«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАЛЫБЫҘҘА ФРАНЦУЗ ИҘӘНЕ ЙӘЙЕЛГӘН
+  - 

Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, фоторәссам Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡоновто республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә һәм өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр. Уның уҡыусылары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулай. Тағы шуныһы: был төпкөл ауыл мәктәбе ике йыл рәттән спортты һәм физкультураны үҫтереү йәһәтенән республикала иң яҡшы мәктәп исемен алды. Ул ғына ла түгел, 2015 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе "Спортты һәм физкультураны үҫтереү буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы мәктәп" тип танылды. Был турала республика матбуғатында, шул иҫәптән беҙҙең гәзиттә лә мәғлүмәттәр булғайны. Бөгөнгө әңгәмәлә беҙ Зиннур Боҫҡоновтан педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Тәүҙә уйынлы-ысынлы һорау: физкультура уҡытыусыһы булараҡ, әйтегеҙ әле, "икеле"гә һәм "бишле"гә уҡыусыларҙың айырмаһы һиҙеләме һеҙгә?

- Улар араһындағы айырма бары журналға ҡуйылған билдәлә генә сағыла. Ә кешелек сифаттарына килгәндә, шул уҡ "бишле"гә өлгәшеүсе лә, "икеле" батшаһы ла рухлы, тәртипле, тәрбиәле, яҡшы кеше була ала. Шулай уҡ ике уҡыусы ла әхлаҡ нормаларын һанға һуҡмауы бар. Өлгәшеү төрлө сәбәптәр арҡаһында аҡһарға мөмкин. Йә уҡыусыға ғаиләһендә дәрескә әҙерләнерлек шарттар булмай сыға, йә уға атай-әсәй иғтибары етмәй. Шуға ҡарамаҫтан, өйҙәрендә шарттары булмаған уҡыусыларҙың барыһы ла "икеле"гә өлгәшә икән, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Тырышып-тырмашып дәрес әҙерләгән, материалды үҙаллы өйрәнергә атлығып торған, шунлыҡтан уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусылар ҙа осрай. Үҙемдең күп йыллыҡ педагогик тәжрибәмдән сығып, бары шуны ғына әйтә алам: беҙҙең мәктәптә мин тәрбиәләгән шәп спортсы ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында бөтөн предметтар буйынса ла "бишле"гә өлгәшеүселәр булманы. Ләкин улар тормош һынауҙарын башҡаларға ҡарағанда һығылмалыраҡ үтеүҙәре менән айырылып тора. Мәктәп эскәмйәһендә бер урында ултырып сыҙамаған, уҡытыусыларҙың талаптарын үтәй һалып бармаған "тәртипһеҙ" егеттәрҙе генә алайыҡ: ундайҙар әлеге ваҡытта башҡаларҙан өҫтөнөрәктәр, бер ситуацияла ла юғалып ҡалмайҙар. Сөнки "отличник" барлыҡ иғтибарын уҡыуға ғына йүнәлтеп, тиҫтерҙәре менән аралашыуға артыҡ ваҡытын сарыф итә алмай. Ә "икеле"гә уҡыусыны бөтә яҡҡа ла "тартҡылайҙар". Ул бөтөн нәмәгә лә һәләтле, тик уҡырға ғына ваҡыты юҡ.
Баланың "бишле"гә йәки "өслө"гә өлгәшеүе, нисек кенә сәйер тойолһа ла, уҡытыусының үҙенә лә бәйле, минеңсә. Уҡытыусы бәләкәй кластан уҡ баланы "икеле"гә күнектерә икән, ул уны артабан да шулай "баҫасаҡ". "Ул "икеле"гә уҡый, ул миңә кәрәкмәй. Мин яҡшы уҡыған бала менән күберәк шөғөлләнәм, уны олимпиадаға әҙерләйем, шуның менән дан алам", - тип уйлап, күп уҡытыусылар "өслө"гә уҡыусылар тураһында онота. Ундайҙар хеҙмәт, физкультура һәм йыр дәрестәре уҡытыусыһы ҡарамағында ҡала. Һәр мәктәптә ошо өс "һанға һуғылмаған" фән бар. Әлбиттә, әгәр уҡытыусы мәктәп коллективы алдында үҙ позицияһын ныҡлы ҡуя алһа, уның предметы "һанға һуғылмаған"дар рәтенә инмәүе лә мөмкин. Әйтәйек, беҙҙең мәктәптә физкультура дәресен балалар һағынып көтөп ала. Әгәр мин төрлө ярыштарҙа булып (Рәсәй кимәлендәге ярыштарға сәфәрҙәр, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик оҙаҡҡа һуҙыла), дәресемде үҙем үткәрә алмаһам, башланғыс класс уҡыусылары илаған осраҡтар ҙа булғылай, тиҙәр...

Ә үҙегеҙ мәктәптә нисек өлгәштегеҙ?

- Мин 7-се синыфҡа еткәнсе тик "бишле"гә генә уҡыным. 1986 йылда Американан килгән тәүге уҡыусылар менән бергә "Артек" лагерына ла барҙым. Минең "отличник" булыуымдың сере ниҙә? Математиканан көслө булдым, тип әйтә алмайым. Әммә был фән ауыр бирелгәнгә күрә, тырышыбыраҡ шөғөлләндем, күберәк шөғөлләнергә тырыштым. Минең яратҡан фәндәрем рәсем һәм физкультура ине. Гәрсә, физкультуранан уҡытыусыбыҙ көслө булманы. Беҙҙә бер нәмә лә булманы: дүрт стена, бер йыртыҡ туп. Ана шуларҙы күреп үҫеп тә, Күмертау физкультура училищеһына уҡырға барҙым да инде. Уҡығанда спорт менән шөғөлләнеү ныҡ ярҙам итһә, башҡа фәндәрҙән яҡшы өлгәшеүем әрмелә күп бәләләрҙән ҡотҡарҙы. Мин һәр ваҡытта ла лидерҙар рәтендә йөрөнөм. Бер ҡасан һис кемгә бойһонманым. Мин хеҙмәт иткән 1990-1992 йылдарҙа Чечен республикаһында һуғыш башланып ҡына тора ине. Ә беҙҙең взводта 15 ажар чечен егете хеҙмәт итте. Шуларҙы мин бер үҙем тоттом, малай. Бәләкәс кенәмен, улар - әзмәүерҙәйҙәр. Исмаһам, береһе лә миңә бармаҡ менән дә төртөп ҡараманы. Гәрсә, взводта бөтәһен дә "аҡылға ултыртып" сыҡтылар. Минең отличник булыуым - тарихты, географияны һәйбәт белеүем ярҙам итте. Улар минең эргәгә килә икән, мин уларға шартлатып уларҙың иле тураһында һөйләп бирәм: "Һин шунда тыуғанһың, һеҙҙә шундай тауҙар, шундай йылғалар бар. Батырығыҙ - шул",- тим. Минең һүҙҙәрҙе ишетеп, тегеләрҙең күҙҙәре янып китә: "Беҙ ундай китаптарҙы үҙебеҙ уҡымағанбыҙ! Һин ҡайҙан беләһең беҙҙең халыҡты?" - тип ғәжәпләнәләр һәм миңә ихтирам менән ҡарай башлайҙар. Әйткәндәй, әрмелә миңә бер ваҡытта ла үҙ исемем менән өндәшмәнеләр. Исемем "Башҡорт" булды. Ҡайһы бер йәш һалдаттар минең ысын исемем ысынлап та "Башҡорт" икән тип уйлаған. Берәү өс ай хеҙмәт иткәндән һуң: "Һинең исемең Зиннур икән дә ул!" - тимәһенме! Мин, юрый шаяртып: "Зиннур - минең ҡушаматым бит ул", - тип яуапланым. Шундай ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә була торғайны.

Спортҡа ҡағылышлы тәжрибәгеҙ менән дә бүлешһәгеҙ ине.

- Әлеге ваҡытта етешһеҙлек шул: олимпиада булған ваҡытта ғына аҡса ырғытып-ырғытып, спортты күтәреп алдылар ҙа, олимпиада тамамланғас, был эш туҡтап ҡалды. Спортты үҫтереп булмай хәҙер. Йөрөйһөң ҡайҙандыр теләнселәп, һоранып... Йөрөмәһәң, бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшеп булмай. Ауылдарҙа йәш уҡытыусылар "Һеҙҙең һымаҡ итеп эшләргә өйрәтегеҙ әле", тип, минән кәңәш һорай. Мин уларға юлдарын өйрәтәм ул өйрәтеүгә, әммә бөтә кеше лә һинең һымаҡ булдыра алмай шул. Бәлки, мин хәйләкәрерәкмендер ҙә. Күп эшҡыуарҙарҙың балаларын уҡыттым, әле лә уҡытам. Уларҙан мин: "Балаң өсөн", - тип, ярҙам һорайым. Әлбиттә, "Һинән ярҙам алам да, балаңдан спортсы яһайым", тигән шарт ҡуймайым. Һәр бала матур, етеш спортзалда шөғөлләнергә тейеш. Был - норма булырға тейеш тә бит, ләкин беҙҙә ул норма юҡ. Беҙҙең мәктәпкә ҡала мәктәптәренән туғандар, туғандарҙың балалары килә лә: "Беҙҙең мәктәптең спорт залында һеҙҙәге һымаҡ бер нәмә лә юҡ ул", - тип аптырайҙар. Бөрйән районының төпкөл ауылы бит инде беҙ. "Һеҙҙең был иҙәнегеҙ нисек атала ул?" - тиҙәр. Беҙҙең спорт залында Францияла етештерелгән миллион ярым һумлыҡ юғары сифатлы ябыу йәйелгән. Физкультура һәм спорт буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы мәктәп исемен алдыҡ бит. Ошо еңеүҙәрҙән һуң беҙгә грант аҡсаһы бүленде. Шул аҡса беҙҙең спорт залын йыһазландырыуға китте лә инде. Бына шулай, физкультурала, спортта беҙҙе балалар күтәрә. Баланы нисек күнектерәһең, ул һине шул тиклем итеп күтәрә. Физкультурала, тренерлыҡта уңышҡа өлгәшеүҙең артыҡ серҙәре юҡ: балаларға шөғөлләнеү өсөн шарттар булдыра алһаң, уларҙы яҡшы өйрәтә алһаң, шул етә.

Шулай итеп...
Ошо материалды баҫмаға әҙерләгән саҡта мин "Бәйләнештә" социаль селтәрендә үҙемдең дуҫтарым араһында "Спорт менән шөғөлләнергә һиңә нимә ҡамасаулай?" тигән темаға һораулама үткәреп ҡараным. Шунда уҡ: "Минең үҙемә ялҡаулығым ҡамасаулай", - тип, ҡарашымды ла белдерҙем. Өс көн эсендә һорауламала 60-тан ашыу кеше ҡатнашты. Тәҡдим ителгән ун яуап араһынан респонденттар әйткән иң популяры - "Ялҡаумын" булды. "Ниңә шөғөлләнмәй ти, шөғөлләнәм!", "Эшем ауыр, көн аҙағына хәлем бөтә, көсөм ҡалмай...", "Спорт залдарына абонемент, спорт ҡорамалдары алырға аҡсам юҡ", "Ваҡыт юҡ" тип яуап бирҙе ҡалғандар. "Ә ниңә кәрәк миңә физик күнекмәләр, физик торошом менән ҡәнәғәтмен", тиеүселәр ҙә булды. Сибай ҡалаһынан уҡытыусы Ғилминур Янышеваның яуабы кеше холҡоноң асылын асты буғай: "Мин былтыр бер аҙ ауырыҡһыным һәм фитнес түңәрәгенә йөрөп, күнекмәләр менән шөғөлләнеп алдым. Ошо осорҙа, эштән арып ҡайтһам да, үҙемде "мәжбүр итеп" залға юллана инем. Ә залда шөғөлләнгәндән һуң арыуҙарым ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға ине. Быйыл иһә ауырыу-һыҙланыуҙарға бирешмәүем арҡаһында сәләмәтлегемде ҡайғыртырға оноттом, фитнесҡа йөрөмәнем. Бына шулай, беҙ ауырыған саҡта ғына "уянабыҙ" шул. Башҡа ваҡытта ялҡаулыҡты еңә алмайбыҙ. Шуның өсөн сәләмәтлекте тәүге урынға ҡуйырға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн төрлө һауыҡтырыу күнекмәләре эшләргә күнегергә кәрәк һәр кемгә..."

Иҙел РӘХИМОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.17 | Ҡаралған: 942

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru