
Һуңғы осорҙар республика Башлығының халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатына айырыуса ныҡ иғтибар йүнәлтеүен күптәр хуплайҙыр. Ошо йүнәлештә Башҡортостанда ҙур ғына эштәр алып барылыуы хаҡында гәзитебеҙҙең 32-се һанында "Беҙҙәге медицина хеҙмәте шундай" тип аталған мәҡәләне лә уҡыныҡ.
Күптән түгел интернет селтәрендә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрының бер пациентты ҡарау өсөн табипҡа 15 минут ваҡыт бүленеүе хаҡындағы нормативты тәнҡитләүенә иғтибар иттем. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү системаһы һығылмалы, йәғни һәр аныҡ осраҡҡа индивидуаль ҡараш булырға тейешлеге хаҡында әйтте министр. Эйе, һәр табипты борсоған мәсьәләләргә ҡағыла был һүҙҙәр. Пациенттар менән эшләү мәлендә доктор йыш ҡына үҙенең эшенә ҡамасаулаусы төрлө факторҙар менән осраша шул. Ауырыуҙы ҡарауҙан тыш, табипҡа артыҡ яҙыу-һыҙыу эштәре йөкмәтелеүе ана шул факторҙарҙың береһелер. Бәғзе бер коллегаларымдың "эй, ошо яҙыу-маҙыуҙар…" тип һөйләнә-һөйләнә алдындағы комьютер клавиатураһына баҫҡылап ултырыуын күргәнем бар.
Бер нисә йыл элек өлкә гәзиттәренең береһендә халыҡтың медицина карталарында бәғзе бер табиптар тарафынан пациент ҡабул итеү хаҡында "дөрөҫлөккә тап килмәгән" яҙыуҙар барлыҡҡа килеүе тураһында ла бер мәҡәлә уҡығайным. Шундай "өҫтәлмә" яҙыуҙар килеп сығыуының төп сәбәбе - табиптарға аҙнаһына күпмелер пациент ҡабул итеү хаҡында пландар биреү тигән фекер менән дә танышмын һәм ана шул хаҡта бер аҙ һүҙ йөрөтөп алырға иҫәбем.
Йәшерен-батырыны юҡ, бөтә йәшлегемде әрмелә үткәргән хәрби табип булараҡ, "гражданка"лағы һаулыҡ һаҡлау системаһын әллә ни белеп етмәйем. Табипҡа бер пациент өсөн күпме ваҡыт бүленеүен, аҙнаһына нисә кешене ҡабул итергә тейешлеге хаҡында пландары булыуын да белмәй инем ошоғаса. Йәш сағымдан уҡ "көнөнә күпме кеше килә, табип ана шуныңса ҡабул итергә тейеш" тип һананым (ике-өс кешеме ул, әллә утыҙ-ҡырҡлағанмы). Хәҙер нисектер инде, әммә мин хеҙмәт иткән дәүерҙә (25-30 йылдар элек) әрмеләге һаулыҡ һаҡлау системаһында беҙгә ундай пландар ҡуйылмай торғайны. Бәлки, шунлыҡтандыр ҙа, күпме һалдат, офицер, йә уның ғаилә ағзаһы "прием"ға килеүе беҙҙең өсөн барыбер ине һәм, әлеге ялған "посещение" яҙыу тигән нәмә башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Амбулатория журналына ҡарап, "нишләп бик аҙ кеше ҡабул иткәнһең" тип берәү һорау биргән хәлдә лә, табиптың: "Ауырыуҙарҙы мин тыуҙырмайым. Күпме килә, шуныңса ҡарайым", тигән яуабы, әлбиттә, әҙер булыр ине. Эш хаҡын да пациенттар һанына ҡарап түгел, ә врачтың хәрби званиеһы һәм биләгән вазифаһына ярашлы ғына түләнеләр. Ай буйы бер ниндәй шелтәһеҙ эшләһәң, "ЕДВ" тигән нәмәһе лә булды (единовременное денежное вознагражление за безупречную службу).
Хан ҡыҙында ла бер аҙ етешһеҙлек була, тигәндәй, әлбиттә, әрмелә "ялған яҙыу" бөтөнләйгә булманы, тиһәм, дөрөҫлөккә тап килеп етмәҫ. Урыҫта "Нишләп гонаһты йәшереп маташырға (Чего греха таить)" тиҙәр бит әле. Булды ундай нәмә. Тик башҡасараҡ формала. Гражданкала "медицина картаһы" тип аталған нәмә әрмелә "медицинская книжка" тип йөрөтөлә ине. Саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткән һалдаттарҙыҡы бәләкәсерәк, ә офицер һәм прапорщиктарҙың кенәгәһе - ҡалын ғына бер китап формаһында. Тик әлеге ялған яҙыуҙар шул китаптарҙа табиптан медицина ярҙамы алыу тураһында түгел, ә һалдат һәм офицерҙарҙа даими үткәрелә торған диспансеризацияға ҡағылышлы була торғайны…
Тәбиғи һорау тағы килеп тыуа: ни өсөн беҙ булмағанды бар тип яҙғанбыҙ? Әлбиттә, беҙ ҙә бындай эш менән "ҡулыбыҙ ҡысытҡандан" булышманыҡ. "Медицинаның киләсәге - профилактик медицина" тигән бер лозунг мәғәнәһенә ярашлы, ошо мәсьәләгә ифрат та ныҡ баҫым яһай ине ул саҡ беҙҙең башлыҡтар. Юғарынан берәй тикшереүсе килә икән, мотлаҡ рәүештә, алдындағы өҫтәленә медпунктта һаҡланған әлеге һалдат һәм офицерҙарҙың "медкнижкаларын" өйөп һала ла, шуларҙың "диспансеризация" графаһын көнө буйы ултырып, диҡҡәт менән тикшерергә тотона. Урындағы табиптарҙың профилактик эш менән шөғөлләнеү сифатын асыҡлау маҡсатында.
Һалдат книжкалары менән, ғәҙәттә, проблема булмай. Йылына ике мәртәбә (яҙлы-көҙлө), часть командирының бойороғо буйынса, егеттәребеҙҙе поликлиникаға рота старшиналары теҙеп алып килә. Тейешле анализдарҙы дәррәү тапшырып, һәр бер "специалистан" ҡаралып (шул арала бер аҙ ғына булһа ла ял итеп), казармаға ҡайтып та китә улар. Әлеге медицина кенәгәләренә табиптар кәрәкле яҙыуҙарын, кәңәштәрен дә яҙып ҡуя. Ә бына офицер һәм прапорщиктарға килгәндә, эш күпкә ҡатмарлы. Уларҙы бер кем дә табип комиссияһына "строй" менән алып килмәй. Хәрбиҙәрҙең был ҡатламы үҙаллы килергә тейешле. Әммә ошо сараға ыңғай ғына йөрөмәгәндәре күп. Һәр кем, ниндәйҙер сәбәп табып, "йәшенеп" ҡалырға тырыша. Үҙен һап-һау тип һанаған бәғзеләр бындай комиссияларҙы бөтөнләйгә инҡар итә. Шундайыраҡ берәй офицерҙы тотоп алып, әрләй башлаһаң, "Ней бер минең өсөн ҡайғыраһығыҙ, ауырыһам - килермен!" тип кенә яуап бирә. Икенселәре "Әй, ул медкомиссияларҙан ни файҙа? Һеҙ, врачтар, беҙгә хеҙмәт итергә ҡамасауламағыҙ әле!" тигән һымағыраҡ бурылдашырға тотона. Айырым осраҡтарҙа, часть командирына ошаҡлау менән янап, бәғзе берәүһен медкомиссияға "ҡолаҡтарынан һөйрәп" алып килергә мәжбүр була инек. Тик берәй сире булған йә пенсияға сығыр мәле етеп килгән олораҡ йәштәге офицерҙар ғына был тарафтан әллә ни ялындырмай.
Ә Мәскәүҙән тикшерергә килгән әлеге етди медицина полковнигы (үҙенең дә күптән түгел "бәләкәйерәк сағын", бына ошондай хәрби часта хеҙмәт икәнен онотоп), йөҙ процентлы диспансеризация үткәреүгә өлгәшә алмаған военврачтың эшен баһалап, уға тейешенсә "яза" бирергә әҙер. "Тулы булмаған" кенәгәләр табып ала икән - хәлдәр шәптән түгел! Тикшеренеү эштәре хаҡында юғары командование исеменә поликлиникалағы етешһеҙлектәрҙе баштан-аяҡ һүрәтләгән рапорт яҙып, полковник ағай үҙенең "изге бурысын" урын еренә еткереп, үтәп тә ҡуя. Артабан, командирҙың "…лишить единовременного денежного вознаграждения" тигәнерәк бер пункты булған бойороғона эләгә урындағы табип. Көндәлек эшендә ниндәй генә тырыш булыуына, үҙенең пациенттарына ла яғымлы мәнәсәбәт күрһәтеп, уларҙы нисек кенә яҡшы дауалауына ла ҡарамаҫтан… Элекке "Чапаев" фильмындағы бер мужик әйткән һымаҡ: "Куда деться бедному крестьянину?" Медкомиссияға өгөтләп тә күндерә алмаған офицерҙың медкнижкаһының тейешле графаларына (хирург, терапевт, невропатолог, һ.б. исеменән): "Жалоб нет. Здоров" - тигән һымағыраҡ яҙыуҙарҙы үҙе төшөрөргә мәжбүр була "полковой" табип.
Ҡайһы берҙә хатта ана шуға бәйле мәҙәгерәк хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай торғайны. Шулай, бер капитан, төрлө һылтау табып, әлеге мотлаҡ үтелергә тейешле диспансеризациянан һәр саҡ ҡасып йөрөгән. Бер мәл, полк командиры аша, башҡалар менән бер рәттән, был офицерҙы ла медицина пунктына килергә мәжбүр иттеләр. Медкнижкаһын ҡулына алған егетебеҙ, "Диспансеризация" тип аталған битте асып ҡарағас, аптырап ҡалған: кенәгәһендәге яҙыуҙарға ярашлы, йыл һайын бөтә табиптарға ла "даими күренеп йөрөгән" икән ул. Был зирәк иптәш, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, беҙҙең медицина хеҙмәте начальнигына барып, шул хаҡта доклад яһаған. "Һеҙҙең табиптарығыҙ ялған яҙыу менән булыша. Минең бер нисә йыл рәттән комиссия үткәнем булмауына ҡарамаҫтан, книжкамда "үткән" тип күрһәтелгән. Табиптарығыҙ өҫтөнән жалоба яҙасаҡмын!" -тигән һымағыраҡ итеп, тауыш күтәргән. Ә беҙҙең начальник (оло ғына йәштәрҙәге майор) уға: "Хәрби устав талабына ярашлы, һеҙ үҙегеҙҙең һаулығығыҙ хаҡында ҡайғыртырға бурыслыһығыҙ. Ни өсөн комиссияға ошоғаса йөрөмәнегеҙ? Уставты үтәмәгән өсөн үҙегеҙҙе "дисциплинар" яуапҡа тарттырмағанға һөйөнөгөҙ, иптәш капитан!" - тигәнерәк һүҙҙәр менән ҡатыраҡ бәрелгәс, әлеге егет тынысланған, имеш, (Хәрби уставта "Военнослужащий обязан заботиться о своем здоровье" тигән статья бар)…
Комиссияға килеп, һаулығына зарланғандарҙы (ундайҙар ҙа була), әлбиттә, ентекләп ҡарайбыҙ, кәрәк икән, өҫтәлмә тикшереүҙәр ҙә тәғәйенләйбеҙ. Был мәсьәләлә проблема тыумай. Ә табиптың: "Һаулығығыҙға берәй жалобағыҙ бармы?" - тигән һорауына, "Юҡ", - тип яуап биргәндәрҙе еңелсәрәк итеп ҡарап ебәрәбеҙ, улар менән артыҡ ваҡыт әрәм итмәҫкә тырышабыҙ. Уларҙың да һәр кемеһенең эше бар, ҡайҙалыр ашыҡҡандары ла күп. Шуға күрә лә, рентген, башҡа анализдары ла нормала булғандарҙы тиҙләтеп ҡарап, "Здоров" тип яҙып та ҡуйғылайһың. Тик, баштараҡ иҫкә алған иптәш һымаҡ, ығы-зығы ҡуҙғатырға яратҡандар һәр ерҙә лә барҙыр инде. Шундай тағы берәү беҙҙең госпиталь начальнигының бүлмәһенә барып ингән икән. "Бындай комиссияларҙан ни файҙа? Табиптарығыҙ барыбер өҫтән-мөҫтән генә ҡарау менән булыша…" "Ә һеҙ флюорография үттегеҙме? Анализдар бирҙегеҙме?" "Үттем, бирҙем." "Һаулыҡ мәсьәләһендә берәй нәмә борсоймо һуң үҙегеҙҙе?" "Юҡ, борсомай…" Уҫал начальник (подполковник) беҙҙе, табиптарҙы, үҙенең кабинетына ашығыс рәүештә йыйып ала: "Хөрмәтле коллегалар. Бына ошо иптәш беҙҙең комиссия эше менән һис кенә лә ҡәнәғәт түгел, "өҫтән-мөҫтән ҡарайҙар" тип зарлана. Хәҙер үк уны баштан-аяҡ сисендереп, һәр берегеҙ ҡабаттан ентекләп ҡарап сығығыҙ. Антропометрия үткәрегеҙ (буйын, ауырлығын үлсәгеҙ), үпкәһен, йөрәген тыңлап, эсен баҫҡылап, башҡа йәшерен урындарын да тикшерергә тартынмағыҙ. Грыжа-маҙар, геморрой-фәлән юҡмы, шуға ла иғтибар итегеҙ!.." Табиптар үҙҙәренең начальнигының юморын аңланы, шулай уҡ әлеге ялыусы иптәш тә уңайһыҙланып китте (буғай)… Шуның һымаҡ хәлдәрҙе күрә йөрөгәнгәмеләр ҙә, үҙ һаулығын ҡайғыртыу - һәр кемдең фәҡәт үҙенең теләге буйынса булырға тейештер, тигән фекергә килә торғайным.
"Диспансеризация" тигәндәй, бындай саралар бөгөнгө көндә беҙҙә (граждандар медицинаһында) яҡшы ҡуйылған булһа кәрәк. Һәр хәлдә, шундай уйҙамын. Үҙем (дөрөҫөн әйтергә кәрәк), әллә ни поликлиника-маҙарға йөрөргә яратмайым. Бәхеткә, бер кем дә мине быға мәжбүр итергә лә йыйынмай. Тик телефоныма ҡайһы берҙә: "Уважаемый Х.Т., приглашаем вас на бесплатную диспансеризацию!" тигән мәғәнәле хәбәр килеп тора. Коллегаларыма шуның өсөн рәхмәтлемен. Әммә унһыҙ ҙа тығыҙ ваҡыттарын алып, уларҙы артыҡ бимазалағы килмәй бит әле. Доктор иптәштәрҙең минән тыш та пациенттары етерлек. Әлеге бер хеҙмәттәш әйтмешләй, сирләп китһәм - барырмын…
Медкарталағы ялған яҙыуҙарға килгәндә, шуны аныҡ ҡына итеп әйтер инем. Ныҡлы инаныуымса, әлеге "план үтәү" тигән нәмәләр табип халҡына йөкмәтелмәгән хәлдә лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә һис бер зыян килмәҫ ине. Ялған яҙыуҙар ҙа бөтөр ине...
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА