«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘП ХАҠЫНДА ҺҮҘ
+  - 

- Әллеү, тим, әхирәт, хәлең нисек? Ә-ә-ә, ярай шул. Эйе шул. Эйе, эйе. Аһ-аһ! Улай икән дә... Ай, Аллаҡайым! Әстәғәфирулла! Шулайҙыр инде... Ишетелмәй, тиһеңме? Ҡайтып барам, тим, Салауаттан. Ҡаланан, тим, ҡаланан. Баҙарға килгәйнем. Юҡ, һеҙгә нисек инәйем, әхирәт, өйҙә бабай көтә бит. Үҙең килерһең әле. Әллеү! Ишетәһеңме? Ҡаҙ йолҡошорға килерһең, тим. Күп түгел быйыл, унау ғына ул. Мин бит... Әллеү! Әхирәт, ҡайҙа юғалдың? Өҙөлдөмө шул? Суҡынғыр икән!..
Уф! Мин еңел һулап ҡуйҙым. Ярай бәйләнеш өҙөлдө әле, автобуста йәнәш ултырған апайҙың тауышы башыма ҡаба башлағайны инде. Әхирәте яңынан шылтыратып ҡуймаһын, тип, теләп кенә ултырам.
Өфөгә эш менән барғайным. Әле шунан ҡайтып килеүем. Башым ауыртыуын һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Таңғы дүрттән аяҡ өҫтөндәмен бит. Баш ҡалаға таксиҙа юлланғайным, ҡайтыу иһә маршруткаға ҡалды. Уныһы ла Салауатҡа саҡлы ғына булды. Өфө - Салауат автобусында яңғыҙыма ике урын биләп кинәнгәйнем, Мәләүезгә тиклемге автобуста ошо бер туҡтауһыҙ телефон аша хәбәр һатҡан апай йәнәшемә тура килде. Урынына инеп ҡунаҡлау менән сумкаһынан телефонын һөйрәп сығарып, хәбәрен яра ла башланы. Ауылдағы бабайына шылтыратты, ҡыҙы менән килененең хәлдәрен белеште. Аҙаҡҡы һөйләшеүе әхирәте менән булды. Уның аты-юлы менән һатҡан хәбәренән ҡураһында нисә баш мал, ҡош-ҡорт барлығын, Салауат баҙарындағы хаҡтарҙы, килененә булған мөнәсәбәтен, кейәүенең түрә икәнен самаланым.
Сабыр кешемен дә инде үҙем. Өндәшмәнем. Асыуым ныҡ килһә лә, оло кешене ҡайһылайтып шелтәләп ултырмаҡ кәрәк? Күсеп кенә ултырыр инең, автобус шығырым тулы. Хәйер, уның һөйләгәндәрен водитель дә ишетә, көҙгөһөнән бик йыш беҙҙең яҡҡа күҙ ташлай, тик апайға һүҙ әйтергә ҡыймайҙыр инде йәш егет.
Ярай әле, аҙыраҡ барғас, күршем йоҡлап китте. Мин дә тынысландым. Тик был оҙаҡҡа барманы. Минән алда ултырған йәш ҡыҙҙың телефоны шылтыраны. Оҙаҡ ҡына һөйләште ул. Быныһы инде апай ише яр һалып хәбәр һатмай, мығырҙығы сыға. Күпмелер ваҡыт түҙҙем. Шунан уға башым ауыртыуы хаҡында ипле генә итеп әйттем. "Минеке ауыртмай бит!" - яуабы ошо булды. Икенсе, өсөнсө, бишенсе тапҡыр әйтеүем дә һөҙөмтә бирмәне. Ул, киреһенсә, миңә үсләшеп, үҙе бер туҡтауһыҙ шылтыратырға тотондо. Әле бер, әле икенсе кешенең һандарын йыя. Уның хәлен, проблемаларын егермеләп кеше тыңлауында эше лә юҡ! Шул ыңғай ҡысҡырып көлөп тә ебәрә, бәхәскә лә инеп китә. Был һөйләшеүҙәрҙән ҡыҙҙың тормошон, йәшәү рәүешен самаланым. Салауаттан Мәләүезгә килеп еткәнсе ҡолағынан телефон китмәне. Миңә мыҫҡыллы ҡараш ташлап, автобустан төшөп ҡалды...
Бындай хәлдәр аҙым һайын осрап тора. Телефонһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын бит хәҙер. Күп мәшәҡәтте тап шуның аша хәл итергә өйрәнеп бөттөк. Уңайлы, һүҙ ҙә юҡ. Тик бына телефон аша һөйләшеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре барлығын онотоп ебәрәбеҙ. Кемдер ошо ҡағиҙәне һанламай, кеше араһында ҡысҡырып һөйләшә, йәмһеҙ ҡылана икән, ул тик үҙенең тәртипһеҙлеген иҫбатлай, иң тәү сиратта, үҙен хөрмәт итмәй, унан килеп, әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Ни эшләп беҙҙә "Телефондан һөйләшеү тыйыла!", "Шым һөйләшеү һорала", "Тыныслыҡ һаҡлағыҙ!" тигән иҫкәртеү тамғалары бик һирәк урындарҙа ғына күренә икән? Ниңә "Эсмәҫкә!", "Тәмәке тартмаҫҡа!", "Ишекте ныҡ итеп япмаҫҡа!" тигәндәренә телефонды дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен дә ҡушмаҫҡа? Кешеләр барыбер уҡыр, иғтибарға алыр ине уларҙы. Бигерәк тә аҡыл, тәрбиә кимәле түбән булғандарға бик тә ярап ҡалыр ине ул иҫкәртеүҙәр. Заманаға һылтанып, ололарға һәм ауырлы ҡатындарға урын биреү, ишек асыу, алдан үткәреү, уның өсөн рәхмәт әйтеү кеүек ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотоп барабыҙ...
Шәхсән үҙемә килгәндә иһә, атай-әсәй, яҡындарҙың хәлен белешеүҙе күптән тәртипкә һалғанмын. Эштән төшкө ашҡа ҡайтҡанда, йә, киреһенсә, эшкә килгәндә шылтыратып алам. Юл да тиҙерәк үтелә, бүтәндәргә лә ҡамасауламайым...
Тормоштоң яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундары бар. Шуларҙы иҫтән сығармаһаҡ ине. Әйләнә-тирәләгеләргә хөрмәт менән ҡарарға, иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға өйрәнһәк ине, тим.
"...Әллеү, тим, әхирәт, хәлең нисек?" Теге апайҙың тотош автобусҡа һыймаҫ тауышы әле булһа ҡолағымда яңғырап киткәндәй була...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.10.16 | Ҡаралған: 1095

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru