
Тәү ҡарамаҡҡа бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш булған атҡолаҡ (Щавель конский - Rumex confertus Willd.) һыубаҫар туғайҙарҙа, йылға буйҙарында үҫә. Был үҫемлекте күп кенә хужалыҡтарҙың тәбиғи көтөүлектәре һәм сабынлыҡтарында осратырға мөмкин.
Әбйәлил районының Ҡыҙыл йылғаһы туғайҙары, Баймаҡ районының Урғаҙа, Һаҡмар туғайҙары, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондары буйлап аҡҡан Ашҡаҙар буйҙары атҡолаҡ үләне менән ныҡ ҡына сүпләнгән. Шулай итеп, мул уңыш бирә алырҙай туғайҙар был үләндең ҡотороп үҫеүе арҡаһында уңдырышһыҙ тип иҫәпләнә. Дөрөҫ, ҡайһы бер хужалыҡтар был үлән менән көрәшеп ҡараған, гербицид һипкәндәр, ләкин ул уның тәьҫиренә артыҡ бирешмәй. Гербицид менән эшкәрткәндән һуң, япраҡтары шиңеп төшә лә алдағы йылда тағы ла ҡотороп үҫә… Бына шундай үҫемлек ул атҡолаҡ. Ә уның ҡиммәтле дарыу үләне булыуын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аҙ кеше белә.
Атҡолаҡтың тамырында 4 процент самаһы антрахинон, ыҫмала, эфир майҙары, органик берләшмәләр, тимер, К витамины, 8 - 12 процент неподон флавоноиды бар. Һуңғы йылдарҙа уның составында лекоантоциан, катехин табылды. Атҡолаҡ орлоғон ҡош-ҡорт яратып ашай, ә тамырынан иһә ҡара, һары төҫтәге буяу алалар. Ветеринарияла уны малда эсәк, тире ауырыуҙары булған осраҡта ҡулланалар.
Атҡолаҡ Башҡортостандың бөтә райондарында ла үҫә. Бына шул үҫемлектең тамырын көҙ көнө ҡаҙып алып, йыуып, һәйбәтләп киптереп, аптекаларға тапшырырға мөмкин. Уның тамырын сабынлыҡтар һәм көтөүлектәрҙән ҡаҙып алғанда хужалыҡтарға ла ҙур ғына файҙа булыр ине.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|