҡабул ҡылып, Илаһыңа, заманыңа рәхмәтле булып йәшәүҙә бит тормош асылы.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 654

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru