«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘРӘМДӘН ТЫЙЫЛАЙЫҠ!
+  - 



Йыл да һуғым һуйыу мәле яҡынлашып килгәндә иң беренсе нәүбәттә "хәләл" һәм "хәрәм" төшөнсәләре хаҡында уйлана башлайым. Һәр мосолманға ифрат та етди булған ошо нәмәләр хаҡында аныҡ итеп белеү фарыз бит.

Күптән түгел аҙыҡ-түлек магазиндарының береһендә "яйцо халяль" тип яҙылған ярлыҡты күреп ҡалдым. Миндә шунда уҡ "Хәләл түгел йомортҡа буламы икән?" тигән һорау килеп тыуҙы... Бәлки, бындай нәмәләргә кемдер иғтибар ҙа итмәйҙер. Яҡташтарыбыҙҙың хәләл ашамлыҡтар ҡулланырға тырышыуы, әлбиттә, бик яҡшы. Әммә күптәребеҙ хәрәм менән хәләлдең айырмаһын аңлап етмәй. "Хәләлә" тигән һүҙ ғәрәпсәнән "рөхсәт итеү" (руссаһы - разрешать) тип тәржемәләнә, ә "хәрәмә" - тыйыу (запрещать). Ошо хаҡта һүҙ барғанда, әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан рөхсәт ителгән, йәиһә тыйылған нәмәләр күҙ уңында тотола. Изге Ҡөрьәндә Раббыбыҙ хәмер эсеүҙе, сусҡа һәм үләкһә итен ашауҙы, ҡан эсеүҙе хәрәм ҡылған, йәғни ҡәтғи тыйған. Ә инде һәр төрлө йомортҡа, һөт, үҫемлек ризыҡтары хәрәм тип һаналмай. Шулай уҡ балыҡтың да бөтә төрө хәләл. Шуға күрә, магазиндан икмәк, макарон йәиһә ниндәйҙер көрпә алғанда "Былар хәләлме икән?" тигән икеләнеү һис булырға тейеш түгел. Башта әйтелгәнсә, "хәләл йомортҡа", тип яҙмаһалар ҙа, беҙ уның һәр саҡ хәләл икәнен беләйек.
Ә инде ит мәсьәләһенә килгәндә, быға ифрат та етди ҡарау кәрәк. Һыйырҙыҡы, йылҡы йәиһә һарыҡтыҡы булыу ғына иттең хәләллеген аңлатмай. Шәриғәт ҡанундары буйынса, Аллаһы Тәғәләгә иман килтергән (Уның барлығына һәм берлегенә һис шикһеҙ ышанған һәм Уға буйһонған) кеше тарафынан, Раббыбыҙҙың исемен иҫкә алып, йәғни, "бисмилләһ" тип әйтеп боғаҙланған малдың ите генә - хәләл. Шуға күрә, мосолмандарҙың иткә тәғәйенләнгән хайуанын үҙе йә иһә үҙҙәре белгән башҡа берәй мосолман кешеһенән салдырырға тырышыуы - дөрөҫ. Үкенескә, күптәребеҙ үҙенең ҡыш буйы ашаясаҡ һуғымлығын кем салғанын да белмәй. Ниндәйҙер берәй ауылға заказ биреп, һуйылған әҙер итте генә барып алыуҙы хуп күрә бәғзеләр. Әммә үҙен мосолман тип һанаған һәр кем был мәсьәләгә битараф булырға тейеш түгел. Ит һатып алырға теләүселәр өсөн, шулай уҡ "Хәләл" тип аталған магазиндар республикабыҙҙың һәр ҡалаһында бар. Унда хәләллек хаҡындағы штамп ҡуйылған эре, ваҡ мөгөҙлө мал, ҡош-ҡорт иттәре һәм һәр төрлө колбаса продукттары, билмән, манты кеүек нәмәләр ҙә һатылып тора. Бәғзе берәүҙәр "Уларҙы нисек һуйғандарын кем ҡарап торған", тип, шундай кибеттәрҙәге ит продукттарының хәләллегендә икеләнә башлай. Минеңсә, бында икеләнеү һис ярамай, сөнки иттең ысынлап та хәләл булыуы өсөн һатыусы, йә иһә уға һатырға итте тапшырған ойошма Аллаһы Тәғәлә алдында яуаплы. Мәҫәлән, "Турбаслы" ҡошсолоҡ фабрикаһын телеканалдарҙан да күрһәткеләйҙәр. Унда малды боғаҙлаусыларҙың дин тотоп, намаҙ уҡып йөрөгән кешеләр булыуы ла, әлбиттә, улар сығарған продукттарҙың хәләл булыуын иҫбатлай. Ә туҡмап, йәиһә башҡа төрлө ысул менән үлтерелгән малдың ите - хәрәм. Хәләл һәм хәрәм хаҡында һүҙ йөрөткәндә, фәҡәт аҙыҡ-түлекте генә лә күҙ уңында тотоу кәрәмәй. Аллаһы Тәғәлә тарафынан тыйылған, йәиһә рөхсәт ителгән һәр төрлө ғәмәлдәр (эштәр) ҙә күп. Мәҫәлән, алдау, урлау, ғәйбәт һөйләү, отошло уйындар һымаҡ насар нәмәләр - барыһы ла хәрәм һанала. Берәй кеше хәләл тип һаналған нимәнелер урлап ала икән, шул урланған нәмә был кеше өсөн, әлбиттә, хәрәм була. Кешеләрҙе алдау юлы менән тапҡан аҡсаға һатып алынған аҙыҡ-түлек, кейем йә башҡа берәй әйбер ҙә хәләл түгел. Быларҙан тыш, Аллаһ илсеһе ғәләйһис-сәләм тарафынан ҡәтғи тыйылған, хатта оло гонаһҡа һаналған башҡа нәмәләр хаҡында ла белеү мотлаҡ. Һәр төрлө күрәҙәләргә ышаныуҙың хәрәм икәнлеген, үкенескә, күп кешеләр белмәй, ә бик күптәр белергә теләмәй. Ошо хаҡта компетентлы булған бәғзе дин белгестәренең "күрәҙәселеккә ышаныу күркәм эш түгел", тип, ифрат та тыйнаҡ ҡына итеп кенә әйткеләүҙәрен ишетәм. Әммә ошо бик етди мәсьәләне ябай кешеләргә аңлатҡанда күпкә ҡәтғиерәк булыу кәрәк, минеңсә. "Бәйғәмбәр хәрәм тип әйткән нәмәне үҙ-үҙеңә, йәиһә бүтәндәргә рөхсәт итеү - оло гонаһтарҙан һанала", тип, аныҡ ҡына әйтелергә тейеш был турала. Шулай уҡ Аллаһ илсеһе, үҙе ҡушҡандарҙан тыш, динебеҙгә башҡа ғибәҙәт төрҙәре өҫтәп индереүҙе лә ҡәтғи тыйған. Ә Рәсүлулланың һәр бойороғо - Аллаһы Тәғәләнән.
Беҙ, мосолмандар, доға ҡылғанда: "Йә, Раббым Аллаһ, беҙгә ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып ғүмер итеүҙәребеҙҙе насип ҡыл!" тип Аллаһы Тәғәләгә ялбарабыҙ. Әгәр беҙ Раббыбыҙ тыйған нәмәне "хәләл", йәғни, мөмкин, тип һанайбыҙ икән, Уның әйткәндәрен инҡар итергә маташыу була бит! Быға миҫал өсөн алыҫ барырға кәрәкмәй. Киң мәғлүмәт сараларында йыш ҡына "шарап эсеү мәҙәниәтен күтәреү", йәиһә араҡыға хаҡ өҫтәү юлы менән илдә эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙе хуплаусы төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Бөйөк Аллаһ ҡәтғи тыйған хәмерҙе "аппетит өсөн", йәиһә "күңел асыу өсөн" тип, хатта илле грамм ғына "төшөрһәң" дә, бының гонаһы "бер-ике литр" эскәндең гонаһынан айырылмай. Икенсе бер миҫал. Кемдер берәү аңлы рәүештә билмәнгә "тәм өсөн", йәиһә, "йомшаҡлыҡ" өсөн бер аҙ ғына булһа ла сусҡа майы ҡушып ебәрһә, ундай билмәнде ашау шулай уҡ хәрәм. Әгәр шундай аш төрөнә сусҡа ите ҡушылғанлығын, йә иһә, бөтөнләйгә, һуғымының мосолман булмаған кеше салғанлығын йәшереп, икенсе кешегә "хәләл ул", тип ниҙер ашата икән, быға тик хужабикә яуаплы. Ҡунаҡҡа килгән кеше, әлбиттә, алдына ҡуйылған ит хаҡында төпсөнөп, "Кем быны һуйған, нисек салған", тип һорашҡылап ултырмай, хужаларға тулыһынса ышана...
Ҡәҙерле туғандар, бынан тыш тағы түбәндәге бер мәсьәләгә иғтибар итеүҙе мотлаҡ тип һанайым: ҡайһы берҙә, киреһенсә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан рөхсәт ителгән нәмәләрҙе "хәрәм" тип һанау осраҡтары ла булғылай. Был да - яраған эш түгел. Үкенескә, ошо өлкәлә лә артыҡ шаштырыусылар бар. Әйтәйек, берәү икенсе дин кешеһенән йомортҡа, һөт, он һатып алды, ти. Уға кемдер: "Һин урыҫтан алғанһың бит, был - хәрәм", - тип әйтә икән, был кеше хаталана! Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм һәм уның сәхәбәләре мосолман булмаған халыҡтар менән дә алыш-биреш иткән. Бәғзе берәүҙәрҙән хатта торт, шоколад һымаҡ нәмәләр ҙә хәрәм, имеш, тигәнде ишетергә тура килә. Йәнәһе лә, яһаған ваҡытта уларға ниндәйҙер миҡдарҙа этил спирты ҡушалар... Уларҙы яһау технологияһына артыҡ инеп ваҡланыу ҙа ярамай, нәтижәләге сыҡҡан продукт бында төп мәғәнәгә эйә. Эш уға китһә, кефир, ҡатыҡтарҙың составында ла аҙ ғына миҡдарҙа спирт була! Биохимик анализдар юлы менән генә табыла торған бындай ваҡ-төйәктәргә артыҡ иғтибар итеү, урыҫса әйткәндә, "перестраховка" - килешмәгән нәмә!
Беҙҙең башҡортта ғаилә ҡорған кешеләр бер-береһен борон-борондан "хәләл ефет" тип атай. Никахты шәриғәт ҡанунына ярашлы итеп төҙөгәс кенә, кешеләр бер-береһенә хәләл була, йәғни, Аллаһы Тәғәлә тарафынан ирле-ҡатынлы булып йәшәргә уларға рөхсәт ителә, тип аңлау кәрәк. Шаһиттар алдында никахҡа егеттең һәм ҡыҙҙың, ҡыҙҙың атаһы йә иһә балиғ булған икенсе бер ир туғанының ризалығы алынып, шунан һуң ғына ғаилә төҙөүсе кешеләр бер-береһенә хәләл була алыуы хаҡында Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән атай-олатайҙарыбыҙ борон-борондан белгән. Ә шунан тыш (хәҙерге бәғзе кешеләр уйлап сығарған "гражданлыҡ никахы" һ.б.) бер ниндәй ҙә никах хәләл була алмай. Бына шул хаҡта һәр мосолман белергә тейеш.
Һәр кемебеҙ ниҙер һорап, Аллаһы Тәғәләгә үтенәбеҙ. Үҙебеҙ белмәгән осраҡта, был хаҡта дин ҡағиҙәләрен белгән бүтән берәй кешегә әйтеп, Раббыбыҙға доға ҡылдырабыҙ. Бәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә, хәрәм ашаған, йә эскән, йәиһә башҡа тыйылған нәмәләр менән булышҡан кешенең доғаһына Аллаһы Тәғәләнең яуап бирмәү ихтималлығы хаҡында әйтелә. Бына ошо турала ла барыбыҙҙың белеүебеҙ мотлаҡ. Һәммәләребеҙ Раббыбыҙҙың тыйғандарынан тыйылып, Уның ризалығына ирешергә ынтылып, шунан ғына Уға доғаларыбыҙ менән мөрәжәғәт итәйек. Беҙ - мосолман кешеләре ошо ифрат та етди мәсьәләгә бармаҡ аша ғына ҡарамайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 818

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru