
Махсус хәрби операцияла баштан ҡатнашҡан һәр яугир Рәсәй Ҡораллы көстәренең яңы һуғыш алымдарын үҙләштереү этаптарын яҡшы белә. "Әхмәт" позывнойлы яҡташыбыҙ шундайҙар араһынан. Ул тәүҙә алыҫҡа төбәлгән авиация разведкаһы төркөмөндә хәрби бурыстарын үтәй, шунан БПЛА расчеттына күсә.
БПЛА операторы булып китеүеның тарихы 2023 йыл аҙағына барып тоташа. Пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идараны Mavic тибындағы дрондарҙан башлай, һуңынан FPV-ға күсә. Контузиянан һуң FPV саперы булып китә, йәғни боеприпастарҙы дронға беркетеү менән шөғөлләнә. Хәҙер "Әхмәт" - БПЛА расчеты командиры. "Дрондар менән эшләү тәжрибәһен Бахмут өсөн барған алыштарҙа алдым. Ул саҡта пилотһыҙ аппараттар етмәй ине. Беҙгә ярҙамға волонтерҙар, коптерҙарҙы үҙҙәре йыйған оҫталар килде. Йәшерен-батырыны юҡ, үҙебеҙ ҙә һатып алдыҡ. Дрондар ҙа, уның менән эш итә белгән белгестәр ҙә бик кәрәк. Сөнки хәҙерге һуғыш яланы - яңы технологиялар алышы", - ти ул.
Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, яңы хәрби һөнәрҙе ошоға тиклем һуғыш яланында өйрәнергә тура килһә, бөгөн махсус әҙерлек үткән йәштәр килә. "Әгәр йәшең тап килә, энергияң һәм дәртең ташып тора, шулай уҡ компьютер уйындарына әүәҫ икәнһең, урының беҙҙең янда. Әлбиттә, психологик яҡтан көслө булырға тейешһең. БПЛА подразделениелары урындарҙы разведкалай, дошмандың терәк пунктарын, техникаһын һәм тере көсөн асыҡлай һәм юҡ итә. Беҙҙең сафҡа күптәр эләгергә теләй, әммә һәр кем һайлау аша үтергә тейеш", - тип асыҡлыҡ индерә "Әхмәт".
Ысынлап та, БПЛА операторы Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн - иң кәрәкле һәм юғары түләүле хәрби һөрәрҙәрҙең береһе. "Шуны билдәләп үтергә кәрәк: подразделениеларҙа Башҡортостандан егеттәр бик күп. Улар дәртле һәм илгә хеҙмәт итергә әҙерҙәр. Һөйләшкәндә, йыш ҡына, миндә ҡурҡыу тойғоһо юҡ, ҡайҙа ебәрһәләр ҙә, ҡуйылған бурысты үтәргә әҙермен, тигән һүҙҙәр ишетәм. Штурмға барырға әҙер булғандар ҙа күп. Әммә бөгөн БПЛА операторҙары талап ителә. Штурмалаусыларҙың - үҙ бурыстары, дроноводтарҙыҡы - үҙҙәренеке, улар тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға күрә хәрби бурыстар ҙа һөҙөмтәле хәл ителә", - ти "Әхмәт".
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны йәшәгән урында хәрби комиссариат, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|