«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
РУХ ҠОШО (Риүәйәт)
+  - 


Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, Рух ҡошо нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары тик күңел менән генә тойоп була.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ үҙ Рух ҡошо менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, үҙ моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.
Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай.
Үҙ теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға.
Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей.
Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә.
Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә. Хәлһеҙләнгән халыҡ үҙ Рух ҡошон йәшәтеү өсөн тейешле кимәлдә йылылыҡ бирә алмай.
Сит халыҡтар араһына сығып киткән кешеләрҙең иһә үҙ Рух ҡоштары менән күңел нурҙарының бәйләнеше бик ныҡ бушай. Шуға ла улар сит ерҙәрҙә йәшәгәндә йөрәктәрендә ниндәйҙер бушлыҡ һәм үҙәк өҙгөс һағыш тоя башлай. Йырҙарын һағынамы, тыуып-үҫкән ерҙәренме, туғандарынмы - үҙҙәре лә белмәй һәм аңламай. Ә һағыштың төп сәбәбе - үҙ халҡының Рух ҡошо менән күңел бәйләнешенең өҙөлөүе. Ситкә күмәкләп сығып китеүселәр генә, әгәр ҙә күңел көстәре етһә, үҙ халҡының ҡошонан ҡеүәт ала башлай, тик бының өсөн бик ҙур ихтыяр көсө кәрәк. Әммә улар үҙҙәре иһә Рух ҡошон йәшәтеүгә күңел йылылығы бирә алмай.
Халҡы көслөрәк булған һайын, Рух ҡошо ла ҙурыраҡ була һәм оҙағыраҡ ғүмер итә. Ләкин ул ниндәй генә ҙур булмаһын, мең ярым йылдан оҙаҡ йәшәй алмай. Үҙ ғүмерен йәшәгәс, ояһына ултыра ла үлергә әҙерләнә. Рух ҡошоноң хәле бөткән һайын, халҡы ла ҡарыуы ҡайтыуын тоя. Был осорҙа халыҡ ялҡаулана, вайым-һыҙлана, насар холоҡтарға һәм төрлө ауырыуҙарға бирешә башлай. Рух ҡошо һәм бер-береһе менән бәйләп торған күңел нурҙары кәмегәндән-кәмей, бушағандан-бушай бара. Халыҡ яйлап ҡына тарҡала, күпселеге үҙе өсөн генә йәшәүҙе өҫтөн ҡуя. Һәм шуның менән үҙ-үҙен тағы ла көсһөҙләндерә, Рух ҡошоноң үлемен яҡынайта.
Ошо ваҡыт халыҡтың күпселеге Рух ҡошоноң көслө саҡтарын һағына, үҙәк өҙгөс йырҙар ижад итә, ниҙер эшләргә ынтыла, йөрәктәрендә нимәлер етмәүен тоя. Ләкин бөйөк эштәр башҡарыу өсөн уларҙың йөрәк һәм теләк көстәре - рухтары етмәй. Ошо ауыр осорҙа халыҡтың бер өлөшө генә - иң көслө, иң рухлы улдары һәм ҡыҙҙары ғына йөрәктәрендә Рух ҡошо менән бәйләнешен һаҡлай. Әммә күңелдәре хәүефләнә, йөрәктәре ниндәйҙер көстөң кәмегәндән-кәмей барыуын һиҙә. Тик улар, дөйөм халыҡтан айырмалы рәүештә, нимә булһа ла эшләп, халыҡтың күңеленә элекке рухты ҡайтарырға тырыша. Халыҡ уларға эйәреп ынтылып та, талпынып та ҡарай, тик рух көсө бик һирәктәрендә генә уяна.
Бына иң ҡурҡыныс көн килеп етә, һәм Рух ҡошо үлә. Ошо көндән халыҡтың күпселеге ниндәйҙер бушлыҡ тоя. Башҡа бер нәмәне лә һағынмай; теле, халҡы, үткәндәре һәм киләсәктәре алдында бурыстары барлығын да онота. Улар өсөн иң мөһиме - бөгөнгө көн һәм ул үҙе. Һәр береһе айырым. Хатта ғаилә бәйләнештәре лә өҙөлә башлай. Халыҡтың күпселеге тере мәйеткә, ә рухһыҙ күңелдәре - ҡол күңеленә әйләнә: саялыҡ менән тәүәккәллек - әрләшергә яратыусанлыҡҡа; дуҫлыҡ - кешенән файҙа эҙләүгә; сәмселлек - көнсөллөккә; бер-береһенә ихтирам - ярамһаҡланыуға; ғорурлыҡ - үсексәнлеккә; тура һүҙлелек ғәйбәт һөйләргә яратыуға алмашынып бөтә.
Рухи байлыҡҡа ынтылыш та матди байлыҡҡа алмаштырыла.
Хатта кешенең аҡылы тураһында ла тик байлығы буйынса ғына фекер йөрөтөлә.
Халыҡта хаинлыҡ өҫтөнлөк ала башлай.
Ә күңелдәрендә Рух ҡошоноң эҙҙәрен һаҡлағандар ошо хәлде күреп, күңел ғазаптарына дусар була. Халыҡ булмышының төп сығанағы булған моңдо һәм телде, саялыҡты һәм ғәйрәтте, тоғролоҡто һәм ғорурлыҡты тергеҙергә тырыша, күңелдәрендә һаҡланған йылылыҡты бөтә халҡы менән уртаҡлашырға ынтыла. Ләкин халыҡтың күпселеге быны аңлай ҙа алмай, аңларға теләмәй ҙә, сөнки күпселек тик үҙе өсөн генә йәшәргә теләй, башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, киреһенсә, рухлыларға аптырап: "Нимә етмәй һуң һеҙгә?" - тип ғәжәпкә ҡала.
Ә рухлылар һаман Рух ҡошон терелтергә тырыша. Көслөрәктәре - көрәшә, көсһөҙөрәктәре инде халҡының был мәсхәрәһен күрмәҫ өсөн ситкә сығып китә. Әммә бөтәһенең дә күңеле һыҙлай, бөтәһе лә өмөтһөҙлөктән тонсоғор сиккә етә. Ләкин өмөт бар. Сөнки Рух ҡошо үлер алдынан үҙ нәҫелен дауам итеү өсөн бер йомортҡа һалып ҡалдыра. Бер генә йомортҡа. Рух ҡошо үлеп, күпмелер ваҡыт үткәс, шул йомортҡа эсенән кескәй генә, көсһөҙ генә ҡошсоҡ килеп сыға. Ҡошсоҡ Рух ҡошоноң эсендә тупланған ризыҡ менән туҡлана, ә халыҡтың рухлы өлөшө, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, эшмәкәрлеге һәм күңел көстәре менән шул ҡошсоҡто йылыта, йәшәтә.
Әгәр ҙә халыҡ күңелендә шул ҡошсоҡто йәшәтерлек көс етмәй икән, ҡошсоҡ көс йыйып өлгөрмәйенсә, һәләк буласаҡ. Һәм уның халҡы шул көндән башлап Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сыға башлай. Был күренешкә күрше халыҡтар битараф ҡала, ҡайғырмайҙар ҙа. "Рухһыҙҙарға шул кәрәк", - тип кенә ҡуялар.
Ә әгәр ҙә халыҡ күңеле Бәләкәй ҡошсоҡто көс кергән сағына тиклем йылытып, йәшәтеп тора алһа, йөҙ ярым йылдан һуң ул яңы Рух ҡошона әйләнә. Һәм ошо осорҙан башлап халыҡ үҙенең уянғанын:
йөрәгендә яңы ҡеүәт барлыҡка килгәнен;
Рух ҡошоноң йәшәүен;
һәм үҙҙәренә
саялыҡ,
ғорурлыҡ,
ихтыяр көсөнөң
оло маҡсаттар менән йәшәүгә дәрт биреп тороуын тоя башлай. Кешеләр яңынан бер бөтөнгә - халыҡҡа ойоша, бер-береһен ярата башлай, онотолоп бөтөп барған
телен,
үҙ халҡына төҫ исемдәрен,
моңон
яңынан тергеҙәләр, йөрәктәрендә бер-береһе менән дә, Рух ҡошо менән дә нур бәйләнеше булдыралар. Бынан һуң уларға бер генә шарт ҡуйыла - үҙ рухтарына, үҙ булмышына хыянат итмәү...

Илгизәр ДИҠҠӘТ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru