«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАҠЫ
+  - 

Өфө - Белорет юлында Инйәр тип аталған ҙур ғына ауыл бар. Республиканың баш ҡалаһы менән урман-тау зонаһын һәм бөтә Урал аръяғын бәйләп торған был көсөргәнешле транспорт юлында пассажирҙар ағымы көсәйгәндән-көсәйә бара. Тап Инйәр туҡталышында һәр автобус (ҙуры ла, бәләкәйе лә) туҡтамай үтмәй, сөнки бында аш-һыуы боҫрап торған ашханаһы ла, ҡунаҡханаһы ла бар һәм кәрәк-яраҡтар менән һатыу итеү ярайһы уҡ оҫта ойошторолған, кәрәҙле телефондарҙың ышаныслы бәйләнешен тәьмин иткән ҡоролмаһы ла янда ғына.

Шулай уҡ ошо туҡталышта ауылдың бик өлгөр эшҡыуарҙары үҙенсәлекле "йәшел баҙар" ойошторған. Тәүге йылдарҙа улар имән япраҡтарынан, шыршы ылыҫтарынан эшләнгән миндектәр менән генә һатыу итһәләр, аҙаҡ аҡ шыршынан (пихта) һығылған май, еләк-емеш, бәшмәк һәм айыу һуғаны (черемша), ҡымыҙлыҡ (горец альпийский), ҡаҡы кеүек витаминдарға бай үлән тәҡдим итә. Өфөгә барыусылар урман күстәнәстәрен мотлаҡ һатып алһа, кире ҡайтыусылар Урал аръяғы райондарына күстәнәскә был үләндәрҙе танһыҡ ризыҡ булараҡ алырға тип алдан уҡ маҡсат ҡуя. Артабан беҙҙең һүҙ ҡаҡы үләне тураһында барасаҡ.
Яҙ көндәренең башында организмдың витаминдарға ҡытлыҡ кисереүен баҫа торған һәм шуның менән цинга ауырыуҙарына ышаныслы кәртә булырлыҡ үлән үҫемлек ул - ҡаҡы (свербига восточная - Bunis orientalis L.) тигәнебеҙ. Ул әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарай. Һап-һары, дүрт таждан торған сәскәләре булған был үҫемлек элек һыубаҫар туғайҙарҙа, урман ситтәрендә, юл буйҙарында һәм картуф баҡсалары ҡоймалары буйлап үҫә. Ҡайһы бер авторҙар уны сүп үләндәр исемлегенә индергән. Тимәк, уны бөтә ерҙә лә осратырға мөмкин.
Ҡаҡының япраҡтарында аскорбин кислотаһы бар, баҡыр һәм марганец күп. Был үҫемлек ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә ифрат файҙалы тип иҫәпләнә. Япония ғалимдары билдәләүенсә, был үҫемлекте эсәктәге яман шештәрҙе дауалау маҡсатында ҡулланырға мөмкин. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтарында тиреләге яман шеште дауалауҙа ҡулланылыуы тураһында хәбәр ителә.
Уның составында метионин (U витамины тип йөрөтөлә) ашҡаҙан-эсәк трактында булған яраларҙы бөтәштереүгә һәләтле. Уны хатта "язваларға ҡаршы торорлоҡ витамин" тип тә атайҙар. Был үҫемлектең кеше организмына килеп эләккән бөтә төр ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте бар, шул иҫәптән спиртлы эсемлектәрҙән тарҡалған матдәләрҙе лә. Аптекаларҙа "Гептрал" (Адеметионин) тигән препарат һатыла. Был активлығы көсәйтелгән метионин "Гептрал" бауыр ауырыуҙарын цирроздан дауалай торған препарат. Бынан тыш, бауырҙың бөтә төр ағыуланыуына ҡаршы йүнәлтелгән был препарат хатта ВИЧ инфекцияһы менән яфаланыусыларҙың да хәлен яҡшырта тигән мәғлүмәт бар. Әммә был препарат аптекаларҙа бик ҡиммәтле. Ә ҡаҡы үләне арзан, тәбиғәт бушлай биргән уны кешеләргә. Сәсеп үҫтерергә лә кәрәкмәй, тик йыбанмай сыҡ тәбиғәткә - ал һәм ҡуллан! Был үләнде диабет һәм йөрәк-ҡан системаһы эшмәкәрлеге ҡаҡшаған осраҡтарҙа ҡулланыу тәҡдим ителә. Тимәк, тәбиғәт беҙгә бушлай бүләк иткән ҡиммәтле дарыу препараттарҙы алыштырырҙай был үҫемлек тирә-йүндә тулып ултыра икән. Әйтергә кәрәк, уны Японияла, Англияла сәсеп үҫтерәләр.

Ҡаҡынан салат. 150 г йәш ҡаҡы үләне, 600 г картуф, 15 г үҫемлек майы һәм тоҙ, борос самалап алына. Йәш үҫемлекте ҡабыҡтарын һыҙырып таҙарталар һәм япраҡтары менән бергә үткер бысаҡ менән ваҡлап, бешкән картуф өлөштәре менән бутайҙар. Аҙаҡ үҫемлек майы, тоҙ, борос өҫтәйҙәр.

Ҡаҡы менән картуф ашы. (проф. Кучеровтың "Пищевые растения и их использование" тигән китабынан алынды.) 140 г картуф, 20 г кишер, 80 г ҡаҡы, 20 г һыйыр майы, 20 г ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 40 г башлы һуған алына. Ҡайнар һыуға туралған картуф, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм ҡаҡы япраҡтарын һалып ҡайнатабыҙ. Улар бешеп етәрәк, йомортҡа, һуған һәм ҡаймаҡ һалына.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 35

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru