«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһе иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

71. Али Карнай "Беҙ ҡайтырбыҙ" повесы. "Заман заңы сағылған әҫәрҙәрҙе уҡырға теләгән китап һөйөүселәр Али Карнайҙың ижадына мөрәжәғәт итегеҙ. Уның очерк, хикәйә йыйынтыҡтары бар. Әммә үҙе йәшәгән осор тураһында яҙған иң әһәмиәтле әҫәре - "Беҙ ҡайтырбыҙ" повесы. Был повеста һүҙ 1918 йылдың яҙ һәм йәй айҙарында барған бик көсөргәнешле ваҡиғалар тураһында бара. Ауыл халҡының көнкүреше ысынбарлыҡ менән тап килтереп һүрәтләнә. "Беҙ ҡайтырбыҙ" повесында Совет әҙәбиәтенә хас һыҙаттар ҙа күҙәтелә - синфи көрәш, ҡараштар төрлөлөгө, хыялдар башҡалығы сағылдырыла. Башҡортостандың бер ауыл халҡы тормошо аша илдәге үҙгәрештәр бөтәһенең дә аңына, көнкүрешенә нисек йоғонто яһауын, яҙмышын үҙгәртеүен күрәбеҙ. "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына Али Карнайҙың был әҫәре инһә, уны уҡыған яңы быуын кешеләренә халҡыбыҙҙың үткәненә күҙ һалырға һәм шул осор кешеләре ниндәй ынтылыштар менән йәшәүен аңларға ярҙам итерлек әҙәби әҫәр булыр, тип уйлайым", - тип яҙа Айгөл Ғәйниәхмәтова.

72. Рамазан Өмөтбаев "Ысыҡтан эйелә ҡылған" романы. "Бөгөн ас-яланғас, бер телем икмәккә тилмереп ултырыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә бына Рамазан Өмөтбаевтың "Ысыҡтан эйелә ҡылған" романы иң оҙайлы, иң ауыр йот йылдары булып халыҡ хәтерендә ҡалған осор тураһында бәйән итә. Әҫәр һәр быуын кешеһенә тарих биттәрендә ҡалған ваҡиғаларҙы сағылдырыуы менән генә түгел, иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы күтәрә белеү йәһәтенән дә фәһемле. Яңынан-яңы әйбер, кейем, тәмлерәк ашарға, уңайлыраҡ йәшәргә ынтылып торған замандаштарға ла күп тә түгел, 100 йыл тирәһе элек кенә йәшәгән кешеләр кисергәнде, көткән тормошто күҙ алдына баҫтырып ҡарау ғибрәтле булыр", - тип яҙа Гөлдәр Дәүләтбаева. "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.17 | Ҡаралған: 1106

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru