«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТ ҮҘЕ ИЗГЕ ЭШКӘ ФАТИХА БИРҘЕ
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы сираттағы йыйынын Учалы районында үткәрергә булды. Беҙ юлға сыҡҡанда ямғыр туҡтамай яуа, етмәһә, һалҡыны үҙәккә үтеп бара ине. Бындай көндә яҡшы хужа этен дә урамға сығармай торған мәлдә ер аяғы ер башынан саҡырылған ҡатын-ҡыҙҙар йыйынға килә алырмы, берәй һылтауын табып, өйҙәрендә тороп ҡалмаҫтармы, тигән икеләнеүҙәр ҙә булды. Әммә иртән иртүк йыйын майҙанына ағылған ағинәйҙәрҙе күреп, күңелгә йылы йүгерҙе. Әмәлгә ҡалғандай, көн дә яҡтырып, аяҙытып ебәрҙе. Нисәмә көндәргә һуҙылған һалҡын ямғырҙарҙан һуң тап ошо иртәлә ҡояш йылмайыуы Хоҙайҙың бер мөғжизәһе, ағинәйҙәргә изге эштәрендә фатиха биреүе булды шикелле.

Был юлы Учалы районына Башҡортостандың 14 төбәгенән йыйылды ағинәйҙәр. Улар араһында, ойошма ҡуйған маҡсаттарға ярашлы, бихисап эштәр башҡарып өлгөргән Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Күгәрсен, шулай уҡ яңы ғына ҡорға ойошоп, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнергә теләк белдереүсе Асҡын, Дүртөйлө, Бүздәк, Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Салауат, Ҡыйғы райондары ағинәйҙәре бар ине. Йыйындың тәүге өлөшө Комсомол ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Йыйылыусылар Учалы районы ағинәйҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡараны, йыр-бейеүҙәрен тамаша ҡылды, эшләгән эштәре тураһында һөйләгәндәрен тыңланы. Йыйынды Учалы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Учалы районы вәкәләте етәксеһе Салауат Кәримов, Учалы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Фазлетдинова, БашДУ-ның Учалы институты деканы Зифа Рәхмәтуллина, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сектор мөдире Рәйсә Күзбәкова сәләмләне.
Артабан йыйын дилбегәһен Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева үҙ ҡулына алды. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы билдәләүенсә, ойошма башҡарған эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йәмәғәтселек институты эштәрен әүҙемләштереү тураһындағы саҡырыуҙарына яуап бирә. Ә был саҡырыу, билдәле, халыҡтың глобалләшеү һөҙөмтәһендә килеп тыуған һынауҙарға, ҡатмарлыҡтарға ҡаршы тора алыу һәләтен уятыуҙы күҙҙә тота. Ағинәйҙәр хәрәкәте быға сағыу бер миҫал: улар ауылдарға йән өрөү, халҡыбыҙҙы рухи көрсөктән арындырыу, балаларҙы, йәштәрҙе ата-бабалар традицияларында тәрбиәләү, тарихи хәтерҙе уятыу, изге еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау йүнәлешендә эшләй. Замана ауырлыҡтарын, иҡтисади көрсөктө еңеүгә тап ошо рухиәтте күтәреп кенә өлгәшеп була икәнен яҡшы белә ағинәйҙәр. Бына ошо йүнәлештәге эштәре менән таныштырҙы артабан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондары ағинәйҙәре ҡорҙары етәкселәре. Учалы районы ағинәйҙәре ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы киң көрәш йәйелдереүҙәрен, буйҙаҡтарҙы ишле итеү өсөн димселек институтын тергеҙеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әбйәлилдәр иһә, һәр мөһим йүнәлеш буйынса (милли кейемдәрҙе, боронғо йолаларҙы, элекке һөнәр төрҙәрен тергеҙеү, экологик өмәләр, айыҡлыҡ өсөн көрәш һ.б.) планлы эш алып барыуҙары тураһында һөйләне. Ағинәйҙәр ҡорона "сирҡансыҡ алырға" килеүсе район вәкилдәре өсөн баймаҡтарҙың да сығышы бик фәһемле булды, сөнки уларҙа "Ағинәйҙәр ҡоро"нан тыш, "Аҡһаҡалдар ҡоро"на ойошоп, ир-егеттәр ҙә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Хәйбулла районы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Миңзифа Ишемғолова район етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәре, һәр аҙымда уларҙың ярҙамын тойоуҙары тураһында һөйләне. Шуға ла ағинәйҙәр район тормошонда ҡайнап йәшәй, бөтөн сараларҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, өйләнешеүсе йәштәрҙең халҡыбыҙҙың туй йолаларына иғтибары кәмеүен күргән ағинәйҙәр никахты теркәү органдары, туй үткәреүсе ғаиләләр менән һөйләшеп, ул сараларҙы йолалар буйынса атҡарыу эшен дә үҙ ҡулдарына алған, башҡаларға ла был йүнәлештә эшләргә кәңәш итте.
Ике сәғәттән ашыу дауам иткән етди һөйләшеүҙән һуң ағинәйҙәр Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендә урынлашҡан изге урынға - Әүлиә шишмәһе башланғыс алған Әүеш тауына йүнәлде. Унда хужалар - Учалы ағинәйҙәре "Хозурға сығыу" тип аталған программа тәҡдим итеп, тәбиғәттә ял итеү, сәхрәлә Ҡорбан аяты уҡытыу тәртибе менән таныштырҙы, Әүлиә шишмәһе һыуынан ауыҙ иттерҙе. Әйткәндәй, был Әүлиә шишмәһенең саф һыуы йыл һайын бер айға ғына ер өҫтөнә күтәрелә, уның шифалы һыуын тәм итеп, сырхау-сихәттәренән арынып ҡалырға ашығыусылар бик күп. Урындағы халыҡ һөйләүе буйынса, изге сығанаҡ боронғо Башҡортостан территорияһында Ислам дине таратыла башлаған заманда, ошо тауҙа яңылыш үлтерелгән Рамаҙан әүлиә вафат булғандан һуң, ерҙе тишеп бәреп сыҡҡан. Тау түбәһендә был Хоҙай илсеһенең ҡәбере лә урынлашҡан. Йыйында ҡатнашыусы ағинәйҙәр ойоштороусылар һөйләгән тарихты тыңлай-тыңлай, Әүеш тауының түбәһенә менде, унда доға, намаҙ уҡып, ил-йортҡа именлек, башҡарған эштәрендә еңеллек, милләттәштәренә рух күтәренкелеге теләне, тау башынан ус төбөндә кеүек күренгән хозур тәбиғәтле иркен ерҙәрҙе, Әүешкүлдең йөрәк формаһындағы утрауын тамаша ҡылды. Башҡортостандың ҡайһы төйәгенә барһаң да ғәзиз Ватаныбыҙ йөрәктәрҙә уйыла икәненә тағы бер ҡат инанды улар. Арыу йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тауға күтәрелгәндә лә, тауҙан төшкәндә лә ағинәйҙәр бер-береһен дәртләндереүҙән, шаяртыуҙан, бер-береһенең йылғырлығына һоҡланыуҙан бушаманы. Учалының һигеҙенсе тиҫтәне уҙған ағинәйҙәре тау үрен бик етеҙ яулауҙары менән бигерәк тә аптырышта ҡалдырҙы.
Ағинәйҙәр йыйынында йәштәр ҙә ҡатнашыуы, унда башҡарылған йолаларҙы, ҡорбан аяты тәртибен күҙәтеп, һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңлап, илтифат итеп ултырыуы бигерәк тә күңелгә май булып яғылды. Етмәһә, шул мәлдә генә Силәбенән бер төркөм йәштәр экскурсияға килеп төштө. "Ой, ҡалай ваҡытлы килгәнбеҙ, бындай мөғжизәне тағы ҡайҙа күрер инек!" - тип һөйләнә-һөйләнә, милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәребеҙҙе ихласлап фотоға төшөрә башланы, төрлө һорауҙар яуҙырҙы улар. Сит-яттар алдында иң тәүфиҡлы, иң тәрбиәле, иң матур ҡатын-ҡыҙҙар булып һынланды шулай ағинәйҙәребеҙ.
- Беҙ ата-бабаларыбыҙ борон сәхрәгә сығып, ниндәй йолалар үтәүен, изге урында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтергә тырыштыҡ был йыйында, - тип һөйләне аҙаҡ Учалы районының "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева. - Маҡсатыбыҙға өлгәштек шикелле, сөнки шифалы Әүлиә шишмәһе һыуын тәм итеүсе ағинәйҙәрҙең йөҙҙәре балҡып киткән төҫлө булды. Эшлекле кәңәшмә лә яҡшы үтте, бер-беребеҙҙең тәжрибәһе менән таныштыҡ, фекерҙәр менән уртаҡлаштыҡ, киләсәктә дауам итәсәк эштәрҙе лә күҙалланыҡ. Әйткәндәй, киләсәктә беҙ Учалы районында ғына түгел, ҡалаһында ла "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһына ағзалар тупларға, ир-егеттәребеҙҙе "Аҡһаҡалдар ҡоро"на ойошторорға ниәтләйбеҙ...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Йыйын тамам булып, унда ҡатнашыусылар Әүеш тауындағы сәхрәнән ҡуҙғалап китә башлау менән, ямғыр тамсылары һибәләй башланы. Ағинәйҙәр ҙә, ошо шифалы тамсылар кеүек, Башҡортостандың төрлө тарафтарына шифалы рух таратырға ашығып таралышты...

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.06.15 | Ҡаралған: 1670

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru