«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШЛӘГӘНЕҢ - МИНЕҢ ӨСӨН ӨЙРӘНГӘНЕҢ - ҮҘЕҢ ӨСӨН
+  - 

Йәйге каникулдар башланыу менән уҡыусылар, ата-әсәһенең мөмкинлегенән сығып, ял итергә таралыша. Кемдер ауылға, олатай-өләсәһе эргәһенә ҡайта, кемделер диңгеҙ буйына алып китәләр, бәғзеләр иһә сираттағы уҡыу йылына әҙерләнеү, ата-әсәһенә саҡ ҡына булһа ла ярҙам итеү маҡсатынан ваҡытлы эшкә урынлаша. Хәйер, балаларҙың эшләүе, йәғни бишенсе семестрҙың һәр ваҡыт хеҙмәт семестры булыуына ла күп ваҡыт үтмәгән. Ғөмүмән, кәрәкме ул хеҙмәт тәрбиәһе? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл ИГЕЛЕКОВАға мөрәжәғәт иттек.

Борон-борондан баланы тәрбиәләүҙә хеҙмәт төп урындарҙың береһендә торған. Бөгөн иһә балалары эшләп аҡса тапҡан ғаиләләр - етешһеҙ ғаилә һанала. Һеҙҙең өсөн нимә ул хеҙмәт тәрбиәһе?

- Беҙҙе атай-әсәйҙәр хеҙмәт менән тәрбиәләне. Шуның өсөн уларға рәхмәтлебеҙ, сөнки тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәткәндәр. Бер ваҡыт әсәйем йөн ойоҡ ямарға өйрәтергә булды. Мин көләм: "Һә" тигәнсе бәйләп кейҙерермен әле балаларыма, бик булмаһа, һатып алырмын, ямап ултырмаҫмын", - тимен. "Тормошта бөтә эште белергә кәрәк, шуға өйрәтәм", - тине әсәй. Уның шул һүҙҙәрен һаман иҫләйем. Бөгөн ойоҡ ямап кеймәһәк тә, был үҙенә күрә тәрбиә булған бит. Балалар бәләкәй саҡта шуҡ була, тиктормаҫтар, ойоҡто ла тетеп кенә һалалар. Декрет ялында ултырғанда, аҡса наҡыҫ булған саҡта, ямап ойоҡ та кейҙерәһең икәненә инандым. "Эшләгәнең беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн", - тип өйрәтте беҙҙе атай-әсәйҙәр. Мин дә хәҙер балаларыма шулай тием. Эшләп тапҡан ҡәҙерлерәк тә була тағы, бәрәкәтле лә. Бала шуны аңларға тейеш, минеңсә.

Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы нисә йәштән эшкә өйрәттегеҙ? Ниндәй генә хәл-торошта ла улар ас булмаясаҡ, тип әйтә алаһығыҙмы?

- Балаларҙы хеҙмәткә бәләкәйҙән өйрәтәбеҙ. Улым БДУ-ның 1-се курсын тамамланы, юридик факультетта түләп уҡый. Был факультетта 250 - түләүле, 20 генә бюджет урыны булды. Балабыҙ гел 5-кә генә өлгәшә, тырыш, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Рәсәй кимәлендәге олимпиадала тарих буйынса 3-сө урын алды. Мәскәүгә суд приставтарының барлыҡҡа килеүенә, үҫеш тарихына, хәҙерге эшмәкәрлегенә арналған бәйгегә фәнни эшен ебәргәйне. Ул лайыҡлы тип табылып, Башҡортостан Республикаһының баш приставы И. Мәхмүтов үҙе БДУ-ға килеп, улыбыҙға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. "Студент яҙы" фестивалендә дә уңышлы сығыш яһаны, республика кимәлендәге фәнни конференцияларҙа ла ҡатнаша. Төрлө яҡлап әүҙем. Эшкә лә тырыш. Уҡыуына түләргә аҡса ла эшләй. Ауылда кемгәлер ер ҡаҙыша, ҡойма буяша, төҙө-лөш эштәрендә ҡатнаша. Йәйге каникул булыуына ҡарамаҫтан, үҙе аҡса эшләп, инглиз телен камиллаштырыу өсөн программа һатып алып шөғөлләнә, спорт ярата. Шул уҡ ваҡытта автомобиль йөрөтөүгә таныҡлыҡҡа ла уҡып йөрөй. Балаларыбыҙ баҡсабыҙҙа ла тырышып емеш-еләк үҫтерә. Ҡыҙым еләк, ҡара ҡарағат йыйып һата. Картуф күмәләр, ҡый утайҙар. Ҡыҙым да, улым да ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар, салаттар ябышырға ярҙам итә. Миндек бәйләүҙә лә әүҙемдәр.
Бәләкәй саҡтарында уҡ Яңы йыл бүләге тип, шыршы аҫтына төрлө бүләктәр һалдыҡ. Ҡыҙыма 5-се класта уҡыған сағында теген машинаһы ултырттыҡ. Ул гимназиябыҙҙа хеҙмәт дәрестәрендә тегергә өйрәнде. Хәҙер ошо шөғөлө ярҙам итә. Уға түшәк кәрәк-яраҡтарына заказ бирәләр, таҫтамал, ҡулъяулыҡ, яулыҡ, алъяпҡыс тегә. Аятта өләшергә таҫтамалдар өсөн метрлы туҡыма алам да, шуларҙың ситтәрен бөгөп бирә. Шыршы аҫтына гитара ҡуйғайныҡ, икеһе лә гитара уйнарға өйрәнде. Ғөмүмән, музыкаға икеһе лә ғашиҡ. Өйҙә музыка ҡоралдары булһа, бала ҡасан булһа ла өйрәнә ул. Быны үҙемдән беләм. Беҙҙең өйҙә баян, гармун, синтезатор, фортепиано, ҡурай, ҡумыҙ, мандолина, гитара, балалайка, флейта бар. Уларҙы балаларға байрам бүләге итеп алдыҡ. Музыка баланың күңелен матурлай, тәрбиәләй. Шул маҡсаттан сығып алдыҡ. Ҙурайһалар ҙа, Ҡыш бабайҙан бүләк көтәләр бит балалар. Быйыл ҡыҙыма шыршы төбөнә тырнаҡ буяр өсөн кәрәк-яраҡтар, аппарат ҡуйғайныҡ. Хәҙер ошо шөғөлгә өйрәнә. Киләсәктә был уға өҫтәмә килем килтерәсәк тип уйлайым. Үҙен дә бөхтә, матур йөрөтәргә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ҡыҙым бер фирманың селтәрле маркетинг продукцияларын заказ биреп алдыра, таныштарға шуларҙы тәҡдим итә. Был продукциялар араһынан газ плитәһен таҙартҡыстар, порошоктар, һабындар, тәҙрә йыуғыс шыйыҡсалар кеүектәрен күпләп һорайҙар, сөнки улар бик яҡшы сифатлы һәм арзан. Үҙенә күрә был да шөғөл, аҙ булһа ла килем килтерә. Ҡалаға йөрөп уҡығас, юл сығымдарын ҡапларға ярҙам итә. Хәҙер йәштәр беҙгә ҡарағанда күберәк белә: интернет-сауҙанан күп кәрәк әйберҙәр яҙҙырып алалар. Бынан алған әйберҙәр магазиндыҡына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ та. Ғаилә бюджетена үҙенә күрә экономия. Йәй көндәре урмандан еләк йыйып һатыу ҙа балаларға бер аҙ аҡса эшләргә ярҙам итә. Мәктәпкә, уҡыуға кәрәк-яраҡ һатып алырға ҡулланалар был аҡсаны. Эшкә балаларҙы бәләкәйҙән өйрәттек, сөнки хеҙмәт аша тәрбиәләү яҡлыбыҙ.

Атай-әсәй өсөн үҫеп буй еткергән балалар ҙа - бәпес. Уларҙы артыҡ әпәүләйбеҙ түгелме?

- Бала һәр ваҡыт, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәгә бала булып ҡала инде. Шулай ҙа хәҙерге балалар элеккеләрҙән айырыла. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, күптәре етеш ғаиләлә үҫеп, хеҙмәткә өйрәнмәйҙәр. Һуңынан тормошта нимә кәрәк булыуын белмәйҙәр, тормошҡа ҡулайлаша алмай ыҙалайҙар. Ҡыҙ кеше әсәһенең белгәнен өйрәнергә тейеш, малай кеше атаһынан өйрәнеп үҫһен. Балаларҙы артыҡ әпәүләргә ярамай. Сөнки һуңынан тормошта ҡыйын буласаҡ, эргәңдә гел генә атай-әсәй ҙә булмаясаҡ. Тормош алда нимә әҙерләгәнен берәү ҙә белмәй, бәлки, ойоҡ ямарға ла кәрәк булыр...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.17 | Ҡаралған: 960

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru