«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ
+  - 

Борон Урал буйында йәшәгән Нәҙерша ҡарт менән әбейенең бик матур ҡыҙҙары булған. Исеме Маянһылыу икән. Маянһылыуҙың сәсе ебәк кеүек ялтырап тора, ә биле бал ҡортоноҡо һымаҡ нескә генә, ҡашы ҡыйғас айҙай, тауышы ҡырсынташҡа һибелгән көмөштәй зыңғырлаҡ ҡына икән. Маянһылыу буй еткергәс, берҙән-бер көндө уны Нуғай тигән илдең ханы күреп ҡалған да яратҡан да ҡуйған. Маянһылыуҙы алам тип, илгә яу асҡан хан. - Ни эшләргә һуң? - тип аптыраған Маянһылыуҙың атаһы Нәҙерша. - Мин бит көслө инем, батыр инем. Хәҙер йөҙ йәш тулды. Атҡа атлана алмайым, уҡ-һаҙаҡ тотоп, ата ла алмайым, - тип ҡайғырған.
Маянһылыу атаһының бойоҡ йөҙөн күргән дә:
- Атай, серең йәшереп балаңдан, бойоғоп торма улай, - тигән.
- Илде яу баҫты, балам. Ә йортомда бер батыр ҙа юҡ…
- Илде яуҙар баҫҡанда,
Барыһы атҡа менгәндә,
Мин дә атҡа менәйем,
Яу сабайым, атаҡай, - тигән Маянһылыу, быны ишеткәс.
Атаһы Маянһылыуының саялығын белһә лә был һүҙҙәргә аптырап киткән.
- Яуға барам тиһәң дә,
Дошманыңа яу асып,
Илдең ҡонон алырҙай,
Яуға батыр түгелһең, - тип ризалыҡ бирмәгән.
Маянһылыу ҙа үҙ һүҙендә ныҡ торған.
- Алпамышаны ҡойонан Барсын алған түгелме? Данлы аҡбуҙ толпарын Нәркәс алған түгелме? - тигән.
Ҡыҙының ныҡышмал булыуын белгән атаһы:
- Йортомдан берәү ат менеп,
Яуға ҡаршы сыҡмаһа,
Миңә хурлыҡ, балаҡай, - тип ризалығын биргән.
Маян, ғәскәр туплап, Мәргән тигән йәш батырға килеп ҡушылған. Мәргән ғәскәре ишәйгәнгә бик ныҡ ҡыуанған. Егеттәрҙе ерен-һыуын һаҡларға яуға саҡырып, тағы көс тупларға тип, оран һалып, Урал буйлап сығып киткән. Уға Тамъян, Бөрйән, Ҡыпсаҡ һәм башҡа ырыуҙарҙан бихисап батырҙар ҡушылған. Дошман да көслө булған. Саң-туҙан туҙҙырып, аяуһыҙ ныҡ һуғышҡандар. Мәргән үҙенә ярҙамға килгән Маянһылыуҙы ят ҡулына ҡалдырмаҫ өсөн айырыуса ныҡ алышҡан.
"Тапаттырмабыҙ ерҙе дошмандан. Әсәй килен булған, атай кейәү булған тыуған илде, көләс йөҙлө Урал һылыуҙарын ятҡа бирмәбеҙ", - тип алышҡан башҡорт яугирҙары.
Бер ваҡыт һуғыш ҡапыл тынып ҡалған. Баҡтиһәң, Нуғай ханы ҡалған ғына ғәскәрен эйәртеп, ҡасып киткән икән. Яуҙа һәләк булғандарҙы ҡәҙерләп ерләп, бәхилләшкәндәр. Иҫән ҡалғандары ырыу батыры исеме алып, тыуған төйәктәренә таралған. Ә Мәргән батыр туп-тура Нәҙерша ҡарт янына, Маянһылыуын һоратырға киткән.
Нуғай хандың ханлығы бына шулай ҡолатылған.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru