«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘҺҮДТӘР ҘӘ БЕЛҺЕН, ТИНЕМ...
+  - 

Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының мәшһүр эпосы "Урал батыр" бөтөн йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә. Уға бәйле сираттағы яңылыҡ шул булды: Израилдә йәшәүсе яҡташыбыҙ Рауил САДИҠОВ уны иврит теленә тәржемәләп, китап итеп баҫтырып сығарҙы. Ошо көндәрҙә милләттәшебеҙҙе Өфөгә ҡайтҡан сағында тап иттек һәм уға "Урал батыр" эпосы тәржемәһе буйынса бер нисә һорауыбыҙҙы төбәнек.

Башҡортостандан алыҫта, сит-яттар араһында йәшәп ятҡан милләттәште "Урал батыр" эпосын тәржемә итеүгә ниндәйҙер етди сәбәп этәргәндер?

- Дөрөҫөн әйткәндә, "Урал батыр" эпосын тәүҙә әкиәт тип уҡый башланым. Ҡайҙа әле, башҡортса әкиәт уҡыйым, туған башҡорт телен иҫемә төшөрәйем, тип тотондом. Бер тапҡыр уҡып сыҡтым - бер нәмә лә аңламаным. Әҫәрҙе ҡабат-ҡабат уҡырға тура килде һәм аҡрынлап уның мәғәнәһе аңлашыла башланы: күрәһең, йоҡомһорап ятҡан гендар уянғандыр, башҡорт ҡаны уйнай башлағандыр. Һәр хәлдә, эпостың һүҙҙәре ысын мәғәнәһендә ниндәйҙер моң булып яңғыраны. Ошо моң мине уйланырға мәжбүр итте.
Һуңынан, эпосты тулыһынса аңлағас, үҙемә бер схема төҙөп алдым да, моғайын, был эпосты иврит телле йәһүдтәр өсөн тәржемә итеү урынлы булыр ине, тип уйлана башланым. Әлбиттә, эште тәүҙә еңелерәк ысулдан - балалар өсөн яҙылған башҡортса әкиәттәрҙе тәржемә итеүҙән башларға булғайным. Тик "Урал батыр"ға ҡабат-ҡабат ураным да ҡайттым, ураным да ҡайттым. Тәржемә өсөн 4 йыл ваҡытым китте. Ошо йылдар эсендә миңә БДУ-ның Учалы филиалы директоры Зилә Рәхмәтуллина һәр саҡ терәк булды, илһамландырып торҙо. Уның энергетикаһы шул тиклем ыңғайҙыр, күрәһең, уның менән аралашҡандан һуң яңы көс менән эшкә тотона инем. Шулай итеп, тәржемә өҫтөндә эшләп бөттөм. Артабан инде мөхәррир эҙләргә кәрәк булды, сөнки мин эшләгән вариантта бер генә нәшриәтсе лә эшемде ҡабул итмәҫ ине. Бер нисә мөхәррир менән һөйләштем. Улар барыһы ла иврит телен белгән рустар ине. Үкенескә күрә, ҙур энтузиазм менән тотондолар ҙа, һуңынан, сәбәбен әйтмәйенсә, ҡапыл юғалды ла ҡуйҙылар. Шуға ла Израилдә тыуған, иврит телендә һөйләшеп үҫкән кешене эҙләргә ҡарар иттем. Ундай кешене таптым, ул - филолог, мөхәррирләү буйынса икенсе дәрәжәһе булған йәһүд ҡыҙы. Уның менән 2-3 ай йәнәш ултырып, текстағы һәр һөйләмде сағыштырып тикшерҙек. Нәшер итергә "Вершина книг" тип аталған нәшриәт ризалашты. Китапты биҙәү, уға иллюстрациялар эшләүҙе лә үҙем башҡарҙым.
Башҡорттарҙың ошо бөйөк әҫәрен Израилдә лә белһендәр, тигән маҡсатта башланған эш ине инде был. Дөрөҫөн әйткәндә, унда башҡорттар тураһында бөтөнләй белмәйҙәр. Һәм "Урал батыр" китабы ниндәйҙер кимәлдә иудейҙарҙың донъяның барлыҡҡа килеүе тураһындағы ҡарашы менән тап килмәй. Быны танырға кәрәк. Шуға иврит телендәге "Урал батыр" Израиль өсөн ниндәйҙер кимәлдә яңылыҡ булып та тора.

Иң беренсе цензор - ул мөхәррир, тиҙәр. Һеҙҙең мөхәррирегеҙ "Урал батыр" эпосы тураһында ниндәй уй-фекерҙә ҡалды?

- Мөхәррирләүсе ҡыҙ ҙа, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре лә: "Үҙебеҙ өсөн яңы донъя астыҡ", - тине. Йәғни, был әҫәр улар донъя ҡоролошо тураһында быға тиклем уҡыған китаптарҙан ныҡ айырыла. Израилдә бөгөн Америка, Англия йоғонтоһо бик көслө. Балалар, нигеҙҙә, Уолт Дисней һәм Золушка образдарында тәрбиәләнә. Ғөмүмән, меңәр йыллыҡ тарихы булһа ла, хәҙерге йәһүд мәҙәниәте бер нисә йөҙ йыл менән генә иҫәпләнә. Төрлө илдәрҙән, ҡитғаларҙан килгән, бөтөнләй башҡа мәҙәниәтте, башҡа менталитетты үҙҙәренә һеңдергән төрлө этник төркөмдәр бер урынға йыйылған бит - уларҙа ниндәй дөйөм мәҙәниәт булыуы мөмкин! Бының өсөн, йәғни яңынан бер милләт булып формалашыу, дөйөм мәҙәниәт тыуҙырыу өсөн оҙайлы йылдар кәрәк.

"Урал батыр" эпосын төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Ә һеҙгә ул ҡайһы яғы менән асылды? - Мин был эпоста Йыһан менән ниндәйҙер бәйләнеште тоям...

Беҙҙең гәзиттәге сығыштарҙа шундай бәхәс тыуа биреберәк ҡуйғайны: "Урал батыр" эпосы Исламға тиклем барлыҡҡа килгән әҫәр. Әгәр Ҡөрьән-Кәримде Мөхәммәт бәйғәмбәргә Юғарынан төшөргәндәр икән, "Урал батыр" эпосы ла башҡорт халҡына махсус рәүештә Юғарынан бәйән ителгән, тиергә мөмкинме?

- Йәһүдтәрҙең "Тора"һы бөгөнгөләргә быуаттарҙан-быуаттарға телдән-телгә тапшырылған. Әлбиттә, заманына ҡарап, ул үҙгәргән, уға нимәлер өҫтәлгән, нимәлер алып ташланған. Ләкин ул йәшәгән. Борон-борондан ауыҙ-тел ижады бик күп халыҡтарҙа йәшәп килә. Әгәр шулай икән, ни өсөн "Урал батыр" эпосы ла башҡорттарға ебәрелгән булмаҫҡа тейеш? Бик ихтимал. Әммә уны, кемдер тарафынан яҙылған әҫәр, тип әйтеү дөрөҫ түгел һәм хатта оятһыҙлыҡ та тиер инем. Һәр халыҡтың Хоҙай тарафынан билдәләнгән үҙ мәҙәниәте булырға тейешлеген танырға кәрәк. Ә "Урал батыр" - ул башҡорт халҡының ғына түгел, Башҡортостан мәҙәниәтенең бер өлөшө, боронғо халыҡтарҙың киләсәккә сәләме ул.

"Урал батыр"ҙы башҡа телдәргә тәржемә иткәндә төрлө мәғәнәүи хаталар китә. Ә иврит телендәгеһе ул хаталарҙан азат тип әйтә алаһығыҙмы?

- Шекспирҙы аңлау өсөн уны төп нөхсәһендә уҡырға кәрәк. Бер филолог танышым Шекспирҙың 500 йыл буйы нәшер ителгән эштәрен тикшерә һәм һәр нәшер ителгән һайын уның үҙгәрештәр кисереүен асыҡлай. Хатта инглиз телендә! Йәғни, яҙыусы әҫәрҙәренең бөгөнгө варианттары төп нөсхәнән ныҡ айырыла. Шуға, бары тик төп нөсхәлә генә хәҡиҡәтте, дөрөҫлөктө табырға мөмкин. Мин дә эпосты төп нөсхәнән, башҡортса текстан тәржемә иттем. Тик башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең динамикаһы, уның тирбәлеше икенсе телдә бөтөнләй икенсе тирбәлеш ала, сөнки һәр телдең үҙенең үҙенсәлеге, тәьҫире бар. Шуға ла, "Урал батыр" эпосын барыбер ҙә икенсе телдәргә бөтөн тулылығында ауҙарыу мөмкин түгел.

"Урал батыр" эпосын башҡорт халҡының йәшәйеш программаһы, тип атарға мөмкинме?

- Эйе, һис һүҙһеҙ. Ул башҡорттарҙың ғына түгел, кешелектең рухи-әхлаҡи кодексы. Унда кеше үҙен нисек тоторға, нисек йәшәргә, башҡалар менән мөнәсәбәттәрен нисек төҙөргә тейешлеге яҙылған. Тәү сиратта, кеше яуызлыҡты ауыҙлыҡларға тейеш. Шүлгән яуызлыҡ яғына китеү сәбәпле, Урал батыр хатта үҙ туғанына ҡаршы сыға. Уны ғәфү итә, ҡабаттан бергә булырға тырыша, бары тик һуңынан ғына, ауыҙлыҡламай тороп, яуызлыҡты еңеп булмаҫын аңлай.

"Урал батыр"ҙа, һеҙҙеңсә, ниндәй һүҙҙәр лейтмотив булып тора?

- Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1064

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru