
Мексиканың аҙыҡ-түлек магазиндарында һәм төрлө лавкаларында "Алегрия" тип аталған туҡлыҡлы кәнфиттәрҙе күпләп һаталар. Был кәнфиттең исеме испан теленән тәржемә иткәндә "шатлыҡ" йәки "бәхет" тигән мәғәнәгә эйә икән. Уларҙы ҡыҙыл төҫлө тропик үҫемлек - амаранттан эшләйҙәр.
Ул беҙҙә үҫкән сүп үләне алабутаға ҡәрҙәш үҫемлек, йәғни бер үк үҫемлектәр ғаиләһе - алабута сәскәлеләргә (Маревые, Chenopodiaceae Vent) ҡарай. Амарант онона бал ҡушып, билдәле бер форма бирәләр һәм грек, кедр сәтләүектәре менән биҙәп ебәрһәләр, ысынлап та телеңде йоторһоң һәм үҙеңде шатлыҡҡа күмеп бәхетле лә тойорһоң… Тарихта билдәле булыуынса, амарант, йәғни беҙҙеңсә алабута орлоҡтарын (уны бесәй тарыһы ла тиҙәр) талҡан һымаҡ итеп төйөп, сөсө икмәк йәки көлсә, пирожныйҙар бешерәләр йәки башҡа төр аҙыҡ әҙерләйҙәр икән. Ә беҙ иһә был мәғлүмәттәрҙе бары тик алабута икмәген ашап үҫкән өлкән быуын яҙыусылар әҫәрҙәренән йәиһә ҡайһы бер оло йәштәге ҡарттар һөйләүенән генә ишетеп беләбеҙ. Ғөмүмән, был үҫемлекте беҙ ауыр аслыҡ йылдары символы итеп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ…
Үткән быуаттарҙа башҡорт илендә бер нисә тапҡыр аслыҡ булып, күп һанлы халыҡтың ҡырылыуына килтергән һәм был фажиғәле 1921, 1931 йылдар халыҡтың хәтеренән әле лә сығып өлгөрмәгән, хатта ошондай әйтем һаҡланып ҡалған: "Алабута аш, имеш, алтын-көмөш таш, имеш". Йәғни, һәр бер таш киҫәге алтын-көмөш була алмаған кеүек, алабута ла икмәкте алмаштыра алмауына ишара был. Әммә был әйтем, һуңғараҡ, халыҡ икмәккә бер аҙ туйып хәлләнеп алғас, әйтелгәндер. Сөнки нимә генә тимә, был ауыр йылдарҙа тап ошо алабутанан бешерелгән икмәк, көлсәләр генә күпме кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Халыҡ был алабута үҫемлегенең ҡәҙерен ваҡытында ныҡ белгән, уны хөрмәтләгән. Миңә ҡалһа, ошо аслыҡты үҙ елкәһендә татыған хәҙер инде гүр эйәләре булған атайым да, әсәйем дә алабута көлсәһен һәр ваҡыт хөрмәт һүҙе менән иҫкә алырҙар ине…
Мехико ҡалаһында нәшер ителгән "Ньюс" газетаһы хәбәр итеүенсә, амарант ацтектарҙың дини йолаларында ҙур урын алған булған: "Боронғо замандарҙа ацтектар алабутанан бешерелгән икмәкте үҙҙәре үлтергән дошмандың ҡанына манып ашай торған булған…" Ғөмүмән Мексика тураһында һүҙ сыҡҡас, ундағы халыҡтың элек-әлектән үҫемлектәрҙе оҫта ҡулланыуҙары тураһында фәнгә билдәле бер нисә тарих һөйләмәй булмаҫ.
XVI быуатта Испания батшаһы Филипп II үҙенең шәхси табибын фитотерапия серҙәрен өйрәнеү өсөн Мексикаға ебәрә. Ете йыл эсендә Франциско Эрнандез исемле был табип ацтектарҙың 3000-дән ашыу үҫемлекте киң ҡулланғаны тураһында хәбәр итә һәм "Үҫемлектәр тураһында трактат" тигән китабында яҙып сыға. Хәҙерге ҡулланылған үҫемлектәр менән сағыштырғанда был һан бик ҙур икәнлеге бәхәсһеҙ.
Шулай уҡ улар алабута орлоҡтарына бал ҡушып, үҙҙәре табынған аллаларҙың һындарын яһағандар һәм дини ритуалдар мәлендә ашай торған булғандар.
Үҙәк һәм Көньяҡ Американы буйһондороусы (канкистадор) Эрнан Кортес был йолаларға (XV - XVI быуаттарҙа) сик ҡуйырға була һәм амарант үҫтереүселәрҙе йәки уны аҙыҡ сифатында ҡулланыусыларҙы закондан тыш тип иғлан итә. Был законға буйһонорға теләмәүселәрҙе рәхимһеҙ рәүештә үлтергәндәр, йә ҡулдарын ҡырҡып язалағандар. Һөҙөмтәлә, ҡасандыр Мексикала киң таралған амарант үҫемлеге юҡҡа сығарлыҡ кимәлгә тиклем кәмеп ҡалған.
Әммә амарант бөтөнләй юғалмай, ә Үҙәк Американан Азияға күсеп, Ҡытай, Һиндостан, Непал, Пакистан һәм Тибетта йәшәгән халыҡтың төп туҡланыу аҙығы булып китә.
Һуңғы йылдарҙа Мексика ғалимдары был үҫемлектең аҡһымын айырып алып, амарант һөтөн, йәғни үҙенсәнлектәре һыйыр һөтөнән бер ҙә ҡалышмаған эсемлек эшләйҙәр. Был аҡһымды ғалимдар төрлө ашамлыҡҡа һәм эсемлеккә ҡушып файҙаланырға тәҡдим итә. Был төр аҙыҡ бигерәк тә йомортҡа, һөт, балыҡ йәки ит һатып алырға хәле етмәгән кешеләргә бик тә ярап ҡала. Бына шулай, ҡасандыр төрлө йолаларҙа ҡулланылған был үҫемлек аҙығы хәҙер төрлө тәм-том әҙерләүҙә киң ҡулланыла.
Амарант үләнен Өфөләге ботаника баҡсаһында һәм Архангел районы баҫыуҙарында үҫтереү буйынса тәжрибә үткәрелде. Ул бына тигән туҡлыҡлы мал аҙығы булараҡ ғалимдарҙың иғтибар үҙәгендә. Бейеклеге 1 м 40 см тирәһе булып ҙур йәшел масса барлыҡҡа килтерә.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА