
Дебальцево рейды - үлемһеҙлеккә юл
Корпус командиры Борисов 1943 йылдың 11 февраленә ҡаршы төндә дивизияларға дошмандың алғы һыҙығына табан ҡуҙғалырға бойороҡ бирә. 112-се Башҡорт дивизияһына Ворошиловск йүнәлешендә һөжүм итеп, дошман тылына тәрән рейдҡа сығырға, немец ғәскәрҙәренең тыл частарын юҡ итеп, Дебальцево станцияһын алырға, Ворошиловград - Дебальцево һәм Чистяково - Дебальцево тимер юлын киҫергә бойорола.
Өс ҡылыссылар эскадронынан һәм танкыларға ҡаршы батареянан торған боевой төркөм ойошторола, уға 294-се полк командиры, подполковник Григорий Фондеранцев үҙе етәкселек итә. Ворошиловград - Дзержинск шоссеһын үткәс, ошо төркөм яугирҙары, дошманды көтмәгәндә атакалап, 38 метр оҙонлоғондағы күперҙе шартлата. Ошо күпер өсөн барған алышта дошман 25 орудиеһын, 24 автомашинаһын, бер нисә йөҙ һалдатын һәм офицерын юғалта.
294-се полктың авангардта барған эскадроны төнгә ҡарай, яландағы тәрән ҡарҙы ярып үтеп, Чернухино станцияһы янына килеп етә. Чернухиноға бергәләп һөжүм итеүсе 112-се һәм 55-се атлы дивизиялар дошман авиацияһы тарафынан бер туҡтауһыҙ бомбаға тотола, беҙҙең подразделениеларҙа юғалтыуҙар арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, Чернухино станцияһының көнсығыш яғынан дошман ҡыҫырыҡлап сығарыла.
1943 йылдың 14 февралендә 8-се корпустың рейдтағы частары Дебальцево станцияһына һөжүм итә. Бында дошмандың бик яҡшы ҡоралланған, беҙҙең һөжүм итеүсе частарҙан һан яғынан да күпкә өҫтөнөрәк булған ғәскәре урынлашҡан була. Улар беҙҙең яугирҙарға ҡаршы күтәрелә, әммә гвардия минометтары уты аҫтында ҡалып, кире сигенергә мәжбүр ителә. 8-се кавкорпус 3-сө гвардия армияһы соединениелары, ике танк һәм 18-се уҡсы корпустары ярҙамында Ворошиловград ҡалаһын дошмандан азат итә. Шул уҡ көндә Краснодон ҡалаһы ла дошмандан таҙартыла. Юғары Баш командование Ставкаһы 8-се кавкорпустың Донбастағы рейд барышындағы уңыштарына оло баһа бирә: корпусҡа гвардия званиеһы бирелә һәм ул артабан 7-се гвардия кавалерия корпусы, тип атала башлай. Корпус частарының да нумерацияһы үҙгәрә: 21-се кавалерия дивизияһы 14-се гвардия кавалерия дивизияһы, 55-се дивизия - 15-се гвардия кавалерия дивизияһы, ә 112-се Башҡорт дивизияһы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә.
17 февралгә 7-се гв. кавкорпусы частары дошмандың ныҡ ҡоралланған, һан яғынан бик күпкә өҫтөн булған көстәре ҡамауында ҡала. Немец самолеттары беҙҙең яугирҙар биләгән позицияларҙы бер туҡтауһыҙ бомбаға тота, һәләк булыусылар, яраланыусылар һаны арта бара. Боеприпастар, артиллерия өсөн снарядтар етешмәй.
22 февралдә 3-сө гвардия армияһы штабынан тағы ла яңы бойороҡ алына. Был юлы рейдтан сығып килеүсе корпус, Широкий хуторы йүнәлешендә хәрәкәт итеп, фронт һыҙығының икенсе яғынан һөжүмгә күсергә тейешле 14-се гв. уҡсы корпусы частарына ҡушылырға тейеш була. Армия штабының көн һайын үҙгәреп торған бойороҡтары армия командованиеһының (командующийы - генерал-лейтенант Д.Д. Лелюшенко) 8-се гв. корпусын дошман тылынан юғалтыуһыҙ алып сығыу планы булмағанлығын, ошо йүнәлештәге дошман көстәре хаҡында аныҡ мәғлүмәт тупланылмағанын асыҡ күрһәтә. Рейдтан сығыусылар өсөн иң хәүефлеһе - фронттың икенсе яғындағы беҙҙең частар һөжүменең бары тик хәрби бойороҡтарҙа ғына ҡалыуы...
3-сө армия штабынан көн һайын, дошман тылынан немецтарҙың күпкә өҫтөн көстәре менән бер туҡтамайынса бәрелеш-ҡыйралышҡа инеп, рейдтан сығып килгән беҙҙең корпусҡа яңынан-яңы, береһе икенсеһенә тура килмәгән бойороҡтар яуып ҡына тора. Ә уның һуңғы бойороғо 7-се гв. корпусының рейдта иҫән ҡалған көстәрен дошмандың алдан әҙерләгән тоҙағына ҡаптырыуға тиң, тип әйтергә була. Комкор Борисов та, тәжрибәле боевой офицер булараҡ, үҙҙәрен ни көтәсәген һиҙенгәндер, моғайын. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йыш ҡабатланған бер трагик хәрби традиция хөкөм һөрә: юғары генералитет, хәрби чиновниктар бойороғо һис бер тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш. Генерал-майор тап шулай эшләй ҙә инде.
Бында тағы ла бер нәмәгә иғтибар итеү фарыз: рейдта саҡта комкор М.Д. Борисов иң хәүефле, иң үлемесле, хәл иткес алыш көтөләсәк позицияларға тап шайморатывсыларҙы ебәрә. Сөнки тап Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары фронтта иң ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, ышаныслы һуғышсылар булып таныла. Был юлы ла шулай була. Авангардта - М.М. Шайморатов гвардеецтары, улар артынан ғына полковник Иван Терентьевич Чаленконың 15-се гв. дивизияһы бара. 16-сы гв. кавалерия дивизияһы политбүлеге начальнигы урынбаҫары Сабир Рәхим улы Ҡадиров үҙенең "Урал бөркөтө" исемле хәтирәләр китабында бына ниҙәр яҙа: "23 февралдә сәғәт 5-кә бойороҡта күрһәтелгән Юлино утары ҡаршыһындағы ағаслыҡҡа килеп сыҡтыҡ. Һыҙылып таң атып килә. Арманһыҙ булып талған һуғышсылар туҡталған бер урында бер ни белмәй ғырлап йоҡлап китәләр. Ысынлап та, аслы-туҡлы, өс тәүлектән ары ҡар йырып тәрән соҡорҙарҙан, урмандарҙан үтеү, дошман менән өҙлөкһөҙ һуғышып килеү һәр кемде йонсотҡайны, хәлһеҙләндергәйне. Шуның өсөн дә аяғөҫтө йоҡлап ергә ауыусылар һаны күбәйә барҙы".
Юлино 1-се утарында комкор Борисов менән комдив Шайморатов араһында бик ҡыҙыу һөйләшеү була. Комкор Шайморатовҡа яугирҙарҙы күтәрергә, алға барыуҙы дауам итергә бойора. Комдив тәүҙә разведка эшләү, яугирҙарҙы аҙ ғына булһа ла ял иттереү хаҡында тәҡдим итеп ҡарай, әммә ярайһы уҡ эсеп алған Борисов уға тупаҫ екерә, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләй, хатта кобураһына йәбешә. Шайморатовтың: "Бер тәүлек ваҡыт бирегеҙ. Бөтәгеҙҙе лә иҫән-һау, юғалтыуһыҙ алып сығам", - тигән һүҙҙәре яуапһыҙ ҡалдырыла. Шайморатов атлыларына һуңғы бойороғон бирә.
Башҡорт дивизияһы, ике колоннаға бүленеп, фронт һыҙығы үткән Мало-Николаевка йүнәлешендә хәрәкәт итә. Иң алдан штаб офицерҙарының бер өлөшө, адъютанты һәм һаҡсы взвод һалдаттары менән комдив үҙе ҡуҙғала. Ә бынан ике-өс саҡрым алда уларҙы алдан әҙерләнгән, барса һуғыш ҡоралдары булған дошман засадаһы көтә... Тирә-яҡтағы барса тораҡ пункттарында, беҙҙең 7-се корпустың дошман тылынан сығырға тейешле маршруты буйындағы Штеровка, Федоровка, Никитовка ауылдарында, Юлино 2-се утарынан төньяҡтараҡ булған ат һарайҙарында дошман ғәскәре урынлашҡан була. Ҡайҙа ҡарама - немец частары, уларҙың танкылары, артиллерияһы һәм бихисап тере көстәре.
Атлылар таңға табан алға ҡуҙғала. Ивановка менән Малониколаевка ауылдарын тоташтырыусы юл аша сыҡҡас, немецтар беҙҙең яугирҙарҙы күреп ҡала. Юлино 1-се - Фромандировка - Широкий хуторы арауығында ҡан ҡойғос алыштар башлана. Дошман беҙҙең яугирҙарҙы ҡулдарында булған барса ҡоралдар - артиллерия, миномет, пулемет утына тота, дошман самолеттары бомба яуҙыра. Яугирҙарыбыҙҙың күбеһе һуңғы патроны ҡалғансы яу яланын ташлап китмәй.
Комдив Шайморатов бер төркөм яугирҙары менән Штеровка ауылынан саҡрым ярым алыҫлыҡтағы Редькин балкаһына тиклем барып етә. Әммә улар, фронт һыҙығына 4-5 саҡрым ҡалғас, Романов ҡаяһы тәңгәлендә дошмандың үлемесле уты аҫтында ҡала. Легендар комдив ошонда батырҙарҙа һәләк була. Тәжрибәле боевой офицер булараҡ, М.М. Шайморатов иҫерек баш, тупаҫ комкор Борисовтың, алды-артты ҡарамай, һуҡырҙарса алға барырға бойороуының ни тиклем хәүефле икәнен белгәндер. Борисовтың алда, фронт һыҙығында, немецтарҙың йүнле оборонаһы булмауы хаҡындағы фекеренең дә хата икәнен аңлағандыр. Бәлки, тап шул сәбәпле, ул бер нисә офицеры һәм һаҡсылар взводы менән юл ярып, иң алдан барғандыр. Тимәк, ул, батыр яугирҙарын ҡурсалап, дошман уты аҫтына үҙ теләге менән барып ингән, тип фараз итергә генә ҡала.
Уйлап ҡараһаң, армия штабының үлемесле хатаһы меңәрләгән батыр яугирҙарыбыҙҙың ғүмеренә һуңғы нөктә ҡуйған. 7-се кавалерия гв. корпусы һәләкәте, һуғыш ваҡытына хас булғанса, кире ҡайтара алмаҫлыҡ юғалтыуҙар иҫәбенә индерелеп, башҡаса бер ниндәй ҙә баһа алмай ул саҡта. Ни эшләйһең инде: ошо ғәрәсәт йылдарында бер ниндәй ҙә стратегик һәм тактик схемаларға һис тура килмәгән, совет ғәскәрҙәрен аяуһыҙ юғалтыуҙарға дусар иткән бойороҡтар аҙ булмай.
Ил азатлығы, Ватанды һәм ғәзиз еребеҙҙе баҫҡынсы дошмандан һаҡлау өсөн йәндәрен фиҙа ҡылғандар баҡыйлыҡҡа изге шәһит булып күсте, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында йыр-бәйеттәр, легендалар сығарылған, әллә күпме әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән. 2025 йылда беҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләп, тарихи хәтеребеҙҙе яңырттыҡ. Ир-азаматтар үҙҙәре һәләк булһа ла, бөтмәҫ дандары ҡалды. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ, шул осорҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ быуынына төштө шундай яҙмыш. Улар - үлемһеҙ быуын, батырҙар тарихы һис бер онотолмаҫ.
Батыр башҡорт яугирҙарының СССР - Рәсәй тарихындағы ҡабатланмаҫ ватансылығы һәм героизмы өлгөһө - 112-се (16-сы Чернигов) Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы. Башҡорт атлылары тарихын өйрәнеү һәм һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшыра барыу - яуҙарҙа һәләк булғандарҙың рухына һәм хәтеренә тоғро ҡалыу маҡсатында башҡарыла торған сауаплы эштер.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 45-46-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА