«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАРА ҠАЙЫН ҠАЙҒЫ КИЛТЕРӘМЕ?
+  - 

Ҡара ҡайғы баҫтымы әллә,
Япраҡтарың йәшел, үҙең ҡара,
Әйтсе, ҡайын, һиңә ни булды?
Ҡара елме килеп һуғылды?
Рафаэль Сафин

Ҡайын тураһында һүҙ сыҡҡанда беҙ, ғәҙәттә, лирик тойғоларға бирелеүсән булып китәбеҙ. Кемдер ауыл ситендәге ҡайын сауҡалығын хәтеренә төшөрһә, икенселәр Урал тауҙарының ҡосаҡҡа һыймаҫ олонло йөҙйәшәр мөһабәт урмандарын күҙ алдына килтерә. Ә ҡайһы шағир ҡайын ағасына үҙенең шиғри юлдарын бағышламаған да, композиторҙар көй яҙмаған икән! Хатта мөхәббәт менән ҡайын синоним һүҙҙәр булып киткән. Ҡыҫҡаһы, ҡайынға ҡарата булған тойғолар беҙҙең күңелебеҙгә шул тиклем ныҡ һеңгән, һәм әйтергә кәрәк, тик изге, саф тойғолар менән генә бәйләнгән. Былар бөтәһе лә беҙ күреп өйрәнгән аҡ ҡайындарға ҡағыла.
Ә шул уҡ ваҡытта ҡара ҡайын ҡайғы килтерә тигән фекер ҙә йәшәгәне билдәле. Ғөмүмән, бармы һуң ул ҡара ҡайын?…
Беҙҙең илдә ҡайындың бер нисә төрө билдәле. Һөйәлле ҡайын менән бөҙрә ҡайын иң таралып үҫкәндәрҙән һанала. Улар илебеҙҙең бөтә территорияһында ла тип әйтерлек үҫә. Быларҙан тыш, Карелияла үҫкән һәм карелия ҡайыны тип аталған ҡайын үҙенең ныҡлығы һәм матурлығы менән айырылып тора. Тәбиғәттә ҡара ҡайын да осрай. Ҡара ҡайын, ғәҙәттә, Алыҫ Көнсығышта, Амур йылғаһы буйында үҫә. Шуға ла ул Даурия ҡайыны тип атала. Уның ҡабыҡтары ҡара-көрән төҫтә була. Һирәкләп булһа ла, Башҡортостанда ла ҡара ҡайындың үҫеүе билдәле. Беҙҙең яҡтарҙа үҫкән ҡара ҡайынды ошоғаса Даурия ҡайыны тип атайҙар ине. Мәскәү дәүләт университеты профессоры А. К. Скворцов раҫлауынса, яңыраҡ шул мәғлүм булды: баҡһаң, беҙҙең яҡтарҙа үҫкән ҡара ҡайындар Даурия ҡайындары түгел, ә шул уҡ һөйәлле йәки бөҙрә ҡайындан килеп сыҡҡан айырым бер формалары ғына икән.
Беҙҙең республиканың Баймаҡ, Күгәрсен, Ишембай райондары территорияларында ҡара ҡайындың бер нисә дана үҫкәнлеге билдәле. Ә бына Учалы районы Илсе һәм Баймаҡ районы Таһир ауылдары эргәһендә үҫкән ҡара ҡайындарҙы хәстәрлекле ҡулдар кәртәләп ҡуйған һәм бөтә йәмәғәтселек менән һаҡлайҙар. Был - тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауҙың һәйбәт бер миҫалы. Ихтимал, ҡара ҡайын, бәлки, башҡа ерҙәрҙә лә үҫкәндер, тик ҡайһы бер урындарҙа халыҡтың ҡара ҡайынға ҡарата дөрөҫ булмаған ҡарашы арҡаһында уны ҡырҡып ташлағандарҙыр, тип фараз итергә була. Шуныһы бәхәсһеҙ: тәбиғәттә бер нәмә лә артыҡ түгел. Һәр бер йән эйәһенең йәки үҫемлектең тәбиғәттә үҙенә генә хас экологик урыны бар. Шуға күрә лә улар бер-береһенә ҡамасауламай йәшәргә яраҡлашҡандар. Тәбиғәтте һаҡлау, киләсәк быуындарға шул матурлығы менән ҡалдырыу - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Әйтергә кәрәк, беҙ күп ваҡыт был турала уйлап та еткермәйбеҙ. Хатта бер миндек әҙерләү өсөн генә лә тотош бер ағасты йығыу осраҡтары бар әле беҙҙә. Әйҙәгеҙ, тәбиғәткә иғтибарлыраҡ булайыҡ! Ә тәбиғәт беҙгә ул изгелекте ун, хатта йөҙ мәртәбә арттырып кире ҡайтарыр. Ә инде, ҡара ҡайын ҡайғы килтерә, тигән фекер бөтөнләй нигеҙһеҙ. Ул - беҙҙең тәбиғәтебеҙгә матурлыҡ өҫтәүсе ҡабатланмаҫ бер биҙәк кенә.
Һуңғы йылдарҙа ғына ҡара ҡайын тураһында ғалимдарға тағы бер нисә ҡыҙыҡлы күренештәр менән осрашырға тура килде. Баҡһаң, ҡара ҡайындың орлоғонан ҡәҙимге аҡ ҡайын ағасы үҫеп сыға икән. Башҡортостан фәнни үҙәге ғалимы, биология фәндәре докторы В. Путенихиндың Германия ғалимдары менән берлектә үткәргән эксперименты шуны күрһәтте: күҙәнәктәр культураһы ысулы менән ҡара ҡайындың бер генә күҙәнәгенән алып үҫтерелгән ағасы шулай уҡ ҡара ҡайын булып ҡала. Был ҡыҙыҡлы күренеш фән донъяһында артабан ныҡышмалы өйрәнеүҙе талап итә.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru