«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙҘӘГЕҘ, БАШ ҠАЛАҒА БАЙРАМҒА!
+  - 

Өфө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация иғлан ителеүҙең 25 йыллығын байрам итергә әҙерләнә. Байрам программаһы, һәр ваҡыттағыса, төрлө сараларға бай буласаҡ, баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш киләсәк.

Байрам 9 октябрҙә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу менән башлана. Ошо уҡ көндө "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтә. Төрлө рәсми, мәҙәни, спорт һәм күңел асыу саралары менән бер рәттән, яңы социаль объекттарҙы сафҡа индереү ҙә ошо көндәргә билдәләнгән. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов белдереүенсә, Республика көнө ҙур халыҡ байрамына әүереләсәк, ҡаланың бөтөн райондарында ла мәҙәниәт усаҡтарында, концерт майҙансыҡтарында, ял итеү парктарында алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлау тантаналары, концерттар уҙасаҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, "Нур" Өфө дәүләт татар театрында, Өфө балалар филармонияһында, Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә, балалар ижады йорттарында ла ҡыҙыҡлы программалар ҡаралған. Мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар, музыка мәктәптәре уҡыусылары һәм балалар баҡсалары, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында "Дуҫлыҡ сәскәлеге" ҡала балалар милли мәҙәниәттәр фестивале ойошторола. "Халыҡ йолаларының тере шишмәһе" тип аталған биҙәү-ҡулланма халыҡ ижады буйынса иң яҡшы эштәр күргәҙмәһе эшләйәсәк. Унда республиканың бөтөн райондарынан балалар ҡатнаша. Мәҙәниәт һәм сәнғәт, мәғариф буйынса идаралыҡтар музыка, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт мәктәптәрендә, шулай уҡ ҡаланың урта белем биреү усаҡтарында белем алыусы иң яҡшы уҡыусыларға стипендиялар тапшыра. Ҡаланың Физик культура һәм спорт комитеты баскетбол буйынса ҡала беренселеге, ушу буйынса чемпионат һәм "Спорт һәм сәләмәтлек" спартакиадаһы сиктәрендә "Народный" тигән фестиваль үткәрә. "Йәш ғаилә - 2015" ҡала конкурсының йомғаҡлау этабы ла ошо көндәрҙә буласаҡ.
11 октябрь Ленин исемендәге майҙанда "Оҫталар ҡалаһы" заманса һәм традицион һөнәрселек һәм кәсепселек күргәҙмә-йәрминкәһендә оҫталар үҙ эштәрен тәҡдим итмәксе. Ҡайын туҙынан эшләнгән әйберҙәр, ҡорама ысулы менән тегелгән кәрәк-яраҡтар, таш, балсыҡ, ағас сувенирҙар, тире һәм йөндән тегелгән милли кейемдәр, кейеҙ һәм тиренән тегелгән аяҡ кейемдәре, бал һәм унан эшләнгән башҡа продукция, ювелир изделиелары ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының күңеленә хуш килер, моғайын. Ошонда уҡ милли ризыҡтарҙы тәмләргә мөмкин буласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
10-11 октябрҙә ҡаланың 16 майҙанында ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре ойошторола. Унда республика райондарынан яҡынса мең ярым машина йәшелсә, ит, һөт, бал килтерәсәк тип көтөлә.
11 октябрь киске сәғәт 7-лә Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда байрамса программа башлана. Баш ҡаланың сәнғәт оҫталары, коллективтары, шул иҫәптән "Мираҫ" йыр һәм бейеү форльклор ансамбле тамашасылар алдында сығыш яһаясаҡ. Байрам саралары фейерверк менән тамамлана.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.10.15 | Ҡаралған: 1230

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru