«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАЛАРҒА...
+  - 

Янғын һүндереүселәр балаларға янғын ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу тәртибен иҫкә төшөрҙө: "Әгәр һин өйҙә яңғыҙ ҡалһаң һәм янғын сыҡһа: һинең төп бурысың - үҙеңде ҡотҡарыу! Янғын - ҡурҡыныс, әммә ҡағиҙәләрҙе белһәгеҙ, ут һине еңә алмаясаҡ. Был ҡағиҙәне иҫеңдә тот!"

1-се аҙым. Йәшенмә! Был иң мөһим ҡағиҙә. Ҡурҡыныс янағанда, карауат аҫтына йәки шкафҡа инеп йәшенеү теләге барлыҡҡа килә. Бер ҡасан да улай эшләмә! Төтөн өҫкә күтәрелә, ә карауат аҫтында йәки шкафта һауа ҡалмай. Һине табыуы бик ауыр буласаҡ.

2-се аҙым. Фатирҙан йәки йорттан сығып кит. Төтөн аҙ булһа, ишек яғына йүгер. Әгәр бүлмәне төтөн ҡаплап алһа, дүрт аяҡлап шыуышып йөрө. Саф һауа һәр ваҡыт аҫта, иҙәндә. Ут һинең артыңдан килмәһен өсөн янған бүлмәнең ишеген ябып ҡуй. Әгәр ишек ҡыҙыу булһа, уны асма! Уның артында ут-ялҡын. Ишекте ныҡ итеп ябып, уның аҫтындағы ярыҡты еүеш сепрәк (футболка, таҫтамал) менән ҡапла.

3-сө аҙым. Тын юлдарыңды һаҡла. Өйҙә төтөн икән, сепрәкте (теләһә ниндәй футболка, яулыҡ, таҫтамал) еүешлә һәм уның аша тын ал. Был һинең үпкәләреңде ҡотҡарыр һәм һиңә аңыңды юйырға мөмкинлек бирмәҫ.

4-се аҙым. Подъезға сыҡҡас йәки күршеләргә ингәс, шунда уҡ 101 йәки 112 номерҙарына шылтырат. Асыҡ итеп әйт: "Янғын! Минең адресым: урам, йорт, фатир". Диспетчер рөхсәт итмәй тороп, трубканы беренсе булып һалма.

5-се аҙым. Ҡысҡыр. Шау-шыу тыуҙырыуҙан ҡурҡма. Тәҙрәнән йәки балкондан ныҡ итеп: "Янғын! Ярҙам итегеҙ!" тип ҡысҡыр.

6-сы аҙым. Әгәр коридор ишеге яна һәм сығырға ярамай икән, иң алыҫ бүлмәгә ин һәм ишекте биклә. Асыҡ тәҙрә төбөнә мен йәки балконға сыҡ. Урамдағы кешеләр һине күрһен өсөн ҡул болға һәм ҡысҡыр. Бер ҡасан да һыу торбаһы буйлап төшмә һәм беренсе ҡаттан юғарыраҡ йәшәһәң, тәҙрә аша һикермә.

Нимә эшләргә ярамай? Лифт менән файҙаланырға. Ул туҡтап ҡалырға мөмкин. Баҫҡыс буйлап ҡына төш. Ут ҡапҡан бүлмәлә тәҙрәләрҙе асырға ярамай. Утҡа кислород кәрәк, саф һауа ялҡынды нығыраҡ көсәйтә. Әгәр телевизор йәки розетка янып китһә, уларға һыу һибергә ярамай - ток һуғасаҡ. Сығып йүререргә кәрәк. Иң мөһиме, ата-әсәләргә балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru