«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМ БАЙМАҠСА БУЛДЫ!
+  - 

...Яҙ башы булыуға ҡарамаҫтан әле һаман да ап-аҡ ҡар юрғаны аҫтында тыныс ҡына иҙерәп ятҡан яландан ҡар бураны борҡотоп сабып килеп сыҡҡан һыбайлылар ирекһеҙҙән асфальт юлдан елеп барған машиналарҙы туҡтарға мәжбүр итте. Әйтерһең дә, ҡапыл тарих тәгәрмәсе кирегә әйләнде... Хәрби кейемдәрҙә ҡандай ал байраҡ һәм Башҡортостан флагын тотҡан башҡорт ғәскәрҙәренең ҡунаҡтарҙы Баймаҡ районы сигенән ҡаршы алыуы һәм Темәс урамынан оҙатып барыуы (тарихи реконструкцияны ойоштороусы - Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов) форумда ҡатнашыусыларҙы ысынлап та теүәл бер быуат элекке заманға алып ҡайтты.

- Арҡаҙаштарым минең! Февраль революцияһынан һуң бик күп эштәр атҡарҙыҡ. Бер түгел, ике ҡоролтай йыйҙыҡ, ике дивизиянан, бер полктан ғәскәр төҙөнөк. Башҡорт автономияһын булдырыу, аҫабалығыбыҙ, динебеҙ, милли территориаль азатлығыбыҙ өсөн күп көс һалдыҡ! Хәҙер мәмләкәттә тәртипһеҙлек! Большевиктар бөтә халыҡтарға ирек бирә, ләкин тәртипһеҙлек менән бергә бирә. Башҡорт халҡы бындай "бүләкте" ҡабул итә алмай. Башҡорттар бер-береһе менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул - башҡорт! - Зәки Вәлиди Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомының административ үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан балкондан милләттәштәренә шулай тип өндәште. Арҡаҙашы эргәһендә баҫып торған Муса Мортазин да тыныс ҡала алманы: "Күрше халыҡтар менән кәңәш ҡороп булмаҫмы? Улар ҙа башҡорттар менән бергә эшкә тотоноп, мөхтәриәт алыу юлында булырға тейеш", - тине. Шәйехзада Бабичтың: "Иптәштәр, ике миллионлы башҡорт халҡының, юҡ-бар сәйәси уйындарға ҡыҫылып, уйынсыҡ булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең сәйәсәт - фәҡәт ерле мөхтәриәт алыу. Керенский хөкүмәте беҙҙең теләктәрҙе атҡарырға ашыҡмаһа ла, беҙ халҡыбыҙҙы ойоштороп бөттөк", - тигән һүҙҙәре һәм ялҡынлы шиғыры Зәки Вәлидиҙе дәртләндереп ебәрҙе, милли идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәскәрҙәрҙе тупларға, башҡорт автономияһын раҫлау, парламент төҙөү өсөн башҡорттар ҡоролтайы йыйырға фарман бирҙе һәм үҙенең Мәскәүгә юлланыуын әйтте. "Маҡсатым - Лениндың үҙен күреп һөйләшеү. Башҡорт йөмһүриәтенең киләсәге - фәҡәт беҙҙең ҡулда! Халҡыбыҙ яҙмышын билдәләр осорҙа беҙҙең кеүек сая егеттәргә йоҡлап ятыу килешмәҫ! Нисәмә быуаттар буйына халҡыбыҙ үҙенең бойондороҡһоҙ, үҙ аллы дәүләтен төҙөргә тырышты. Азатлыҡ, ирек өсөн күпме яуҙар ҡубарылып, күпме батыр башын һалды! Уянырға ваҡыт, иптәштәр!"
...Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт академия драма театры актерҙары башҡарыуындағы театрлаштырылған был тамашала "Әхмәтзәки Вәлиди"ҙең Темәстәге хөкүмәт бинаһынан Башҡортостандың мөстәҡиллеге хаҡында иғлан итеүе башҡортмон тигән бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыуға арналған һәм республиканың башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, 16 район һәм ҡаланың ҡоролтай етәкселәре һәм ағзалары, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашҡан "Берҙәмлектә - көс!" форумы юғары рухта башланып, Темәс мәҙәниәт йортонда шундай уҡ рухта дауам итте. Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡунаҡтарҙы сәләмләп һүҙ әйткәндән һуң, түңәрәк ҡорҙа Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, тарихсылар Азат Ярмуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Айҙар Мәжитов, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Риф Иҫәнов телмәр тотто. "Аҡ тирмә" Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкованың Берҙәм дәүләт имтиханы тип, туған телгә иғтибарҙың кәмей барыуы хаҡында әсенеп бәйән итеүе лә күңеләргә үтеп ингәндер. Хаҡ һүҙҙәр әйтелде: "Бөгөнгө йәшәйешебеҙ - айсбергтың өҫкө өлөшө булһа, уның шаңдауы балаларыбыҙҙа сағылыш табасаҡ. Заман түгел, ә үҙебеҙ үҙгәрҙек, БДИ тип халҡыбыҙ тарихынан быуаттар буйы һынау үткән традицияларыбыҙҙан ситләштек. Балалар, ҡарттар йорттары барлыҡҡа килде. Шул - айсбергтың күренмәгән өлөшө ул. Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ. Тормошто үҙгәртәм тиһәк, үҙебеҙҙән башлайыҡ!" - тип саҡырҙы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
Краснокама районынан килгән төньяҡ-көнбайыш башҡорто - Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорттарҙың данлыҡлы Гәрәй ырыуы вәкиле Илдархан Мутиндың вариҫы Радик Бәхтиевтың иһә: "Беҙҙең Гәрәй, Ирәкте, Ҡырғыҙ, Йылан ырыуҙары һәм башҡа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙҙәренең балаларын: "Һеҙ - башҡорттар, барығыҙ, башҡорт халҡы менән бергә булығыҙ", - тип өгөтләп, Өфөгә уҡырға ебәрә. Ә Өфөлә беҙең балаларҙы "Һеҙ татар!" тип илатып ҡайтаралар! Беҙҙе 100 йыл инде башҡорт тип һанамайһығыҙ! Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында беҙҙең олатайҙар бергә һуғышҡан. Уғаса Гәрәй ырыуы башҡорттары Мутиндар ошо Башҡорт автономияһын төҙөгәндә иң беренсе рәттә торған! Ҡасан беҙҙе башҡорт тип һанай башларһығыҙ икән һуң?" - тип әсенеп сығыш яһауы ла берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
...Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған "Берҙәмлектә - көс!" форумы тамам. Әммә ҡан ҡойоштар аша яулап алынған азатлығыбыҙ тарихын киләһе быуынға танытыу буйынса атҡараһы эштәр башлана ғына әле...

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.18 | Ҡаралған: 697

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru