
2026 йылда Башҡортостанда кибер-енәйәтселәр ҡорбанының портреты нисек үҙгәрҙе? Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының кибер енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы полиция полковнигы Рәмил ТӨХБӘТУЛЛИН һөйләй.
Уның һүҙҙәренсә, 2026 йылдың туғыҙ айында кибер-енәйәтселәр республика халҡынан 2,115 миллиард һум аҡса урлаған. Дөйөм сумма уҙған йыл менән сағыштырғанда 755 миллионға кәмеүгә ҡарамаҫтан, һөжүм һаны кәмемәй - полиция көн һайын 25 яңы факт теркәй.
Мутлашыусылар пенсионерҙарға ғына һөжүм итмәй. Бөгөн ҡорбандарҙың 56 проценты - 30 йәштән 58 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле, иҡтисади яҡтан әүҙем һәм үҙҙәренең финанс грамоталылығына ышанған кешеләр. Зыян күреүселәрҙең күбеһе "Аҡсамды һаҡлайым", тип, төп башына ултырыусылар. Пенсионерҙар - 21 процент, "инвестицияларҙа" еңел аҡса эҙләгән йәштәр тағы ла 20 процент самаһы тәшкил итә, тип билдәләне полиция полковнигы.
Республикала иң ҙур урлашыу ҡорбандары - улар юғары мәғлүмәтле кешеләр, йәғни дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм бюджет учреждениелары етәкселәре. "Уларҙың статустарына баҫым яһала, - тип аңлатты Рәмил Төхбәтуллин. - Мутлашыусылар министрлыҡ һәм ведомство етәкселеге йәки ФСБ кураторҙары булып бәйләнешкә сыға. Улар үҙенең ҡорбанына: "Һеҙҙең иҫәптән көнбайышҡа мәғлүмәт китә, аҡсаны ашығыс рәүештә күсерергә кәрәк", - тиҙәр. Һәм улар ғауға сығыуҙан ҡурҡып, аҡса йыя һәм уны мутлашыусыларға бирә. Беҙ бындай схемалар тураһында мәғлүмәтте һәр ведомствоға еткерәбеҙ һәм инструктаждар үткәрәбеҙ".
Шулай итеп, полиция полковнигы Рәмил Төхбәтуллин иң таралған 5 мутлыҡ ысулы тураһында иҫкәртә.
Фотография рәүешендәге зыянлы "APK" файлы.
Был - мессенджерҙарҙа мәғлүмәттәр урлауҙың иң күп осраған ысулы. Ҡулланыусыға таныш булмаған кешенән йәки аккаунты ватылған танышынан: "Фотола һинме ул?", "Минеңсә, һинең фотоларыңды таптым" йәки "Ҡыҙыҡ видео, ҡара әле" тигән хәбәр килә. Хәбәргә .apk киңәйтеүле файл беркетелгән була. Кеше уны күсереп алып асҡас та Android-смартфонға вирус ултыра. Ул банк ҡушымталарына, паролдәргә һәм контакттарға инеү мөмкинлеге ала, шунан һуң ошо уҡ вирусты телефон исемлегендәге ҡорбандың бөтә дуҫтарына тарата башлай.
Сервис хеҙмәттәренән ялған хәбәрҙәр.
Мессенджерҙарға "домофон асҡысын алмаштырырға", "сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға" йәки "һыу иҫәпләгестәрен тикшертергә" кәрәклеге тураһында күпләп хәбәрҙәр килә. Улар рәсми ҡала сервистары хәбәрҙәре булып күренә һәм тура һылтанманы үҙ эсенә ала. Уның буйынса күсеү "шәхесте раҫлау" өсөн карта мәғлүмәттәрен йәки СМС-тан килгән кодты индерергә кәрәк булған биткә алып бара.
"Дәүләт хеҙмәттәре"ндәге аккаунтты ватыу һәм үҙ-үҙеңә тыйыуҙы алыу.
Енәйәтселәр шылтырата һәм кемдеңдер һеҙҙең исемгә кредит алырға маташыуын хәбәр итә. Иҫәптәрҙе "һаҡлау" өсөн улар ҡушымтаға инергә һәм займдар биреүгә ҡуйылған үҙ-үҙеңә тыйыуҙы ваҡытлыса алырға һорай. Ҡорбан быны эшләй, әммә мутлашыусыларға уның исеменән микрофинанс ойошмаларында (МФО) тиҫтәләгән микрозайм рәсмиләштереп өлгөрөү өсөн теүәл ике көн (тыйыуҙы рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарыу ваҡыты) биреүе тураһында шикләнмәй ҙә.
Инвестициялар һәм "хәүефһеҙ иҫәптәр".
Аферистарға һаман да иң ҙур суммалар килтергән классик схема был. "Үҙәк банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте"нән йәки "ФСБ тәфтишсеһе"нән шылтыратыу була. Кешене аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуына һәм уларҙы ашығыс рәүештә "резерв иҫәпкә" күсерергә йәки "декларацияларға" кәрәклегенә ышандыралар.
Ялған "техник ярҙам" һәм, йәнәһе, урланған аҡсаны ҡайтарыу.
Мутлашыусылар үҙҙәрен маркетплейстар йәки банктарҙың ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп таныта. Улар ҡулланыусы исеменә шикле заказ рәсмиләштерелеүен йәки элек уны башҡа аферистар алдауын, әммә "аҡсаның табылыуын һәм уны алырға кәрәклеген" хәбәр итә. "Аҡсаны кире ҡайтарыу" өсөн ҡорбандан смс-тан килгән кодты әйтеүҙе йәки смартфон экранына ситтән тороп инеү программаһын урынлаштырыуҙы һорайҙар.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|