«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУЛА СӘКМӘН, ТУЛА ИТЕК ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ КЕЙГӘНЕ...
+  - 

Тула һуғыу кейеҙ баҫыуға бер аҙ оҡшаған. Йөн еп киндер йәки сүс ебе кеүек үк әҙерләнә. Башҡорттар Беренсе донъя һуғышына тиклемге йылдарҙа уҡ еп иләүестәр менән файҙаланмаған, ә ҡолға менән орсоҡ ҡына ҡулланған. Башҡорттарҙың ҡолғаһы бер йәки ике өлөштән торған. Тура мөйөш менән бөгөлгән ағас киҫәге тапһалар, тимәк, ҡолға бер өлөштән тора булып сыға. Уның йыуан яғын нигеҙ өсөн яҫы итеп бысалар, ә нәҙегерәк өлөшөн таяу итеп ҡалдыралар. Ә яҫы итеп бысылған ағас киҫәгенең бер осонан тишек яһап, уға ҡолғаның таяуын ҡуйып нығытһалар, тимәк, ҡолға ике өлөштән тора. Орсоҡтар башлыса ҡулдан яһалған, ә токарь станогында эшләнгән орсоҡтар Беренсе донъя һуғышы алдынан ғына ҡулланыла башлаған.

Әҙерләнгән йөн йомарламын ҡолға таяуының өҫкө осона бәйләйҙәр. Иләүсе ҡолғаның нигеҙенә ултыра. Һул ҡулдың баш һәм һуҡ бармаҡтары менән йөн йомғағынан нәҙек кенә йөндө тартып сығара, ә уң ҡулы менән орсоҡто туҡтауһыҙ өйөрөлтә. Орсоҡ тулғас, йомғаҡты алып, ҡайтанан иләйҙәр. Йөн иләү менән, ғәҙәттә, өлкән йәштәге ҡатындар шөғөлләнә, әммә был, йәштәр йөн иләү менән шөғөлләнмәй, тигән һүҙ түгел. Йөндөң күләменә ҡарап, хужабикә йә үҙе генә иләй, йә кемделер яллай. Кеше яллаһа инде, иләнгән ептең оҙонлоғона ҡарап, хаҡын түләй. Иләү берәмеге баҫма тип атала.
Иләүҙе иртә яҙҙан башлайҙар. Беренсе эш - еп уратыу, йәғни туҡыу станогында уралған ептең оҙонлоғона, шулай уҡ эшкәртелгән туланың оҙонлоғона тап килтереп, ептең оҙонлоғон билдәләйҙәр. Өйҙөң стенаһына бер-береһенән билдәле бер алыҫлыҡта, стенанан 25-30 см оҙонлоҡта сығып торған ағас ҡаҙауҙар ҡағыла. Ҡаҙауҙарҙың иҫәбе епте ниндәй оҙонлоҡта әҙерләүгә бәйле. Мәҫәлән, еп оҙонлоғо 24 см булһа, стенаға 9 ҡаҙау ҡағырға кәрәк. Киргәндән һуң, ептәрҙе көрөгә индереүгә һәм тараҡҡа бүлеүгә, һуңынан епте туҡыу станогының артҡы клинкетына йәки сығырына урауға күсәләр.
Был түбәндәгесә башҡарыла: еп остарын сығырҙың эсендә ҡулайлаштырылған ағас планкаға бәйләйҙәр һәм иләнгән йөндө тигеҙ итеп артҡы клинкетҡа урайҙар. Бер кеше әле тағатылмаған йомғаҡтарҙан билдәле бер алыҫлыҡта элмәктәрҙе ысҡындыра.
Ҡаптан артҡы клинкетҡа уралған ептәрҙе, көрөҫ һәм тараҡтар аша тартып, алғы клинкетҡа нығыталар. Төп еп - буй, ә иләнгән йөн - арҡау тип атала. Хәҙер инде еп туҡыу өсөн әҙер. Көрөҫтө башҡорттар ғәҙәттә үҙҙәре әҙерләй, ә тараҡты эшләүе ҡатмарлыраҡ, шулай ҙа уның рамын һәм яңағын үҙҙәре яһай.
Иләнгән филтә ебен һәм арҡау ебен ҡалтырсаға нығытып бәйләйҙәр. Был 15 см оҙонлоғондағы шүрегә иләнгән епте һоҫаға һыйырлыҡ күләмдә урайҙар. Әҙерләнгән шүрене ҡаты ағастан яһалған нәҙек күсәргә кейҙерәләр ҙә, был күсәрҙе һоҫаның эсенә беркетәләр, бында шүре хәрәкәтһеҙ күсәр тирәләй әйләнә. Туҡыу артабан билдәле ысул буйынса башҡарыла.
Туланы һуғып бөткәс тә ул әле ҡулланыуға әҙер түгел. Хәҙер уны баҫыуға әҙерләйҙәр. Тәүҙә ҙур ҡаҙанда һыу ҡайнаталар. Ҡайнаған һыуҙы ялғашҡа ҡойоп, туланы өҫтөнә һыу сығырлыҡ итеп батыралар. Бер аҙ ятҡас, туланы ҡайнар һыуҙан алалар ҙа, 3-4 см диаметрлы тишектәр яһалған махсус таҡтаға һарҡытыу өсөн йәйеп һалалар. Тула баҫыу менән шөғөлләнеүсе кеше ултырған эскәмйәнең тояҡтары ялғаштың ҡырыйына терәтеп ҡуйыла һәм махсус таҡтаға ла таяу хеҙмәтен үтәй. Эҫе һәм еүеш туланың һыуы тишектәр аша ялғашҡа ағып төшә. Ситтәрен ҡул менән һығырға мөмкин. Туланы тигеҙләү һәм һыуын һығып сығарыу өсөн өҫтөн ялан аяҡлап тапайҙар. Был эште башҡарған ваҡытта тағы ла һыу ҡайнатырға ҡуялар. Һыуыған туланы тағы ла ҡайнар һыуға тығып алып, ҡайтанан шул уҡ процесс башҡарыла. Тула тейешенсә тығыҙланғанға тиклем, ҡабат-ҡабат шулай һыулап, ошо ысул менән һыуын һығып сығаралар. Һыуын һығып сығарыу бер үк ваҡытта уны йыуып таҙартыу ҙа булып тора. Тапаған ваҡытта туланы тартҡылап киреп тә алалар. Был эш барышында туланың оҙонлоғон, киңлеген үлсәп торалар. Кәрәгенсә тығыҙайғас, уны таяҡҡа урайҙар ҙа, кейеҙ баҫҡандағы кеүек, йоҙроҡлап төйәләр.
Баҫып бөткәс, ике яғын ҡушып, типсеп сығалар һәм бейек урынға элеп, туланы киреү өсөн бөкләнгән еренән эсенә ауыр әйбер һалып сығалар. Шул көйөнсә тулыһынса кипкәнсе элеүле тора.
Баҫыу оҙайлығы йөндөң сифатына бәйле. Әгәр тулала яҙғы йөн күберәк булһа, оҙағыраҡ баҫалар, көҙгө йөн күберәк булһа, артыҡ оҙаҡ баҫмайҙар (сөнки көҙгө йөн тиҙ һуҙыла). Әҙер туланың киңлеге - 40-46 см.
Туланан, ғәҙәттә, эслекһеҙ генә пальто тегәләр. Ирҙәр өсөн аҡ туланан байрамдарҙа кейә торған сәкмән теккәндәр. Ала, һары, һоро туланы эш кейемдәре тегеү өсөн ҡулланғандар. Йәш ҡыҙҙар ап-аҡтан йәки уны төрлө төҫкә буяп, үҙҙәренә матур кейемдәр теккән. Туланы итек ҡуңыстары өсөн дә файҙаланғандар, ҡуңысын киң итеп тегеп, тубыҡ аҫтынан ҡысмау, ҡуңысбау менән бәйләп ҡуйғандар.

Ғәлимйән ТАҒАН.
("Этнографические заметки о башкирах и других тюркских народах" китабынан).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.17 | Ҡаралған: 968

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru