
Сәтләүек хаҡында һүҙ барғанда беҙ, ғәҙәттә, ағаста үҫкән сәтләүектәр тураһында фекер йөрөтөргә күнеккәнбеҙ. Көньяҡта үҫкән бейек грек сәтләүеге ағасы емешенең татлылығы һәм туҡлыҡлылығы менән дан тота. Уны хәҙер айырым плантацияларҙа ла сәсеп үҫтерәләр.
Башҡортостандың төньяҡ райондарында һәм Өфө тирәһендә үҫкән сәтләүек ағасы (лещина обыкновенная) тураһында ла халыҡ яҡшы белә. Әйткәндәй, был сәтләүек ағастары 1979 йылдағы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа туңғандан һуң ун йыл үткәс кенә яңынан үҫеп емеш бирә башланы. Ә һыуҙа сәтләүектәр үҫәме һуң? Үҫә икән. Тик ул Башҡортостанда бер генә урында - Нуриман районындағы Упҡанкүлдә һәм уның эргәһендәге ҙур булмаған Яҡтыгүлдә генә үҫә. Әйтергә кәрәк, Яҡтыгүлдәге сәтләүектәр тураһында тик һуңғы йылдарҙа ғына билдәле булды. Күрәһең, был күлгә яңыраҡ күскән. Һыу сәтләүеге (водяной орех, чилим) бөтә күлдәрҙә лә үрсеп бармай. Быға тиклем уны башҡа урындарға күсереп үҫтереү буйынса алып барылған эштәр уңышһыҙ тамамланды. Тимәк, һыу сәтләүеге тик үҙенә кәрәкле булған айырым шарттарҙа ғына үҫеп китә ала. Ул - бер йыллыҡ үҫемлек.
Башҡортостанда һыу сәтләүегенең ике төрө билдәле: алатыр сәтләүеге һәм Урал сәтләүеге. Был төрҙәрҙең икеһе лә өҫтә әйтелгән күлдәрҙә бар. Был үҫемлектең япраҡтары ҡайындыҡына оҡшаңҡыраған. Улар һабаҡта бер тирәлә розетка яһап урынлаша. Япраҡ һаптарындағы һауа ҡыуыҡтары үҫемлеккә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөргә мөмкинлек бирә. Емеше ромб формаһында булып, һәр мөйөшө мөгөҙ һымаҡ ослайып бөтә. Ошоға ҡарап та үҫемлектәрҙең был төркөмөн мөгөҙ емешлеләр ғаиләһенә индерәләр. Аҡһыл алһыу сәскәләре 4 каса һәм 4 таж япраҡсаларынан тора. Июнь айының аҙағында, июль баштарында сәскә ата. Ашарға яраҡлы емештәре сентябрь айында өлгөрә. Өлгөргән емештәр һыу төбөнә төшә тора һәм икенсе йыл шул емештәрҙән яңы һыу үҫемлеге үҫеп сыға. Һыу сәтләүеге Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы"на ингән. Уны һаҡлау өсөн Нуриман районындағы "Упҡанкүл" махсус заказник тип иғлан ителгән.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|