«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАБИЧТЫҢ ДУҪТАРЫ
+  - 

Төхвәт Ченәкәй

Икенсе хат.
Исҡужин! Мин 19 августа ғына юлға сыға алам. Мин кеҫәнән 170 һум аҡсаны алдырып, туҡталып ҡалдым. Яңынан юллыҡ аҡса йыйыр өсөн йүгерергә тура килде. Мин әле һау, Ҡаҙандан һин киткәндәгесә. Хәҙер мин Һамар арҡылы туп-тура һиңә адрес биргән ауылға, колхозға ҡайтам. Сентябрҙең 3-дә генә унан китәм. Әгәр һин керһәң, һинең менән элегерәк китергә мөмкин булыр. Һин Ырымбур - Пермь юлы менән үткәндә Чернотрок (Черный Отрог - Г.С.) ыстанцияһына төшөп ҡал да, Никитинский тигән ауылға мине һорап бар. Беҙҙең ауылды, Никитинскийҙы, татарса Эрәдүт ("Редут" һүҙенән, Һаҡмар сиге буйында урынлашҡан казактар йәшәгән ауылдарҙың күбеһенә хәрби манерҙа редут һүҙен өҫтәп әйткәндәр - Г.С.) тип йөрөтәләр. Ыстанцияла беҙҙең ауыл кешеләре йәки күрше ауылдар күп була. Шуларға 2-3 һум биреп, ултырып ҡайтып була. Һин беҙгә кереп китергә тырыш. Беҙҙең ауыл бик ҡыҙыҡлы, күңелле татар ауылы. Унда иң элек төҙөлгән колхоз бар. Ауыл халыҡ әҙәбиәтенә бик бай. Ултырған урыны Суҡ буйы. Бер аҙ ҡунаҡ булырһың. Килеп уҙып китмә. Бәлки, Ҡаҙанға бергә ҡайтырға тура килер. Мин был хатта башҡа турында яҙмайым. Һинең Бабич турында һәм башҡа турындағы эштәрең менән ҡыҙыҡһынам. Шуның өсөн һинең менән юлда осрашаһы килә. Һау бул. Тиҙ күрешкәнсә. 7.08.1934.
Адрес: Саракташ
Сред. Волжский край
дер. Никитинской.
Ченакаю Т. Г. Был адрес менән сентябрь башынаса хат яҙырға йәки мине осратырға була".

Аңлауығыҙса, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын туплауҙа Төхвәт Ченәкәй Зәбих Исҡужинға ҙур ярҙам күрһәтә. 1935 йылдың аҙағында йәш ғалим Бабич ижады буйынса диссертацияһын тамамлай. Әммә ғилми хеҙмәт төрлө ҡаршылыҡтарға осрап, яҡланмай ҡала. 1936 йылдың ноябрендә Зәбих Исҡужин вафат була. Төхвәт Ченәкәй 1935 йылда Ҡаҙанды ҡалдырып, Үзбәкстанға китә. Үзбәкстан Төхвәт Ченәкәй өсөн һуңғы төйәккә әйләнә. Алыҫ юлға сығыр алдынан Шәйехзада Бабичтың ижадын өйрәнеүсе йәш дуҫына иҫтәлеккә тип фоторәсемен һәм рәсеме артына шиғырын да яҙып ҡалдыра ул.

Ғүмер тарихына күңел һалып,
Уйлап торһон иптәш Исҡужа!
Атылып осҡан аҡсарлаҡтар кеүек,
Яҡты көндәр бигерәк тиҙ уҙа.
Аҙ булһа ла йәшлек ағымында
Бергә үҫтек, бергә эшләнек,
Шул көндәрҙән ҡалған шәүлә булып
Күренеп торһон ошо иҫтәлек.

Шулай итеп, 1934 йылдың йәйендә яҙылған хаттар хатты яҙыусынан да, хаттың эйәһенән дә ғүмерлерәк булып сыҡты. Улар яңы быуаттың яңы уҡыусыларын тапты.

Ҡасим Ғирфанов

Шәйехзада Бабичтың дуҫтарының береһе - Ҡасим Ғирфанов. Тарихсы, тәржемәсе, публицист, шағир. Улар "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә бер осорҙа уҡыйҙар. Мәҙрәсәлә уҡығанда уҡ үҙен көслө тарихсы итеп танытҡан Ҡасим Ғирфановтың публицистикала ла ҡәләме шыма була. Бабич мәҙрәсәне 1916 йылда тамамлай, ә Ҡасим Ғирфанов уҡытыу процесы менән риза булмаған шәкерттәр хәрәкәтенә ҡушылып китеү сәбәпле, 1913 йылда мәҙрәсәнән ҡыуыла. 1914 йылда ваҡытлы матбуғат өсөн күп кенә материалдар әҙерләй, ләкин уның мәҡәләләре цензура аша үтә алмай, шунлыҡтан баҫылмайҙар. Ошо уҡ йылдың йәйендә Өфөнө ташлап, тыуған ауылына, Ҡаҙан губернаһының Чистополь өйәҙе Иҫке Үтәмеш ауылына ҡайта.
Шәйехзада Бабич менән улар һуңғы тапҡыр Силәбелә осраша. Бабич Силәбегә 1918 йылдың йәйендә Башҡорт Хөкүмәте менән бергә килә, ә Ҡасим Ғирфанов ошо ҡалала башта уҡытыусы булып эш башлай, аҙаҡ революция тулҡындарына ҡушыла. Ул осорҙоң иң аяныслыһы шул: ҡасандыр "Ғәлиә"лә бер осорҙа уҡыған шәкерттәр, әҙәбиәткә бер осорҙа килгән талантлы шағирҙар фронт һыҙығының төрлө яғына барып эләгәләр. Силәбелә осрашҡан ике дуҫтың береһе аҡтар яғында һуғышҡан Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, икенсеһенә ҡыҙылдар идеологияһы яҡын булып сыға.
Шәйехзада Бабич менән осрашырҙан алда Ҡасим Ғирфанов Силәбелә Сәғит Мерәсов менән күрешә. Сәғит Мерәсов уға ҡаланан китергә тәҡдим итә һәм башҡа исемгә яңы паспорт алып бирергә мөмкинлеге бар икәнен дә белдерә. Аҙаҡ уның менән осрашырға Шәйехзада Бабич килә. Ҡасим Ғирфановтың шәхси архивында һаҡланған ҡайһы бер документтар Вилданов фамилияһына бирелгән. Тимәк, был фамилия менән документты уға Сәғит Мерәсов эшләп бирә. Илдә барған буталсыҡ хәлдәрҙә бер-береңде һаҡларға тырышыу, моғайын, ошо аҙымдарға этәргәндер.
1925 йылдан Ҡасим Ғирфанов ҡабат үҙ фамилияһына ҡайта. Башҡортостан Совет партия мәктәбендә уҡыта. Ижад итә, тәржемә эше менән шөғөлләнә. Мәҡәләләренең күбеһе Сәғит Мерәсов мөхәррирлегендә сыҡҡан "Башҡорт аймағы" журналында баҫыла. Ошо журналдың 1928 йылғы 5-се номерында Башҡорт Хөкүмәтенең Советтар яғына сыҡҡандағы рәсми документтарын үҙенең "Башҡорт ғәскәрҙәренең Советтар яғына сығыуҙары мәсьәләһе тирәһендә" тип аталған мәҡәләһендә бирә. Мәҡәләлә бирелгән 8 рәсми документтың "РСФСР Хөкүмәте вәкилдәре һәм Башҡортостан Хөкүмәте вәләкәтенең 1918 йылдың 18 февралендә булған ултырышының протоколы" айырыуса иғтибарға лайыҡ. 1932 йылда Сталин исемендәге КУТВ (Коммунистический университет трудящихся Востока) аспирантураһын тамамлай. 1933 йылдың июлендә Башҡортостан Милли-мәҙәни фәнни-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1937 йылда Урта Азияға сығып китә. 1946 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты.
(Аҙағы. Башы 22-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.17 | Ҡаралған: 1443

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru