«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУСЛАН ЯМАНБАЕВ – СПОРТТАҒЫ ХАЗИНАЛАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ УЛ
+  - 



Хәтерегеҙҙәлер, 2016 йылдың апрелендә үҙенә "Башҡорт" тигән ҡушамат алған, һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған Венер Ғәлиев Өфөлә үткән ҡатнаш алыш төрҙәре (ММА) турнирында әрмән көрәшсеһен еңгәйне. Ана шул көндө, тап шул турнирҙа тағы бер милләттәшебеҙҙе, Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы Руслан Яманбаевты ла күптәр күҙгә элде. Был көндө Руслан да сағыу алыш күрһәтте, тик тактика яғынан ғына отолоп, дәғүәсеһе Балкизовтан еңелеп ҡуйҙы. Ошо хәлдән һуң 11 ай үттеме, юҡмы, Руслан Виктор Кичигинды, тағы 2 айҙан Рөстәм Капаловты еңде, ә тағы ике айҙан, йәғни ошо йылдың 8 октябрендә Ислам Бегидовты ла техник нокаутҡа "ебәрҙе". Руслан ЯМАНБАЕВтың тиҙ арала еңеүле аҙымдарға күсеүенең сере нимәлә икән? Бәлки, уның еңеүҙәренең сере башҡорт батыры стилендә сығыш яһауындалыр? Түбәндәге материалыбыҙҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға Русландың үҙенән яуаптар ишетербеҙ. Әңгәмәбеҙҙә шулай уҡ Өфөләге "U-FIGHT" промоутер компанияһы етәксеһе Рәмил СӘҒИТОВ та ҡатнаша. Рәмил Миңнулла улы үҙ сиратында башҡорт ММА-сыларына ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашыр.

Тәүге һорау яп-ябай: һеҙ ҡайһы яҡта тыуғанһығыҙ, ҡайҙа уҡығанһығыҙ? Минең уйымса, танышыуҙы ошонан башлаһаҡ, дөрөҫөрәк булыр...
Р. Яманбаев:
Мин Дәүләкән ҡалаһында тыуғанмын. 9-сы синыфты тамамлаған йылда 13 кенә йорттан торған, тәбиғи газы ла, һыуы ла булмаған, карталарҙа ла күрһәтелмәгән Шишмә районы Яңы Опто ауылына күстек. 11-се синыфты Яңы Оптонан 7 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауыл мәктәбендә тамамланым. Унан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура факультетында юғары белем алдым.
Р. Сәғитов: Тыумышым менән Көйөргәҙе районы Ермолаево ҡасабаһынанмын. Бала саҡтан дзюдо менән шөғөлләндем. 16 йәшемдә дзюдо буйынса спорт мастеры нормативын үтәнем. Күмертау педагогия училищеһын тамамланым. 5 йыл Хәрби диңгеҙ флотында, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иттем дә, Ырымбурҙағы физкультура институтына уҡырға индем. Уны тамамлағас, Санкт-Петербург физкультура академияһында тренерҙарҙың юғары мәктәбе факультетында белемемде камиллаштырҙым. Академияла Аршавин, Кержаков, Малафеев ише Рәсәйҙең ярты йыйылма командаһын тәшкил иткән билдәле спортсылар менән бергә уҡыным.

Руслан, ә һеҙ спорт менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ?

Р. Яманбаев:
Бала сағымдан. Күрше ауыл мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡығас, еңел атлетиканы бик тиҙ үҙләштерҙем. 3 километрға йүгереү буйынса республика мәктәптәре уҡыусылары араһында бронза миҙал да яуланым мин. Йүгереү менән бергә, футбол менән дә етди шөғөлләндем. Мәктәпте тамамлағас, ике уртала ҡалдым: йә кикбоксёр, йә футболсы булырға тейеш инем. Мин тәүге юлды һайланым. Кикбоксингты мин ысын ир-егеттәр генә шөғөлләнә торған спорт төрө тип ҡабул итәм. Университетта уҡыу менән бер рәттән, БДПУ-ның кикбоксинг тренеры Рәшит Рушан улы Кәримовтың күнекмәләрендә шөғөлләнә, кикбоксинг, бокс буйынса республика, Волга буйы федераль округы турнирҙарында сығыш яһай башланым. Уларҙа еңеү яулаған мәлдәрем дә, призлы урындар алған саҡтарым да булды.
Студент йылдарын артта ҡалдырғас, Өфөләге "Ягуар" алыш клубында тай боксы һәм бокс буйынса тренер булып эшкә урынлаштым. Минең бер дәресемде атаҡлы тренер Артур Мөхәмәтдинов күреп ҡалды. Күрҙе лә, миңә үҙенең тәрбиәләнеүселәренә дәрес биреүемде һораны. "Минең самбосылар яҡшы көрәшә, әммә "йоҙроҡтары" көсһөҙөрәк. Һин уларҙың йоҙроҡ менән һуғыу техникаһын "шымарт" әле", - тине.
Шулай итеп, мин ике клубта - "Ягуар"ҙа һәм Өфөнөң Киров районы Эске эштәр бүлеге спорт залында (әйткәндәй, Венер Ғәлиев та заманында ошо залда шөғөлләнгән) тренерлыҡ итә башланым. Самбосылар менән аралаша торғас, үҙем дә был спорт менән ҡыҙыҡһынып киттем.
Яңы һөнәр өйрәнгән сағыңда барыһы ла шыма ғына бармай бит ғәҙәттә. Мине лә самбосы егеттәр йә күтәреп һуға, йә ҡулымды шаҡара, йә тынымды быуа торғайны. Әлбиттә, күнекмәләр ваҡытында былай еңелеүҙәрем мине сығырымдан сығарһа ла, ниндәйҙер кимәлдә сәмләндерә лә ине.
2011 йылда Венер Ғәлиев Ҡаҙандың Эске эштәр министрлығы йыйылма командаһында тренерлыҡ иткән осорҙа уның менән Өфөлә күнекмә үтергә, тип, беҙҙең залға ҡатнаш һуғыш алышы йондоҙо Али Баһаутдинов үҙе килеп төштө. Кемдең генә ике батырҙың күнекмәһен күргеһе килмәһен! Миңә был уңайҙан уңыш йылмайҙы - легендар спортсылар әлеге лә баяғы мин күнекмә үткәргән залда шөғөлләнәсәге билдәле булды. Был күнекмәләргә мин дә ҡушылып киттем. Минән башҡа йәшерәк егеттәр ҙә бар ине. Егеттәр менән ҡушарлап алыша, дөйөм физик әҙерлек күнекмәләре эшләй, тоҡтарҙы дөмбәҫләй башланыҡ. Мин бығаса шөғөлләнгән кикбоксингта ла, бокста ла бер раунд 2 минуттан да артмағас, ҡатнаш һуғыш алышсыларының 5-әр минутлыҡ раундтарын "күтәрә" алмай бер булдым. Был хәл мине тағы ла нығыраҡ сәмләндерҙе. Мин тағы, тағы уртаға сыҡтым. Бер мәл тоттом да Венер ағай менән ҡара-ҡаршы тороп көрәшеп ҡарар итеүемде белдерҙем. Миңә үҙемдән көслөрәк кешеләр менән көс һынашыу оҡшай бит. Ә Венер ағай: "Юҡ, был егет миңә бармай", - тигән һымаҡ, миңә ҡул ғына һелтәне. Быны күргән Артур Мөхәмәтдинов: "Бына күрерһең әле, ярты йыл эсендә мин унан ҡәҙимге көрәшсе яһаясаҡмын", - тип әйтеп һалды.
Ошо хәлдән һуң мин кистәрен Артур Рәфис улына күнекмәләргә йөрөй башланым. Шәхси күнекмәләр үткәреүемде лә дауам иттем. Бер аҙҙан алға китеш һиҙелде. Самбосылар менән көрәшә ала башланым. Көндәрҙән бер көндө тренерым миңә ҡатнаш хәрби алыш төрҙәре буйынса Башҡортостан беренселегендә сығыш яһарға тәҡдим итте. Мин риза булдым. Был ярышта мин еңеп сыҡтым. Унан, күп тә үтмәй, Волга буйы федераль округында беренсе урын яулау бәхетенә ирештем. Күптәр минең "ударник" булһам да, 5 алышта ла ауырттырыу һәм тынды быуыу алымы менән еңеүемә аптыраны. Унан һуң Ырымбурҙа үткән Рәсәй чемпионатына киттем, әммә унда мин көткән һөҙөмтә килеп сыҡманы. Ике алыштың береһендә еңеп сыҡтым, береһендә - еңелдем. Өфөгә ҡайтып, бер аҙ хәл алғас, ошонда килгән Венер Ғәлиев менән көрәшеп алдыҡ - күптәнге хыялым тормошҡа ашты! Венер ағай минең менән ҡәнәғәт ҡалды. Ике аҙна самаһы үткәс, тренерым: "Һине Венер Екатеринбургҡа саҡыра, "Fight nights" чемпионаты эсендә уның клубы өсөн сығыш яһауыңды теләй", - тип әйтеп һалды. Венер Зәйнулла улы "Fight nights"-тың эсендә үҙенең командаһын булдырғайны.
Р. Сәғитов: Әйткәндәй, Русланды был ваҡиғаларҙан алдараҡ Кавказда, Нальчик ҡалаһында үткән бер турнирҙа күптәр күреп ҡалғайны. Мәрәйҙәр буйынса еңеүҙе судьялар урындағы спортсыға бирһә лә, залда ултырыусы күп кенә кешеләр, беҙҙең кеүек үк, еңеү Русланға бирелер, тип уйлаған икән. Русландың алышынан һуң күп кенә таныштарым: "Ҡара һин уны, бик ҡыҙыҡлы көрәшсе өлгөрөп еткән бит!" - тип, миңә Руслан тураһында үҙ фекерен еткерергә ашыҡҡайны. Руслан, ысынлап та, еңерлек көрәште, тик судьялар ҙа, тамашасылар ҙа урындағы кешеләр булғанға күрә, еңеү, мәрәйҙәр һаны буйынса, тигән һылтау менән, Русланға бирелмәне. Ул икенсе урынға ҡалды.
Әйткәндәй, биш минуттан алыш башлана, тигәндә, ринг-анонсер Александр Загорский беҙҙән: "Егетегеҙҙең ҡушаматы ниндәй?" - тип һораны. Шунда уҡ тигәндәй: "Башҡорт мәғдәне" (башкирский самородок) тигән исем уйлап табылды. Ысынлап та, хазина ине ул беҙҙең өсөн. Артур Мөхәмәтдинов хазинаһы!
Ошонан һуң уның Екатеринбург ҡалаһының "Ратиборец" клубы менән контракт төҙөү процесы башланды. Русландың "Ратиборец"ҡа эләгеүенә Башҡортостанда һөнәрмән алышсылар әҙерләүсе мәшһүр тренер Артур Мөхәмәтдинов ныҡ булышлыҡ итте. Руслан менән Венер бик уңышлы хеҙмәттәшлек итә, алыштар ваҡытында йә береһе, йә икенсеһе секундант булып тора. Әйткәндәй, ошо осорҙа Венер уның Башҡортостан менән Свердловск өлкәһе юлдарын йыш тапауына ишаралап, "Күсмән" ("Кочевник") тигән исем тәҡдим итте. Был исем Русланға ла оҡшаны.
Русланға ситкә күсергә тура килде шул, сөнки бында күнекмә үтеү перспективаһы юҡ. Башҡортостанда ММА, үҙегеҙ беләһегеҙ, ауырыраҡ үҫешә. Екатеринбургта перспектива ла, шарттар ҙа бик шәп.
Р. Яманбаев: Мин дә, Венер ағай ҙа республикала ҡала ала инек, Венер Ғәлиев бында үҙҙәренең Башҡортостандан булыуын һәр ерҙә күрһәтеп йөрөгән әллә күпме шәп егеттәр тәрбиәләй алыр ине. Әле беҙ Башҡортостандан булыуыбыҙҙы әйтә йөрөһәк тә, "Ратиборец" исеменән сығыш яһайбыҙ.
Р. Сәғитов: Ринг-анонсеры Александр Загорский һәр ваҡыт беҙҙең егеттәрҙе: "Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге көндә "Ратиборец" клубы өсөн сығыш яһаусы Венер Ғәлиев (йә, Руслан Яманбаев)", - тип иғлан итә. Шул саҡ милли кейемдә беҙҙең егеттәр килеп сыға. Был эште егеттәр үҙҙәренең башҡорт булыуҙарын онотмаһын өсөн эшләйбеҙ. Беҙ ситкә сыҡһаҡ, ҙур булмаған төркөм булып көйәрмәндәребеҙ оҙатып йөрөй. Кавказда булһынмы, башҡа ерҙәме - трибуналарҙа башҡорттоң ҡамсат бүреген кейгән егеттәр ултыра. Был атмосфераны беҙ үҙебеҙ булдырабыҙ. Был йәһәттән дуҫыбыҙға, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншинға рәхмәтлебеҙ. Венер менән Руслан кейгән милли кейемде ул бирҙе. Мин гел әйтәм: ҙур спорттан киткән хәлдә, егеттәр ул кейемдәрҙе музейға тапшырырға бурыслы!

Рәмил Миңнулла улы, үҙегеҙҙең промоутерлыҡ эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

Р. Сәғитов:
2000 йылдар баштарында ММА үҫешә башлаған ғына ваҡытта беҙ Өфөлә тәүге алыштар ойошторҙоҡ. ММА-сыларҙы, кикбоксерҙарҙы, тай боксы оҫталарын бер майҙанға йыйып, уларҙы ярыштыра торғайныҡ. Тәүҙәрәк 300-400 тамашасыға иҫәпләнгән майҙандарҙа алыштар уҙғарһаҡ, яйлап киңерәктәренә күсерлек ҡеүәткә эйә булдыҡ. Шуға иғтибарҙы йүнәлтке килә: бөгөнгө көндә Рәсәй, донъя кимәлендә киң билдәлелек яулаған күп кенә алышсыларҙың беренсе алыштары тап Өфөлә, беҙ ойошторған ярыштарҙа башланды. Был исемлеккә Александр Шеременконы, Забит Самедовты ("Маугли"), Рәшит Магомедовты (UFC промоутер компанияһында шөғөлләнә), Агоп Тапчанды, Вячеслав Дацикты һ.б. индерергә була. Венер Ғәлиев беренсе алыштарын Ҡаҙағстанда үткән булһа ла, беҙ ҙә оло ғорурлыҡ менән: "12 йыл элек Венер Ғәлиев тәүге алыштарының береһен беҙҙә үткәрҙе", - тибеҙ. Венер Ғәлиевтың Башҡортостандағы тәүге алышы Өфөнөң Спорт һарайында үтте. Был сараны үткәргәндә бер ҡыҙыҡ хәл дә булғайны. Бюджет бәләкәй ине, рекламаға аҡса ла юҡ. Мин тоттом да Спорт һарайына 20х30 метрлыҡ баннер элеп ҡуйҙым. Һөҙөмтәлә, беҙ 5 мең урынлыҡ залға 4 меңгә яҡын кеше йыйҙыҡ. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ. Ул мәлдә әле хоккей өсөн тәғәйенләнгән Спорт һарайында хоккейҙан башҡа саралар уҙһа, боҙло залға йылы һауа өрҙөртмәйҙәр ине. Тамашасылар тундар, курткалар, кәпәстәр кейеп ултырһа ла, ҡәнәғәт ҡалды. Венер Ғәлиев билдәле әрмән көрәшсеһе Агоп Тапчанға (әлеге көндә Агоп Сочи ҡалаһының ММА берлеген етәкләй) ҡаршы сығып, уны тәүге минуттарҙа уҡ нокаутҡа оҙатты. Был алыштан һуң Агоп ярты йыл самаһы дауаланды. Ҡыҙыҡлы осрашыу булды был. Әле лә хәтерҙә, зал үрә баҫып алҡышланы. 2016 йылда Венерҙың Степанянды еңгән осрашыуынан кәм булманы был осрашыу ҙа, тип әйтә алам.
Артабан PROFC ойошмаһының ике турнирын үткәрҙек. Был турнирға Александр Емельяненко, Эльбрус Ниғмәтуллин, Сергей Харитонов килде. Венер ҙа бында бер нисә тапҡыр алышҡа сығып, дәғүәселәрен еңеп, Өфө тамашасыларына бүләк эшләне. "Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәренә ярҙам итәйек, уларға матур, сағыу тамашалар үткәрәйек", - тип, концерттар өлкәһендә эшләүсе продюсер Заһир Ҡотлосурин менән берлектә "U-FIGHT" компанияһын барлыҡҡа килтерҙек. Был компания өсөнсө йыл эшләй. Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата шәп турнир үткәрҙек. Шоу програмаһы бик көслө булды. Бында ла Сергей Харитонов, Эльбрус Ниғмәтуллиндар килде. Был көндө Венер Сергей Гвоздицкий исемле украин егете менән, ә Руслан - Алан Хугаев исемле осетин егете менән алышты. Венер Харьков егетен нокаутҡа оҙатты, Руслан мәрәйҙәр һаны менән еңде. Венер - Артур Туҡтағолов йырына, ә Руслан МС Баш йырына уртаға килеп сыҡты. Ошо турнирҙан һуң Артур менән Венерҙың: "Әгәр Өфөлә яҡшы сара ойошторорға теләһәгеҙ, Рәмил Сәғитов менән бәйләнешкә сығығыҙ", - тигән һүҙенә нигеҙләнеп, "Fight nights" компанияһы беҙҙең менән берлектә бик ҙур турнир үткәрҙе. Һөҙөмтәне үҙегеҙ күрҙегеҙ: Роберт Юлдашев, артистар, шоу... Беҙҙең арҡала, Заһир Ҡотлосурин арҡаһында... Ул да миңә ярҙам итте.
Ул көндө Руслан дәғүәсеһенән бер башҡа юғарыраҡ ине, ниңәлер, еңелеп ҡуйҙы. Һорауҙар күп, әйҙә, улар үткәндә ҡалһын. Венерҙын Акоп Степанянды нисек еңеүен, унан һуң ниндәй ажиотаж, фурор тыуғанын үҙегеҙ күрҙегеҙ. Венер икенсе раундта еңелеп бара ине, өсөнсө раундҡа сыҡты ла Степанянды "ер менән тигеҙләне". Бер кем бер нәмә аңламай ҙа ҡалды. Зал "шартланы". Ошо хәлдән һуң беҙҙең эштәр тағы ла алғараҡ китте.

Һеҙҙең офисығыҙ барҙыр?

Р. Сәғитов:
Офисыбыҙ бар, алыш төркөмөбөҙ ҙә бар. Ул әле формалашыу осоро кисерә. Артур Мөхәмәтдинов етәкләй уны. Уның көслө генә спортсыларҙан тупланған командаһы ла бар. Әйткәндәй, тиҙҙән, 8 декабрҙә беҙ панкратион буйынса турнир үткәрергә уйлайбыҙ. Рәсәйҙең панкратион федерацияһы Хабаровск ҡалаһында урынлашҡан. Бынан элгәре Хабаровскиҙан Дмитрий Коньковтан: "Мин Рәсәйҙең урта өлөшөндә турнир үткәрергә теләр инем", - тигән тәҡдим килде. Ҡатнашыусылар исемлегенә күҙ һалһаҡ, беҙҙән, Башҡортостандан был турнирҙа 6 кеше ҡатнашасаҡ. Беҙ Артур менән хәүефле аҙымға барырға булдыҡ. Ике ҡатын-ҡыҙ алышы көтөлә. Хабаровскиҙан урындағы йондоҙ, бер тапҡыр ҙа еңелмәгән Айгөл Хәбирова Һамарҙан (уны үҙебеҙҙең "егет", тип әйткәндә лә була) Юлия Куценко менән көс һынашасаҡ. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә бик "ҡатмарлы" спортсы. Уларҙың алышы ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Тағы бер парҙың береһе - Сибай ҡыҙы, Хәлит Һибәтуллиндың уҡыусыһы Зарина Ғүмәрованың дебюты көтөлә. Уның дәғүәсеһе - Силәбе ҡалаһынан Галина Яҡупова исемле ҡыҙ.
Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ - Башҡортостан данын башҡорттар ғына түгел, татарҙар ҙа, урыҫтар ҙа, дағстанлылар ҙа һәм башҡалар ҙа яҡлаясаҡ. Ә был кисәнең төп алышында Руслан Яманбаев менән Корея республикаһынан килгән Ким Кйонг Пхи билбау өсөн көрәшәсәк. Билбау ныҡ затлы буласаҡ.
Шулай итеп, 8 декабрҙә "Өфө уттары" тарихында тәүге тапҡыр һигеҙ мөйөшлө ситлек, октагон торасаҡ. Октагонды Динар Хәйруллин исемле дуҫымдың фирмаһы биреп торҙо. Әле был ситлек Кавказ республикаларында үткәрелгән турнирҙарҙа ҡулланыла. Ноябрҙә уны Өфөгә килтерәсәкбеҙ, турнирҙан һуң ул беҙҙә ҡаласаҡ. Шуға, башҡорт егеттәренә һәм ҡыҙҙарына, үҙебеҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн янып көйәйек, тигән саҡырыу ташлағы килә. Билеттар "ат хаҡы" түгел - осһоҙ ғына. Уларҙы Өфө кассаларында алырға була.

Руслан, беҙ һеҙҙең Ислам Бегидов менән алышығыҙҙы бик ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Һеҙ уны ырғып, тубыҡ менән битенә тибеп, бик оҫта еңдегеҙ. Был алдан әҙерләнгән алым булдымы, әллә алыш ваҡытында планлаштырылдымы?

Р. Яманбаев:
План буйынса бөтә 3 раундты ла файҙаланырға иҫәп тота инем. Был юлы тренерҙарым мине психологик яҡтан яҡшы әҙерләне - миңә үҙемде иркен тоторға, күнекмәләге һымаҡ һуғышырға өйрәтте. Мин шулай иттем дә, үҙемдең секунданттарымды ла, дәғүәсемдәрҙе лә ишеттем, матур алыш күрһәттем. Мин алға бара, уға һуға башлаһам, Ислам һәр саҡ аҫҡа эйелә ине. Ошонан сығып, миңә уға бер нисә комбинация удар эшләргә лә, уның башына "осоп ҡунырға" ғына ҡалды. Уның нимә эшләргә теләүен аңлау өсөн миңә раунд ярым ваҡыт кәрәк булды. "Стойка" ла ул ҡалыша ине, мин уға йышыраҡ "сәпәй" инем. Раундты "алыр" өсөн уға минең аяҡтарға үтеп инергә кәрәк ине. Мин быны аңлап ҡалдым. Уның секунданттары ла: "Эшләргә кәрәк!" - тигән һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы. Мин уның аҫҡа эйелә биреп, мине сеткаға ҡыҫырыҡларға тырышыуын аңланым. Улай итһә, Ислам Бегидов мине партерға күсерә лә, үҙенә мәрәйҙәр эшләй ала ине. Әммә был план тормошҡа ашып өлгөрмәне. Уның минең аяҡтарға йәбешергә ынтылған ғына сағында, ырғыған килеш, тубығым менән уның битенә тибеп өлгөрҙөм. Бынан тыш, беренсе раунд башланған ғына мәлдә Исламға ябай ғына "тройка" алымы менән һуҡҡайным. Әллә бер йоҙроғом шыялап үттеме - уның уң ҡашы тирәһе ҡанай башланы. Бер аҙҙан ҡан уның күҙенә ағып төштө. Был да дәғүәсемә психологик баҫым яһаны шикелле. Ә алыш барышында минең берәй ерем ҡанаһа, мин, киреһенсә, ҡыҙам ғына. Әйткәндәй, ошо урында Рәмил Миңнулла улының психологик ярҙамын да билдәләп үтке килә: беҙҙең алыштар алдынан ул был турала үҙенең дуҫтарына һөйләй, уларҙы турнирҙы ҡарарға саҡыра. Турнир көнөндә Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан әллә күпме кешеләрҙең һиңә уңыштар теләп яҙыуы ныҡ дәртләндерә. Беҙгә милли кейемдәр, дәртле композициялар табып биреүсе кеше лә ул - Рәмил Сәғитов. Рәмил Миңнулла улының минең алыш алдынан була торған сәләмләү сығышыма Заһир Зәйнетдиновты йәлеп итеүе үҙе бер ваҡиға булды. Заһир ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла уйнап ебәрә, бейей ҙә, хатта өзләй ҙә бит.
Р. Сәғитов: Эйе. Заһирға мөрәжәғәт итеүем булды, ул Рөстәм Ғиззәтуллин менән бергәләп "Күләгә менән алыш" тип исемләнгән композиция әҙерләп тә ҡуйҙы. Был сығышты күргән Бату Хасиков (әйткәндәй, ул Руслан өсөн янып-көйгән булған икән) алыштан һуң: "Музыкаль оҙатыу елле булды", - тип, үҙ фекерен белдереп китте.
Егеттәрҙе психологик яҡтан әҙерләүҙә Венер менән Артур бик оҫта эшләй. Улар был эштә бай тәжрибәгә таянып эш итә. Саралар комплексын ҡуллана: йә ҡатыраҡ итеп әйтә, йә йомшағыраҡ итеп, "һалпы яғына һалам ҡыҫтыра", кәрәк икән, хатта спортсыны "һелкетеп" тә ала.

Ул алыш ваҡытында "Боец-ТВ" телеканалы комментаторҙары Русландың бик тиҙ хәрәкәтләнеүенә иғтибар итте. Был тиклем етеҙлек ни яғы менән яҡшы?

Р. Яманбаев:
Был тактик алым булды. Уны миңә, әле Өфөлә саҡта уҡ, Артур Мөхәмәтдинов өйрәтеп ҡуйғайны. "Аяғыңа үтә алмаһындар өсөн етеҙ хәрәкәт ит, дәғүәсеңде албырғат", - тине ул. Тик торған кешенең аяҡтарын тотоп алыуы еңелерәкме, әллә эргәңдә һағыҙаҡ һымаҡ өйөрөлгән кешенеңме - үҙегеҙ беләһегеҙ.
Р. Сәғитов: Ислам Бегидов бөтөнләй икенсе төрлө алыш көткән, ахыры. Ул Русланды партерға күсерергә теләгәндер. Көс яғынан ул Русландан күпкә өҫтөнөрәк. Руслан үҙенең ауырлыҡ категорияһына түгел, ә ҙурыраҡ категорияға сыҡты. Ул бер ваҡытта ла 70 килограмға сыҡҡаны булманы. Уның ғәҙәти ауырлығы - 65 килограмм. Ә Исламдың ауырлығы 80 килограмға яҡын ине. Экранда һеҙгә лә күренгәндер: Руслан төҙ генә, ә Ислам культурист һымаҡ. Тамашасы ла үҙенсәлекле бит. 5 мең кеше ултыра икән, ти, бөтәһе лә тип әйтерлек: "Ислам" да, "Ислам", - тип ҡысҡыра. Бәлки, был да үҙ ролен уйнағандыр, йәғни Русландың ҡанын ҡыҙҙырғандыр.

Руслан, һеҙ октагонға башҡорт милли кейемендә, башҡорт көй-моңо оҙатыуында килеп сығаһығыҙ. Һеҙҙәге милли кейем шәп продюсер алымымы, әллә етдиерәк мәғәнәгә эйәме?

Р. Яманбаев:
Мин үҙемде һәр ваҡыт башҡорт итеп тоям. Беҙҙең командала күпселекте урыҫтар тәшкил итә. Улар - аҡ, Венер Ғәлиев менән мин генә - ике ҡара башҡорт. Беҙ уларҙан холҡобоҙ менән дә, көсөбөҙ, етеҙлегебеҙ, тиҙ фекерләүебеҙ менән дә нисектер айырылып торабыҙ. Венер ағай йыш ҡына: "Башҡортто башҡорт кешеһе генә аңлай инде ул", - тип әйтеп тә ала. Берәй алыш алдынан бүрегемде кейеүем була, миндә аңлатып булмаған тойғолар уяна. Рух тип әйтәйемме, әллә башҡа нәмәме...

Шулай итеп...
Әңгәмә барышында ошо фекер бер нисә тапҡыр яңғыраны, шуға ла мин уны тап ошо урында әйтеп үтергә булдым. Руслан әйтеүенсә, Башҡортостандың, Өфөнөң бынамын тигән ММА тренеры - Артур Мөхәмәтдиновы бар. Ул: "Әгәр кеше алыш барған залға килгән икән - ул былай ҙа батыр", - тип, унан ысын батыр әүәләргә тотона икән. Тимәк, кадрҙар бар, шарттар ғына кәрәк... Тағы Русландан уның киләсәктә Өфөгә ҡайтыу-ҡайтмауы тураһында ла һорағайным. Ул: "Мотлаҡ ҡайтасаҡмын", - тип яуапланы.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.17 | Ҡаралған: 935

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru