«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҺӨНӘРЕБЕҘҘЕ ШЫМАРТЫП ТОРМОШ ФӘЛСӘФӘҺЕНӘ ТӨШӨНӨП ҠАЙТТЫҠ
+  - 


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм Артур Кәбиров Мәскәүҙә үткән "40+" IX Халыҡ-ара ижади лабораторияла ҡатнашты. М.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған актерҙарыбыҙ өсөн Мәскәү - студент йылдарына әйләнеп ҡайтыу ҙа, ике тиҫтә йыл дауамында тупланған тәжрибәне нығытыу ҙа. Артистарыбыҙ менән илебеҙҙең баш ҡалаһында ике аҙна дауамында барған, ижад кешеләрен көс-кәргә байытҡан, яңы үрҙәргә ҡанатландырған лаборатория тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Артур, Гөлнара, ун дүрт илдән, төрлө ҡалаларҙан килгән коллегаларығыҙ менән аралашыу лаборатория форматында үткән һәм унда ижади эшмәкәрлеге 20 йылдан да кәм булмаған актерҙар ҡатнашҡан...

Артур:
Эйе, курсташым Гөлнара Ҡаҙаҡбаева менән икебеҙгә Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан ойошторолған ижади лабораторияла ҡатнашыу бәхете тейҙе. 23 августан 7 сентябргә тиклем беҙ "Актер Звенигород" Ижад йортонда оҫталыҡ дәрестәре үттек, һөнәребеҙ буйынса яңы алымдар менән таныштыҡ, параллель репетициялар ҙа барҙы, сөнки ошо ижади форумды спектакль менән тамамларға тейешбеҙ, тигән бурыс ҡуйылғайны.
Гөлнара: Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән "40+" лабораторияһы быйыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды, уның етәксеһе - ҡырғыҙ режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев. Беҙ Уланмырҙа Нурдин улы менән 2024 йылда "Туғанлыҡ" Халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленән башлап таныш, хеҙмәттәшлектең тәүге емеше - 2025 йылдың ноябрендә сыҡҡан "Фарман ханым" (С.Әхмәт) спектакле. Лаборатория ваҡытында беҙ Беларусь, Венгрия, Көньяҡ Осетия, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан яҡтарынан килгән коллегаларыбыҙ менән бергә ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматов ижадынан әҫәр өҫтөндә эшләнек. Ике аҙна эсендә Сыңғыҙ Айытматовтың "Йәмилә" повесы буйынса спектакль әҙерләнек. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған актерҙарҙың бер оҫтаханала ҡайнауы, һөнәри камиллыҡҡа ынтылышы - күркәм һәм көслө күренеш булды.

Спектаклгә әҙерлек ике аҙна дауамында барҙымы?

Артур:
Тап шулай, был лабораторияның эш һөҙөмтәһе миңә бер мөғжизәләй күренде. Күҙ алдына килтерегеҙ: бығаса таныш булмаған 20 актер, һәр кеменең - үҙ холоҡ-фиғеле, эш тәжрибәһе, һәләте, туған теле. Һәм улар бергә тупланып, уртаҡ спектакль сығарырға тейеш. Бындай осраҡта барлыҡ кәртәләр, ҡурҡыуҙар юҡҡа сыға, сәнғәт ҡөҙрәте аша беҙ бер татыу ғаиләгә әйләнеп, яңы ижад емешен өлгөрттөк. Етәксебеҙ, режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаевтың төрлө быуын актерҙары менән оҫта эш итә белеү һәләтен телгә алмай мөмкин түгел, төркөмөбөҙҙә 40-70 йәштәрҙәге коллегаларыбыҙ ҙа булды бит. Шөкөр, телебеҙ төрлө булыуға ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһы менән танышып, бөтәбеҙҙе бергә бәйләгән театр, сәхнә, ижади тормош хаҡында әңгәмәләр ҡорҙоҡ, спектакль сығарҙыҡ.
Гөлнара: Уланмырҙа Нурдин улы әйтмешләй, һәр ҡатнашыусы үҙ туған телендә уйлап, йырлап, һөйләп тә, бер-беребеҙҙе яҡшы аңланыҡ, театрҙың берләштереү көсөн дә ошонда күрҙек. Уҡый башлаған осорҙа, әлбиттә, төрлө мәктәп һәм төбәк вәкилдәре менән бәйләнешкә инеү тәү ҡарамаҡҡа ауырыраҡ булһа ла, ике-өс көндә бер-беребеҙгә өйрәндек. Танышып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ихлас ижад итә башланыҡ. Мин спектаклдәге төп ролде - Йәмиләне, Артур - ҡәйнешем Сәйетте уйнаныҡ, шуға беренсе көндән үк оло яуаплылыҡ тойҙоҡ. Сәхнәләр күп булып, мин һүҙҙәремде, йә мизансценаны онотоп киткәндә, коллегаларымдың ярҙамын, берҙәмлегебеҙҙе тойҙом. Береһе алдыма тас алып килеп ҡуя, икенсеһе килеп ҡолаҡҡа сәхнәләр тәртибен шыбырлап китә ине. Ике аҙна эсендә ныҡ өйрәнеп, яҡын дуҫтар булып киттек. Өфөгә ҡайтҡас та йөрәктәге осҡон берсә һағындырып, моңландырып ҡуя. Бергә сығарған "Йәмилә" спектаклебеҙҙең Мәскәүҙә ике тапҡыр ғына уйналыуы ла лаборатория тураһында хәтирәләрҙең уты булды. Был спектаклде башҡа бер ҡасан да ошо состав менән уйнамаясағыбыҙҙы, бәғзе коллегаларыбыҙ менән башҡа күрешмәҫебеҙҙе аңлау тетрәндерҙе, ныҡ тәьҫир итте.

Лабораториянан ниндәй уй-ниәттәр, ниндәй фекерҙәр төйнәп ҡайттығыҙ?

Гөлнара:
Ниндәй генә юғары наградаға, маҡтаулы исемгә лайыҡ булмаһын, кеше һәр саҡ кеше булып ҡалырға, башҡаларҙы ишетә белергә тейеш, тигән фекер менән ҡайттым. Эшкә йөрөү, сәхнәлә уйнау ҡәҙимге көндәлек мәшәҡәтҡә әйләнеп китеп, беҙ коллегаларыбыҙҙың күңел донъяһын, уй-хәстәрҙәрен һорашыуҙы, хәленә инеүҙе онотабыҙ, ҡәҙерләмәйбеҙ икән. Мәскәүҙә ике аҙна дауамында бергә уҡып ҡайтҡан коллегаларыбыҙ менән чат аша булһа ла бәйләнеш тотоп, ниндәй спектаклдә уйнаясағыбыҙҙы, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләп, йылы аралашып торабыҙ. Күптәр үҙ театрына үҙгәреп, кешеләргә ҡарата башҡараҡ мөнәсәбәттә ҡайтыуы хаҡында яҙҙы. Минең менән дә шулай килеп сыҡты: лаборатория һөнәри тәжрибәне арттырып ҡына ҡалманы, тормош фәлсәфәһен төшөнөргә лә этәргес булды.
Артур: Гөлнара менән килешәм, "40+" кимәлендәге лаборатория тормоштоң әсе-сөсөһөн күреп өлгөргән, төрлөнө татыған коллегаларыбыҙ менән бергә белем алыу, аралашыу өсөн бик уңайлы мөхит булдырыуы менән ҡәҙерле. Ең һыҙғанып, ҡолас йәйеп эшләнек, тип әйтә алам. Хәйер, өй, ғаилә, туған театр ҙа һағындырып өлгөрҙө, ситтә ни тиклем матур, рәхәт булмаһын, тыуған яҡ һауаһы, барыбер, наҙлыраҡ, яғымлыраҡ. Театрҙы, спектаклдәрҙе һағынып ҡайттым. Төрлө милләттән, ил-ҡалаларҙан килгән актерҙар менән тәжрибә уртаҡлашыу, спектакль сығарыу беҙҙең өсөн ҙур мөмкинлек, оҫталыҡ дәресе булды. Ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ!
Гөлнара: Башҡортостандан килгән актерҙар булараҡ, партнерым тап Артур Кәбиров булғанға ныҡ ҡыуандым, сөнки беҙ икебеҙ ҙә халҡыбыҙҙы, башҡорт театрын яҡшы яҡтан күрһәтергә ынтылдыҡ һәм был мөһим бурысты уңышлы атҡарып сыҡтыҡ, тип һанайым. Беҙҙең аша тотош милләт тураһында фекер йөрөтөүҙәре көн кеүек асыҡ, шул уйҙы гелән иҫтә тоттоҡ, халҡыбыҙҙың, театр сәнғәтебеҙҙең көслө, бай тарихлы икәнен ошо лаборатория аша күрһәтергә тырыштыҡ. Сәхнәлә иһә Артурҙың энергетикаһын тойҙом, эш барышында гел ярҙам итте, рухташ, коллега булараҡ та таяныс булды. Театрыбыҙҙың берҙәм, көслө икәнен ошо лаборатория аша күрҙем.

Әйткәндәй, 5, 6 сентябрҙә илдең баш ҡалаһында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының Боярҙар палаталарында ике көн генә ҡуйылған "Йәмилә" спектакле ҡорҙағылар араһында һалынған мәҙәни күпер ҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйыласаҡ яңы спектаклгә әҙерлек тә булды. Өфө тамашасыһы күңелен "Фарман ханым" (С.Әхмәт) музыкаль комедияһы менән яулаған режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаев киләһе йылдың тәүге яртыһында Сыңғыҙ Айытматов әҫәре буйынса "Йәмилә" спектаклен тәҡдим итәсәк.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru