«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уйлыға - уй
+  - 

ҮҘЕБЕҘ БУЛЫП ҠАЛАЙЫҠ,
туғандар бергә йыйылғанда булһа ла...

Милләт киләсәге, яҙмышы тураһында күп һөйләйбеҙ, борсолабыҙ, ҡайһы саҡ ошонан ары уҙа алмайбыҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе "юҡ-бар" тип һанайбыҙ. Эй, ҡуйсы, ваҡланмайыҡ, тибеҙ. Әммә, уйлап ҡараһаң, милләткә ҡағылған мәсьәләләрҙә ваҡ нәмә юҡ. Быға күптән түгел булған ваҡиғанан һуң тағы бер тапҡыр инандым.

Ауылда гөрләп туй бара. Ә мин туйҙы алып барыусы ролендәмен. Һәр кем туйҙың матур йолаһын атҡара: йәштәргә өгөт-нәсихәт, теләктәр белдерелә, бүләктәр тапшырыла. Бына бер йәш ғаилә кейәү менән кәләшкә туй бүләге тапшырҙы, ҡотланы ла, "Тағы бер бүләгебеҙ - бейеү!" тип иғлан итте. Шул арала аппаратура артында ултырған егет лезгинка көйөн яңғыратты. Ҡунаҡ егет ҡулдарын йәйеп, грузинса бейергә тотондо. Ярайһы оҫта ғына бейене был, ҡунаҡтар араһында ара-тирә ҡул сабыусылар ҙа ишетелде. Бейеүҙән һуң тәнәфес иғлан иткәс, яныма бер олатай килеп баҫты ла: "Табынды матур алып бараһың, һылыу. Тик ҡара әле, ҡунаҡтар араһында грузиндар бармы? - тине. -Туй мәжлесен алып барырға ҡуйғандар икән, тимәк, һин бында һәр сығыш өсөн яуаплыһың. Был мәжлестең тәрбиәүи һабаҡтары ла бар бит. Ана, балалар күпме бында, йәштәр ҙә байтаҡ. Улар аңына, туйҙар барғанда мотлаҡ грузин бейеүен бейергә кәрәк икән, тигән уй һалынды бит былай булғас. Бында "Буранбай" "Cибай" көйҙәре яңғырарға, "Байыҡ", "Ҙаһиҙә"ләр бейелергә тейеш! Йәнәшәбеҙҙә былай ҙа ситтәр ишәйҙе, теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, йәштәребеҙ уларҙың кире йоғонтоһона бирелергә, уларҙың телен, мәҙәниәтен үҙләштерергә әҙер тора. Ана бит, егет кеше үҙенең бейеүен түгел, ә сит милләт бейеүен кинәнеп бейене. Шуға ла бына ошондай туғандар ғына йыйылған мәжлестәр үҙебеҙҙең рухта үтергә тейеш, тип иҫәпләйем мин..." - шулай тине лә, боролоп китеп барҙы олатайыбыҙ...
Олатай хаҡлы ине. Шуға ла хатаны төҙәтеү өсөн бейеүсе егет менән һөйләшеп алырға булдым. Ул: "Апай, минең башҡорт бейеү көйҙәре яҙылған дискым үҙем менән юҡ ине шул. Унан һуң, бейегәс-бейегәс, башҡорт милли кейемен кейеп бейергә кәрәк бит инде..."- тип аҡланды. Туй аҙағындараҡ ҡунаҡтар араһынан кәүҙәле генә ике ағай теге егетте саҡырып сығарып, байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Һуңынан егетебеҙ мәжлес барған залға инеп, башҡорт бейеүен бейене барыбер... Ошо ваҡиға оҙаҡ ҡына күңелемдән китмәне. Дөрөҫ әйтте олатай, һеңдереп әйтте: милләт мәсьәләһенә килгәндә, ваҡ нәмәләр булмай...

Нурия ҠУНЫСБАЕВА.
Ейәнсура районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.14 | Ҡаралған: 1698

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru