«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӨС БЫУЫН ТӘРБИӘЛӘНГӘН БЫНДА
+  - 


Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын, башҡорт мәғариф системаһының яңырыу осоро, тип атаһаҡ, һис яңылышмабыҙ. Нисек шулай булмаһын инде: бөйөк Пушкин заманында дворян балалары ғына уҡый алған лицей һәм дә гимназиялар башҡорт мөхитендә тап ошо йылдарҙа пәйҙә булды бит.

Ошоға тиклем ысын башҡорт мәктәптәре, башлыса, тик ауыл ерлегендә генә һаҡланып ҡалғайны. Әлбиттә, ябай ауыл мәктәптәрен ҡаланыҡылар менән сағыштырғанда, улар күп яҡтан ҡайтышыраҡ булды, шуға ҡарамаҫтан, бихисап талантлы һәм илһөйәр башҡорт зыялылары тап ошондай төпкөлдәге ауыл мәктәптәрендә белем һәм тәрбиә алып, сәнәғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙә киң танылыу тапты.
Башҡорттарҙың күпләп ҡалаларға күсеп китеүе лә уҙған быуат аҙаҡтарына тура килде. Ошо йылдарҙа ҡала башҡорттарының милли үҙаңы ла үҫеү һәм яңырыу осорон кисерҙе, һәм был ҡала мөхитендә башҡорт мәғарифын тергеҙеү өсөн ерлек бирҙе. Күренекле зыялыларыбыҙҙың береһе, баш ҡала башҡорттары балалары өсөн тәүге милли уҡыу йортон - хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһын астырыуға тос өлөш индергән замандашыбыҙ Мөхәмәт Исҡужиндың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 1994 йылда Һупайлы биҫтәһендә 136-сы башҡорт лицейы асылһа, Инорс тип йөрөтөлгән биҫтәлә 1996 йылда Зәйнәп Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы эшләй башланы. Ошо мәктәп быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
"Беҙҙең биҫтәлә башҡорт мәктәбе асыу тураһындағы һөйләшеүҙәр 1987 йылда уҡ башланғайны инде, - тип иҫкә ала мәктәптең беренсе директоры Тимерхан Нурғәле улы Миңлеғәлиев. - Тап шул йылдың матур бер көнөндә фатирыма Мөхәммәт ағай Исҡужин килеп инде. Уның торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығынан мәктәп йәшендәге балалары булған мосолман фамилиялы кешеләрҙең адрестарын алып, шул адрестар буйынса өйҙән-өйгә йөрөп ятыуы икән. Өйҙә балаларыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә тик туған телебеҙҙә генә аралаша инек - был күренеш ағайға бик оҡшаны. Таныштыҡ, һөйләшеп ултырҙыҡ. Мөхәммәт ағай Инорс микрорайонында башҡорт мәктәбе асыу тураһында хыялланғанын әйтте. Уның, Черниковка биҫтәһендә йөрөп, ҡайҙа башҡорт балалар баҡсаһын, ҡайҙа башҡорт мәктәбен урынлаштырыу отошло буласағын күҙаллап йөрөгән ваҡыты булған икән..."
Тимерхан Нурғәле улы хәтерләүенсә, 1994 йылда Мөхәммәт Исҡужин Инорс биҫтәһендә башҡорт гимназиянһы ойоштороу буйынса әҙерлек эштәре менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Исемлеккә Инорста йәшәгән 1600-гә яҡын уҡыусы башҡорт балаларының адрестары теркәлә һәм ата-әсәләрҙән ғариза йыя торған команда туплана. Артабан ата-әсәләр менән индивидуаль аңлатыу эштәре ойошторола. Ата-әсәләрҙең башҡорт мәктәбе асыуҙы һораған коллектив ғаризаһына 1269 кеше ҡул ҡуйып, ул хат Башҡортостан Президентына ебәрелә, һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Мәктәпте төҙөү тураһында ҡарар ителгәс, 1995 йылдың 12 апрелендә конкурс ойошторола һәм директор итеп Тимерхан Нурғәли улы Миңлеғәлиев тәғәйенләнә. Бина 1995 йылдың июль башында төҙөлә башлай. Төҙөлөп ятҡан мәктәпте башҡорт мәктәбе итеү-итмәү тураһында Калинин районы хакимиәтендә ҡала хакимиәте, Мәғариф министрлығы, мәктәп директорҙары ҡатнашлығында бәхәсле кәңәшмәләр уҙғарыла. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, кемдәр генә тәгәрмәскә таяҡ тыҡмаһын, башҡорт мәктәбе булдырыуҙы юллаусыларҙың һүҙҙәре өҫкә сыға. Калинин районы хакимиәте башлығы В.Л. Кашулинский һәм уның урынбаҫары Р.З. Богомолова был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Шулай итеп, 1996 йылдың 11 сентябрендә асылған, мәшһүр яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән 140-сы Башҡорт гимназияһы бөгөн үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар буйы ул ойоштороусыларының ышанысын аҡлап йәшәй. Уҡыу йорто 2004 йылда ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе статусын ала. Ике тапҡыр "Йыл мәктәбе" исеменә лайыҡ була. Гимназияла Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт педагогия университетының эксперименталь майҙансыҡтары, "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы ярҙамы менән ойошторолған "Емеш" медиаүҙәге, йәш армиясылар һәм Шайморатов кластары эшләп килә. Башҡорт гимназияһы башҡорт телен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү, уны үҫтереү үҙәгенә әйләнде. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадына арналған, бар республика балаларын йәлеп иткән конкурс, район кимәлендәге "Илһам" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, "Сәсәндәр бәйгеһе", халыҡ музыка ҡоралдары фестивале, шәжәрә байрамы, балалар һабантуйы ошо үҙәк эшмәкәрлегенең иҫбатланышы, йолаларҙы һаҡлау сығанағы булап тора.
"Гимназияла 849 бала уҡый, башҡорт кластары менән бер рәттән, рус кластары ла бар. Шуға күрә барса тәрбиә эштәрен башҡорт һәм рус телдәрендә алып барырға тура килә, - тип һөйләй гимназияның бөгөнгө директоры Фәнил Бүләков. - Уҡытыу-тәрбиә процесында барса уҡыусыларыбыҙҙы башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныштырырға тырышабыҙ, гимназияла башҡорт мөхитен сағылдырған күп саралар ойошторола. Шул уҡ ваҡытта төрлө милләт балаларын милләт-ара татыулыҡ рухында тәрбиәләүҙе лә үҙебеҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, тип иҫәпләйбеҙ. Уҡыусыларыбыҙҙы вузға әҙерләү маҡсатында Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефт техник университеттары, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ Өфө машиналар эшләү техникумы һәм Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән бәйләнештәр булдырылған, сөнки баш ҡалабыҙҙың Инорс биҫтәһендә башлыса эшсе халыҡ йәшәй, улар балаларына техник өлкәләргә йүнәлеш биреүҙе хуплай. Балаларының белем сифаты яҡшы булһын, дәүләт имтихандарында алған балдары бюджет нигеҙендә вуздарҙа уҡый алыу мөмкинлеген бирһен - уларҙың төп теләктәре шул. Шул уҡ ваҡытта барса ата-әсәләр милли мәктәптә уҡыусыларҙың тәртибе һәйбәт булыуын белә, ә был беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙҙең береһе.
Йәнә бына нимә: ата-әсәләр мәктәптең ыңғай имиджы булыуына бик иғтибарлы. Ә ул ТДИ һәм БДИ күрһәт-кестәренең кимәлен, уҡыусыларыбыҙҙың төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа күрһәтә алған ҡаҙаныштары менән бермә-бер бәйле. Беҙгә уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләренең гимназия хаҡында ниҙәр һөйләгәндәре, ниндәй баһа биреүҙәре бик мөһим, уларҙың тәҡдимдәрен, һорауҙарын иҫәпкә алып эшләргә тырышабыҙ. Хәҙерге осорҙа ҡала мәктәптәре өсөн күҙ яуын алып торған биналар һалына, улар заманса йыһаздар менән тәьмин ителә, әммә мәктәптең ысын йөҙө уның формаһынан түгел, ә йөкмәткеһенең ниндәй булыуынан тора".
Шулай итеп, гимназияның юбилейы - мәктәп коллективының, ата-әсәләрҙең, барса гимназистарҙың, ошо белем усағында уҡып сыҡҡандарҙың, шулай уҡ ошо мәктәпте булдырған башҡорт йәмәғәтселегенең дә уртаҡ байрамы ул. Тап улар уның ныҡлы нигеҙен һалып, белем һәм тәрбиә биреүҙең күркәм традицияларын булдырған. Улар тырышлығы менән белем усағының данлы тарихи йылъяҙмаһы булдырылған. Шуға ла был юбилей көндәрендә уларҙың, бигерәк тә М. Исҡужиндың исеме әленән-әле ҡабатланыуы аңлашыла ла.



Әйткәндәй, юбилей алды көндәрендә гимназияла "Сығарылыш уҡыусыларынан 30 дәрес" тигән марафон ойошторолдо. Был сара ваҡытында кластар фекер алышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм күҙмә-күҙ һөйләшеүҙәр майҙансығына әйләнде. Был марафон, гимназия - ул ябай бер бина ғына түгел, ә дөйөм мәнфәғәттәр, ҡыҙыҡһыныуҙар, ҡиммәттәр менән йәшәгән кешеләр берләшмәһе, икәнен иҫбат итте. "Беҙ төрлөбөҙ, әммә беҙҙе Зәйнәб Биишева хыял иткән Яҡтылыҡҡа ынтылыш берләштерә", - тине уҡыусылар юбилей тантанаһында. Был һүҙҙәргә аңлатма биреп тороу кәрәкмәйҙер.

Вәли ИҘРИСОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru