«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МЫЙЫҠҠА БӘЙЛЕ МӘҘӘКТӘР
+  - 

Һуңғы йылдарҙа мыйыҡ йә һаҡал ебәреү ҡайтанан модаға инә башланы. Мыйыҡ ир-аттың ғорурлығы ғына түгел, ә уны айырып торған билдә ролен дә үтәй. Мәҫәлән, элегерәк Европа һәм Азия халыҡтарының күбеһендә балиғ булмаған һәр ир-ат заты мыйыҡ йәки һаҡал үҫтерергә тейеш булған. Был үҫмерҙең өлкәнәйеүен, тәүәккәллеген, аҡыллылығын күрһәтеүсе билдә булып һаналған.

Үткән быуатта мыйыҡ-һаҡалдың төрөн батшаларға, полководецтарға, сәйәсмәндәргә оҡшатып һайлаһалар, бөгөн беҙ уны музыканттар, рәссамдар һәм киноактерҙар кеүек үҫтерергә тырышабыҙ. Кемгәлер ул килешеп, йөҙөнә матурлыҡ килтерһә, ҡай берәүҙе, киреһенсә, йәмһеҙләй кеүек.
Минең мыйыҡ бик иртә, 8-се синыфта уҡыған саҡта, барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлап, 1989 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға ингәс, миңә "Горький" тигән ҡушаматты шап иттереп тағып та ҡуйҙылар. Бер йыл тирәһе шул ҡушамат менән йөрөнөм. Әрме сафынан да буш түгел, ә "Муса, Мостафа, Ибраһим, Абдулла" ҡушаматтары менән ҡайттым. Уларын командирым тағып ҡайтарҙы.
Мыйыҡҡа бәйле киләһе ҡушаматым "Чапаев" булды. Уныһын инде миңә "Каруанһарай" фольклор-эстрада төркөмө егеттәре ҡушты. Артабан "Каламбур, Боярский, Ғәбитов" һәм башҡа ҡушаматтар китте.
Риф ағай Ғәбитов менән бәйле ике хәл булды. Сибай филармонияһы асылғас, беҙ йыл һайын Өфө тамашасыһы алдында концерттар ҡуя инек. Шулай, 1999 йылда, "Ритайым" программаһы менән баш ҡалаға барҙыҡ. Башҡорт дәүләт филармонияһының грим бүлмәһенән сығып килһәм, оло ғына бер апай: "Риф ҡустым, маладис. Кире ансамблгә ҡайтыуыңа ҡыуанып бөтә алмайым. Ул банк эше һиңә килешмәй, һинең урының - сәхнә түре", - тип ҡыуанысын белдереп китте.
Ә икенсеһе былайыраҡ булды. 2004 йылдың йәйендә, Учалы филармонияһы составында, мин Францияға Халыҡ-ара фестивалгә барҙым. Сент ҡалаһында туҡталдыҡ. Кисен Бөрйән районы Нәби ауылы егете Айсар Йомағужин менән ҡаланы ҡарап килергә тип сығып киттек. Ҡала урамдары Мадагаскар, Бразилия, Алжир, Ҡытай, Канада һәм Мексиканан килгән артистар менән тулы. Өҫтәл артына ултырып, ярым урыҫ телендә, ярым башҡортса һөйләшергә керештек. Шул ваҡыт беҙҙең ҡаршыла ултырған мөләйем генә ханым яныбыҙға килде лә миңә вата-емерә урыҫса: "Здравствуй. Ты меня помнишь? 1996 год. Сент-Мало. Меня Мария зовут", - тип өндәште. Башта аптырап ҡалһам да, эштең айышына тиҙ төшөндөм. 1996 йылда Ф.Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Сибай бейеү ансамбле Францияла фестивалдә булып ҡайтҡан инеләр. Үҙемде Риф ағайҙың бер туған ҡустыһы Рим тип таныштырып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡайтҡас, Мария апайҙың ҡайнар сәләмдәрен түкмәй-сәсмәй Риф ағайға еткерҙем.
Бына шулай, йәмәғәт, мыйыҡ арҡаһында әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарып бөтөлдө.

Илфат МУСИН,
Сибай концерт-театр берләшмәһе артисы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.18 | Ҡаралған: 1039

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru