«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЙОЛАЛАР ҮТӘЛМӘҺӘ ЯМАНЛЫҠ АЛҒА СЫҒЫР ИНЕЕ
+  - 


Алтын көҙ... Ҡәҙерҙәрен белгән кешегә ошо мәлдәге тәбиғәт матурлығы - үҙе бер ожмах. Ә бит ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар. Мәҫәлән, беҙҙең ағинәйҙәребеҙ ҙә сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисергән һымаҡ. Улар, халҡыбыҙҙың традицияларын, халыҡ педагогикаһын, байрамдарын, милли кейемдәрен, биҙәүестәрен, йолаларын һ.б. тергеҙеп, уңыштарын барлап, тормош тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған мәлдәрен кисерә һәм шуның менән бәхетлеләр ҙә.

Борон-борондан халҡыбыҙ үҙенең төп законына - йолаға - нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Оло хаҡы, кесе хаҡы, ҡатын хаҡы, ир хаҡы, бала хаҡы, йәғни кеше хаҡын фәҡәт йола ғына теүәл һаҡлаған. Олоно оло итеү, туған менән туған, кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тейешле ыңғай барышы, йәғни гармонияһы, берҙән-бер хоҡуҡи сара - йолаға буйһонған. Һәр халыҡ үҙ ижадын булдыра, изгелекте һәм аҡылды алға сығара. Ул үҙенең идеологияһын меңәр йылдар буйы һаҡланған мәҙәниәт аша тормошҡа ашыра. Беҙҙең ағинәйҙәребеҙ ҙә милләт бишеге булған тыуған төйәгебеҙ бөтөнлөгөн, ҡотон, халҡыбыҙ рухиәтен йолаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә күреп, ошо юҫыҡта күп эштәр атҡара.
Бөгөн уларҙы борсоған иң ҙур проблема - ул, әлбиттә, тел мәсьәләһе. Тел яҙмышы - халыҡ яҙмышы. Телен башҡа телгә алмаштырған, күңелендә милли рух йөрөтмәгән халыҡ ер йөҙөнән милләт булараҡ юҡҡа сыға. Теле юҡтың - иле юҡ, ти халыҡ. Шуға ла бала күңеленә башҡортлоҡ тойғоһо һалыу, тел ҡәҙерен белергә өйрәтеү - рух тәрбиәһендә иң мөһимелер. Ғаиләләрҙә милли йолаларыбыҙ дауам ителһә - туған телебеҙ һаҡланыр, үҫер, тип иҫәпләй ағинәйҙәр һәм үҙҙәре ойошторған сараларға йәш ғаиләләрҙе саҡырып, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында балалар менән аралашып, төрлө йолалар атҡарып, туған тел һағында булыуҙарын аңғарта-төшөндөрә йөрөйҙәр.
Ата-бабаларыбыҙ фекеренсә, Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөндәге һәр бер халыҡҡа үҙ Рух ҡошон бирә. Рух ҡошо халыҡтың күңел йылылығынан көс ала. Халыҡтың үҙ булмышына, моңона, теленә һөйөүе, бер-береһен яратыуы һәм тартыуы, киләсәге өсөн яуаплылығы күңел йылылығы булып туплана. Үҙҙәренең Рух ҡошона көс биреп, берҙәм, бәхетле, маҡсатлы, эшлекле һәм булдыҡлы, илһамлы һәм дарманлы булып йәшәй беҙҙең ағинәйҙәребеҙ. Ун биш йыллап, ойошторған мәлдән алып Архангел районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын етәкләү тәжрибәмдән сығып, шундай һығымталар яһарға батырсылыҡ итәм...
Эйе, Архангел районы ағинәйҙәре үткәргән бөтә сараларҙың да юғары кимәлдә ойошторолоуына, уларҙың ябай ғына бер кисәне лә йәмле, күңелдәрҙе нурландырған яҡты байрамға әйләндерә белеүенә күнегеп бөткәнбеҙ хәҙер. Ошо көндәрҙә генә район ағинәйҙәренең ике оло йыйынында ҡатнашҡан ҡунаҡтар ҙа быны һыҙыҡ өҫтөнә алып, һүҙҙәрен күңелдәргә май итеп яҡты. Сараларҙың береһен Нурия Вәлиева етәкселегендәге Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәре ойошторғайны. Улар райондың башҡа ауылдарынан йыйылған әхирәттәре алдында матур йола атҡарҙы: иң тәүҙә оҙон өҫтәлгә үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында үҫтергән көҙгө уңыштарын өйөп һалып, картуф, ҡабаҡ, һуған, кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, борос, һарымһаҡ кеүек йәшелсәләрҙең туҡлыҡлылығы, шифаһы буйынса мәғлүмәттәр яңғыратты. Роза апай Ғәббәсова һәр йәшелсәгә арнап сығарған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Гөлирә апай Фәйрүзова ла сараға үҙенең шиғырҙарын бағышланы. Йола атҡарыуҙы башҡа ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр дауам итте. Убалар ауылынан Альмира апай Юламанова үҙенең ағинәйҙәре менән оло кәрзин күтәреп сыҡты һәм кәрзиндәге һәр йәшелсәгә таҡмаҡ бағышланы. Муллаҡай ауылы ағинәйе Зәлифә Фәйзуллина йыйылыусыларҙы мандолинаһы моңо менән сәләмләне. Ул был музыка ҡоралын ҡулынан төшөрмәй, күңелендә моң булғас, үҙе лә байтаҡ йырҙар ижад иткән. Аллаға шөкөр, ауылдар ошондай хеҙмәт фиҙаҡәрлеген ташламай, үҙ табынын үҙе етештергән ризығы менән йәмләүҙе дауам итә әле. Ағинәйҙәр ошо хаҡта һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны ла инде был юлы. Әйткәндәй, Тәүәкәс ағинәйҙәрҙең күбеһе оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар. Улар ошо ойошмаға тупланғас, үҙҙәренең йәш саҡта тормошҡа ашырмаған һәләттәрен балҡытып ебәрҙе - был беҙҙең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһында күҙәтелгән матур күренештәрҙең береһе. Мәҫәлән, Тәүәкәс ағинәйҙәренең барыһы ла тиерлек шиғыр яҙа. Роза Ғәббәсова ла, Гөлирә Фәйрүзова ла әллә нисәмә китап авторы.
Икенсе сарабыҙ Убалар ауылының Минира Ибәтуллина етәкселегендәге "Гөлнәзирә" төркөмө ағинәйҙәре тарафынан Аҫҡын мәмерйәһе эргәһендә "Көҙгө матурлыҡ" байрамы булып үтте. Улар башта райондың башҡа ауылдарынан килгән ағинәйҙәрҙе, ҡунаҡтарҙы ҡапҡа төбөнән үк йыр-бейеү менән ҡаршылап, ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ йолаһын атҡарҙы. Ҡунаҡсыллыҡ беҙҙең халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән матур йола бит. Шул уҡ ваҡытта кеше гел генә уйнап-көлөп, байрам итеп, ғәмһеҙ йәшәмәһен өсөн Хәҡиҡәт тигән бер көстө лә барлыҡҡа килтергән Аллаһы Тәғәлә һәм уны беҙҙең күңел төптәренә йәшергән, тип һөйләнелә бер риүәйәттә. Хәҡиҡәт - ул беҙҙең асылыбыҙ, был донъяла башҡорт ҡатыны, ошо милләттең аҫыл заты булып йәшәүебеҙ, балалар үҫтереүебеҙ. Ағинәйҙәребеҙҙең йәшәү девизы был. Ошо юҫыҡта эшләгән эштәребеҙҙең һөҙөмтәһен барлайбыҙ ҙа инде "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары үткәргән һәр сарала. Был юлы "Гөлнәзирә" төркөмө ағинәйҙәре үҙ тәжрибәһе менән раҫланы быны. Сағыу милли кейемдәрҙәге нурлы йөҙлө ағинәйҙәрҙең йыр-бейеүе генә түгел, мәғлүмәти сығыштары ла һәр кем күңеленә тәжрибә булып үтеп инде. Саҡырылған ағинәйҙәр ҙә күстәнәстәрен үҙҙәренең сығыштарына төрөп тапшырҙы. Һәр кем тырышты, үҙ өлөшөн индерҙе был байрамға, сөнки ошондай ҡорға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенән өйрәнеп, өлгө һәм тәжрибә үҙләштереп, халҡыбыҙ өсөн файҙалы эштәр атҡарырға дәртләнеп, яңы көс туплап ҡайта. Аралашыу тигән йоланың да тергеҙелеүе инде был. Әйтелгәнсә, йолалар үтәлмәһә, яманлыҡтар алға сығыр ине.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА,
Архангел районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru