«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘҮ. БЫЛ БУРЫС БЕҘҘЕҢ ИҢГӘ ЛӘ ЙӨКМӘТЕЛГӘН
+  - 


Театрҙар өсөн һәр яңы миҙгел - тамашасыға яңы программалар тәҡдим итеү, төрлө фестивалдәрҙә, концерттарҙа, музыкаль кисәләрҙә күркәм сығыштар яһау менән бәйле. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп килгән Әҙәби-музыкаль лекторийҙың шатлығы икеләтә, сөнки ул быйыл үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Республикаға бик күп таланттар биргән лекторий бай тарихҡа эйә. Төрлө йәштәге тамашасыларҙы сәнғәткә йәлеп итеү, балаларҙа, үҫмерҙәрҙә музыкаға һөйөү тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Әҙәби-музыкаль лекторийҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Индира ӘСӘҘУЛЛИНА менән әңгәмә шул хаҡта.

Индира Илдус ҡыҙы, заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, тамашасы ихтыяжы ла үҙгәреп тора, шулай ҙа юғары сәнғәтте пропагандалау, уның яҡшы өлгөләрендә зауыҡ тәрбиәләү - лекторийҙың төп бурысы булып ҡала. Үҙ эшегеҙҙә иң элек нимәгә иғтибар йүнәлтәһегеҙ?

- Әҙәби-музыкаль лекторий электән йәшәп килгән үҙенең төп маҡсатына тоғро, һәр концертыбыҙ сәнғәт әҫәрҙәрен аңларға өйрәтеү, танып-белеү, мәғлүмәт биреү лекциялары менән ҡуша алып барыла. Кескәй балалар, үҫмерҙәр, студенттар менән ихлас эшләйбеҙ. Лекцияны музыка белгестәре үткәрә. Мәҫәлән, Венера Әйүпова лекторийҙа илле йыл эшләй. Тыңлаусыға ҡыҙыҡ булһын өсөн төрлө йүнәлештәге лекциялар әҙерләйбеҙ. Был сығыштар, ғәҙәттә, ҡыҫҡа һәм бик йөкмәткеле. Ниндәйҙер байрам булһа, күңел аса торған танып-белеү лекцияһы әҙерләнә, ә аныҡ даталар менән бәйле булһа, шәхестәр тураһында һөйләшеү уҙғарыла. Мәҫәлән, Пушкин, Лермонтов. Ш. Бабич, Ғ. Әлмөхәмәтовҡа арналған бик матур программаларыбыҙ булды.
Беҙҙә тәжрибәле белгестәр эшләй, улар тамашасы менән тиҙ генә бәйләнеш булдыра ала. Өлкән тамашасылар сараға әҙерлекле киләләр, улар ҡайҙа килгәнен, нимә тыңлар өсөн килгәнен яҡшы белә. Оло кеше күп йәһәттән музыка өлкәһендә яҡшы "йөҙә", аңлай, сараларҙы һайлап, махсус йөрөй, ә йәш быуынды әҙерләргә кәрәк. Тимәк, беҙҙең эштә һығылмалылыҡ мөһим һәм һәр саҡ тейешле мөхит булырға тейеш: медицина реабилитация үҙәктәре өсөн айырым программа әҙерләһәк, һуҡырҙар, насар күргән балаларға репертуар башҡасараҡ ойошторола. Алда әйткәнемсә, лекциялар оҙон түгел, музыкаль номерҙарҙы асҡан мәғлүмәттәр менән бәйләп алып барыла, вокал, хореография, моң ҡоралы менән таныштырабыҙ. Мин үҙем художество етәксеһе итеп ҡуйылғандан алып бөтөн сараларыбыҙҙы театрлаштырып эшләргә тырышам. Шуныһын ғорурлыҡ менән әйтә алам, артистарыбыҙ - һәр яҡлап маһирҙар. Әйтәйек, йырсылар институтта вокалға ғына өйрәнһәләр, улар лекторийҙа шиғыр ҙа уҡыйҙар, бейеп тә китәләр. Һәр кемгә тыумыштан талант һалынған, ләкин улар тулыһынса асылмай ҡала, ә мин һәр артисымдың шул һәләттәрен күрәм, шуға ла уларҙың күп ҡырлы булыуын тамашасыға ла күрһәтергә тырышам. Был күпкә ҡыҙығыраҡ, ошондай тере аралашыуҙы тамашасы бик ярата.

Әҙәби-музыкаль лекторийҙы баш ҡалала яҡшы беләләр, әүҙем эш алып бараһығыҙ, ә республиканың башҡа тарафтарына гастролдәргә сығаһығыҙмы?

- Беҙ Өфөлә генә эшләмәйбеҙ, республика буйлап та йөрөйбөҙ. Был мөһим йүнәлештәребеҙҙең береһе булып тора. 1941 йылда барлыҡҡа килгән, һикһән биш йыллыҡ тарихы булған лекторий мәҙәни-ағартыу йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә. Ул бит буш урында барлыҡҡа килмәгән, "Бөтәһе лә еңеү өсөн!" тигән лозунг аҫтында халыҡ алдында сығыштар яһап, халыҡты берләштерергә тырышҡандар. Ул саҡта илдең көнбайышынан опера театры йырсылары ла эвакуациялана. Бергәләп, халыҡ рухын күтәрергә ынтылғандар. Бөгөн дә беҙ ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ. Аңлашыла ки, икенсе дәүерҙә йәшәйбеҙ, ул беҙҙең эштә икенсе алымдар талап итә. Әммә йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала, бары концерт номерҙары ҡына яңыртылып торола. Нимә ул туған йорт, кем һинең уҡытыусың, ни өсөн ата-әсәңде, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә кәрәк, нимә ул ватан, тыуған илеңә һин нимә менән ярҙам итә алаһың - былар иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Элек Бөйөк Ватан һуғышы тарихына, Ватанды яҡлаусылар көнөнә әһәмиәт бирһәк, хәҙер бөгөнгө ысынбарлыҡ менән эш итәбеҙ - бөгөнгө ҡаһармандарыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ.

Гастролдәрегеҙ тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле. Һеҙгә ҡайһы тарафтарҙа булыу оҡшай?

- Һәр сәхнә майҙаны артист өсөн ҡыҙыҡ һәм мөһим. Айырма шунда, беҙ ауыл мәктәбенә килһәк, ундағы шундай ихлас, йылы осрашыуҙарҙан хатта күҙ йәштәре килеп сыға. Ҡала ерендә балалар төрлө сараларға йөрөй ала, һайлау мөмкинлеге ҙур. Райондарҙа үткән сарала балаларҙың нурлы күҙҙәрен күрәһең - унда йөрәк сафлығы сағыла, йөҙҙәрендә рәхмәт тойғоһо. Ошондай тамашасы менән кире бәйләнеште күреү үҙе бер мөғжизәгә тиң, шуға ла ауыл мәктәптәренә йөрөүҙе хуп күрәм. Гастролдәр һәр ваҡыт ҡыҙыҡ үтә, яңы урындар менән танышабыҙ, ер-һыу күрәбеҙ, кешеләр менән аралашабыҙ, сәфәрҙәр тиҙ генә онотолмай. Уйлап ҡараһаң, заман ныҡ үҙгәрҙе. Элек һыуыҡ ауыл клубтарында өшөп-туңған мәлдәр ҙә булды. Егерме йыл элек бер ауылда мәҙәниәт йортонда, температура минусты күрһәткәндә, сығыш яһарға тура килде. Тамашасы ҡалын кейемдә, ә беҙ, музыканттар, сәхнә кейемендә генә. Мин пианистың бармаҡтары боҙ булып ҡатҡан, шул мәлдә бармаҡтың тик һөйәктәре менән генә уйнаным һымаҡ тойолдо. Ғөмүмән, беҙ музыканттар һыуыҡтарҙы сабырлыҡ менән үткәрә беләбеҙ. 1941 йылдарҙа һөнәрҙәштәребеҙ ниндәй шарттарҙа сығыш яһағанын күҙ алдына килтерһәк, ҡыйын булып китә.

Быуындар алмашына килә, бөгөн әҙәби-музыкаль лекторийҙың үҙәген кемдәр тәшкил итә?

- Әҙәби-музыкаль лекторийҙа һигеҙәр кешенән торған дүрт ижади төркөм эшләй: уларҙа мотлаҡ музыка белгесе, лектор, артабан солистар, концертмейстер, балет артисы һәм музыка ҡоралында уйнаусы булырға тейеш. Мин етәксе булып ун өсөнсө миҙгел эшләйем, әлеге кадрҙарҙы 2014 йылда уҡ һайлап алғайным. Заманында уларҙы тыңлап, конкурстарға үҙем әҙерләп алып йөрөгәйнем, сөнки мин пианист, шуға ла йырсылар менән эшләүҙә тәжрибәм ҙур. Күптәрен студент саҡтарынан уҡ беләм. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Дамир Тайыповты өсөнсө курста уҡыған сағында уҡ лекторийға эшкә саҡырҙыҡ. Аллаға шөкөр, институтты ла, аспирантураны ла яҡшы тамамланы ул. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Бөтә Рәсәй йырсылар конкурсында - 1-се, Грозныйҙа М. Магомаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелгән конкурста 2-се урынды яуланы. Ҡаҙанда Р.Ваһапов исеменә үткәрелгән фестивалдә Гран-приға лайыҡ булһа, Гөлшат Ғирфановабыҙ унда 1-се урын алды. Былтыр Яҙгөл Ғайсина ошо фестивалдә 2-се урын алғайны. Әлиә Исҡужина Италиянан Гран-при менән ҡайтты. Әле мин бер нисә конкурсты ғына атаным, ә улар, һанай башлаһаң, күп кенә. Лекторийҙағы йәш йырсылар халыҡ йырҙарын да, бөгөнгө заман йырҙарын да берҙәй оҫта башҡаралар һәм республикала ла, илебеҙҙә лә, һәм сит илдәрҙә лә сәнғәтебеҙҙе танытып йөрөйҙәр.
Лекторий коллективы үҙенең рухы менән дә айырылып тора. Ауыр минуттарҙа бер-береңә ярҙам итеү, бер-береңдең хәленә инеү - былар һуғыш йылдарынан һаҡланып килгән традиция. Пандемия ваҡытында Ленин районының ирекмәндәр төркөмөнә инеп, Өфө халҡына ярҙам иттек. Карантинда өйҙә ултырған ҡарттарға, күп балалы ғаиләләргә үҙебеҙҙең машиналарҙа аҙыҡ-түлек ташыныҡ. Кешелеклекте үҙебеҙҙә һынауҙа, халыҡтың рухын күтәреүҙә был бик мөһим аҙым ине, ана шул юлды лайыҡлы үттек. Беҙ, ғөмүмән, нимә өсөн йәшәгәнебеҙҙе, эшләгәнебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Ижад та итәбеҙ, халыҡ алдына ла сығабыҙ, яңылыҡтар ҙа уйлап сығарабыҙ. Был эш кенә түгел, ә был беҙҙең йәшәү мәғәнәһе.
Тамашасы алдындағы һәр сығышыбыҙ - ҙур шатлыҡ та, ҙур яуаплылыҡ та. Артист сәхнәгә сыға икән, нимә тоя, шуны тулыһынса тамашасыһына бирергә тейеш. Ә беҙҙең талантлы артистарыбыҙҙың тамашасыһына һәр саҡ әйтер һүҙе бар. Бер тамашабыҙ мәлендә бер ҡатын яныма килде лә: "Һеҙҙең концертта минең өсөн шундай драматик мәлдәр булды - мин үлеп, яңынан тыуғандай булдым", - тине. Музыка аша кеше бына ошондай тойғолар кисерә, үҙен яңынан терелгәндәй хис итә икән, тимәк, хеҙмәтебеҙ, ижадыбыҙ бушҡа түгел.
Әйткәндәй, 22 октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында концерт миҙгелен асабыҙ, унда лекторийҙың юбилейын да билдәләйәсәкбеҙ. Был сарала тамашасы беҙҙең ҙур ижади ғаиләнең нисек үҫеүе, нығыныуы, ҡеүәтләнеүе тураһында тарихи белешмә менән танышасаҡ. Көтөп ҡалабыҙ. .

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште
"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru