«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҠАҺАРМАНЛЫҠ СИМВОЛЫ - 112-СЕ БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫНА - 85 ЙЫЛ
+  - 


Брянск фронтында

1942 йылдың 21 июнендә 112-се дивизияға корпус штабынан яңы билдәләнгән дислокация урынына күсеү хаҡында бойороҡ тапшырыла: дошман һөжүм итеп килгән тарафта алдан уҡ оборона позицияларын биләү бурысы ҡуйыла. 21 июндән 25 июнгә тиклем маршта 200 саҡрым самаһы юл үтеп, дивизия частары ул ваҡыттағы Курск өлкәһенең Белая Гора - Покровское - Давыдово - Борки - Тербуны станцияһы һыҙығында оборонаға әҙерләнә башлай. 2 июлдә дошмандың бер төркөмө Набережное ауылы янында Олым йылғаһы кисеүе аша уң яҡ ярға сыға, был хәл 294-се полктың тылына һәм флангыһына оло хәүеф тыуҙыра. Полк командиры, майор Гәрәй Нафиҡов төнгә ҡаршы һөжүм итеп, йылға аша сыҡҡан немецтарҙы юҡ итергә ҡарар итә. Ошо маҡсатта ул ҡул пулеметсылары эскадронынан һәм автоматсылар взводынан торған махсус боевой төркөм ойоштороп, уның менән үҙе командалыҡ итә. Һөҙөмтәлә Курск ерендә, Набережное ауылы эргәһендә дошман һалдаттары һәм офицерҙарының 100-ҙән ашыу мәйете ятып ҡала... Был башҡорт атлыларының иң тәүге еңеүе була, иртәгәһен ошо хәбәрҙе дивизияның барса командирҙары һәм яугирҙары ҡыуанып ҡабул итә.
1942 йылдың 6 июле. Немец частары, юғалтыуҙарға ҡарамай, һөжүмен көсәйтә бара: улар тап 8-се кавалерия корпусы оборона тотҡан йүнәлештә хәл иткес удар менән беҙҙең кавалеристар тотҡан фронтты йырып, Воронеж ҡалаһын төньяҡтан ҡамап алырға ниәтләй. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се һәм 275-се полктары айырыуса ҡаты ҡыҫымға дусар ителә. Улар биләгән позицияларға бер юлы 18 дошман самолетынан бомбалар яуа, немец атакаһы алдынан бер сәғәт дауамында мина һәм снарядтар ярылып тороп, тирә-яҡты ерҙән күтәрелгән ҡара туҙан һәм төтөн ҡаплай.
275-се полктың уң флангыһында лейтенант Бәҙри Мәмбәтҡоловтың 2-се эскадроны оборона тота. Ул инде тәжрибәле командир, 1939 - 1940 йылдарҙа фин һуғышында ла ҡатнашып өлгөргән. Дошман позицияларын күҙәтеп тороп, ул Олым йылғаһының ҡаршы яҡ ярында, Секерино ауылынан көнсығыштараҡ, дошман көстәре тупланыуын шәйләп ала. Эскадрон командиры, майор Таһир Кусимов менән кәңәшләшеп, үҙенең яугирҙары менән йылға аша сығып, дошман һис көтмәгән яҡтан немецтарға һөжүм итә. Дошман төркөмө тулыһынса юҡ ителә.
1942 йылдың 2 - 8 июлендә Алешки - Малые Борки - Святоша рубежында 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙары (һуғышҡа инеүҙәренең тәүге аҙнаһында уҡ) 320 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә, дошмандың боеприпастары менән ике складын шартлата, 57 станковый һәм ҡул пулеметтарын, 12 орудиеһын, 2 танкыһын, 10 йөк автомобилен сафтан сығара, штаб документтарын һәм байтаҡ ҡына боеприпастарын ҡулға төшөрә. Әммә һуғыш ҡануны аяуһыҙ: дошман утынан 76 яугир һәләк була, 295 кеше яралана, 191 кеше хәбәрһеҙ юғала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1942 йылдың 10 июлендә Лобановка ауылын азат итеү өсөн барған алышта 294-се полк командиры Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов батырҙарса һәләк була. 11 июлгә ҡаршы төндә башҡорт кавалеристары яңынан Лобановкаға һөжүм итеп, ундағы фашистарҙы ҡырып һала, уларҙан Г.А. Нафиҡов өсөн үсен ала, һуңынан яратҡан командирҙарын хөрмәтләп ерләй.
Сентябрь аҙағында танкылар менән көсәйтелгән бер немец полкы, беҙҙең яугирҙар биләгән оборона һыҙығын өҙөп, тылға үтеп сығыу өсөн һөжүм башлай. Улар беҙҙең артиллерия һәм миномет утынан ҡаушап ҡала, ә ярҙамға килгән 275-се полктың ике эскадроны сигенә башлаған немецтарҙы эҙәрлекләй. Әммә беҙҙең яугирҙар Михайловка ауылы янында дошман пулеметы уты аҫтында ҡала. Дзоттағы пулеметты орудиенан атып ҡына сафтан сығарып була, әммә был мәлдә ундай мөмкинлек булмай. Шул саҡта 294-се полк эскадронының политругы Мирғәсим Ҡәйүмов дошман пулеметын үҙе юҡ итергә ҡарар итә. Дзотҡа шыуышып яҡынлашып, ике гранатаһын ташлай. Пулемет шымып ҡала, ә эскадрон атакаға күтәрелеү менән яңынан ата башлай. Мирғәсим кинәт алға ташланып, дзоттың амбразураһын күкрәге менән ҡаплай. Был 1942 йылдың 29 сентябрендә була. Башҡорт батырҙары баштарын бына шулай һала. Ә бит Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) шундай уҡ ҡаһарманлыҡ өлгөһөн 1943 йылдың февралендә ҡабатлай.
8-се кавалерия корпусы һәм уның составындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 3 ай буйына Брянск фронтында оборона тота, дошман частары һөжүмен һәр даим кире ҡағып тороп, уларҙың Воронежды алыу пландарын юҡҡа сығара.Брянск фронтының Хәрби Советы Башҡорт дивизияһының тәүге оборона алыштарына юғары баһа бирә. 1942 йылдың 31 июлендә фронт буйынса бойороҡ менән дивизияның 97 кешеһе орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Август айында дивизияға 38-се армияның Хәрби Советы ағзаһы, СССР Юғары Советы депутаты генерал-майор Воронин килә. Ул, СССР Юғары Советы Президиумы ҡушыуы буйынса, тантаналы шарттарҙа батырлыҡ күрһәткән офицер һәм һалдаттарға орден һәм миҙалдар тапшыра. Комдив М.М. Шайморатов та иң юғары наградаға - Ленин ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә, әммә беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, наградлау ҡағыҙында Ленин ордены һыҙып ташланып, уның урынына "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены тип яҙып ҡуйыла.

Сталинград фронтында

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың октябрь айы баштарында корпус частары менән Брянск фронтындағы позицияларын башҡа уҡсы дивизияларға ҡалдырып китә. Дивизия атлы марш менән Воронеж өлкәһенән Сталинград өлкәһенә тиклем 550 саҡрымлыҡ юл үтә. Алда башҡорт яугирҙарын Сталинград өсөн барған ҡанлы алыштар көтә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының авангардында барған 275-се полк (командиры подполковник Т. Күсимов) Блиновский утары янында дошмандың нығытмалы көслө оборона пунктына юлыға. Таһир Күсимов, 313-сө кавполк командиры Ғариф Макаев менән кәңәшләшеп, һөжүмде бергәләшеп ойошторорға була. Йәйәүле эскадрондар, төнгө ҡараңғылыҡты файҙаланып, утарға бәреп инә. Өлкән лейтенанттар Бәҙри Мәмбәтҡолов һәм Ғ.В. Вахитов эскадрондары айырыуса ҡыйыулыҡ күрһәтә, баҙап ҡалған румын һалдаттары, позицияларын ҡалдырып, ҡасыу яғын ҡарай. Дошмандың 8 орудиеһы, 3 пулемёты, артиллерия һәм аҙыҡ-түлек складтары беҙҙең яугирҙар ҡулына эләгә...
20 ноябрҙә 275-се кавалерия полкы, колонна башында хәрәкәт итеп, Блиновскийҙан ике саҡрымға көньяҡтараҡ дошман менән алышҡа инә. Дошман, яу яланында 250 мәйет ҡалдырып, көньяҡҡа табан сигенә. Был алышта 275-се полк командиры, подполковник Т. Кусимов һәм 313-сө полк командиры, подполковник Ғ.Д. Макаев яралана.
1942 йылдың 31 декабре етә. Беҙҙең яугирҙарыбыҙ Красный Яр утарына яҡынлаша. Дивизия штабында Яңы йыл төнөндә дошманға төнгө һөжүм ойошторорға ҡарар ителә. Красный Ярҙағы гарнизонға полковник Штагель етәкселек итә, уның ҡарамағында 400-гә яҡын офицер һәм һалдат булып, шуларҙың 100-гә яҡыны тәжрибәле летчиктар була. Башҡорт дивизияһы яугирҙары утарға бер юлы өс яҡтан бәреп инеп, дошман һалдаттарын юҡ итә. Полковник Штагель, машинаһына ултырып, ҡасып китеү яғын ҡарай. Немец летчиктарының да байтағы үлтерелә, ҡалғандары әсиргә алына...
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Сталинград өсөн барған ҡанлы алыштарҙа аяуһыҙ ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Тирә-яҡта осһоҙ-ҡырыйһыҙ Дон далалары, урман тигәндәре лә көҙөн яланғасланып ҡалған һирәк ағаслыҡтарҙан ғибәрәт. Яңы ғына яуған ап-аҡ ҡарлы яландарҙа атлы ғәскәргә күктән улар өҫтөнә ажғырып ябырылған дошман самолёттарынан ҡайҙа булһа ла йәшенеп, ҡасып ҡотолор әмәл дә булмай. Брянск фронтында дан ҡаҙанып, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән дивизиябыҙ батырҙарының байтағы ошо далаларҙа һәләк булып, ер ҡуйынына тапшырыла. 25 ноябрҙә дошман авиацияһы иртәнән кискә тиклем дивизияның боевой рәттәрен бомбаға тота. Ошо ҡәһәрле көндә дивизия 400 тирәһе кешеһен, 600-ҙән ашыу атын юғалта. Әммә башҡорт атлылары артҡа сигенмәй, яуыз дошманды ҡырыуын дауам итә.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 45-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru