«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНО ЙЫЛЫН ОҘАТЫП…
+  - 

2016 йылды, Кино йылын оҙатҡан был көндәрҙә барыбыҙға ла киң билдәле "Салауат Юлаев" фильмына ҡағылышлы хәтирәләремде байҡап үтергә булдым әле.

Беҙҙең Ишембай районы Маҡар (ул ваҡытта район үҙәге ине) ауылында 1939-1940 йылдарҙа төшөрөлгәйне был кинофильм. Һәр ауылдан бик күп ир-егет, шулай уҡ эйәрле-йүгәнле аттар бер ергә тупланып, төрлө этюдтарҙы төшөрөүҙә ҡатнашты. Беҙҙең Ғүмәр ауылынан да Әхмәтов Зиннур, Хөсәйенов Шәрип, Ғәббәсов Йосоп исемле абзыйҙар, башҡорт кейеме кейеп, Салауаттың яугирҙары сафына баҫты. Ә инде тағы ла бер нисә ир-уҙаман, шул иҫәптән Ҡайғолов Бәхтегәрәй, Мәҡсүтов Хызыр һ.б. батша һалдаттары булып уйнаны.
Фильмдың 5 өлөшө йәй айҙарында төшөрөлдө, унда бик күп халыҡ йәлеп ителде, айырыуса Маҡар ауылы халҡы әүҙем ҡатнашты. Кадрҙарҙың береһендә ҡул тирмәне менән иген тартып ултырған апайҙарҙың Маҡарҙыҡы икәне хәтеремдә ҡалған, шул иҫәптән улар араһында беҙгә туған тейешле Вахитова Вәхиҙә апай ҙа бар ине.
Бер ваҡыт беҙ, фильм төшөрөлгән яландан 5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ғүмәр ауылының ыбыр-сыбыр малайҙары, 5 йәшлек мин, 6 йәшлек Рәжәп Кәримов, Вәхитов Әүхәҙи, олораҡ абзыйҙарға эйәреп, яланаяҡ йәйәү йүгереп, саптырып кино төшөрөү мөғжизәһен ҡарарға барҙыҡ. Бәхеткә күрә, таҡтанан эшләнгән майҙансыҡ буш булып сыҡты һәм беҙ шунда менеп ултырып, киноның иң ҡыҙыҡ өлөшөн - аттарҙа яуға сапҡан мәлде күҙәттек. Яҡын итеп күреп, кемдер беҙҙе аҡ икмәк менән һыйланы, бик тәмле булып хәтеремдә ҡалған. Тағы икмәктең иң күп өлөшө Ишбулды абзыйға эләккәне хәтерҙә, ни тиһәң дә, беҙҙең арала иң алдан башлап йөрөүсе ул ине бит.
Бер нисә көндән һуң ауыл урамында Йосоп ағайҙы башҡорт милли кейемендә күреп, һоҡланып, артынан эйәреп йөрөнөк, ә күрше Зиннур ағайҙы бөтөнләй танырлыҡ түгел ине, кино кейемендә Салауат менән йәнәш йөрөгән ысын яугир, мөһабәт батыр булып үҙгәргәйне. Һуңынан, арыу ғына йылдар үткәс, уның шул саҡтағы хәтирәләрҙе тулҡынланып һөйләгәне хәтерҙә ҡалған:
- Арыҫлан Мөбәрәков Салауат булып яуға сапҡанда райсоветтың саптарын менгәйне, бик матур, ярһыу, шәп айғыр ине. Ә мин үҙебеҙҙең колхоз рәйесенең һары айғырын менгәйнем, яуға йәнәш саптыҡ. Тәүге мәлдә минең һары айғыр саптарҙы үтә лә китә, үтә лә китә, һыуға барып етһәк, ул бөтөнләй туҡтап ҡала ла, аша сыҡмай боршаңлай башлай. Шуға күрә Арыҫлан миңә: "Аттарҙы алмашып менәйек, давай", - тип әйтте. Аттарҙы алмаштырырға тура килде…
Ысынлап та, 2016 йылдың 9 октябрендә БСТ каналында А. Мөбәрәковҡа арналған тапшырыуҙа фильмдан өҙөктәр күрһәттеләр, иғтибарлап ҡараһам, яуға сапҡанда Салауат һары айғыр менгәйне, ә инде икенсе кадрҙа саптарҙы ағасҡа бәйләп тора! Шул саҡта Зиннур ағайҙың һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп ултырҙым. "Түбән ос Шәрип ҡарт ябыҡ ҡына, еңел һөйәкле кеше, мулла ролен бик йәтеш итеп башҡарҙы", - тип тә һөйләгәйне ул... Ябай ауыл кешеләре шундай сағыу образдар булып тарихҡа инеп ҡалған, был бит бәләкәй генә ауыл өсөн иҫ киткес ваҡиға.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы хәтирә. Юл буйындағы оло ялан аша үткән телефон бағаналарына ағас ботаҡтары ҡаҙаҡларға мәжбүр булғайнылар, был тарихи дөрөҫлөк өсөн эшләнгән, әлбиттә. Яу сапҡан мәлдәрҙе иғтибарлап ҡараһаң, был бағаналарҙы сырамытырға була.
Маҡар ауылы эргәһендәге Салауатты тотҡан эпизодты төшөргән мәмерйә хәҙер "Салауат мәмерйәһе" тип йөрөтөлә, бик күп туристар, ҡыҙыҡһыныусан юлсылар туҡтап, ҡарап китәләр был тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһын.
Кино, бигерәк тә совет киноһы минең тормошомда бик ҙур урын биләне - мин 1962 йылдан 1993 йылға тиклем Ғүмәр ауылында киномеханик булып эшләнем, ауыл халҡына үҙ ғүмеремдә нисә мең километр оҙонлоғонда кинолента күрһәткәнемде самалап иҫәпләп ҡараһам, иҫ-аҡылым китә: бер тапҡыр ер шарын уратып алырлыҡ фильм әйләндергәнмен икән! Бөтә эштәрҙе планлаштырырға кәрәк ине ул ваҡытта, миңә ололар өсөн айына - 24 сеанс, балалар өсөн 12 сеанс кино ҡуйырға план бирелә. Был планды һәр ваҡыт арттырып үтәнем, шуға күрә иң һәйбәт фильмдарҙы беҙҙең ауылға тәүҙә бирә торғайнылар, бөтә күңелемде биреп, эшемде яратып башҡарҙым, бик күп тапҡыр "Социалистик ярыш еңеүсеһе" булдым, 52 "Почет грамотаһы" менән бүләкләндем…
Бәлки, үҙемде киномеханик һөнәренә бағышлауыма бала саҡтағы "Салауат Юлаев" фильмын төшөргән ергә сәйәхәтем этәргес булғандыр, ә инде эш дәүеремдә был фильмды өс тапҡыр ауылым халҡына күрһәттем. Был фильм ысын мәғәнәһендә милли геройыбыҙҙың тормошобоҙға кире ҡайтыуына башланғыс булды. Үткән быуаттың 40-сы йылдарынан башлап, хәҙерге көндәрҙә лә ошо фильмдағы батыр Салауат образы бик күп быуындарҙа батырлыҡ, тәүәккәллек, саялык өлгөһө тәрбиәләй.

Ғафир ӘХМӘҘИЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Ишембай районы Ғүмәр ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.17 | Ҡаралған: 1134

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru