
Тауҙарҙа, йылға буйҙарында яңғыҙ йөрөргә яратам, сөнки кеше менән йөрөһәң, уй уртаҡлана, фекер тарҡала. Үҙем тау ҡыҙырам, үҙем уйланам, баштағы уйҙарҙың осона сығырлыҡ түгел. Бергәләп уйлашһаҡ, асыш-табыштар күберәк булыр кеүек. Шуға, фекерҙәремде һеҙгә лә еткерәм, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
Йыл әйләнәһенә күпме Ҡөрьән ашында, байрам табындарында, ауыҙ асыуҙарҙа булабыҙ, тормоштоң бөтә "нөктәләре"н тикшерәбеҙ, илдәге хәл, кешеләр, мәрәкәләр телдән төшмәй. Тик ҡот, ҡотло булһын, ҡотайған, ҡотһоҙ һ.б. кеүек һүҙҙәрҙе бөтөнләй әйтмәйбеҙ икән дәһә! Был минең өсөн һағышлы бер асыш булды. Уйлап ҡараһаң, был һүҙҙәр беҙгә бәләкәй саҡтан таныш, күңелгә һеңгән. Ҡотлобикә, Ҡотлобай исемдәрен әйтеп, иртә менән тауышланһаң, ҡотло донъяңдағы ҡот фәрештәләре ҡаса, тигәнде ишетеп үҫтек. Ашаған һайын табын ҡото - икмәкте алдан ҡуйырға өйрәттеләр, ә хәҙер ҡайһы берҙә икмәкте ауыҙ ҙа итмәйбеҙ. Бына ҡайҙа ул ҡотһоҙлоҡ!
Яңы кейемебеҙҙе өй һайын йөрөп ҡотлаттыҡ, ҡыуаныстан осондоҡ. Белем алғас, аттестат, дипломды ҡотланылар, белемебеҙҙең ҡото башҡаларға ла йоғоуын күргеләре килде. Ғаилә ҡорғанда туйҙы, аҙағыраҡ сабыйлы сәңгелдәкте ҡотлап шатландырҙылар. Яңы өй эшләп сыҡҡас, туғандар-дуҫтар өйҙөң, нигеҙҙең ҡотло булыуына, ҡотайып йәшәүгә, ҡот фәрештәләренең ҡанат елпеп тороуына фатиха бирҙеләр. Килен төшөргәндә "Ҡотло аяғың менән!" тип ҡотлайбыҙ, йортҡа ҡот килтереүенә өмөтләнәбеҙ. Ысынлап та, ғаиләлә лә ҡотто бер ғаилә ағзаһы тотоп тора бит ул. Был турала ла иҫкә төшөрәйек әле.
Һәм тағы. Бөгөнгө донъялағы ваҡиғалар, илдәр менән илдәр араһындағы тартҡылаштар ҙа йәшәйешебеҙҙең ҡотон ебәрә бит. Һуғыш йылдарында өләсәйемдең "Йәҙрә тауышынан ҡот фәрештәләре күккә ашты, донъя ҡото түңкәрелә күрмәһен", тип, гел генә ҡайғырыуы күҙ алдында. Һуғыш бөткәс, ул йылмайып, "Һуғыш бөттө, ҡот ҡайтыр, әҙәм балалары ҡотайыр, иншалла", тип, көллөбөҙҙө һөйөндөргәйне.
Баҡһаң, ҡот биреүсе ҡотло таштар ҙа бар икән. Ағиҙелдең беҙ ҡойонған ерендә урындыҡтай ғына таш ятты. Уны бик борондан уҡ ҡотойташ, ҡотло таш, тип йөрөткәндәр. Ыҙғар менән, йә һыҙланып ауырыусылар шунда ултырып йыуынһа, йүнәлә ине. Беҙ ҙә шулай эшләнек. Тимәк, таш - һаулыҡ ҡото биргән.
Егет, ҡыҙҙар буй етһә, ололар ҡотло ҡатын, ҡотло кейәү теләп, доға ҡыла инеләр. Ололар "Ҡотло ҡатын ат тотторһа, ҡотһоҙо ут йоттора", "Ҡотло ҡатын юҡтан бар итә, ҡотһоҙо барҙы ла юҡ итә", "Ҡотло ир донъя ҡотайта, ҡотһоҙо ҡоймаһын вата", тип тә өҫтәй. Былары инде егет һәм ҡыҙҙарға ниндәй булырға кәрәк икәненә ишара яһаған.
Электән үк арҙаҡлы шәхестәрҙе, күренекле кешеләрҙе ил ҡото, ҡот таратыусылар тип баһалайҙар, әле лә шулай. Ҡот осоу, ҡот ҡойоу кеүек йолалар бар, уны айырым кешеләр генә башҡара - ҡотто эйәһенә ҡайтара. Донъяһы нурланып тора, ҡот ҡунған, тип тә һөйләшәбеҙ.
Ябай ғына ҡот, ҡотло булһын, ҡотайған тормош насип булһын, һүҙҙәренән күңел үҫә, дәрт арта. Уларҙы йышыраҡ әйтһәк тә зыян юҡ.
Шулай ҙа ҡайһы берҙә күңелгә шомло уй ҙа килеп инә. Хәҙер Башҡортостанға сит ер вәкилдәре йыш килә, төрлө саралар үткәрелә. Килеүселәр башҡорт еренә һоҡланып, ҡыҙығып ҡарай, көнсөл ҡараштар ҙа юҡ түгел. Ана шундай кешеләр ҡотобоҙҙо ҡурҡытмаһа ярай ҙа, тип шикләнәм. Йыл да күпме урманды янғын йә дауыл ғәрәсәте ҡыра - урман ҡотона күҙ тейҙе. Күпме ағасты ҡырҡалар, ташыйҙар, тәләф итәләр, ҡайһы бер урмандар ҡотһоҙ-шыҡһыҙға әйләнә. Былай барһа, урман ҡото беҙҙе ташлап китмәҫме? Ә бит урман ҡото китһә, донъя ҡото ла китәсәк.
Мин иҫләгәндәрҙән генә лә ҡот, ҡотло, ҡотайған, ҡотһоҙ һүҙҙәренең халыҡ тормошонда киң ҡулланылышы, мәғәнәһенең сикһеҙлеген күрәбеҙ.
Ҡот тураһында ғаиләлә лә, мәктәп уҡыусылары менән дә әңгәмә, фекер алышыу үткәрһәк, ниндәй фәһемле, оло мәғәнәле, файҙалы тормош һабағы булыр ине. Күпме кеше юҡты-барҙы һөйләп, ваҡыт әрәм итеп, ҡотһоҙланып йөрөмәҫ ине, тим. Ә һеҙ ни уйлайһығыҙ ошо турала, гәзит уҡыусылар? Әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ әле.
Мөнирә ӘБЙӘЛИЛОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА