«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТӘКСЕ БУЛЫРҒА ӨЙРӘТМӘЙҘӘР, ЕТӘКСЕ БУЛЫП ТЫУАЛАР
+  - 

Бөгөн бигерәк тә йәштәребеҙ араһында төп менеджер, йәғни ҙурмы, бәләкәйме -берәй коллектив менән етәкселек итергә ынтылғандар күп. Бындай ынтылыш насар түгел. Ләкин етәксе булыу - ул айырым талантҡа, шулай уҡ кешелек сифаттарына эйә булыу, тигән һүҙ икәнен дә үҙләштерһен ине йәштәр. Етәксе - үҙе бар яҡлап өлгө күрһәтеүсе, башҡаларҙың өлгөһөн, тәжрибәһен һанлаусы. Һүҙемде раҫлап, үҙемдең хеҙмәт юлында осраған ысын етәксе өлгөһө тураһында бер нисә һүҙ генә әйтергә теләгәйнем.

...Ошо көндәрҙә генә яңы вазифаға тәғәйенләнгән бер танышым шулай тип һөйләп торҙо: "Миңә инеп, элекке хужаның ҡырын ғәҙәт-холоҡтарын, ҡылыҡ-маҙарҙарын һөйләп, ошаҡлашып йөрөмәгеҙ, тип ҡырт киҫтем. Ҡолаҡ тынып ҡалды: коллективта хәбәр ташыуҙар шып туҡтаны".
Танышымдың был һүҙҙәре мине битараф ҡалдырманы: бына, исмаһам, етәксе! Бөтә түрәләр ҙә шулай принципиаль булһа ине. Юғиһә, шундай етәкселәр ҡулы аҫтында ла эшләргә тура килде: коллективтың "тын алышын" белеп тороу маҡсатында ул үҙе үк шулар араһынан махсус берәй "шымсы", хатта бер нисә кешенән "агентура" тота ине. Стукач була инде йәғни, ошаҡсы. Ундай әҙәмдәргә, әллә ни эш ҡырмаһа ла, план-йөкләмәләрен үтәмәһә лә, ел-ямғыр теймәй торғайны, иллә мәгәр кисә кем кем менән ултырып сәй эскән, улар ни хаҡында гәпләшкән, телефондан кем ниҙәр һөйләшкән - шунда уҡ етәксегә мәғлүм була ине. Заман үтә тора әкренләп эш мөхите, хеҙмәттәштәр мөнәсәбәте лә күҙ алдыбыҙҙа үҙгәрә, заманса көйгә һалына һәм яңы мәҙәни кимәлгә күтәрелә. Менеджерҙың эш этикаһы бөгөн башҡасараҡ талаптарға буйһондорола, уның хеҙмәткәрҙәргә мөнәсәбәте һәм талаптары ла билдәле бер сиктәрҙе ашатларға тейеш түгел һымаҡ. Был талаптар әлегә бар хеҙмәт коллективтарында ла үҙләштерелеп бөтмәйҙер, ни тиһәң дә, өйрәнелгән, ҡалыплашҡан тәртиптәрҙән еңел генә ҡотолоп булмай, күрәһең. Унан һуң, етәксе этикаһы күп йәһәттән дөйөм ҡабул ителгән нормаларға ярашыуҙан ғына хасил була торған нәмә лә түгел бит. Күп нәмә етәксенең ниндәй кеше булыуына, уның интеллект һәм мәҙәни кимәленә, эске донъяһына, күңел байлығына ла туранан-тура бәйле.
Ошо тәңгәлдә 1986 йылда "Башҡортостан" гәзите коллективына етәксе булып килгән баш мөхәрриребеҙ Мансур Әнүәр улы Әюпов хәтергә килә. Ул ваҡытта беҙҙең әле төшкә лә инмәгән заманса менеджерлыҡ ысулдарына эйә ине яңы мөхәррир. Ҡайҙан, нисек үҙләштергәндер ул заманса етәкселек күнекмәләрен - билдәһеҙ. Дөрөҫөрәге, ул бер ерҙә лә махсус әҙерлек курстары үтмәгәндер, моғайын. Уның етәкселек сифаттары, асылда, эш урынында уның кешелек сифаттары сағылышы ине, әлбиттә: ҡалыплашыуҙан азат, кешелекле булмышы, донъяға киң ҡарашы һәм интеллекты һөҙөмтәһе булғанлығын аңлайым мин хәҙер. Бер башлағас, әйтәйем инде. М.Әюпов мөхәррирлек иткән йылдарҙа "Башҡортостан" гәзите яңынан тыуҙы. Ижтимағи әүҙемлек, рухи күтәрелеш, һүҙ иреклеге, асыҡлыҡ йылдары ине ул осор. Яңы мөхәррирҙе беҙгә тап шул йылдарҙа Тәңребеҙ Үҙе ебәргәндер, тип уйлайым мин хәҙер ҙә...
Ә инде мәҡәлә башындағы фекер ебен ялғап, шуны ғына әйтер инем: был яҙғандарым унан алдағы мөхәррирҙе кәмһеткән йә яманлағандан түгел һис тә. Ул да заманына күрә шәп етәксе була алды. Ул беҙҙе грамоталы, объектив яҙырға өйрәтһә, Мансур Әнүәр улы яңыса фекерләргә өйрәтте, әммә бер ҡасан да имеш-мимеш, буш ғәйбәттәргә, хатта ул ысын хәбәр булған хәлдә лә, ҡолаҡ һалып, хеҙмәткәрҙәре хаҡында яман йә яңылыш уйҙа булманы. Хәйер, ундай хәбәрҙәр тыңлап ултырырға ваҡыты ла ҡалмағандыр. Ул йылдарҙа редакция штатында 50-нән ашыу кеше эшләне, яңы мөхәррир килгәс,"Башҡортостан"дың тиражы 100 меңдән дә артып киткәйне хатта. Хеҙмәткәрҙәргә мөнәсәбәт бер тигеҙ: һәр кем дөйөм эшкә индергән хеҙмәт өлөшө буйынса баһаланды. Бында инде әлегеләй бүлмә һайын йөрөп хәбәр йыйыусы ошаҡ тоҡсайҙарының бер кемгә лә кәрәге ҡалманы. Мансур Әнүәр улы юғары вазифаға (республика вице-премьеры итеп) үрләтелгәс, редакцияға төрлө йылдарҙа төрлө мөхәррирҙәр килеп-китеп торҙо, тик башҡаса инде коллективҡа ул етәкселек иткән йылдарҙағылай энтузиазм, ижади осош һәм табыштар, хәҡиҡәт тыуҙырыр сәмле бәхәс ҡорҙары әйләнеп ҡайтманы, ғүмер һәүетемсә үтә торҙо...
Бынан сығып, шуны әйтмәксемен: коллективтағы мөхит, шулай итеп, иң тәүҙә етәксе шәхесенә бәйле. Ул ниндәй - эш һөҙөмтәһе лә шундай. Хәҙерге көндә "Етәксе (менеджер) ниндәй булырға тейеш?" тигән темаға интернетта ла, китап магазиндарында ла методик әҙәбиәт тулып ята. Тик бына ул кәңәштәрҙе уҡып сығып ҡына яҡшы, заманса етәксе булыу мөмкинме икән һуң? Был вазифаға асылың тап килмәһә...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1354

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru