
Ҡотороу сиренә ҡаршы йыл һайын прививка яһатыу, чиплау, стерилләштереү һәм бары тик хужаһының күҙәтеүе аҫтында ғына йөрөтөү - ҡалала йорт хайуандарын тотоуҙың төп ҡағиҙәләре. Был талаптарҙы үтәү хәүефһеҙлекте тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә хайуандарҙың һәм ҡала халҡының тормошон уңайлы итә.
БР Өфө ҡала ветеринария станцияһы белгестәре йорт хайуанында ҡотороу сирен уның тәртибенә ҡарап асыҡларға мөмкин булыуын билдәләй. Тәүҙә хайуан ғәҙәттән тыш иркә йәки көйһөҙ була, борсола башлай, аппетиты кәмей. Шул уҡ ваҡытта ашарға яраҡһыҙ әйберҙәрҙе кимерә, ауыҙынан шайыҡ аға башлай. Һуңынан агрессия барлыҡҡа килә, тән температураһы күтәрелә. Һөҙөмтәлә хайуан хәлһеҙләнә, тулыһынса фалиж (паралич) һуғыуы ихтимал. Ҡырағай йәнлектәр иһә ҡурҡыуын юғалта һәм кешеләр янына килә.
Кеше өсөн ҡотороу сире - дауалап булмай торған бик хәүефле ауырыу. Йорт хайуанын бары тик вакцинация ғына ышаныслы һаҡлай ала. Эткә йәки бесәйгә бушлай прививканы ҡаланың һәр районында урынлашҡан ҡала ветстанцияһының ете клиникаһында яһатырға мөмкин. Күсмә бригадалар уны шулай уҡ алыҫ биләмәләрҙә һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә эшләй. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 216-55-33.
Әгәр бесәй йәки эт ҡасып китеп, кире ҡайтмаһа, ваҡыт үтеү менән урамда бер хайуан урынына ҡоторған ҙур бер өйөр барлыҡҡа киләсәк. Быға юл ҡуймау өсөн ваҡытында стерилләштереү йәки кастрациялау, шулай уҡ чиплау процедураһын үткәреү мөһим.
Ошо йылдың мартынан республика биләмәһендә эттәрҙе чиплау - мотлаҡ талап. Әгәр юғалған хайуан приютҡа йәки ветеринария клиникаһына эләкһә, сканер ярҙамында чип номерын уҡып, базанан хужаһын табасаҡтар һәм уның менән бәйләнешкә сығасаҡтар.
Бынан тыш, йорт хайуанын бер үҙен генә урамға сығарырға ярамай. Эттәрҙе ҡарауһыҙ йөрөткән өсөн хужаларға административ яуаплылыҡ янай.
Берәҙәк эттәр тураһында - 112 Берҙәм ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу номеры; +7 (347) 277-09-11 Өфөнөң Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|