«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШҠЫУАРЛЫҠ НИҢӘ ЙӘЛЕП ИТМӘЙ?
+  - 

Юғары менеджмент мәктәбе белгестәре ике мең рәсәйленән һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә 2013 йылда үҙ эшен ябыусылар һанының 2012 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Яуап биреүселәрҙең 40 проценты эшҡыуарлыҡтың килемһеҙ булыуын билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшен аса алмауҙың сәбәбен аҡса юҡлыҡҡа һылтаусылар кәмегән. Тимәк, бөгөнгө көндә капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Шулай ҙа халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә атлығып тормай. Сөнки бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында уңышлы бизнес алып барыуға улар ышанмай. Был тап ошо һорау алыу барышында асыҡланған.

Күптәр хыяллана хыялланыуға

Ни тиһәң дә, эшҡыуарлыҡ һәм уның үҫеше һәр ваҡыт актуаль темаларҙың береһе, сөнки тап ул иҡтисадты алға әйҙәүсе көс булып тора. Ә һандарға күҙ һалһаң, был көстөң кәмеүе, етерлек булмауы асыҡ күренә. Был хаҡта бар иҡтисад белгестәре яу һала, әммә әлегә хәлде төҙәтерлек саралар күрелгәне һиҙелмәй. Бер ҡарағанда, дәүләт эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бар яҡлап ярҙам итә кеүек, әммә ни өсөн эшҡыуарҙар һаны артмай һуң? Ни өсөн халыҡ ялланып эшләүҙе, йә булмаһа бөтөнләй эшләмәүҙе хуп күрә? Ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышып ҡарарға ине был мәҡәләмдә.
Күптәр үҙ эшен асырға хыял итә. Ләкин ысынбарлыҡта күптәребеҙ, эш хаҡы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ялланып эшләүҙе ҡулай таба. Уға тотороҡлолоҡ, ай һайын ниндәйҙер күләмдә эш хаҡы алыу бойондороҡло булыуҙан ҡәҙерлерәк. Сөнки эшҡыуарлыҡ һәр ваҡыт билдәһеҙлек бизмәнендә: бөгөн уңһаң, иртәгә туңырға мөмкинһең. Эшҡыуарлыҡ - ул аҡыл һәм күңел көсөргәнешлеген үтә ныҡ талап иткән шөғөл. Нимә булһа ла, яуаплылыҡ һинең өҫтә. Ошоно аңлағандар ғына эшҡыуарлыҡҡа киләлер ул. Ә халыҡтың күпселеге ундай яуаплылыҡтан ҡурҡа. Уға билдәле бер эш менән мәшғүл булып, уның өсөн эш хаҡы алып ятыу уңайлыраҡ. Беҙҙең йәмғиәттең менталитеты, совет осоронан ҡалған ҡалып шундай.
Билдәле, бөтәһе лә эшҡыуар була алмай, заводтарға - эшселәр, кибеттәргә - һатыусылар, балаларыбыҙҙы уҡытырға уҡытыусылар, халыҡты дауаларға табиптар кәрәк. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр бик аҙ, беҙҙең илдә эшкә яраҡлы халыҡтың ете процентын ғына тәшкил итә улар. Ә һуңғы арала был һандың тағы ла кәмеүе күҙәтелә. Сөнки Рәсәй шарттарында бизнес асыу һәм уны уңышлы алып барыу бик ауырға төшә. Һәм бында эш башланғыс капитал булмауҙа ғына ла түгел, ә ҡағыҙ, бюрократия волокитаһы, юғары һалымдар, башҡа түләүҙәр, күҙәтеү органдарының "әрһеҙлеге" лә кире ролен уйнай. Шуға ла "конверттағы" эш хаҡтары, ике ҡатлы бухгалтерия, теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең илдә ныҡ үҫешкән.

Ҡоро һүҙҙән - факттарға

Районыбыҙҙың халыҡ иҫәбен алыу материалдары борсоуға һалды мине. Һуңғы йылдарҙа, айырыуса кризислы 2008-ҙән һуң халыҡ һаны йыл һайын уртаса бер меңгә кәмегән. Мәҫәлән, 2002-нән 2008-гә тиклем халыҡтың 25484-тән алып 28149-ға тиклем артыуы күҙәтелһә, унан һуң районда йәшәүселәр һаны 24987-гә тиклем төшкән. Үлем факторын да күҙҙән ысҡындырмайыҡ, шулай ҙа халыҡ иҫәбенең кәмеүен күптәрҙең, айырыуса йәштәрҙең республиканың бүтән тарафтарына, перспективалы яҡтарға юл алыуында күрәм. Сөнки беҙҙә йәштәргә үҙҙәренең һәләтлектәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юҡ. Уларҙы аңларға мөмкин. Дәүләт, әлбиттә, был проблеманы төрлө дәртләндереү программалары менән хәл итергә тырыша, әммә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй, ахыры. Мин йәшәгән Мөрсәлим ауыл биләмәһендә лә халыҡ иҫәбе кәмеү юлында. Мәҫәлән, 2002 йылда бында 3404 кеше көн күрһә, 2009 йылда 3700-гә тиклем артһа, 2010 йылда кинәт кәмегән - 3024-кә генә ҡалған. Артабан тағы ла кәмеү бара: 2012 йылда - 2911, 2013 йылда - 2821-гә тиклем төшкән халыҡ һаны. Был, әлбиттә, ҡыуандырған факт түгел. Йәштәр киткәс, балалар һаны ла кәмей, балалар һаны кәмегәс, мәктәптәр ябыла. Бындай демографик һәм иҡтисади көсөргәнеш, шулай уҡ бар ерҙә оптималләштереү барған шарттарҙа ауылда эшҡыуарлыҡ үҫеше һорау аҫтында ҡалыуы тәбиғи. Әле булғандары ла үҙ эшен күптән асҡан эшҡыуарҙар. Ә яңылары әлегә күренмәй. Ошо ғына ла күпте һөйләй. Бөгөн ауыл эшҡыуарҙарының төп бурысы - баҙар иҡтисады тулҡындарында нисек тә түңкәрелмәй тороп ҡалырға!

Барыһы ла алып һата

Бөгөнгө көндә Мөрсәлим ауыл биләмәһендә ни бары ике тиҫтәләп кенә эшҡыуар иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, уларҙың эшмәкәрлеге күберәк аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һатыу өлкәһенә бәйләнгән. Тотош районды миҫал итеп алғанда ла, күпселек эшҡыуарҙарҙың тап алып-һатыу юлында икәнен күреүе ауыр түгел. Ә бына халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә - дөйөм туҡланыу, торлаҡ-коммуналь, юридик, туризм, ял һәм һаулыҡты нығытыу буйынса үҙ эшен асырға теләүселәр күренмәй. Ә бит төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итеү - иҡтисадты ғына түгел, халыҡтың йәшәү кимәлен дә күтәрә. Тик беҙҙә әле был өлкәләге мөмкинлектәр файҙаланылмай. Был тәңгәлдә эшҡыуарҙарҙың инициативаһынан тыш, власть вәкилдәренең дә ярҙамы кәрәк. Шул уҡ күңел асыу һәм ял итеү нөктәләрен генә алайыҡ. Балаларға аттракциондар, парктар, ғаилә менән ял итерлек кафелар, спорткомплекстар бит халыҡҡа һыу һымаҡ кәрәк. Хатта сәс ҡырҡтырыр өсөн заманса бөҙрәханалар ҙа юҡ. Минең уйымса, халыҡ ауыл тирәһенән эш булмағанға ғына түгел, ә ауылда күңелһеҙ булғанға "ҡаса".
Районда туризм буйынса инвестицион паспорт ҡабул ителгән, әммә был йәһәттән эш алып барылғаны тойолмай. Ә бит районыбыҙ милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған яғы. Мәҫәлән, ниңә "Салауат эҙенән" тигәнерәк маршрут эшләмәҫкә, "Янғантау"ға бит бөтә Рәсәйҙән һаулыҡтарын нығытырға киләләр, уларға беҙҙең батырыбыҙ менән яҡынданыраҡ танышыу файҙалы булыр ине. Был һис тә утопик идея түгел. Бында тик маршрут булдырырға, туристар йөрөтөү өсөн автобус бүлергә, гидтар әҙерләргә генә кәрәк. Шул ыңғайы миҙгелгә ярашлы халыҡ йолалары, байрамдары менән таныштырырға ла мөмкин булыр ине. Юҡһа, беҙгә килгән ҡунаҡтар Салауат Юлаев музейынан башҡа иҫтәлекле урындарҙы белмәйҙәр ҙә.
Был, әлбиттә, һүҙ ыңғайы тыуған уйҙар. Ни тиһәң дә, эшҡыуарлыҡ - алып һатыуға ғына ҡоролмаһын ине. Һуңғы арала экотуризм тигән йүнәлеш үҫешә. Ҡала кешеләре ауыл һауаһын танһыҡлай: күптәр сит илгә барғансы, тип, тәбиғәт ҡосағына ынтыла. Был йәһәттән дә беҙҙең район экологик яҡтан иң саф төбәктәрҙең береһе. Ҡала кешеләре ошондай матур тәбиғәт ҡосағында ҙур булмаған коттедждарҙа ла бик теләп ял итер ине. Ҡалай ғына ҡараһаң да, был мөмкинлек райондың үҫешенә булышлыҡ итер ине. Райондың инвестицион мөмкинлектәрен ауыл хужалығы тармағын үҫтереү йәһәтенән генә ҡарау дөрөҫ түгел. Әлбиттә, аграр район булараҡ, был алдынғы йүнәлеш. Әммә был йәһәттән дә беҙҙең районда эштәр һүлпән бара кеүек. Мәҫәлән, ауыл хужалығы, тигәндә,ниңә беҙ тик игенселек һәм малсылыҡты ғына күҙ алдына килтерәбеҙ, ниңә йәшелсә үҫтереү кеүек шөғөл ситтә ҡала? Ул рентабелле йүнәлештәрҙең береһе булыр ине, моғайын. Әлеге мәлдә күп йәшелсәләр сит өлкәләрҙән килтерелә. Ниңә үҙ теплицаларыбыҙҙы асмаҫҡа, баҫыуҙарҙа кишер, бәрәңге, ҡыҙыл сөгөлдөр, һуған үҫтермәҫкә?

Тағы шундай мәғлүмәт...

Районда эшҡыуарлыҡ тураһында мәғлүмәт туплағанда, бик ҡыҙыҡлы асыштарға ла юлығылды. Мәҫәлән, райондағы эшҡыуарҙарҙың һаны биш йөҙгә лә етмәй. Эшкә яраҡлы ун ете мең тирәһе кешенең өс-дүрт проценты ғына был. Һуңғы ике-өс йылда уларҙың һаны бөтөнләй үҙгәрмәгән тиерлек. Мәҫәлән, шундай үҫеш күҙәтелә: 2010 йылда ун мең кешегә - 237, 2011 йылда - 259, 2012 йылда 293 эшҡыуар тура килһә, 2013 йылда был һан 315-кә еткән. Ә бына ағымдағы һәм киләһе йылда ошо уҡ кимәлдә ҡалыу күҙаллана. Һәр хәлдә 2015 йылға план графаһында 315 тигән һан тора.
Ғөмүмән, хакимиәт сайтында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса аныҡ мәғлүмәт юҡ. Ә ауыл хужалығы буйынса бер ниндәй мәғлүмәт тә тапманым.

Шулай итеп...
Эшҡыуарлыҡ - ул киләсәкте тойоу һәм унан файҙа алыу, тигән бер иҡтисад белгесе. Ә икенсе берәү бизнесты велосипедта йөрөү менән тиңләгән, туҡтаһаң - мотлаҡ йығылыу янай, тигән. Минең уйымса, киләсәктә уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн тотҡарлыҡтар кәмейәсәктер, сөнки иҡтисадты кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтан тыш алға этәреп булмаясағы тураһында хәҙер ил кимәлендә оран һалалар. Мин оптимист: шуға бөгөнгө мәҡәләм пессимистик йөкмәткеле булһа ла, барыһы ла алда әле, тип, күтәренке нотала тамамлағы килә.

Гөлшат ХАЖИЕВА.
Салауат районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.14 | Ҡаралған: 1666

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru