«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕРЛЕ БУЛЫП ҠАЛАБЫҘМЫ, ӘЛЛӘ ЕРҘӘН ЯҘАБЫҘМЫ?
+  - 

Бер ваҡыт Харис Йосопов исемендәге көрәш турнирында уның уҡыусыларының береһе үҙенең остазы тураһында шундай матур фекер әйткәйне: алтын баһаһын ювелир белер. Бына әле ер мәсьәләһе буйынса һөйләшергә йыйынғас, ошо аҡылды тотоп, ерҙең ысын баһаһын белеүсе профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы, эшмәкәрлеге һәр саҡ ергә бәйле ғалим-агроном ғына түгел, политолог, юрист һөнәрҙәренә лә эйә Ғарифулла Хәбибулла улы ЯПАРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Бөгөн илебеҙ иҡтисади йәһәттән генә түгел, ер мөнәсәбәттәре буйынса ла көрсөккә терәлгән кеүек. Трибуна артына сығып һүҙ һөйләүселәрҙе тыңлаһаң, улар барыһын да белә кеүек, закон сығарыусыларыбыҙ ижад иткән ҡанундар ҙа етерлек һымаҡ, әммә, ғәмәлдә, ҡасандыр башланған реформаны, Крылов мәҫәлендәгесә, ян-яҡҡа тартҡылайҙар, ә йөк һаман урынында ҡала, тигән тойғо күңелдә ныҡлап тамырлана бара. Ысынбарлыҡта был мәсьәләгә ниндәй баһа бирер инегеҙ?

- Ер - беҙҙең сәңгелдәк, беҙ шунда тыуабыҙ, шунда йәшәйбеҙ, үлгәс, кире ергә ҡайтабыҙ. Әле мәрхүм булған берәүҙе лә башҡа планетаға алып барып ерләгәндәре юҡ. Әгәр сәңгелдәгебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән ҡырҡһаҡ, алда нимә көтәсәген уйлауы ла ҡурҡыныс - йыһан упҡынына осасаҡбыҙ. Икенсе яҡтан, Ер - тормош, йәшәйеш нигеҙе, тәбиғи ресурстарҙың һәм етештереү сараларының иң мөһиме, иң әһәмиәтлеһе һәм иң ҡиммәтлеһе. Иҡтисади базис һәм сәйәси надстройка уға бәйле. Заманында В. Ленин: "Ер мәсьәләһе - власть мәсьәләһе", тип юҡҡа әйтмәгән. Борон-борондан ергә бәйле ихтилалдар тоҡанғанлығы хаҡында тарихтан да яҡшы беләбеҙ. Ергә милекселек проблемаһы Рәсәй тарихының барлыҡ осорҙарында ла көнүҙәк булып торған һәм тора: ул XIX-XX быуаттарҙа ла, батшалар заманында ла, генеральный секретарҙар заманында ла, Рәсәйҙең яңы тарихында ла хәл ителмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, ергә ҡағылышлы һорауға бөгөн дә берәү ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмаясаҡ. Был реформаны башлаусылар, күрәһең, ерҙең нимә икәнен дә белмәгән кешеләрҙер. Һәм улар уҡ бөгөн дә нимәлер эшләргә, нимәлер үҙгәртергә, иң аяныслыһы - нисәмә йылдар һөҙөмтә бирмәгән реформаны артабан дауам итергә тырыша, трибуна артына сығып, беҙ нимә эшләргә кәрәк икәнен беләбеҙ, тип һүҙ һөйләй. Ғәмәлдә, ер реформаһы, йәғни кешеләргә пайҙар бүлеп биреү, ваучерҙар яҙмышын ҡабатланы - кеше үҙенә яҙған өлөшөн алды ла һымаҡ, әммә уны артабан нимә эшләтергә генә белмәне. Иҫегеҙҙә булһа, ваучерҙар ҙа шундай яҙмышҡа дусар булғайны - һәр кемдең ҡулында хосусилаштырыу ҡағыҙы бар, һәр кем милексе булырға хоҡуҡлы, әммә уны нимә эшләтергә белмәй. Кемдер осһоҙ ғына хаҡҡа һатып ебәрҙе, кемдер кейем-һалымға алыштырҙы. Бөгөн ер менән дә шундай уҡ хәл. Кеше ҡайҙалыр ере бар икәнен белә, әммә унан бер файҙа ла күрмәй. Икенсе яҡтан, әгәр ерең рәсми рәүештә һинең исемеңә күсерелмәгән икән, ул бер нисек тә һинең милкең була алмай. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 14 294 700 гектар ер фонды иҫәпләнһә, шуның ни бары 2 252 700 гектары ғына граждандар милкендә. Эйе, ауылдарҙа кешеләргә пай ерҙәрен бүлеп бирҙеләр, әммә улар 100-әр гектар майҙан менән межаланды. Шул дөйөм майҙандан үҙенең ерен алыр өсөн кеше күпме аҡса түгергә тейеш? Әйтәйек, пенсионер әбей ерен теркәтер өсөн бер айлыҡ пенсияһын сығарып һалды, ти, юрист яллар өсөн икенсе айҙың аҡсаһы китә, юл сығымдарына - өсөнсө айҙыҡы. Мин оҙаҡ йылдар ер проблемаһы менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә шундай фекергә килдем: бөгөн Рәсәй Хөкүмәте халыҡ алдында үҙенең хаталаныуын төҙәтеп, ғәйебен танып, граждандарҙан ғәфү үтенер өсөн булһа ла, пай өлөшөнә бер хаҡ ҡуйып, уны ҡабаттан һатып алырға тейеш. Йәғни ерҙе халыҡтан һатып ала ла, Ер банкын ойоштора - ергә банк хужа була. Был осраҡта инде банк ерҙә эшләргә, килем алырға теләгән кешеләрҙең мөрәжәғәттәре буйынса уларға оҙайлы ҡуртымға ер, техника, орлоҡ, ашлама менән тәьмин итеү өсөн кредит бирә. Банкты Милли банк финанслай. Шулай уҡ Ер банкын ерҙең милексеһе итеп билдәләгән ҡанун да булырға тейеш. Ул ергә хужа, әммә уны һата алмай, бары тик оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға ғына бирергә хоҡуҡлы була. Беҙгә ҡабаттан нимәлер уйлап сығарырға кәрәкмәй, элек булған ыңғай өлгөнө ҡабат файҙаланырға ғына кәрәк. Әйтәйек, элек Крәҫтиәндәр банкы булған. Мәҫәлән, республикабыҙҙың иркен территорияһына төрлө милләт вәкилдәре килеп ултырып, үҙҙәренең кәсепселеген үҫтерә башлаған, кемдер ер эшенә тотонған. Уларға банк ер, кредит биреп, ерегеп китергә ярҙам иткән. Шул уҡ ваҡытта финанс учреждениеһы бөгөнгө кеүек яңы эш башлаусыны бурысҡа батырырға тырышмаған, уларға оҙайлы ваҡытҡа кредит биргән һәм ул кредитты 25 йылдан һуң ғына кире ҡайтара башлағандар. Атаһы алған кредитты балаһы түләгән, һалым күләме түбән булған йәки бер нисә йылға ул да кисектерелгән. Шул ваҡыт эсендә ер хужаһы, бөгөнгөсә әйткәндә фермер, аяғына ныҡлы баҫып, хужалығын киңәйтеп өлгөргән.
Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: ерҙән бер нисә йыл эсендә генә килем алыу мөмкин түгел, уның өсөн кәм тигәндә 5-10 йыл кәрәк. Бөгөн үҙ эшен асып мал үрсетеүсе йәки ер эше менән булыусыларҙы ла фермер тип атауҙары менән килешмәйем. Сөнки сит илдәрҙә фермер тип аталыусы хужалыҡтарҙың ҙур корпорациялары, мега-фермалары, ҡеүәтле производствоһы һәм ныҡлы матди-техник базаһы бар. Ә беҙҙә биш һыйыры, 15 һарығы йәки 20 гектар ере булһын, фермер тигән булабыҙ. Хатта дәүләт тә уларға субсидия бирәм тип күҙ генә буяй. Ул субсидия күп осраҡта фермерға барып та етмәй, йәиһә шуны юллап йөрөп, ярты аҡсаһын юлға түгә. Чиновниктар бахыр фермерҙың һуңғы тинен һығып алырға әҙер. Ә фермерға ерҙе һәм кредитты Ер банкы алда әйтеп кителгән шарттарҙа бирһә, ул уның һуңғы тинен тартып алырға тырышмаясаҡ, киреһенсә, нығынып, эшләп китеүен хәстәрләйәсәк.
Ни өсөн "бахыр фермер" тиеүемде лә аңлатып китәйем: бөгөн фермер булып иҫәпләнеүселәр оло фиҙаҡәрлек күрһәтә, ҡаһармандарса эшләй, әммә үҙ-үҙҙәрен бөтөрәләр, бөтөн хәлен, сәләмәтлеген, һәр тинен ергә һалалар. Ә фермер улай эшләргә тейеш түгел. Ҡатынына затлы тун, үҙенә затлы машина, балаларының уҡыуына түләй алырлыҡ килем эшләгән фермерҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Ундайҙар бик һирәк, күпселек килем ала алмай, хужалығын үҫтерә алмай ҡаҡшай.
Уның ҡарауы, бөгөн етәкселәр ер һатыу менән шөғөлләнә һәм затлы машиналарҙа елдерә, Өфөгә яҡын райондарҙа үҙҙәренә ер алып, өсәр ҡатлы хан һарайҙары һалдыра. Беҙ үҙебеҙҙең Архангел районы яҡташтар ойошмаһы менән махсус тикшереү үткәрҙек. Элек бәләкәй ауыл булған, хәҙер бөткән Ғәйфулла ауылы урынында кемдәр генә үҙенә дача һалманы. Шул уҡ ваҡытта ошо ауылда тыуған билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Фәрүәз Камалетдинов үҙенең ике улына өй һалырға ер һорағас, район хакимиәте уның үтенесен ҡәнәғәтләндермәне. Йәғни ошо ерҙә тыуған кешегә ер юҡ, ә ҡайҙандыр килгән погонлы-погонһыҙ әҙәмдәргә - рәхим ит!

Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, коллектив хужалыҡтарҙа ҡушҡанды ғына эшләп өйрәнгән халыҡ, ысынлап та, пай ерҙәре менән нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды һәм әле лә бер аныҡ фекергә килә алмай. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса ҡайһы бер хужалыҡтар һаҡланды бит...

- Мин үҙем банкротлыҡҡа сығарылырға тейешле хужалыҡтарҙа көрсөккә ҡаршы идарасы булып эшләгән тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: хужалыҡтарҙы бөтөрөү йәки бөтөрмәү етәкселәрҙән торҙо. Мәҫәлән, заманында Учалы районының данлыҡлы "Байрамғол" совхозы, бөтөрөлөргә тейеш булған ерҙән, уның етәксеһе, район хакимиәте башлығы һәм республика етәкселеге тарафынан һаҡлап алып ҡалынды, унда мега-ферма төҙөлдө һәм ул әлегәсә эшләп килә. Икенсе миҫал: Әбйәлил районының "Красная Башкирия" хужалығы ла банкротҡа әйләнергә тейеш ине. Әммә дөйөм тырышлыҡ менән уны ла һаҡлап алып ҡалдыҡ. Бөгөн Әбйәлилдә ерҙәр яйлап Силәбе байҙары ҡулына күсеп бөтөп барғанда, "Красная Башкирия" хужалығына ҡараған ерҙәрҙең бер генә сантиметры ла һатылманы. Ул ғына ла түгел, әле лә республикала ауыл хужалығы буйынса үткән барлыҡ семинарҙар ошо базала уҙғарыла. Бының менән нимә әйтергә теләйем - ерҙә хужа булырға тейеш.

Бәлки, колхоз-совхоз системаһына кире ҡайтырға кәрәктер?

- Мин үҙем быға ҡырҡа ҡаршымын. Фермер хужалыҡтары үҙҙәре кооперативтарға берләшһен, бергәләп, бер-береһенә ярҙам итеп эшләһен, һис һүҙем юҡ, әммә коллектив хужалыҡтар тураһында оноторға кәрәк. Эйе, бөгөн дә, колхоз-совхоз ойошторайыҡ, тиеүселәр бар. Ләкин уйлап ҡарағыҙ: ауылда ун кеше бергәләшеп колхоз ойошторҙо икән, ти. Артабан улар нимә эшләргә тейеш? Бөтөнөһөнөң ере бергә 100 гектар булһын. Был ғына майҙан менән алға китеү мөмкин түгел. Ә инде майҙанды ҙурайтыр өсөн кемдеңдер пайын алһаң, уны эшкәртер өсөн техникаһы, ергә индерергә ашламаһы, сәсергә орлоғо, яғыулыҡ-майлау материалдары, уңыш алғас, уны һаҡлау урыны кәрәк. Шул уҡ ваҡытта пай ерен ҡуртымға биреүсегә лә рәхмәт әйтеп кенә ҡотолоп булмай бит. Барлыҡ сығымдарҙы һанаһаң, килем ҡалмай ҙа. Хәҙер ауылдарҙа техника ла иҫкереп, туҙып бөттө инде. Колхоз-совхоздар - беҙҙең тарих, әммә уларға кире ҡайтыу ҙур хата буласаҡ. Иң ҡулайы - әйтеп үткәнемсә, Ер банкы булдырып, ерҙе ошо банк аша уға хужа була алырлыҡ кешеләргә биреү һәм уңайлы шарттарҙа кредитлау.

Ер яҡшы хужа ҡулында булғанда, республиканың ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙен-үҙе тәьмин итер ҡеүәте бармы?

- Әгәр ил ҡулланыу өсөн ситтән индергән аҙыҡ-түлек күләме 25 процент икән, был норма тип һанала. Әммә Рәсәйҙә был күләм 60 проценттан артып китте. Был осраҡта инде күптән саң ҡағырға ваҡыт. Тотош Ер шарындағы һөрөнтө ерҙәрҙең 10 процентына эйә булған Рәсәй ни бары 1,34 процент ауыл хужалығы продукцияһы етештерә. Был хәүеф сиге тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙә бер кешегә 1 гектар һөрөнтө ер тура килһә, Ҡытайҙа был һан - 0,09 га. Швейцарияла бер гектар һөрөнтө ер - 16,5, Бельгияла - 12,5, Бөйөк Британияла 8 кешене "туйындыра". Заманында бөйөк ғалим Д. Менделеев, Рәсәйҙә бер гектар һөрөнтө ер ике кешене туйындыра ала, тигән. Йәғни илебеҙ үҙ халҡын туйындырып ҡына ҡалырға түгел, ә шунса уҡ күләмдә экспортҡа ла сығарырлыҡ мөмкинлеккә эйә. Әммә ул йыл һайын һөрөнтө ерҙәрен юғалта бара. Академик Абалкин үҙенең вафаты алдынан васыят рәүешендә яҙған мәҡәләһендә 1963 йылда илдә һөрөнтө ерҙәр 163 миллион гектар булған, 2000 йылда ул ни бары 85,6 миллион гектарға ҡалған, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта муниципаль райондар һөрөлмәгән ерҙәрҙән уңыш "ала", булмаған малдарҙан ит-һөт "етештерә". Отчеттарҙы һауанан алып яҙылған һандар менән тултыралар. Ә инде ил сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүгә дүрт триллион һум аҡса сарыф итә. Әлеге Хөкүмәт Рәйесе Д. Медведев ил башлығы булған ваҡытта әйткәненсә, ошо сумманың бер өлөшө чиновниктар кеҫәһенә инеп ята. Бөгөн сит ил Рәсәйгә санкциялар иғлан итеп, Европанан аҙыҡ-түлек индереү күпмелер күләмдә туҡталды, әммә ил тулыһынса Төркиәгә йөҙ борҙо һәм шул уҡ триллиондар барыбер чиновниктарҙың кеҫәһенә инеүен дауам итә. Үҙебеҙҙә булған ҡеүәтте файҙаланмай, артабан да ошо йүнәлеште ҡыуһаҡ, алдағы көндәрҙә нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс.

Ҡануниәт - йәшәйеште тотоп торған бағана, уны һикереп сығып булмаһа ла, урап үтергә мөмкин, тиҙәр. Төбәк парламентарийҙары федераль закондарға ҡаршы килгән закондар сығара алмай, ләкин ниндәйҙер мәлдәрҙе үҙебеҙгә ҡулайлаштырып, республика мәнфәғәтен хәстәрләүсе ҡанун ҡабул итә алалыр бит, әллә улар бөтөнләй хоҡуҡһыҙмы?

- Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 9-сы статьяһына ярашлы, Рәсәйҙең Төп Законы буйынса ла, ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары уның күп милләтле халҡының тормош һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана. Ер менән идара итеү тәртибе БР законы менән көйләнә. Республиканың закондар сығарыу органы булған Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың урындағы шарттарҙы иҫәпкә алмаған федераль закондарға төҙәтеүҙәр индереү инициативаһын берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Әммә улар Рәсәй закондарын һүҙмә-һүҙ ҡабатлап, хәл-торошто көрсөккә нығыраҡ этәрә. Үткән саҡырылыш депутаттары Башҡортостандың Төп Законы менән нығытылған статьяны тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы база булдырған бер ниндәй ҙә закондар ҡабул итә алманы. Конституцияға ярашлы, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы составында үҙ аллы дәүләт булып иҫәпләнә. Уның дәүләтселегенең барлыҡ атрибуттары бар - Төп Законы, Республика Башлығы, Парламенты, Хөкүмәте, гимны, гербы, флагы, әммә дәүләтселегенең төп билдәһе - уның суверенитеты ғәмәлдә булған территорияһы, ер фонды менән үҙ аллы идара итеү хоҡуғы юҡ. Республика территорияһын бер шәхси милексе (республика) участкаһы тип ҡарағанда, уның ерендә хужалар күп, әммә ул үҙе һәм уның ғаилә ағзалары (муниципалитеттар) ғына үҙ еренә хужа түгел. Шул уҡ ваҡытта күпселек ерҙәр бөтөнләй хужаһыҙ.
Ә донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, үҙе хужа булған милексе генә үҙенең милке менән һөҙөмтәле идара итә, яҡшыраҡ эшләй һәм хеҙмәтенең һөҙөмтәләре тураһында уйлай. Унан да бигерәк, үҙ ерендә, үҙ техникаһында эшләгән һәм үҙ продукцияһын үҙе үк баҙар хаҡтары менән һата алған ауыл кешеһенең күрһәткестәре һәр саҡ яҡшыраҡ була. Бында НЭП осорон, илдең 1966-1970 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә йөҙ борған реформа башлауын ғына миҫал итеп килтереү ҙә етә. Биш йыл эсендә илдең килеме - 145, сәнәғәт продукцияһы - 150, ауыл хужалығы продукцияһы - 123, халыҡтың аныҡ килеме 133 процентҡа арта. Йәғни биш йыл ауыл хужалығына һалынған сығымдар илдең барлыҡ социаль-иҡтисади тормошона йоғонто яһай. Был хәҡиҡәт бөгөн дә актуаль һәм бары тик ергә хужаларса ҡараш булғанда ғына ниндәйҙер үҫешкә өмөт итергә мөмкин.

Ауылдарҙың ғына түгел, республиканың артабанғы үҫеше лә ергә бәйле тип әйтергә мөмкинме?

- Мин республиканың ғына түгел, илдең үҫешен ергә булған мөнәсәбәткә бәйләр инем. Мәҫәлән, электән килгән ҡағиҙә буйынса, район йәшәһен, тиһәң, йыл һайын уның территорияһында бер мәктәп төҙөп, икенсеһен нулевой циклға сығарырға кәрәк ине. Йылына ике мәктәп төҙөгәндә генә район йәшәй. Бөгөн ауылдарҙағы мәктәптәрҙе ябабыҙ икән, тимәк, үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сабабыҙ.
Икенсе яҡтан, ғүмер буйы ерҙә эшләп өйрәнгән кешеләргә колхоз-совхоздар тарҡалып, эшһеҙ тороп ҡалыу үлемгә тиң булды. Ул ғына ла түгел, кеше сараһыҙлыҡтан үҙ-үҙенә ҡул һала. Етәкселәр өсөн бер кешенең үҙенә ҡул һалыуы оло фажиғә булырға тейеш, әммә быға берәүҙең дә иҫе китмәй. Тимәк, ерһеҙ ҡалыуҙың кешенең күңел торошона йоғонтоһон да иҫәпкә алырға кәрәк.
Бындай мөнәсәбәт халыҡтың сәләмәтлегендә лә сағыла. Хеҙмәткә яраҡлы йәштәр, эш эҙләп, Себер тарафтарына юллана. Улар ғаиләһен ҡарау өсөн һаулығын ҡорбан итеп, сит-ят ерҙә тир түгергә мәжбүр. Ә бит ошо типһә тимер өҙөр ир-аттарыбыҙҙы үҙебеҙҙә лә эшләтергә мөмкин. Мәҫәлән, Баймаҡ, Хәйбулла яҡтарында улар рәхәтләнеп йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә алыр ине. Әммә бының өсөн кешенең 10 ғына түгел, 100-200, унан да күберәк гектар ере булырға тейеш. Бөгөн ул ошо тиклем ерҙе үҙе алып, уның һалымын түләй, йылҡысылыҡ фермаларын төҙөү, малдарына бесән әҙерләү өсөн техника ала аламы? Юҡ, әлбиттә. Бында Хөкүмәт яғынан ярҙам булырға тейеш. Йәки бына Бөрйән районын алайыҡ. Унда ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе - солоҡсолоҡто үҫтерергә мөмкин. Әйҙә, теләге булған һәм солоҡсолоҡ эшен белгән егеттәргә 100 гектар урманды ҡуртымға бир ҙә, ярҙам ит. Ул нығынһа, бюджет та тулыланыр. Юҡ, был бары тик хыял ғына, сөнки тотош Бөрйәндә бындай территория табылмаясаҡ - ундағы ерҙәрҙең күпселеге ҡурсаулыҡ зонаһы, йәғни федераль милектә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе ул урманда ут яғып, йәки байрам ойоштороп йөрөмәй, бал ҡорттары ла яландарҙы тапап, ағастарға зыян килтермәй. Йәиһә Учалы, Баймаҡ райондарында һарыҡ үрсетеүҙе ҡабат тергеҙеп булмаймы ни? Беҙгә һәр райондың үҙенең үҙенсәлеген, атай-олатайҙарҙың боронғо кәсепселеген иҫәпкә алып, ошо эштәрҙе ҡабаттан башларға ғына кәрәк. Быны хәл итергә мөмкин, ләкин эш тағы ла шул ер мәсьәләһенә һәм хөкүмәт яғынан ярҙамға барып төртөлә.

Бөгөн, "ерҙән яҙмайыҡ, ерҙәрҙе шәхси милеккә әйләндереп ҡалайыҡ", тип саҡырыу ташлайбыҙ, саң ҡағабыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта ергә һалымды кадастр хаҡы буйынса түләй башлағас, был тағы ла ауыл халҡының барлы-юҡлы аҡсаһын бер файҙа килтермәгән ер өсөн талап алыу булмаймы? Эйе, ере бар, килеме юҡ, өҫтәүенә, шуның өсөн ул һалымын түләргә тейеш...

- Ысынбарлыҡта, бөгөн ауылдарҙа күпселекте пенсионерҙар тәшкил итә. Бындай күренеш Башҡортостан өсөн генә хас түгел, Рәсәй ауылдарының өстән бер өлөшө үлеп бөтөп бара. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округында Удмуртия яғынан Киров өлкәһенә ингәндә юл буйында тиҫтәләрсә буш ауыл осрай. Уларҙа өйҙәрҙең тәҙрәләре һуғыш ваҡытындағы кеүек таҡта менән арҡыры ҡағылған. Ауылда йән эйәһе юҡ. Булғандарында ла тик яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ. Магазин, клуб, мәктәп, фельдшер пункты тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Башҡа төбәктәрҙә лә шундай хәлдәр күҙәтелә. Был - Рәсәйҙең тап уртаһында. Иң ҡурҡынысы - тирә-яҡта ҡарағура баҫҡан яландар буш ята, уларҙы урман ҡаплап бара. Шул уҡ ваҡытта муниципаль берәмектәр, ауыл биләмәләре үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалды. Ил буйынса муниципаль бюджеттар ни бары 40 процентҡа ғына тулылана, һөҙөмтәлә улар барыһы ла дотациялыға әйләнә бара. Әгәр ауылдарҙа кеше ҡалмай, улар үҙ ерҙәрен милек итеп теркәмәй икән, ер һалымын кем түләргә тейеш? Хатта ерен үҙ милкенә күсереүселәр ҙә күпмелер ваҡыттан һуң унан баш тарта башлаясаҡ. Шуға күрә беҙгә тиҙ арала яңы ҡанундар ҡабул итеп, Ер банкы ойоштороп, ерҙәрҙе халыҡтан кире һатып алырға һәм уны үҙен хужа итеп тойған кешеләргә бирергә кәрәк. Ә инде инвесторҙар - улар бары тик үҙ кеҫәһен ҡайғыртыусылар ғына. Улар иң уңдырышлы ерҙәрҙе ҡуртымға алып, бер нисә йыл уның елеген һурасаҡ та, һуңынан ташлап китәсәк. Бөгөн, белгестәр әйтеүенсә, республикала ер өҫтөнән 4-6 сантиметр күләмендәге гумус ҡатламы юҡҡа сыҡҡан. Ә бер сантиметр гумус ҡатламын барлыҡҡа килтереү өсөн тәбиғәткә 100-150 йыл кәрәк. Шуға күрә, ерҙе унда үҙен хужа тип тойған, ерҙе тәрбиәләй аласағына ышанған кешеләргә генә биреү зарур. Шул ваҡытта ғына ерҙәрҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Кире осраҡта инде, ергә ашлама индереп, туҡландырып тормайынса, ҡалған ғына ҡеүәтен һурып, майын һығып бөтөрһәк, Рәсәйҙең уртаһында таҡыр яландар ғына тороп ҡаласаҡ.

Шулай итеп...
Шекспирҙың Гамлеты баш ватҡан кеүек, бөгөн "Ерле булып ҡалабыҙмы, әллә ерҙән яҙабыҙмы?" тигән һорау күптәргә тынғы бирмәй. Шул уҡ ваҡытта, берәү ҙә был мәсьәләне нисек хәл итеү юлдарын аныҡ ҡына белмәй. Бәлки, бөгөнгө әңгәмәсебеҙҙең фекерҙәре менән танышҡандан һуң, гәзитебеҙҙе уҡыусылар үҙҙәренең уй-ниәттәре менән уртаҡлашып, дөйөм бер йәмәғәтселек фекере тыуҙырыуға өлгәшербеҙ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1490

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru