«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРА БӘЙЛӘНЕШ ЫСЫНЛАП ТА МӨҺИМ
+  - 

Яҙҙың һуңғы көнөндә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов "Вся Уфа" телеканалында тура эфирҙа граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Был хаҡта анонс күпкә алдан алып барылғанға күрә, баш ҡала халҡы тапшырыуға хаттар яҙып, шылтыратып, смс-мөрәжәғәттәр менән үҙен борсоған һорауҙарҙы биреп ҡалырға һәм яуап алырға тырышты. Билдәләнгән көнгә тиклем редакция сайтына 200 самаһы хат, Ватсап мессенджерына 130-ҙан ашыу мөрәжәғәт килә, тура эфир барышында бер нисә тиҫтә шылтыратыу ҡабул ителә.

Эфир барышында Ирек Ишмөхәмәт улы тиҫтәләгән һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Иң беренсе һорау Өфөлә генә түгел, унан да ситтә резонанс тыуҙырған мәғлүмәт - бурыстар күп йыйылыу сәбәпле, ҡала урамдарын яҡтыртыу сығанаҡтарын һәм светофорҙарҙы һүндереү мәсьәләһенә ҡағылды. Был һорауға яуап итеп ҡала мэры әлеге ваҡытта графикка ярашлы түләүҙәр башҡарылыуы һәм яҡын арала хәл-тороштоң көйләнәсәген белдерҙе.
Орджоникидзе районының Шота Руставели урамы 28/1 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәр видеояҙма аша бинаның күптән капиталь ремонт талап итеүе, яуындар ваҡытында түбәнән һыу ағыуы, шулай уҡ подвалда һәр ваҡыт һыу йыйылып ятыуы тураһында белдереп, ҡала мэрының ярҙам итеүен һораны.
Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙең ошо территорияла берҙән-бер мәҙәниәт һәм ял итеү паркы булған "Ҡашҡаҙан" күленә тиҙҙән реконструкция уҙғарыласағы тураһындағы яңылыҡ буйынса һорауҙары бар ине. Ирек Ишмөхәмәт улы әлеге ваҡытта паркты яңыртыу буйынса концепция әҙер булыуын, тиҙҙән уның халыҡ иғтибарына тәҡдим ителәсәген белдерҙе.
Дим районынан бер ханым балаһын йорт эргәһендә булған мәктәпкә уҡырға бирергә теләүен, әммә директорҙың уның ғаризаһын ҡабул итмәүенә зарланды. Был мәсьәләне Ирек Ялалов тәүлек эсендә хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Әлбиттә, ике сәғәт эсендә, хатта эфир ваҡыты бер нисә минутҡа оҙағыраҡҡа һуҙылған осраҡта ла, барлыҡ һорауҙарға ла яуап биреп өлгөрөү мөмкин түгел. Шуға күрә алып барыусылар ҡала хакимиәте башлығына "ҙур бүләк" - килгән барлыҡ һорауҙар тупланған ҙур папка тапшырҙы. Улар вазифа биләүсе яуаплы етәкселәр ҡулына барып эләгеп, мөрәжәғәт итеүселәр яуап алыр, тигән ышаныс тыуҙырылды.
"Вся Уфа" телеканалы һығымта яһауынса, өфөләрҙе борсоған һорауҙарҙы өс төргә бүлергә мөмкин: ихаталарҙы таҙартыу, капиталь ремонт, иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү. Уларҙың һәр ҡайһыһы мөрәжәғәттәрҙең 25-әр процентын алып тора. 20 процент һорауҙар инде йәшәгән урын буйынса баланы нисек мәктәпкә биреү, балалар майҙансыҡтары һәм поликлиникалар менән тәьмин ителеү мәсьәләһенә ҡағыла. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 5 процентына балалар түләүҙәре, пенсиялар һәм пособиелар инә.
Эфир һуңында ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов етәксе булараҡ халыҡ фекерен ишетеүҙең мөһим булыуын билдәләп, бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясағын белдерҙе. Ә инде мөрәжәғәттәрҙең күплеге халыҡтың ҡала етәкселеге менән диалогҡа мохтаж булыуын күрһәтте.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 904

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru