«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘК МӘКТӘБЕНДӘ ЮҒАРЫ ОҪТАЛЫҠТАҒЫ УҠЫТЫУСЫЛАР ЭШЛӘЙӘСӘК
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2015" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың иң көслө педагогтарын туплаған был ярыштың абсолют еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһының 58-се лицейынан математика уҡытыусыһы Рима Ронжина лайыҡ булды.

Быйыл "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында бөтәһе 105 педагог ҡатнашҡан. Улар араһында мәктәптә оҙайлы йылдар эшләп, егерме йылдан ашыу эш стажы туплаусылар менән бер рәттән, биш йыл элек хеҙмәт юлын башлап, уҡыусыларының һәм коллегаларының ихтирамын яулап өлгөргән йәштәрҙең дә булыуы һөйөндөрҙө. Баһалама ағзалары әйтеүенсә, конкурстың кимәле тәүге йылдарҙа үткәрелгәндәргә ҡарағанда һиҙелерлек күтәрелгән, уҡытыусыларҙың заман менән бергә атлауы, бер үҙгәреште лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы улар асыҡ дәрес үткәргәндә лә, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәл артында фекер алышҡанда ла асыҡ сағылған.
Әйткәндәй, "Киләсәк мәктәбе. Мәктәптең киләсәге" темаһына арналған түңәрәк өҫтәл барышында педагогтар белем усаҡтарында киләсәктә ниндәй үҙгәрештәр булырын ғына күҙаллап ҡалманы, бөгөн үҙҙәрен борсоған проблемалар тураһында ла фекер алышты. Киләсәк мәктәбенең иң төп ҡаҙанышы яҡшы матди-техник базаһы булыуҙа түгел, ә унда юғары профессионал педагогтар эшләүендә, тигән фекер ҙә яңғыраны. "Уҡытыусы балалар менән бер телдә һөйләшергә, улар ҡыҙыҡһынған нәмәләр менән ҡыҙыҡһынырға бурыслы. Мин үҙем "Бәйләнештә" селтәре аша хатта уҡыусыларымдың ниндәй йыр тыңлауына иғтибар итәм, улар кеүек, бөтөн яңылыҡтар уртаһында булырға тырышам. Былар барыһы ла балалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, дәресеңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, фекер алышыу һәм аралашыу өсөн бик мөһим", - ти бәйгенең еңеүсеһе, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 2-се урта белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мәмбәтова. Фекер алышыу барышында педагогтар бер тауыштан заманса техника, төрлө электрон белем биреү системалары асҡан мөмкинлектәрҙе файҙаланыу бала менән йәнле аралашыуҙы бер ҡасан да алмаштыра алмаясаҡ, тип билдәләне.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы был һөнәр эйәләре өсөн бер-береһенең эш тәжрибәһен, яңы уҡытыу алымдарын өйрәнеүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларҙың эшен тейешенсә баһалау, уларҙың йәмғиәттәге абруйын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе сара булараҡ та әһәмиәтле. Шуға ла бәйгенең еңеүселәре менән бер рәттән, унда ҡатнашыусыларҙы ла төрлө номинацияларҙа билдәләп һәм бүләкләп китеү матур бер традицияға әүерелгән. Конкурста бер нисә тапҡыр ҡатнашып, оло еңеүгә килгәндәр күп бит уҡытыусылар араһында. Улар ана шул номинацияларҙа бүләкләнеп, оло еңеүгә дәртләндерелгән дә инде. "Мин был еңеүгә оҙаҡ килдем", - тине бит конкурстың еңеүсеһе Рима Рауил ҡыҙы ла.
Әйткәндәй, ошо уҡ тантанала йыл да М.Аҡмулла исемендәге БДПУ тарафынан бирелә торған В. А. Сухомлинский исемендәге миҙал быйыл Йылайыр районы Юлдыбай ауылы урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Фәрит Фазыловҡа тапшырылды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1426

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru