«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

ЮРМАТЫ БАТЫРЫ...
көрәштә асыҡланды

Батырҙарға халҡыбыҙ борон-борондан ҙур хөрмәт күрһәткән. Уларға йырҙар, ҡобайырҙар, риүәйәт-легендалар арнаған. Боронғо осорҙа халҡыбыҙ батыр тип, ҡаһарман, башҡаларҙан айырылып торған физик көскә эйә кешеләрҙе ололаһа, ырыу-ҡәбиләләр ойошоу менән - ырыу башлыҡтарын, аҙағыраҡ яуҙа таҫыллыҡ күрһәткән яугирҙарҙы ла ошо исем-ат менән данлай башлаған. "Батыр" һүҙенең бөгөнгө мәғәнәһе ана шул ике ҡарашты үҙ эсенә ала ла инде.

Һуңғы йылдарҙа был исем спортта ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән спортсыларыбыҙға ҡарата ла ҡулланыла башланы. Мәҫәлән, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллинды, Американы дер һелкеткән бер туған боксерҙар - донъяның иң көслө 15 боксеры исемлегенә ингән Хәбир менән Сабир Сөләймәновтарҙы, биатлон һәм саңғы ярыштары буйынса 4 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповты "Заманыбыҙҙың башҡорт батырҙары" тип оло ғорурлыҡ менән атайбыҙ. Кемдер "Батырҙар тарихта ғына булған бит", тип, батыр исемен әрһеҙләүҙә ғәйепләр. Улайһа, батырҙарҙы телдән төшөрмәү ни өсөн кәрәк, тип, ҡаршы һорау ҡуяйыҡ. Был һорауға яуап биреү өсөн "Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр, тиер" тигән әйтемебеҙҙе иҫкә төшөрөү ҙә етә. Беҙ көслө, алдынғы ҡарашлы, милләтен данлаған ир-егеттәребеҙҙе бөгөн дә батыр тип күтәрмәләргә тейешбеҙ.
Әйткәндәй, был фекерҙе раҫлап, уны күтәреп алыусылар арта хәҙер. Республикабыҙ райондарында йыш үткәрелә башлаған милли көрәш турнирҙарын ғына алайыҡ. Бында ла ошо маҡсат ҡуйыла бит: райондың, ырыуҙың, ауылдың батырҙарын асыҡларға! Әле күптән түгел Ишембай ҡалаһының Спорт һарайында үткән зона-ара турнирына ла юрматы ырыуы батырын асыҡлау маҡсатында йыйылдылар. Ишембай районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының (рәйесе Әлфис Фәйзуллин) инициативаһын Башҡортостан Республикаһы Билбау көрәше федерацияһы, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге, "Ғәлиә" химик таҙартыу предприятиеһы, Ишембай нефть колледжы, "Киске Өфө" гәзите редакцияһы һәм бихисап шәхси эшҡыуарҙар күтәреп алды һәм ошо төбәктең бер нисә районының йәш батырҙарына көс һынашыу мөмкинлеге тыуҙырылды. Шулай итеп, майҙан уртаһына Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай ҡалаларынан, Мәләүез, Стәрлебаш, Ишембай райондарынан 1996-1999 йылдарҙа тыуған алтмыштан ашыу йәш батыр, йәш буйынса ике төркөмгә бүленеп, бил һынашырға сыҡты.
-Милли көрәш буйынса ярыштар район кимәлендә йыш үтә, ә бер-нисә районды бергә туплаған бындай киң масштабтағы бәйге үткәрелгәне юҡ ине, - тине Маҡар балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, әлеге ярыштың баш судьяһы Олег Яҡупов. - Етмәһә, ярыштың форматы ла бик уңышлы уйланылған - еңеүсегә "Батыр" исеме биреләсәк, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалдылар ҙа, егеттәр ярышҡа бик әүҙем әҙерләнде. Малайҙарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләүҙә спорттың, әлеге осраҡта милли көрәштең, ошондай ярыштарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Сөнки, бында рух, бында сәм, бында халыҡсанлыҡ тантана итә...
Шулай итеп, район мәҙәниәт идаралығы әҙерләгән матур тамашаларҙан һуң ҡурай моңо оҙатыуында тәүге көрәшселәр бил быуып, алыша ла башланы. Биш сәғәткә яҡын барған алыш һөҙөмтәһе буйынса командалар беренселегендә тәүге урынды һәм кубокты - ишембайҙар, икенсене - мәләүездәр, өсөнсө урынды стәрлебаштар яуланы. Шәхси беренселектә ике төркөмдә лә төрлө ауырлыҡ категориялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Еңеүселәргә кубок, затлы бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. "Юрматы батыры", йәғни йыйындың абсолют чемпионы исемен Ишембай нефть колледжы студенты Айнур Собханғолов яуланы. Егеткә бүләк итеп затлы келәм тапшырылды, юрматы ырыуының аҡһаҡалы, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов башҡорт милли кейеме - елән менән бүрек кейҙерҙе.
"Юрматы батыры" милли көрәш турниры көрәшселәрҙе лә, ярышты ойоштороусыларҙы ла дәртләндерҙе, йөрәктәргә сәм өҫтәне. Ойоштороусыларҙың береһе Ишембай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин: "Маҡсатыбыҙ - йәштәребеҙҙә "Батыр" исеменә ынтылып, бәйгеләрҙә һынау тотоуға, көс һынашыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу ине. Икенсе йылға Ишембай ҡалаһының 75 йыллығына был сараны тағы ла ҙурыраҡ итеп үткәрергә тигән ниәт бар. Был сара ниәтебеҙҙең хаҡ булыуына ла инандырҙы бына..." - тине.

Илгиз ИШБУЛАТОВ

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.14 | Ҡаралған: 1672

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru