
Һуңғы ваҡытта табиптар, ваҡытында тикшерелеп торғанда, яман шеште иртә асыҡлап, уны дауалап була, тиһәләр ҙә, был сир сафтарҙы һаман да ҡырыуын дауам итә. Уның төрҙәре лә, симптомдары ла төрлөсә һәм ҡайһы берҙә бер нисә ай эсендә кеше яҡты донъя менән хушлашып та ҡуя. Бөгөн, гәзит уҡыусыларҙы иҫкәртеү маҡсатында, онкологтарҙың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.
• Йылына бер тапҡыр квалификациялы медицина тикшереүе алыу өсөн табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
• Һимереүҙән ҡасығыҙ, даими рәүештә, исмаһам, аҙнаһына 3-4 тапҡыр 30 минут булһа ла гимнастика менән шөғөлләнегеҙ.
• Тәмәке тартмағыҙ! Тәмәке тартыу яман шеш менән сирләү хәүефен 40-45 процентҡа арттыра.
• Һыуҙы фильтр аша таҙартып эсегеҙ.
• Дарыуҙарҙы табип тәғәйенләүенән һәм күҙәтеүенән башҡа эсмәгеҙ.
• Стресс менән көрәшергә өйрәнегеҙ. Нервылар системаһының хроник көсөргәнеше организмдың һаҡланыу һәләтлеген кәметеүен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
• Нурланыу сығанаҡтарынан мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ һәм улар эргәһендә булыу ваҡытын кәметегеҙ. Өйөгөҙҙә электр проводкаһын йәшерен итеп үткәрегеҙ.
• Үпкә рагын профилактикалау өсөн тәмәке тартыуҙы ташлағыҙ, бинаны даими рәүештә елләтеп тороғоҙ. Үпкә ялҡынһыныуы ауырыуҙары буйынса ваҡытында дауаланығыҙ. Химик матдәләр менән эшләгәндә тын юлдарын һаҡлау сараларын файҙаланығыҙ. Йыл һайын флюорография үтергә онотмағыҙ.
• Тире яман шешен профилактикалау өсөн ҡояшта оҙаҡ булмағыҙ, ультрафиолет нурҙарын тотҡарлаусы ҡояштан һаҡлаусы күҙлек кейегеҙ. Яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа канцероген матдәләр менән эшләгәндә һаҡлыҡ саралары күрегеҙ. Тәнегеҙҙәге тыумыштын булған таптарға зыян килтермәгеҙ һәм уларҙы үҙаллы бөтөрөргә тырышмағыҙ.
• Ашҡаҙан яман шешен иҫкәртеү өсөн аҙыҡты даими ҡабул итергә, артыҡ ҡыҙҙырылған һәм консервацияланған аҙыҡ-түлек ашауҙы сикләргә кәрәк. Көн һайын рационығыҙҙа йәшелсә, емеш-еләк булырға тейеш. Аҙыҡ-түлек эҫе һәм тоҙло булмаһын. Нәҫелдә шундай сир һәм ашҡаҙандың хроник патологияһы булғанда йылына бер тапҡыр эндоскопия (фиброгастроскопия) үтергә онотмағыҙ.
• Йыуан эсәк яман шешен профилактикалау өсөн сүсле аҙыҡ-түлекте күберәк ашарға, мал майҙарын ҡулланыуҙы сикләргә, хроник эс ҡатыулауын иҫкәртергә һәм дауаларға кәрәк.
• Күкрәк биҙе яман шешен профилактикалау өсөн ҡатын-ҡыҙ 25 йәшкә тиклем кейәүгә сығырға тырышырға тейеш. Бала тыуғас, уны бер йәшкә тиклем имеҙеү яҡшы. Гинекологик сирҙәрҙе лә ваҡытында дауалау зарур. Ай һайын үҙегеҙ күкрәк биҙҙәрен тикшереп тороғоҙ. Майлы ризыҡ ашауҙы 20 процентҡа ҡыҫҡартығыҙ, артыҡ ашамаҫҡа тырышығыҙ, күберәк күҙәнәкле, яңы еләк-емеш, тупаҫ ондан бешерелгән икмәк ашағыҙ.
• Предстата биҙе яман шешен иҫкәртеү өсөн енси тормош гигиенаһын һаҡлағыҙ, простатаның хроник ауырыуҙарын дауалағыҙ, өшөүҙән һаҡланығыҙ һәм даими физик күнегеүҙәр эшләгеҙ.
Профилактик туҡланыуҙың төп принциптары шулар:
• Үҙегеҙ үҫтергән йәки ошо ерлектә үҫтерелгән таҙа аҙыҡ-түлек ашағыҙ. Ризыҡ һатып алғанда уның составына, бигерәк тә консерванттарға иғтибар итегеҙ. Е-103, 105, 111, 121, 123, 125, 126, 130, 152, 952 билдәләре һуғылған аҙыҡ-түлек ҡулланыуҙан тыйылған. Е-103, 105, 121, 123, 125, 126, 130, 131, 142, 152, 210-219, 230, 240, 249, 252, 280-283, 330, 477, 954 билдәлеләрен оҙаҡ ваҡыт ҡулланыу шеш барлыҡҡа килтереүе мөмкин.
• Емеш-еләкте, йәшелсәләрҙе ентекләп йыуығыҙ, әрсегеҙ йәки өҫкө япраҡтарын өҙөп ташлағыҙ - тап уларҙа пестицидтар, диоксин һәм башҡа зыянлы матдәләр туплана. Ризыҡ әҙерләгәндә уны быҡтырыуға, бешереүгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ризыҡты асыҡ утта бешермәгеҙ.
• Кәүҙә ауырлығына иғтибар бирегеҙ, артығын ашамағыҙ. Аҙыҡ-түлектең калорияһы организмдың энергия сарыф итеүенән артып китергә тейеш түгел. Аҙнаһына бер тапҡыр ашауҙы кәметеү көнө үткәрегеҙ.
• Аҙыҡты ашыҡмай, яйлап сәйнәгеҙ.
• Эҫе аҙыҡтан һәм эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Ризыҡтарҙың температураһы мөхит температураһына яҡын булырға тейеш.
• Май ҡулланыуҙы 20 процентҡаса кәметеп, үҫемлек майҙарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
• Холестеринға бай аҙыҡ-түлек: йомортҡа һарыһы, мал мейеһе, ыуылдырыҡ, һимеҙ ит йә балыҡ, майлы һурпа ҡулланыуҙы кәметегеҙ.
• Үҙләштереү өсөн яҡшы аҡһым һимеҙ булмаған иттә, балыҡта, ярма һәм ҡуҙаҡлыларҙа бар - рационығыҙға шуларҙы индерегеҙ.
• Ризыҡ витаминдарға һәм микроэлементтарға бай булырға тейеш. Бындай аҙыҡ-түлек - бигерәк тә ҡыҙыл төҫтәге емеш-еләк, йәшелсә, диңгеҙ продукттары.
• Мотлаҡ кальций күләме күп булған ризыҡ ашағыҙ. Улар әсегән һөт продукттары, сырҙар, эремсек, кукуруз киҫәктәре, кәбеҫтә, сөгөлдөр, хөрмә.
• Сүсле (ярҙыртылмаған ярма, көрпә, ҡуҙаҡлылар, емеш-еләк, йәшелсә) продукттарҙы күберәк ҡулланығыҙ. Ыҫланған, тоҙланған, нитраттар менән эшкәртелгән ризыҡтарҙы ҡулланыуҙы минимумға тиклем кәметегеҙ. Өй шарттарында тоҙ ҡулланыуҙы тәүлегенә 4 грамға тиклем кәметегеҙ. Шәкәр ашауҙы сикләгеҙ, тәм-том, кәнфиттәр менән мауыҡмағыҙ.
Ошондай билдәләр:
• Бер сәбәпһеҙ тән ауырлығығыҙ кәмеһә, арыһағыҙ, талсыҡһағыҙ, температурағыҙ күтәрелһә, аҙ ҡанлылыҡ күҙәтелһә;
• Оҙайлы йүтәл ҡаҡшатып, еңеллек килмәһә, ҡаҡырыҡта ҡан таптары күренһә;
• Ауыҙ ҡыуышлығында, ирендәрҙә, телдә сей яра йәки ауыртмаған шештәр барлыҡҡа килһә;
• Тәндә төйөндәр, оҙаҡ ваҡыт уңалмаған сей яра барлыҡҡа килһә, тире ярылһа;
• Тыумыштын булған таптарҙың күләме ҙурайһа йәки ҡанһырап торһа;
• Күкрәк биҙендә, ҡултыҡ аҫтында, умрау һөйәге аҫтында төйөндәр барлыҡҡа килһә; күкрәк биҙенең формаһы үҙгәрһә; түштән ҡанлы бүлендек сыҡһа, уңалмаҫ сей яра булһа;
• Ризыҡтың үтеүе ауырлашһа, күкрәк янһа, аппетит түбәнәйһә, күңел болғанһа;
• Эс көтөрләһә һәм ауыртһа, тура эсәктә ауыртыу булһа;
• Оло ярауҙа ҡан һәм лайла булһа;
• Йыш бәүел килһә, уның төҫө үҙгәрһә;
• Сатта ауыртыу тойолһа, енси ағзалар ҡысытһа һәм унан бүлендектә килһә, эстең аҫҡы өлөшөндә шеш булһа, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың климакс ваҡытында туҡтамай ҡан аҡһа - һис кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеүҙең һаулыҡ нигеҙе булыуы ха-ҡында иҫегеҙҙән сығармағыҙ!
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА