«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАР
+  - 



Пермдә һәм Көңгөр өйәҙендә урындағы Ҡаҙан татарҙары араһында ике ҙур булмаған башҡорт өйәҙе бар. Мәсеттәренең һәндерәләре һәм иҙәндәре кейеҙ менән (бик һирәктәренең генә келәм менән) ҡапланған. Бөтә йортта ла ағас баҫҡыстар, орлоҡтарҙы эшкәртергә тирмәнде алмаштырыусы киле осрай. Ҡайһы бер боронғо ауылдарҙа һыу тирмәне лә була. Бындай тирмәндәрҙе хатта шишмәләр ҙә әйләндерә алған. Улар һыуҙы быуып, бейектән тирмән тәгәрмәсенә ағып төшөрлөк итеп эшләгән. Шуға күрә, һыуҙың көсө тирмәнде әйләндерерлек хәлгә артҡан. Ҡайһы ауылда һыу тирмәне юҡ, ундағы башҡорттар ҡул тирмәнен ҡулланған. Был тирмәнде ике имән түмәренән яһағандар. Ул тирмәндең бер-береһе менән ышҡылған уртаһына суйын киҫәктәре ҡаҡҡандар. Аҫҡы өлөшөнә ҡаҙаҡ ҡағып, өҫкө өлөшөн кейҙереп ҡуялар. Уртаһына тишек уйып, шунда орлоҡ һалыр өсөн уйым яһайҙар. Ә тирмәндең өҫкө өлөшөнә тотоп өйрөлтөр өсөн тотҡа формаһында ҡаҙаҡ ҡағыла. Тирмәнде ашъяулыҡҡа ултырталар ҙа, өҫкө өлөшөндәге уйымға орлоҡ һалып, әкрен генә өйрөлтәләр, уртаһынан ҡойолғанын алып иләйҙәр. Аҫҡа оно төшә, ә өҫтә кәбәге ҡала.
Башҡорттарҙың төп шөғөлө - малсылыҡ. Ләкин, бынан тыш, улар ер эшкәртеү, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ, еләк-емеш йыйыу менән дә шөғөлләнә. Улар үҙҙәренең байлығын малдарының күплеге менән иҫәпләй. Һәр береһе көтөү-көтөү мал тота. Бигерәк тә йылҡы малын йыш ҡына сеймал урынына ла файҙаланғандар. Итен, һөтөн киң ҡулланғандар, тиреһенән төрлө кейем, һауыт-һаба текһәләр, ялынан, ҡойроғонан арҡан ишкәндәр. Ярлы башҡорттарҙың һарыҡтарының һаны иң байҙарының йылҡы һанына тиң, хатта, ҡайһы саҡта, күберәк тә булған. Эре малды байыраҡтар, ә кәзә көтөүен һәр береһе тиерлек тотҡан. Ҡайһы берҙәре хатта бер-нисә дөйә лә аҫыраған. Сусҡаны хәрәм тип, ә йорт ҡоштарын ҡышты ауыр сыға тип аҫырамағандар. Иң ярлы иҫәпләнгән башҡорттоң да көткән йылҡыһы илле, утыҙҙан кәм булмаған. Күптәре биш йөҙ, байыраҡтары меңгә саҡлы, иң байҙары ике меңгә тиклем һәм унан да күберәк йылҡы һәм башҡа төрлө мал көткән. Улар малсылыҡ менән генә туҡталып ҡалмаған, ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнгән. Һәр береһенең бер-нисәнән алып, өсәр, дүртәр, бишәр йөҙ умартаһы булған.
Башҡорттар малдарына ҡышын ашарға һалырға тырышмаған. Уларҙы ҡырға тибенлеккә сығарғандар. Ябыҡ, көсһөҙ малдарға ғына тәүҙә аяҡҡа баҫып киткәнсе ашатҡандар. Хатта дөйәләрҙе лә сепрәктәр менән йылыраҡ итеп урап, тибенлеккә сығарғандар. Яҙға ҡарай малдар ныҡ ябыҡҡан, йонсоған. Ҡайһылары аслыҡтан ҡырылған, кейек-януарға ла табыш булған. Өйөр малдары ла быға күнегеп бөткән. Улар бергә генә йөрөй, иң көсһөҙҙәрен дә ташлап китмәгән. Шуға күрә мал-тыуар йәйен генә ҡолонлаған, быҙаулаған һәм бәрәсләгән. Башҡорттар шуны ла белгән: көнө буйы инәһен имеп йөрөгән мал ҡышты ауыр үткәргән. Улар инәләрен генә имеп йөрөгән малдың яҡшылап ашамауын белгән. Шуға ла уларҙы төнгөлөккә генә инәләренә ҡушҡандар.
Башҡортостанда игенселек менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ер уңдырышлы. Ләкин был шөғөл башҡорттар араһында әле яҡшылап таралмаған. Улар икмәкте ул тиклем үк кәрәкле тип тапмай. Бер-нисә ғаилә берләшеп, игенселек менән шөғөлләнгән осраҡ та бар. Әммә улар ун дисәтинә ерҙән артығын эшкәртмәй. Йыйып алынған көлтәләрҙе, бохаралар кеүек, атта һыбай килеш тапатып һуҡтыралар.
Һунарға ла күптәре күңел өсөн генә сыға. Һунарға үҙҙәренең өй эттәре, өйрәтелгән бөркөттәре, тоҙаҡ һәм башҡа әллә ниндәй ҡорамалдар менән йөрөйҙәр.
Бында ер аҫты байлыҡтары күп. Ләкин урындағы халыҡ уны яҡшылап эшкәртә белмәй. Ҡайһылары тимер, баҡыр рудаларын йыйып, яҡын-тирәләге заводтарға тапшырып, аҡса эшләй. Пермдә башҡорттар баҡыр рудаһы табыу өсөн ҡоролмалар төҙөй. Унда табылған руда заводтарға оҙатыла. Тик бер башҡорт та был рудникта эшләмәй. Уларға был эштә эшләргә ғорурлыҡтары ҡушмай. Руданы заводтарға ташып ҡына аҡса эшләйҙәр.
Башҡорттар, Ислам дине ҡушыуынса, хәләл ризыҡ менән генә туҡлана. Ҡышын мал-тыуар ябығып, хәлһеҙләнә башлаһа, алдан әҙерләгән ҡорот, май, киптерелгән ит, тоҙло балыҡ, йә булмаһа, хәлһеҙләнгән малдарын һуйып ашайҙар. Ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр бутҡа, ондан бешерелгән ризыҡтар менән туҡлана. Яҙға тиклем туҡлыҡһыҙ ризыҡтарҙан бер аҙ ябығалар, ләкин яҙ етеү менән йәйләүҙәргә сығалар, кәйефтәре көрәйә, күңелдәре күтәренке була. Ҡайһылары сәсеү эшен бөтмәйенсә, ҡырға сыҡмай, тотҡарлыҡланып тора. Яҙын бөтәһе лә ҡайын һуты эсә. Саҡ ҡына үлән сыға башлау менән һөт ризыҡтары әҙерләй башлайҙар. Ҡышҡылыҡтан бик һирәктәренең генә ашамлыҡ запастары ҡала.
Улар әсегән һөттән, һыйырҙыҡынан һәм һарыҡтыҡынан, айран яһайҙар, ә йылҡыныҡынан ҡымыҙ бешәләр. Айран эшләү өсөн ҡайнатылған һөттө ҡатыҡҡa ҡушалар. Шунан ул әсеп, айранға әйләнә. Һөттөң ҡаймағын айырып алғас, ҡалғанынан эремсек, ҡорот әҙерләйҙәр. Һарҡып сыҡҡaн һөттө эркет тиҙәр. Ҡаймаҡтан май бешәләр. Дөйә һәм бейә һөтөнән ҡымыҙ ғына яһайҙар. Был һөт ҡуйы булмағанға күрә, май яһамайҙар. Ҡымыҙҙары әскелтем тәмле, эскәндә ләззәт бирә. Был эсемлек туҡлыҡлы ғына түгел, хатта шифалы ла. Шуға ла башҡорттар һау-сәләмәт, мыҡты халыҡ. Ҡайһы бер йәйҙең эҫе көндәрендә ҡымыҙҙан аҙ ғына ҡыҙмаса булған башҡорттарҙы ла осратырға мөмкин. Бигерәк йомарт, ҡунаҡсыл халыҡ. Ашар алдынан һәм ашағандан һуң Хоҙайға рәхмәт уҡып, доға ҡылалар.
Башҡорттар ашауға таһыллы халыҡ. Бер ҡунаҡ булғанда ун биш фунтлап ит ашайҙар. Бер биҙрә ҡымыҙҙы бер табында ултырғанда ла эсеп бөтәләр. Ҡунаҡ улар өсөн изге кеше. Хатта ҡайһы саҡ ҡунаҡҡa иң яратҡан аттарын да биреп ҡайтаралар. Арбалар киң таралмаған, сөнки ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа һыбай йөрөүҙе хуп күрә. Ҡатын-ҡыҙҙың эйәре йомшаҡ һәм ҡупшылығы менән айырылып тора. Һәр тирмә янында һәр ваҡыт бер булһа ла эйәрләнгән ат тора. Йыш һыбай йөрөгәнлектән, ир-аттың аяҡтары кәкерерәк.
Ололарға айырыуса хөрмәт күрһәтелә. Ҡарттарға, аҡ һаҡаллыларға изгеләргә ҡараған кеүек ҡарайҙар. Ситтән ҡунаҡ килһә, иң беренсе аҡһаҡалдарын саҡырып, түргә ултырталар. Милли байрамдарҙа, мәҫәлән, ҡорбан байрамында, оло кеше, ҡунаҡ булһа ла, табындың хужаһы итеп тәғәйенләнә.
Күп башҡорттоң икешәр ҡатыны бар. Унан артығырағы - бик һирәк күренеш. Кәләш алғанда ҡалымды ун биштән ике йөҙгә тиклем йылҡы менән бирәләр. Һыйыр малы, һарыҡтар был осраҡта иҫәпкә инмәй. Туйҙан һуң ошо малдарҙың күбеһе кәләштең бирнәһе менән бергә кире әйләнеп ҡайта. Туйҙар йәй көнө, ризыҡ, ҡымыҙ мул мәлдә үткәрелә. Бының өсөн йылҡы малын салалар. Никахтың икенсе көнөндә йәш ғаилә ағзалары бүләккә энә, еп, ҡулъяулыҡ кеүек бүләктәр тарата. Байрам ваҡытында аттарҙа сабышыу, уҡтан атып, мәргәнлектә һынашыу кеүек ярыштар киң таралған. Улар думбырала ғына түгел, үләндән яһалған ҡурайҙа ла оҫта уйнай, хатта уға өҫтәп, тамаҡ төбөнән ғыжылдатып үҙенсәлекле көй сығаралар. Уларҙың боронғо йырҙары иҫ киткес үҙенсәлекле, хатта уны музыка тормошонда ҙур яңылыҡ итеп иҫәпләргә лә була. Уларҙың йырҙарында тыуған илде данлау, ата-бабаларының батырлыҡтарына һоҡланыу сағыла. Йәш кәләш иренең тирмәһенә керер алдынан, ата-әсәһенә рәхмәтен белдереп, сеңләп илай. Уға ата йортонан мал йә башҡа кәрәк-яраҡ бирелә. Туғандарының тирмәһен ҡалдырып китерҙән алда ҡымыҙ һауытына рәхмәттәр әйтеп, бәләкәй генә бүләк бәйләп ҡалдыра. Киленде бөтә ырыу менән күпмелер ара оҙата баралар, юлда ырыуҙаштары үҙҙәре менән алған ҡымыҙҙарын эсәләр.
Бала тыуғанда, Ислам динле башҡа милләттәр кеүек, йола үткәрәләр. Ерләү йолалары бигерәк үҙенсәлекле, улар үлгән кешене ерләргә һыбай алып бара. Ерләүселәр һәм мулла иң алдан һыбай төшә, уларҙың артынан ике ат араһына арҡан менән таҡта бәйләнә, уның өҫтөнә мәйетте һалып, оҙатыусылар арттараҡ оҙатып килә. Мулла доға ҡылғандан һуң, мәйет сыҡҡaн тирмәләгеләр яҡынын ерләй, аҙаҡ төрлө ризыҡтар тарата.
Башҡорттар борондан динле халыҡ. Улар Ислам диненә ышана, ләкин уларға мәжүсилек күренештәре лә хас. Улар берәй хайуанды үлтерһә, уның бешерелгән итен ҡояшҡа ҡуйып, шамандар һымаҡ ниндәйҙер йола башҡара. Башҡорттарҙың хатта бер-нисә шайтан ҡыуыусыһы ла бар. Уларҙы "Шайтан күреүсе" тип йөрөтәләр. Башҡорттар һөйләүенсә, был кешеләр ендәрҙе күрә, уларға уҡтан ата, ҡылыс менән һелтәнә, таяҡтар менән туҡмай, һаҙлыҡтарға тиклеп ҡыуалай, яралай, ҡайһы саҡта үлтерә лә. Был халыҡ артыштың ен-пәрейҙе ҡыуалай торған көсөнә ышана. Үҙҙәре тылсымдан ҡурҡалар, ә үҙҙәренең үткәндәрҙе, киләсәкте һ.б. күрә белгән күрәҙәселәре бар. Ҡайҙа бал ҡорто тоталар, шул урынға аттың баш һөйәген элеп ҡуялар. Сирле һаташһа, йә булмаһа, ауырыу ҡатынды тулғаҡ тотһа, мулла таяғы менән шайтандарҙы ҡыуа, туҡмай, Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, төкөрөнә. Ауырыуҙың хәле еңеләйгәс, яңынан ен эйәләшмәһен өсөн, ниндәйҙер үлән тегелгән тирене уның муйынына эләләр.
Һабансылар байрамы булған Һабантуй үҙенә күрә ҙур ғына сара булып тора. Башҡорттар үҙҙәре яҡшылап ер эше менән шөғөлләнмәһә лә, был байрамда ихлас ҡатнаша.

Иоганн Готлиб ГЕОРГИ.
(Аҙағы. Башы 3-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 769

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru