
Нәшер ителә башлағандан алып уҡып барыуым үҙемде "Киске Өфө" гәзитенең күптәнге дуҫымын, тип әйтергә хоҡуҡ бирәлер.
Яҙышырға, фекер белдерергә әллә ни батырсылығым етмәһә лә, тейешен генә әйтеп, ә ҡайһы саҡ хатта "ҡыйыш атып", тура тейҙереүсе ишараларын, аҙаҡҡы биттәге "Аҡыл ҡаҙна"һын уҡып, ҡыуанам, өйҙәгеләремә ҡысҡырып уҡыйым: бына бит, әйтһә, әйтә лә ҡуя гәзитебеҙ, юғиһә, гел генә ыңғайға һыпырып тороусы ҡайһы бер баҫмаларҙы бит ҡулға ла алғы килмәй. "Тура әйткән туғанына ярамаған" тиһәләр ҙә, тура һүҙ - ул әсе дауа, ҡыйыш-мыйышты төҙәтеү, яңылышты дөрөҫләү, ҡыҫҡаһы, үҙенә күрә изгелек ғәмәле тип уйлайым, сөнки, ысынлап та бит, яҡшылыҡҡа саҡырыу өсөн әйтелә ул йә яҙыла. Яҙыла, тейем, сөнки ана шундай ҡыйыу, тура фекерләү миҫалдарын мин социаль селтәрҙәрҙән дә уҡып барам, ләкин унда ҡайһы саҡ сама белмәй китә аноним битлеккә йәшеренгән комментарий авторҙары. Миңә "Киске Өфө"нөң ипле итеп, йөҙ йыртмай, шул уҡ ваҡытта тос ҡына ишаралар аша әйтелгән тура һүҙе оҡшай.
Гәзитебеҙҙең үткән 45-се һанындағы "Уҡыусы һүҙе"н (1-се биттә, "Фекерләргә өйрәтә", авторы - Мораҙым Айсыуаҡов) ҡат-ҡат уҡып алам. Ысынлап та, унда яҙылғанса, "...беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ" һуңғы ваҡыт айырыуса эсте бошора, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолдора. Шундай мәлдәрҙә гәзиттең халыҡ аҡылы ынйыларын сүпләп, беҙҙең иғтибарға еткерә барыуы ҡорғаҡһыған күңелемә йәшәтер көс өҫтәп, шифалы ямғыр тамсыһылай тәьҫир итә. Әлеге һыу тамсыһы менән утты һүндерергә тырышҡан ҡырмыҫҡа образы күңелемдән китмәй: ҡырмыҫҡа бәләкәй генә булһа ла ҙур аҡыл эйәһе. Ә кеше шул ҡырмыҫҡалай ҙа була алмаймы ни бөгөн? Мин был йәһәттән ошондай хикәйәт-нәсихәттәрҙе белмәгән, ҡулына китап йә гәзит тотоп та ҡарамаған замандаштарға өндәшәм: тормошоғоҙҙа таяныр рухи юлдашығыҙ, фекерҙәшегеҙ бармы һеҙҙең? Ҡайҙан, нимәнән, кемдән күңелегеҙҙе йылытыр ут алаһығыҙ? Ә мин ана шундай дуҫым - "Киске Өфө" менән ҡалам, уны уҡып, күңелемә шифа-дауа алам. Рәхмәт һиңә, гәзитем!
Сәлимә ИБРАҺИМОВА,
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА