«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАМИЛЛАШЫУҘЫ ДАУАМ ИТЕР ӘЛЕ ГӘЗИТЕБЕҘ
+  - 

Йылдар дауамында бер үк кимәлдә ҡалыусы, яҙыу йәһәтенән дә, материалдарҙың бирелеше яғынан да бер үк сифатта булыусы, яңы авторҙар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек алып бармаған баҫмалар ҙа була. Уларҙы өйрәнелгән ғәҙәт буйынса алдыраһың, уҡыйһың, ләкин үҙең өсөн бер яңылыҡ та тапмайһың, ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле сығыштарға ла юлыҡмайһың. Камиллашыу, бар йәһәттән дә яҡшырыуҙы үҙ бурысы итеп алмаған гәзит-журналдар менән тулған беҙҙең ваҡытлы матбуғат баҙары. Шундай бер төрлөлөк араһында үҙенең йөҙө булған, уҡыусыһына һәр саҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тәҡдим итеүсе, төрлө быуын вәкилдәренә тәғәйенләнгән гәзитебеҙ - "Киске Өфө"бөҙ барлығына ҡыуанып бөтә алмайым.

Үҙ ваҡытында мин гәзит-журналдарға "ҡаш өҫтөнән" генә, "бармаҡ араһынан" ғына ҡараған кеше инем. Мине ҡыҙыҡтырырлыҡ, күңелемә хуш килерлек нимә тәҡдим итә ала һуң хәҙерге гәзит-журналдар, тигән фекерем "Киске Өфө" менән танышҡандан һуң ҡырҡа үҙгәрҙе. Эйе, тәү ҡарашҡа гәзит ваҡытлы матбуғат донъяһына ниндәйҙер яңылыҡ та индермәй кеүек, ләкин уның биттәрендә донъя күргән һәр мәҡәлә үҙе бер донъя.
Матур-матур ғаиләләр менән танышҡандан һуң күпме егет-ҡыҙҙар дәртләнеп үҙҙәренең ояларын ҡорҙо икән? Ә ғилемле, зыялы замандаштарыбыҙҙың өлгөһөндә үҙе лә фән, медицина, хоҡуҡ юлын һайлаусы, ауыл хужалығы тармағын үҙ итеүсе һәм башҡа бик күп төрлө өлкәләрҙә үҙен тапҡан йәштәребеҙҙең һаны күпмегә етте икән? Гәзит битендә күркәм башҡорт исемдәрен йөрөткән балаларҙы күреп, үҙ балаһына ла халҡыбыҙҙың күңелгә ятышлы, ҡолаҡҡа яғымлы исемдәрен ҡушыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡтыр, тип уйлайым. Шулай уҡ "Киске Өфө"нөң башҡа рубрикалары аҫтында баҫылған мәҡәләләренең дә уҡымлы, фәһемле, кәрәкле икәнен берәү ҙә инҡар итмәҫ, моғайын.
Гәзиттең тағы бер күҙгә ташланып торған ыңғай яғы - ул да булһа, туған телебеҙгә ҙур иғтибар бүлеүе. Баҫмала башҡорт теленә ҡағылышлы һәр яңылыҡ даими бирелә килә. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһе булһынмы, телгә ҡағылышлы башҡа төрлө сарамы - "Киске Өфө" бер ниндәй ваҡиғаны ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Үҙебеҙ ҡәҙерләмәһәк, һанламаһаҡ, телебеҙҙе башҡалар ҙа ҡағасаҡ - ошо хәҡиҡәтте аңлайышлы, ләкин ялҡытмайынса ғына күңелгә һала белә гәзит хеҙмәткәрҙәре лә, авторҙары ла.
Етди, көнүҙәк темалар күтәреүе менән бер рәттән, гәзит тәрән йөкмәткеле һәм зирәклеге менән дә оҡшай миңә. Тупаҫлыҡҡа, ике йөҙлөлөккә, мәғәнәһеҙлеккә урын юҡ гәзиттә - был да юғары баһаға лайыҡ. Гәзит артабан да камиллашыу юлынан тайпылмаҫ, тип ышанам, сөнки камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигән фекерҙе тулыһынса хуплайым.

Дилә ВӘЛИЕВА.
Өфө ҡалаһы./b>

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1291

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru