«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨНӘЖӘТСЕЛӘР ТӨРКӨМ БУЛЫП БЕРЛӘШТЕ
+  - 

Хәҙер мөнәжәт йырлаусылар бихисап. Был бик мәслихәт хәл. Сөнки башҡорт борон-борондан дини һәм әхлаҡи тәрбиәне кеше аңына мөнәжәт ярҙамында һеңдерә барған. Көйләп уҡылған был һүҙҙәр аңға тиҙерәк барып еткән, тиҙ иҫтә ҡалған. Хәҙер мөнәжәттәр һөйләү республикабыҙҙың бар төбәктәрендә лә тергеҙелә башланы, Сибай ағинәйҙәре инициативаһы менән йыл да мөнәжәтселәр конкурстары ла үтеп тора.

Быйыл беҙҙә лә, бар район халҡын таң ҡалдырып, Әтек ауылы ағинәйҙәре ойошоп, төркөм төҙөп, мөнәжәттәр менән сәхнәгә сыҡты. Әтек ауылы халҡы былай ҙа йыр-моңға һәләтле булыуы менән райондың башҡа ауылдарынан айырылып тора. Һуңғы йылдарҙа дингә лә тартыла башланы әтектәр. Бер нисә йыл элек Хәсән Зарипов үҙ көсө менән бынамын тигән Мәсет һалып, ауылдаштарын ҡыуандырғайны. "Әхмәтшәриф" мәсете ауылға ингән генә урында күркәм булып, тирә-яҡҡа йәм биреп балҡып ултыра. Мәсеттең имам-хатибы Хәсән Зарипов ауылдаштарының, бигерәк тә балаларҙың мәсеткә йөрөүе хаҡында ҡыуанып һөйләй:
- Мәсетте бит һалыу ғына түгел, ул халыҡтың Аллаһыға ғибәҙәттәр ҡылыу, Ҡөрьәнде өйрәнеү, дини байрамдар үткәреү өсөн йыйылыу, дини ҡәрҙәштәрҙе берләштереү урыны булырға тейеш. Ҡасандыр беҙҙең ауылда йәшәп, бында мәсет, мәҙрәсә һалдырып, халыҡ араһында дини тәрбиә, дини белем таратҡан Әхмәтшәриф мулла исемен йөрөткән был мәсет Әтек ауылы халҡынан бөйөк был шәхескә бәләкәй генә бер рәхмәт, саҙаҡа. Мәсеткә йөрөү, йома намаҙҙарын үтәү - ир-ат өсөн фарыз ғәмәлдәр. Дингә килгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ ауылда. Уларҙың да бергә йыйылып, дини һабаҡтар алып, йома сәйҙәре эсеп, бергә-бергә ойошоп йәшәгеләре килә, аңлап торам. Шуға ла ҡатыным Алһыу менән кәңәшләшеп, дин тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, мөнәжәттәр өйрәнә башланыҡ...
- Ҡайҙа ниндәй мөнәжәттәр ишетәбеҙ, яҙып-отоп алабыҙ, өйрәнәбеҙ, - тип һүҙҙе дауам итә Алһыу. - Тора-бара репертуарыбыҙ ҙа байып китте. Мөнәжәттәр менән бергә дини шиғырҙар уҡыйбыҙ, хәҙистәр һөйләйбеҙ. "Әхмәтшәриф" мәсетенең исеменә ауаздаш булһын тип, төркөмөбөҙҙө "Шәрифә" тип атаныҡ. Хәҙер бына халыҡ алдына сығырға ла булдыҡ. Тәүге тапҡыр концертты үҙебеҙҙең ауыл сәхнәһендә ҡуйҙыҡ...
Мөнәжәтселәр төркөмө был юлы Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында ҡатын-ҡыҙ тамашасылар алдында сығыш яһаны. Залдағы халыҡ иҫе китеп, ҡайһылары күҙ йәштәрен һөртә-һөртә тыңланы уларҙы. Көйләп уҡылған һәр мөнәжәт, һәр шиғыр һәм хәҙис тамашасының йөрәгенә үтеп инеп, күңел ҡылдарын тартты, был донъяла һәр кемдең яҡлаусыһы һәм һаҡлаусыһы бары тик Аллаһы Тәғәлә икәнлегенә инандырҙы. Күпме фәһем, күпме ишара һалынған шул мөнәжәттәрҙә.
Төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙар төрлө белем эйәләре, күптәре - хаҡлы ялда. Етәксеһе Алһыу Зарипова - хужабикә, Рәшиҙә Сөләймәнова, Көнһылыу Сөләймәнова, Сәйҙә Айытбаева - пенсиялағы уҡытыусылар, Маһинур Байморатова, Зөлхизә Хө-сәйенова, Фәйрүзә Ишбулатова һәм Зөлфиә Капарова хаҡлы ялдалар. Әлмира Исламова менән Зәмилә Ибраһимова - хужабикәләр. Улар барыһы ла - рухташтар, диндәштәр. Уларҙы бер төркөм итеп йыйыусы ла - рух берлеге, күңел киңлеге. - Район үҙәгенә килеп, сығыш яһау беҙҙең өсөн ҙур һынау булды. Халыҡ беҙҙе бик яратып ҡабул итте. Ысынлап та, тик еңел-елпе йырҙан ялыҡҡан шул кешеләр, бигерәк тә ололар. Йәйге-көҙгө эштәр тамамланғас, районыбыҙҙың төрлө ауылдарына йөрөп, мөнәжәттәребеҙ менән сығыш яһап ҡайтырға уйлайбыҙ, - ти Алһыу Зарипова.

Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.16 | Ҡаралған: 1271

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru