«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҠАҺАРМАНЛЫҠ СИМВОЛЫ - 112-СЕ БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫНА - 85 ЙЫЛ
+  - 


1941 йылдың 22 июне Ватаныбыҙ тарихына иң дәшһәтле һәм халыҡтарыбыҙ киләсәге өсөн бығаса күрелмәгән үлемесле һуғыш башланған үтә хәүефле көндәрҙең береһе булып яҙылды. Ил етәкселегенең сәйәси хаталары, юғары кимәлдәге хәрби кадрҙарҙың репрессия ҡорбандарына әүерелдерелеүе, Ҡыҙыл Армияның тоталь һуғыш алып барыуға әҙер булмауы арҡаһында 1941 йылдың йәйе һәм көҙгө айҙары СССР-ҙы оло һәләкәт сигенә алып килде. Тәүге 5 ай дауамында туҡтауһыҙ барған алыштарҙа йөҙәр меңләгән совет һалдаты һәм офицеры әсиргә алынды, миллионлаған кеше яраланды һәм һәләк булды. Дошман Мәскәүгә яҡынлашты. Был саҡта киләсәктә легендар башҡорт генералы булып таныласаҡ полковник Миңлеғәли Шайморатов та үҙенең Беренсе айырым полкы менән генерал Доваторҙың 2-се кавалерия корпусынан алыҫ түгел ерҙәрҙә, ул саҡта иң хәүефле булған Волоколамск йүнәлешендә фашист баҫҡынсыларын йән аямай ҡыйрата ине.

Дивизия шулай тыуҙы

1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Дәүләт Оборона Комитеты Урта Азия республикаларында, Ҡаҙағстанда, Башҡортостанда, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Чечен-Ингуш автономиялы республикаларында хеҙмәтсәндәрҙең, партия һәм совет органдарының һорауы буйынса милли ғәскәри соединениелар булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ көндә Башҡортостанға Иосиф Сталиндан ошондай телеграмма килә: "Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәренең теләген ҡабул итеп, Дәүләт Оборона Комитеты республика территорияһында тиҙ арала ике Башҡорт кавалерия дивизияһын формалаштырыуға рөхсәт бирә. Дивизияларҙың номерҙары: 112-се һәм 113-сө. Уңыш теләйбеҙ. ДОК рәйесе И. Сталин".
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда төҙөлгән 113-сө кавалерия дивизияһы айырым хәрби часть булып китмәй, уның һалдаттары һәм командирҙарынан 1800 кеше Туймазы станцияһында урынлашҡан 9-сы запас кавалерия полкына, 1 меңгә яҡыны 1943 йылда 112-се дивизияға өҫтәмә көс рәүешендә ебәрелә. Ошо милли хәрби частарҙы ойоштороу һәм тәьмин итеү тулыһынса республика иҫәбенә башҡарыла.
Башҡорт кавалерия дивизияларын төҙөү буйынса ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм БАССР Совнаркомының 1941 йылдың 17 ноябрендәге ҡарары республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларына ебәрелә, урындарҙа ошо ҡарарға ярашлы махсус комиссиялар булдырыла. Патриотик бурысты үтәү маҡсатында һис бер тотҡарлыҡһыҙ ашығыс саралар ғәмәлгә ашырыла башлай. Тиҙ арала дивизиялар өсөн хәрби мөлкәт һәм башҡа кәрәк-яраҡ нәмәләрҙе йыйыу маҡсатында Совнарком айырым күрһәтмәләр ҡабул итә, төрлө предприятиеларға заданиелар бирелә.
Хөкүмәт ҡарарҙарына ярашлы, ике кавалерия дивизияһының да ғәскәри составына үҙ теләктәре һәм мобилизация буйынса ауылдарҙа йәшәүсе башҡорт егеттәре саҡырыла башлай. Был хәрби задание юғары рух күтәренкелеге шарттарында үтәлә. 112-се кавалерия дивизияһына Башҡортостандың 37 районында тыуып үҫкән, хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-аттар алына. Райондарҙан 150-нән алып 250-гә тиклем кеше дивизия формалашҡан Дим станцияһына йүнәлә. Дивизияның полктары менән командалыҡ итеү тәжрибәле, хәрби белемле офицерҙарға тапшырыла. 275-се полк командиры вазифаһына майор Таһир Кусимов тәғәйенләнә, комиссары - өлкән политрук Сәғиҙулла Әлибаев, штаб начальнигы - капитан Юрий Назаров. 294-се полкта: командиры - майор Гәрәй Нафиков, комиссары - өлкән политрук Хәйрулла Әхмәтов, штаб начальнигы - майор Иван Юренко. 313-сө полкта: командиры - майор Ғариф Макаев, комиссары - өлкән политрук Байғужа Сәйетғәлин, штаб начальнигы - капитан Хәнәфи Нурғәлеев.
Дивизия артиллеристары араһында башҡорт командирҙары байтаҡ була: 313-сө кавалерия полкының 76 миллиметрлы батареяһы командиры Сәйфулла Хәбиров (1943 йылдың майынан - 148-се артиллерия-миномет полкы командиры, 1944 йылдан - гв. подполковнигы); 275-се кавалерия полкының шундай уҡ батареяһы командиры, лейтенант Шамил Рәхмәтуллин (1943 йылдың сентябренән гвардия капитаны званиеһында 14-се гвардия кавалерия дивизияһында артиллерия-миномет полкы командиры итеп ҡуйыла); 294-се полктың батарея командиры, майор Сафа Мөтиғуллин; 101-се кавалерия артиллерия дивизионының батарея командиры, өлкән лейтенант Мөғин Нагаев (һуңынан - гвардия майоры, Ленин ордены кавалеры); батарея командиры урынбаҫары, гвардия майоры Миңлеғол Ғәрәев (һуңынан 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының штаб начальнигы).

Командиры ниндәй - дивизия ла шундай

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнгән, ошоға тиклем Мәскәү янындағы алыштарҙа полк менән командалыҡ иткән, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, полковник Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов 1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә ҡайтып төшә һәм кисекмәҫтән башҡорт яугирҙарын һуғышҡа әҙерләү эшенә тотона. 275-се полк комиссары Сәғит Әлибаев үҙенең "Комиссар көндәлектәре" тигән хәтирәләр китабында ошо ваҡиғалар хаҡында бына нисек яҙа: "Полковник Шайморатов килеү менән дивизияға бер юлы яңы ҡот, йәм инде, дәрт, рух артты. Бәхеткә ҡаршы, полковник бер ҡараштан уҡ барыбыҙға ла бик оҡшаны. Уның бик әҙерлекле, юғары культуралы кадровый офицер икәнлеге күренә. Ихласлығы, кешелеклеге, баҫалҡылығы күҙгә ташлана; бөтә торошонда аҡыллылыҡ, ниндәйҙер яғымлы йылылыҡ, тәбиғи ҡыйыулыҡ, рух көсө кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып тора.
Ул килгәс, дивизияла ысын мәғәнәһендә тулы ҡанлы тормош тоҡанып китте. Тәртип, ойошҡанлыҡ, ыҡсымлыҡ урынлашты. Полковник, килеү менән үк беҙгә, офицерҙарға, шулай тине: "Шуны белегеҙ, иптәштәр: беҙ, һалдаттарҙы һуғышҡа өйрәтеү менән бер үк ваҡытта, үҙебеҙ ҙә өйрәнергә - уҡырға бурыслы. Хәҙерге һуғыш бик ҡатмарлы. Дошман мәкерле, тәжрибәле. Уны "бүрек менән бәреп" кенә еңеп булмаясаҡ".
Башҡорт милләтенән булған офицерҙарҙың күбеһе фронтта булғанлыҡтан, командирҙар составына рус һәм украин милләтле офицерҙар ҙа йәлеп ителә. Дивизия ойошторолоп, уның подразделениеларын комплектлау тамамланған мәлдә уның милли составы бына шулай була: башҡорттар - 81,5 процент, татарҙар - 14,5 процент, рустар - 3,3 процент, башҡа милләттәр - 0,7 процент. Был нисбәт ошо дивизияның исеменең есеменә тура килеүен асыҡтан-асыҡ раҫлап тороусы төп дәлил ул.

Ҡыҙыл байраҡ - дивизияның төп символы

1942 йылдың 22 мартында дивизияға Башҡортостан етәкселегенең хәрби Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. Сәғит Әлибаев ошо тантаналы ваҡиға тураһында ошолай тип яҙа: "Сәғәт иртәнге унда бөтә дивизия штаб алдына килеп тупланды. Ойошҡанлыҡ, йыйнаҡлыҡ һәм тәртиплелек яғынан йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел ине. Һалдаттарҙың рухы күтәренке, кейемдәре ыҡсым; йырлайҙар, матур атлайҙар; алғы сафтарҙа ҡурайсылар, гармунсылар командаһы. Бейеүҙәр башланды. Бер аҙҙан дивизияға сафҡа баҫырға команда бирелде. Сәғәт ун берҙә алдан әҙерләнгән урынға Башҡортостан Верховный Советы Президиумы Председателе Р.К. Ибраһимов һәм Хөкүмәттең, партия Өлкә комитетының бер нисә ағзаһы баҫты. Р.К. Ибраһимов майҙандың уртаһынараҡ килеп туҡтағас, дивизия командиры М.М. Шайморатов уға рапорт бирҙе.
Бынан һуң Р.К. Ибраһимов хәрби байраҡ тапшырыу тураһында Верховный Совет Президиумы ҡарарын уҡыны. Полковник Шайморатов байраҡты алыу менән теҙләнде һәм уны үпте. Шунан уны байраҡ йөрөтөүсегә бирҙе. Байраҡ ҡабул ителгәс, Шайморатов Президиумдың грамотаһын уҡыны һәм яуап һүҙе әйтте. Унан ҡунаҡтар менән бөтә колонналарҙы йөрөп сыҡты. Һалдат һәм офицерҙар һауа яңғыратып "ура!" ҡысҡырҙылар".
1942 йылдың 11 апрелендә Дим станцияһынан башҡорт яугирҙары төйәлгән беренсе эшелон фронтҡа оҙатыла. Ғәскәр, аттар, дивизия мөлкәте тейәлгән 13 эшелон береһе артынан береһе көнбайышҡа - фронтҡа табан ҡуҙғалып китә. Дивизияны аяуһыҙ ауыр алыштар барған Брянск фронтына ебәрәләр.
Дивизия май-июнь айҙарында етерлек кимәлдә ҡораллана, дошман менән тәүге алышҡа инеү маҡсатында хәрби әҙерлек үтә.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru