«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАМАН ДА ШУЛ ЕТЛЕКМӘГӘН КЕЙӘҮҘӘР ТУРАҺЫНДА
+  - 

"Киске Өфө"нөң былтырғы бер һанында "Уйҙарымдан уйылам…" рубрикаһында "Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам…" тигән баш аҫтында Айбикә исемле автор заман ҡыҙҙары яҙмышы, етлекмәгән кейәүҙәр тураһында һөйләшеү башлағайны һәм Айгөл Ахунова исемле автор уға ҡушылып, үҙ фекерен әйткәйне. Был сығыштар мине үтә тулҡынландырһа ла, үҙ ваҡытында ғына ҡулға ҡәләм алыу форсаты булманы. Һуңлап булһа ла яҙам әле үҙ фекеремде.

…Бер саҡ атайым менән әсәйемдең шундай һөйләшеүенә шаһит булынғайны: "Атай йортонда күнегелгән мөхиттә үҫкән ҡыҙ бала, кейәүгә сыҡһа, сит ғәҙәттәр солғанышына барып эләгә һәм шуларға яраҡлашырға тейеш була. Беҙ ҙә ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ бит, үҙҙәренә яраҡлаштырам, тип, кем генә ҡыйырһытмаҫ бәпкәләребеҙҙе…" Бына шулай, ара-тирә беҙҙең, ҡыҙ балаларының яҙмышын уйлап көрһөнөүен ишеткеләй инем уларҙың. Тормошта осраясаҡ һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы үҙ баштарынан үткәргәс, уларҙың беҙҙең өлөшкә лә төшәсәген һиҙенеп, күңелдәре болоҡһоғандыр инде.
Шуға ла беҙҙе бар яҡлап ҡурсырға тырышҡандарҙыр. Әсәйем гел генә: "Үҙ донъяһын көткәндә лә арып-талырҙар әле, миндә саҡта йоҡоларын туйҙырып ҡалһындар", - тиер ине. Әлбиттә, сиртке тейҙермәй, һикереп тө-шөп яҡлап, беҙҙе аҡлап ҡына, иркәләтеп кенә лә торманы улар. Әсәйем эш ҡушһа, "Эшләгәнең миңә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә" тигән аҡылды йыш ҡабатлар ине. Уларҙың "Барынса - байрам", "Булғанына - шөкөр", "Сабырлыҡтың төбө - һары алтын" кеүек әйтем-мәҡәлдәре лә беҙҙе тормошҡа әҙерләүсе төп аҡыл булғандыр, тим. Аҡты ҡаранан айырырға, буласаҡ тормош иптәштәребеҙҙе эске һиҙемләү аша һайларға кәрәк, тигән ишараны ла оҙон өгөт-нәсихәттәргә бирелмәй генә, үҙҙәренең хәл-тороштары аша йәиһә теге йәки был күренешкә мөнәсәбәте менән белгертеп ҡуйырҙар ине.
Уңышҡа юл еңел генә бирелмәне бирелеүгә. Әммә беҙҙең һәр беребеҙ лайыҡлы ир ҡатыны булдыҡ. Апалы-һеңлелеләрҙән икәүебеҙ ҡыҙ балалар тәрбиәләп үҫтерҙек. Дөрөҫөн әйткәндә, ихласлығыбыҙға яуап итеп, хәләл ефеттәребеҙҙән ысын ир-егеттәргә хас киң күңеллелек, изгелек күрмәнек. Әммә ғаиләбеҙҙә ыңғай өлгө бар: бер кейәүебеҙ тормоштоң иң ауыр йөгөн үҙе тарта, ғаиләһен бер саҡта ла мохтаж итмәй, борсолдормай, малын-аҡсаһын табып тора - күҙ тейә күрмәһен. Ул үҙе кеүек ысын ир булырҙай улдар үҫтерҙе. Ә беҙҙең, минең һәм һеңлемдең, ирҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ кейәүҙәренә ыңғай өлгө була алманы. Кейәүҙәр ҡайны тупрағынан ярала, тигәндәре дөрөҫкә сыҡты ла ҡуйҙы: ҡыҙҙарыбыҙ өлөшөнә төшкән ир-егеттәр ҙә ысын ирлекте аҡлай алманы.
Береһенең ҡарап торғанда төҫ-башы, буйы-һыны бынамын тигән. Юғары белемле, аңлы ғына егет һымаҡ. Әммә бирелеп китеп эскене яратты. Төн уртаһына тиклем эшләгән урынында эсеп ятты, йыш ҡына иптәштәрен өйгә тейәп алып ҡайтып, эске табыны ойошторҙо. Өйҙә икмәк бармы, балалар туҡмы, эштән ҡайтышлай ике бәләкәй улын балалар баҡсаһынан алып, ике ҡулы төйөнсөктән бушамаған ҡатынының хәле нисек - ундай һорауҙар башына ла инеп сыҡмағандыр кейәүебеҙҙең. Һәйбәтләп ултырып һөйләшергә итһәң, "Өйрәтмә, һин минең уҡытыусым түгел!" тип кенә ҡуйыр ине. Араҡынан айырырға тырышҡаныбыҙ өсөн беҙ уның беренсе дошманына әйләндек. Ғаиләһе емерелһә лә, кейәүебеҙ араҡыһына тоғро ҡалды. Тәкәбберлеген дә ҡәнәғәтләндерҙе: "Мин - ир, әйттем - бөттө". "Төҙәләм, балаларым хаҡына", тип бер үкенһә ине, исмаһам…
Бындай "маңҡа" ирҙәр милләтебеҙгә мәртәбә өҫтәмәй, киреһенсә, үҫешебеҙҙе тотҡарлай, тип уйлайым. Тик ундайҙар бигерәк ишәйеп китте бит. Шуға ла атай-әсәйҙәрҙең хәле аңлашыла инде: ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тип әйтмәй сараһы юҡ. Хәйер… Бынамын тигән ир бала тәрбиәләгән атай-әсәй ҙә тәрбиәһеҙ, ҡатын булырға ла, әсә булырға ла өлгөрөп етмәгән килендәрҙе күҙ алдына килтереп, "Ир балаҡайымды ҡыҙғанам", тип уфтана торғандыр инде…

Илһөйәр ТУҒАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.14 | Ҡаралған: 1406

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru