«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КРИПТОВАЛЮТА АЛДАҠМЫ, ӘЛЛӘ КИЛӘСӘК АҠСАҺЫМЫ?
+  - 



Телефон кәрәк-яраҡтары һәм башҡа ошондай электрон әйберҙәр менән һатыу иткән магазин хужаһын беләм. Бөгөн хатта бәләкәй генә киосктарҙа ла мини-терминал аша банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин булғанда, уның магазинында тик ҡулаҡса ғына баһалана. Ул үҙе лә бер ҡасан да банк карталары менән ҡулланмай, банктарҙа аҡсаһын һаҡламай, төрлө түләүҙәрҙе лә тик касса аша башҡара. "Банк хужаларын байытыу йәки мутлашыусыларға "бүләк" итер өсөн эшләмәйем. Банктағы аҡса ул әле бар, әле юҡ, ә тере аҡса ышаныслыраҡ", - тине ул ни өсөн карталар менән ҡулланмауын һорағас. Ә бөгөнгө көндә популярлаша барған криптовалюта тураһында әйткәс, бөтөнләй ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы. Нимә һуң ул криптовалюта, биткоин? Ағымдағы мутлашыу әмәлеме, әллә киләсәк валютаһымы?

Рәсәйҙә беҙ тауар алыш-бирешен, күпселек осраҡта, һум ярҙамында башҡарабыҙ. Америка доллар ҡуллана. Европа илдәрендә евро, ә Ҡытайҙа - юань әйләнештә йөрөй. Бөгөн килеп интернеттың үҙ аҡса берәмеге - криптовалюта барлыҡҡа килде. Уларҙың бер нисә төрө бар: биткоин, лайткоин һәм башҡа берәмектәр. Криптовалютаның нисек эшләүен биткоин миҫалында ҡарап үтәйек. Уның әйләнешкә сығыуы (эмиссия) һәм иҫәпкә алыныуы төрлө криптографик алымдарға, йәғни йәшерен тамғалар менән яҙыу ысулына таянып башҡарыла. Был системала ҡулланылған аҡса криптографик (математик) хэш-код - ул btc-тар. Уларҙың һәр береһе уникаль һәм бер-береһен ҡабатламай. Нимәлер һатып алғанда биткоин менән түләү һатып алыусының һатыусыға ошо финанс берәмектең хэш-кодын тапшырыуына ҡайтып ҡала. Унда ике төрлө - "ябыҡ" (уның ярҙамында финанс инструментты һатыу йәки һатып алыуҙа төҙөлгән килешеүгә, йәғни транзакцияға "ҡул ҡуйыла") һәм "асыҡ" (әлеге килешеүгә тиклем булған транзакцияларҙың ысын булыуын тикшерә) асҡыстар була. BTC-ты, йәғни цифрлы валютаны, төрлө юлдар менән эшләп була. Биткоиндарҙы һатып алырға. Бөгөнгө көндә был иң популяр ысул. Үҙеңдә булған тауарҙы биткоинға һатырға. Ниндәйҙер эш башҡарырға һәм уның өсөн түләүҙе биткоин менән алырға. Шулай уҡ интернет селтәрендә ҡайһы бер сайттар бәләкәй генә хеҙмәт өсөн биткоиндарҙы бушлай тарата. Шулай уҡ майнинг (инглиз теленән mining - файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыу) - көслө компьютерҙа махсус программалар ярҙамында ҡатмарлы иҫәпләүҙәр үткәреп һәм билдәле мәсьәләләрҙе сисеп аҡса табыу. Нәҡ уларҙан ҡалғандар биткоиндар һатып ала. Биткоиндарҙы тик интернет киңлегендә булдырылған аноним btc янсыҡтарҙа ғына һаҡлап була. Әйткәндәй, биткоиндың иң бәләкәй берәмеге сатоши 0,000000001 BTC-ҡа тиң.
Аңлауыбыҙса, криптовалютаны ниндәйҙер аныҡ ойошма йәки банк түгел, ә ҡатмарлы математик алгоритмдарға таянып, ошо системаның ҡатнашыусылары үҙҙәре сығара. Мәҫәлән, беҙҙең янсыҡтағы реаль баһаға эйә һумдарҙы Рәсәйҙең Үҙәк банкы етештерә һәм улар алтын һәм валюта запастары менән нығытылған. Был аҡса берәмеге илдең иҡтисади хәле ниндәй булыуына ҡарап үҙгәрә. Ә криптовалюта ни рәүешле нығытылған? Бер нисек тә! Әгәр ҙә банкта йыйып барған аҡсабыҙ юғала ҡалһа, беҙ банкка, дәүләткә үҙ дәғүәбеҙҙе белдереп, аҡсабыҙҙың кире ҡайтыуына өмөтләнергә мөмкинбеҙ. Ә виртуаль янсыҡта тупланған биткоиндар юҡҡа сыҡҡан осраҡта бер кемгә лә мөрәжәғәт итеп булмаясаҡ. Биткоиндарҙы һатып алырға теләүселәр булғанда ғына ул баһалы. Әгәр ҙә виртуаль аҡсалар менән эш итергә теләүселәр бөтһә, реаль аҡса түгеп һатып алған биткоиндарҙың бер кәрәге лә булмаясаҡ. Әлбиттә, интернет селтәрендә виртуаль аҡсаны реаль валютаға әйләндереп, ҡулға алыу мөмкинлеге биргән махсус банкоматтар тураһында мәғлүмәт күп, хатта видеояҙмалар ҙа бар. Ләкин Рәсәйҙә, Банктар тураһындағы федераль закондың 27-се статьяһына ярашлы, тик һум ғына рәсми аҡса берәмеге һанала һәм ил биләмәһендә икенсе төр валюта сығарыу һәм уны әйләнешкә индереү тыйылған. Шуға күрә, Рәсәй Банкы виртуаль валюта менән ҡулланыуҙа һаҡ булырға саҡыра. Улай ғына ла түгел, Рәсәй Финанс министрлығы иҫәп-хисап өсөн махсус криптовалюта булдырыуҙы енәйәт эше булараҡ квалификациялауҙы ҡараған закон проекты өҫтөндә эш алып бара. Әгәр ҙә закон ҡабул ителһә, криптовалюта кешенең шәхси милке булып иҫәпләнәсәк, ләкин ул аҡса берәмеге, түләү сараһы булараҡ ҡулланылмаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй Президентының әмере буйынса, Рәсәй Банкы һәм Хөкүмәт ағымдағы йылдың 1 июленә ҡәҙәр криптовалюта, майнинг өлкәһен көйләргә һәм ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерергә тейеш. Криптовалюта менән эш итергә теләүселәрҙең һаны арта. Ошо өлкәлә үҙ эшмәкәрлектәрен алып барыусылар рекламаға, потенциаль инвесторҙарға аңлатыу эше алып барыуға ваҡыттарын йәлләмәй. Әлеге интернет-эшҡыуарҙар һәр ҡайһыһы интернетта махсус блог алып бара һәм ауыҙ һыуҙары ҡороп, криптовалютаға капитал һалыу ни тиклем төшөмлө икәнлеген яҙа. Шул уҡ ваҡытта улар тере аҡса килтереүсе төп эштәрен ташламай йәки башҡа төрлө килемле шөғөл менән булыша. Эйе, бәлки, уларҙың виртуаль янсыҡтарында миллионлаған һум аҡсалары яталыр. Ләкин ул аҡсалар - виртуаль, йәғни бар ҙа кеүек, юҡ та һымаҡ. Виртуаль үҙе үк "булыуы мөмкин, шартлы, хыялдағы" тип тәржемә ителә бит.
Иҡтисад өлкәһендә "эт ашаған" сәйәсмәндәр, Рәсәй Үҙәк банкы башлығы Эльвира Нәбиуллина һәм "РОСНАНО" етәксеһе Анатолий Чубайс, криптовалютаны пирамидаға тиңләне һәм дәүләт тарафынан тиҙ арала тейешле саралар күрелмәһә, алданыусыларҙың күп буласағы тураһында иҫкәртте. Ә JPMorgan Chase банкы башлығы Джеймс Даймон биткоинды мутлыҡ тип атаны һәм криптовалюта менән операциялар эшләүсе хеҙмәткәрҙәрен эштән сығарасағы тураһында белдерҙе. Банкир хәтлем банкир ҙа был системаны инҡар иткәс, ябай кешегә был өлкәгә инеүҙән фәтеүә булырмы, тигән һорау тыуа. Әлеге көндә үк криптовалютаға һалыу өсөн алынған кредиттарын түләй алмау сәбәпле йорттарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, миллионлаған доллар "тере" аҡсаларын һалып, банкротҡа ултырған инвесторҙар бар. Һәм улар, моғайын, арта ғына барыр. Әлбиттә, әленән-әле яңы технологиялар тыуып торасаҡ, уларҙы тыйып йәки күҙ йомоп ҡына ҡалып булмай. Шулай ҙа замандан артта ҡалмайым йәки аҡса эшләйем тип, төпһөҙ упҡынға сумыуҙан һаҡ булыу күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫҡа мөмкинлек бирер. Айыҡ аҡыл менән эш итеү бер кемгә лә зыян килтергәне юҡ әле.

Шулай итеп...
Кеҫәңдәге аҡсаңды сығарып (ул йә биткоин, йә майнингта ҡулланылған видеокарта һатып алыуға, йә булмаһа күпмелер аҡса түләп, ошо йүнәлештә эшләгән компания сафына баҫырға) криптовалюта системаһына инәһең дә, үҙеңдең аҫтыңа команда йыяһың. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, 100 һумға 0,0001 BTC һатып алырға мөмкин, йәғни виртуаль янсығыңда 73,58 һумға торошло виртуаль аҡса ятасаҡ, тип аңларға кәрәк. Артабан ул күбәйһен өсөн инвесторҙар эҙләйһең. Улар, үҙ сиратында, тағы ла аҡсаһын сығарып һалыусылар эҙләй. Һәм ошо рәүешле дауам итә. Әгәр ҙә аҡса индереүселәр бөтһә, системаның да хәле ҡыл өҫтөндә ҡаласаҡ, тип күҙалларға мөмкин. Ә, бәлки, тап киреһенсә булыр. Бәлки, беҙ, криптовалютаның киләсәгенә ышанмаусылар, күпмелер ваҡыттан һуң терһәкте тешләп үкенербеҙ, ә бөгөнгө интернет-эшҡыуарҙар сереп байып, беҙҙән көлөр. Ваҡыт күрһәтер.

Гөлназ САФУАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 787

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru